Олимпиада эштәре. 10 кл.
олимпиадные задания (10 класс) по теме
Предварительный просмотр:
Башҡорт мәктәптәренең X класс уҡыусылары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиада һорауҙары.
Башҡорт теленән һорауҙар
1. Яңы һүҙҙәр һәм диалект һүҙҙәргә билдәләмә бирегеҙ. Миҫалдар менән аңлатығыҙ.(1 б.)
2. Һуйған да ҡаплаған-
Сабатаһын түргә элә-
Баш ватыу-
Был һүҙбәйләнештәрҙең мәғәнәләрен яҙығыҙ һәм берәүһе менән һөйләм төҙөгөҙ.(2 б.)
3. Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең бүлектәрен һанап сығығыҙ. Улар нимәне өйрәнә? (1 б.)
4. Нимә ул протеза, эпентеза, элизия? Миҫалдар килтерегеҙ. (2 б.)
5. Бер составлы һөйләм төрҙәрен һанап сығығыҙ. Бирелгән һөйләмдәрҙең төрөн асыҡлағыҙ:
1) Төн. Йылы ғәмһеҙ төн;
2) Бөгөн бик арытты;
3) Бөтә ҡыйыулығымды йыйып, ҡысҡырып йырлап ебәрҙем;
4) Унан йорт төҙөйҙәр, күпер һалалар, төрлө нәмәләр үреп эшләйҙәр. (4 б.)
Бөтәһе: 10 балл.
Башҡорт әҙәбиәтенән һорауҙар
1. Дауыт Юлтый ниндәй жанрҙарҙа ижад итә? Миҫалдар килтерегеҙ.(2 б.)
2. “Буранбай”, “Ашҡаҙар”, “Башҡорт туйы” әҫәрҙәренең авторы кем? Уның тураһында нимә беләһегеҙ?(2 б.)
3. Түбәндәге авторҙарҙың фамилиялары эргәһенә уларҙың әҫәрҙәренең исемдәрен яҙығыҙ: (2 б.)
Мәжит Ғафури –
Мифтахетдин Аҡмулла –
Рәми Ғарипов –
Ноғман Мусин –
4. Әҫәрҙәрҙең авторын яҙығыҙ: (2 б.)
1) “Һуңғы тарпан” хикәйәте-
2) “Урал йөрәге” шиғыры-
3) “Айгөл иле” драмаһы-
4) “Ҡурайҡайға” шиғыры-
5. Түбәндәге өҙөктөң ниндәй әҫәрҙән алынғанлығын билдәләгеҙ, авторын әйтегеҙ. Уның тураһында белгәнегеҙҙе яҙығыҙ.
Бер рус китап һатыусыһында Ғәрәп Нәүзиҙең “Рус-ғәрәп һүҙлеге” китабына тап булдым. Аҡсам бик аҙ булыу сәбәпле, китапты алайыммы, алмайыммы тип,лавкаға өс көн инеп-сығып йөрөнөм. Ниһайәт, алдым. Был китап минең өсөн бик ҡиммәтле булды. Һүҙлекте ҡулланып, ара-тирә ултырып, Ядринцевтың китабынан айырым өҙөктәрҙе төркисә тәржемә итеп, Биктимергә уҡыр инем.(2 б.)
Бөтәһе: 10 балл.
Анализ өсөн текстар
Мәңге йәшә, эй, һөйөклө башҡорт теле!
I. Тел... һүҙ! Кешеләрҙең хикмәтле һүҙе! Ниндәй көс бар икән тағы һинең менән тиңләшерҙәй?
Теге йәки был телдә күпме һүҙ барлығын теүәл генә әйтеп биреүе мөмкин түгел. Тел тигән төшөнсә үҙе ҡатмарлы, төрлө өлөштәрҙән тора. Мәҫәлән, халыҡтың йәнле һөйләү теле (уға ерле һөйләштәр ҙә инә) һәм әҙәби тел. Телдең был ике өлкәһендә һүҙҙәрҙең һаны ла төрлөсә була. Телдәге һүҙҙәр һанының һәр саҡ үҙгәреп тороуын да иҫәпкә алырға тура килә. Яңы төшөнсәләр менән бергә яңы һүҙҙәр яһалып тора, элек-электән ҡулланылғандары иҫкерә төшә, хатта онотола. Әммә махсус белемле телселәр тарафынан төҙөлгән һүҙлектәр телдең үҫешендәге билдәле бер осорҙа һүҙҙәр һанын сама менән булһа ла билдәләргә мөмкинлек бирә. Хәҙерге башҡорт телендәге һүҙҙәрҙең һаны биш-алты тиҫтә меңгә етә. Йәнле халыҡ теле уларҙы быуындан-быуынға күсерә, еткерә килә. Шул рәүешле тел йәшәүҙән һәм йәмғиәтте хеҙмәтләндереүҙән туҡтамай. (З.Ғ. Ураҡсин, Э.Ф. Ишбирҙин. Туған тел серҙәре. Өфө: 1983).
1. Әҫәрҙең темаһын атағыҙ. (1 б.)
2. Әҫәрҙең стилен билдәләгеҙ. (1 б.)
3. Әҫәрҙең төп идеяһы? (1 б.)
4. Телендәге һүҙенә һүҙьяһалыш буйынса анализ яһағыҙ.(1 б.)
5. Йәнле халыҡ теле уларҙы быуындан-быуынға күсерә, еткерә килә. Һөйләмгә синтаксик анализ яһағыҙ.(1б.)
6. Текстан 2 хәлде табып, төрөн билдәләп яҙырға.(1 б.)
7. Һүҙлектәр һүҙенә фонетик анализ яһағыҙ. (1 б.)
8. Текстан һүрәтләү сараларын табып, ниндәй һүрәтләү сараһы икәнен яҙығыҙ.(1б.)
9. Ҡушма һүҙҙәргә миҫалдар яҙығыҙ, яһалышын аңлатығыҙ. (1 б.)
10. Текст ниндәй телмәр төрөнә ҡарай: хикәйәләү, тасуирлау, фекерләү? (1 б.)
Бөтәһе: 10 балл.
Инша темалары:
- Дауыт Юлтыйҙың “Ҡарағол” драмаһында азатлыҡ өсөн көрәш темаһы.
- Салауат образының әҙәбиәттә һәм сәнғәттә сағылышы.
- Башҡорт әҙәбиәтендә Башҡортостан образы.
- Башҡорт зыялыһы Әхмәтзәки Вәлиди (мәшһүр тарихсының ғилми эшмәкәрлеге тураһында уйланыуҙар)
Инша өсөн ике төрлө баһа ҡуйыла: йөкмәткеһенә- максималь 5 балл
Грамматик хата өсөн- максималь 5 балл
Бөтәһе: 40 балл - 100%
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Классный час «Встречаем Олимпиаду. От Олимпиады – 80 к Олимпиаде -2014»
Олимпийские игры – важнейшее событие в международной спортивной жизни. Они привлекают к себе пристальное внимание миллионов людей нашей планеты. Классный час помогает учащимся проследить развитие ол...
ОЛИМПИАДНЫЕ ЗАДАНИЯ для внутришкольной олимпиады ПО МАТЕМАТИКЕ ДЛЯ УЧАЩИХСЯ 7 классов ОЛИМПИАДНЫЕ ЗАДАНИЯ для внутришкольной олимпиады ПО МАТЕМАТИКЕ ДЛЯ УЧАЩИХСЯ 7 классов Олимпиада по математике 7 класс
ОЛИМПИАДНЫЕ ЗАДАНИЯ для школьного этапа олимпиады ПО МАТЕМАТИКЕ ДЛЯ УЧАЩИХСЯ 7 классов....
Олимпиада по МХК. школьный этап всероссийской олимпиады школьников.
материалы к Олимпиаде...
Материал для проведения олимпиад школьного тура Всероссийской олимпиады школьников
Задания олимпиад предназначены для проведения школьного тура Всероссийских олимпиад, также можно использовать как дополнительный материал на уроках английского языка, а также при подготовке к ди...
Олимпиада 10 класса. Олимпиада 8 класс.
Подготовка к олимпиаде....
Справка о проведённых школьных олимпиадах по предметам естественно – математического цикла 2013 – 2014 учебного года. Олимпиады проведены с 10 октября по 23 октября 2013 года среди учащихся 5 – 11 классов.
Справкао проведённых школьных олимпиадах по предметаместественно – математического цикла2013 – 2014 учебного года.Олимпиады проведеныс 10 октября по 23 октября 2013 годасреди учащихся 5 – ...
"От олимпиады к олимпиаде"
Экскурсия расскажет об Олимпийских Играх, познакомит с легендами древних греков, символикой Игр...