Эссе
материал на тему

Эссе

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл esse.docx25.91 КБ

Предварительный просмотр:

Мин- уҡытыусы.

                     Бер һөнәр бар

Ер йөҙөндә изге бер һөнәр бар
Ябай ғына, үҙе - мәңгелек.
Тарих ҡулсаларын үтеп сыҡҡан,
Остаз булып ҡалған иң элек.

Тәүге тормош дәрестәрен яҙа
Һәр кешенең күңел күгенә.
Унан ғилем ала эшсе, ғалим, 
Хатта президент үҙе лә.

Мәңге ҡартаймай ҙа, иҫкермәй ҙә
Ҡитғаларҙы иңләп ул атлай.
Сентябрҙә- беренсе класҡа инһә,
Май айында-мәктәп тамамлай.

Һәр уҡыусы менән бергә үҫә
Өлгө булып ҡарты, йәшенә.
Сәстәренә йылдар ҡар һипһә лә,
Ул һаман да - мәктәп йәшендә...

 Рәмилә Иҫәнғолова

 

  Мин - уҡытыусы... Уйҙарыма сумам... Ни өсөн һуң әле мин уҡытыусы һөнәрен һайланым? Атайымдың кәңәше менән педагогия институтына уҡырга ингәндә, мин был һорауға, бәлки, "Туған телемде, әҙәбиәтемде яратам”, "Балаларҙы яратам” тип яуап биргәнмендер. Ул ваҡытта мин үҙ өҫтөмә ниндәй ҙур яуаплылыҡ алғанымды аңланым микән һуң? Бәлки, юҡтыр. Мәктәп ишеген беренсе тапҡыр асып эшкә килгәндә, сит кеше балаларының ап-аҡ ҡағыҙҙай күңеленә ер йөҙөндә булған иң-иң яҡшы сифаттарҙы ғына һалырға тейешлегемде тулыһынса аңлап та етмәгәнмендер әле мин. Үҙем башҡарған эштең ни тиклем яуаплылыҡ талап итеүен мәктәптә 20 йыл эшләгәс төшөнә барам һәм хайран ҡалам...

Һәр йыл 1 сентябрҙе мин тулҡынланып та,ҡыуанып та,өмөтләнеп тә ҡаршы алам.

Тулҡынланам, сөнки быйыл ниндәй уҡыусылар килер, уларға тейешенсә белем бирә алырмынмы.

Ҡыуанам, сөнки тағы ла яратҡан уҡыусыларым менән осрашам, уларға яңынан-яңы белемдәр бирәсәкмен.

Өмөтләнәм, быйылғы уҡыусыларым тағы ла яҡшыраҡ буласаҡ, күберәк һәм төплөрәк белем бирәсәкмен.
Уҡытыусыға ысынлап та бик ауыр. Ул ғүмере буйы уҡырға, өйрәнергә, заман менән бергә атларға, үҙендәге белемде уҡыусыларына түкмәй-сәсмәй еткерергә тейеш.
       Мин көн һайын класҡа инәм. Минең алда – күҙҙәр, күҙҙәр... Улар төрлөсә ҡарай: ҡыҙыҡһынып, ҡурҡып, битараф... Һәр ҡайһыһында – үҙенсәлекле дөнъя сағылышы. Мин ошо донъяларҙы саҡ ҡына асырға, уларға үҫергә, яҡшы яҡҡа үҙгәрергә ярҙам итергә тейеш. Минең маҡсатым – һәр уҡыусыға иҗади мөмкинлектәрен табырға ярҙам итеү, үҙенең көсөнә ышандырыу. Балаға уның барлыҡ эштәрҙе булдыра алырҙай шәхес икәнен күрһәтеү – минең маҡсатым һәм педагогик фәлсәфәм. Минең фекеремсә, башҡорт әҙәбиәте дәрестәренең төп бурысы – уҡыусыла эске матурлыҡҡа ынтылыш тәрбиәләү, әйләнә-тирә яҡҡа, дөнъялағы төрлө хәлдәргә дөрөҫ баһа биреү, үҙ аллы белем алыуға өйрәтеү. Ә был маҡсаттарға нисек ирешергә һуң? Был һорауға һәр уҡытыусы үҙенсә яуап бирәлер. Мин үҙем был һорауҙы үҙ-үҙемә һәр иртә һайын бирәм. Яуапты ла көн һайын эҙләргә тура килә. Ҡайһы саҡта – фәнни һәм методик әҙәбиәттә, ә ҡайһы саҡта – уҡыусыларҙың күҙҙәрендә...

Һөнәрем – Уҡытыусы! Ниндәй ябай, наҙлы, яғымлы һүҙ. Белемгә, яҡты донъяға әйҙәүсе изге йәндәр ул уҡытыусылар. Ауыр, яуаплы, әммә бик мауыҡтырғыс һөнәрҙе һайлағаныма үкенмәйем. Минең өсөн эшем, һөнәрем – йәшәү мәғәнәһе, бәхете.

 

Уҡытыусы булыу бик яуаплы эш. Көн һайын нисә күҙ һинән яңы, фәһемле, мауыҡтырғыс дәрес көтә. Бөгөнгө заман шарттарында туҡтауһыҙ үҙгәрештәр һәм үҫеш кисергән көндәрҙә уҡытыусыға артта ҡалырға ярамай. Ул заман менән бергә атларға тейеш. Уҡыусыларҙың бөгөнгө көндә техника, компьютер менән ҡыҙыҡһыныуын иҫәпкә алып, уҡытыусы үҙенең эшендә балаларҙы ҡыҙыҡһындырырлыҡ эш алымдарын, яңы технологияларҙы ҡулланырға тейеш.

 

Ниндәй генә педагогик технологиялар юҡ бөгөн. Хәҙерге заман мәктәбе алдына ҡуйылған төп бурыстарҙың береһе – ул гармониялы үҫешкән шәхес тәрбиәләү. Мәктәпте тамамлаған һәр уҡыусы зиһенле булырға, фекер йөрөтә белергә, өҙлөкһөҙ үҙ аллы белем алырға һәм камиллыҡҡа ынтылырға тейеш. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына килгәндә, телебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә ыңғай ҡарашлы сәләмәт рухлы, үҙ халҡының патриоты булған шәхес тәрбиәләү – иң алда торған бурыстарҙың береһе. Быларҙы тормошҡа ашырыр өсөн иң тәүҙә уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырырлыҡ дәрес ойоштороу кәрәк. Үҙ эшемдә бөгөнгө көндә уҡытыусылар киң ҡулланған үҫтереүсе технологияларҙың береһе – Л.В.Занков системаһын ҡулланам. Был технология уҡыусының шәхес булараҡ үҫеш проблемаһын үҙәккә ҡуя һәм баланың дөйөм үҫешенә иғтибар бирә. Л.В.Занковтың үҫтереүсе уҡытыу системаһы уҡыусыларҙың эҙләнеү, тикшеренеү эшмәкәрлектәрен үҫтереүгә ҡоролған. Дөйөм үҫеш системаһының берҙәм булыуын тәьмин итеүсе биш принцип бар.

 

- Теоретик белем әйҙәүсе ролен үтәй.

 

- Уҡытыу юғары ауырлыҡта алып барыла.

 

- Материалды етеҙ темптар менән өйрәнеү.

 

- Бөтә уҡыусыларҙы төрлө яҡлап үҫтереү өҫтөндә системалы эш алып барыу.

 

- Уҡыусының уҡыу процесын аңлауы.

 

Һәр дәресем ҡыҙыҡлы, фәһемле булһын өсөн төрлө эш алымдарын һәм методтарын ҡулланам. Дәрестең темаһын туранан-тура иғлан итмәйем, ә ниндәҙер эш төрө тәҡдим итеп үҙҙәренә асыҡлау өсөн йүнәлеш күрһәтәм. Дәрес барышында һәр уҡыусыға үҙ фекерен иптәштәренә еткереү өсөн мөмкинлек бирәм. Дәрес һайын балалар менән халҡымдың бай тарихы, рухи хазинаһы, арзаҡлы шәхестәре менән танышабыҙ. Уҡыусыларҙы тикшеренеү, эҙләнеү эшмәкәрлегенә өйрәтеү маҡсаты менән

 

- дәрестең төрлө этаптарында проблемалы һорауҙар, ситуациялар ҡулланам

 

- семинар, практик-лаборатор эштәр үткәрәм

 

- тезистар төҙөү һәләтлеген үҫтерәм

 

- һүҙлектәр менән эш төрҙәрен тәҡдим итәм

 

- тел ғилеме өлкәһендә эшләүсе ғалимдар менән таныштырам.

 

Бөйөк Уҡытыусы исеменә лайыҡ булыр өсөн күп эшләргә, эҙләнергә, уҡыусыларға ҡыҙыҡлы, фәһемле булырҙай эш алымдарын ҡулланырға, алдынғы уҡытыусылар тәжрибәһе менән танышырға, яңы технологияларҙы үҙләштерергә кәрәк.

Сыңғыҙ Айтматов:”Берәү ҙә бер кемде лә мәжбүр итә алмай, әлбиттә, ләкин был милләттең аңын уның үҙ тарихынан арындырмай, бигерәк тә туған телдән баш тартырға саҡырырға, ундай эште хуп күрергә ярамай. Был үҙ ата-әсәңдән баш тартыу менән бер тиерлек” тип яҙған. Шуға ла мин киләсәктә минең уҡыусыларым ата-бабаларҙың ғөрөф-ғәҙәтенә, мәҙәниәтенә, тыуған төйәгебеҙҙең тарихына битараф булмаған, юғары мәҙәниәтле быуын булып үҫерҙәр тип уйлайым. Мин белем биргән балалар тормошта үҙ урындарын табып оло шәхес булып үҫһәләр – минең өсөн шул оло бәхет, ҡыуаныс.

Зиннур Ураҡсин да:”Туған тел дә яҙыша, уҡый һәм һөйләшә белеү башҡорт милләтенән булған кешеләрҙең әхлаҡи бурысы” тигән. Милләтебеҙҙең, телебеҙҙең яҙмышы беҙҙең ҡулда икәнен аңлап, шул мөмкинселекте мөмкин ҡәҙәр ҡулланып илһөйәр балалар тәрбиәләү беҙҙең башҡорт теле уҡытыусыларының бурысы.

 

Яҙмышыбыҙ – тел яҙмышы,

Беләм уның хаҡында

Әгәр телем йәшәй икән,

 Йәшәйәсәк халҡым да.(И. Кинйәбулатов)

 

 

   Мин – Уҡытыусы! Был минең өсөн һөнәр эйәһе генә булыу түгел, ә йәшәү рәүеше. Мин шуның менән йәшәйем һәм бындай тормош миңә оҡшай.

Тағы ла уйланам… Хәҙерге заман уҡытыусыһы ниндәй булырға тейеш һуң? Үҫеп килгән быуынды нимәгә һәм нисек өйрәтергә? Заман үҙгәрә, йәмғиәт һәм кешеләр араһындағы мөнәсәбәт тә үҙгәрә. Ләкин уҡытыусының роле белем биреүсе кеше булараҡ ҡына түгел, ә мөһим тормош һорауҙарына яуап бирергә ярҙам итеүсе остаз булараҡ та үҙгәрмәй ҡала.

Мин мәктәптә. Уҡыусыларым өсөн ҡыуанам, «Афарин!» тип яҡшы яуаптары өсөн маҡтайым. Бында бер минут та ваҡыт юҡ, сөнки мин кемгәлер кәрәкмен. Уҡыусыларым менән аралашыуҙан ҙур ҡыуаныс табам. Бында минең коллегаларым – уҡытыусылар эшләй. Уларҙың хеҙмәтен, тормош тәжрибәһен, йоҡоһоҙ үткәргән төндәрен баһалайым, уларҙы хөрмәт итәм.

Уҡытыусы булып 20 йыл  эшләү дәүерендә үҙем өсөн кәрәк тип тапҡан йүнәлештәрҙе һайланым:

1. төп ҡиммәттәр: изгелек, мөхәббәт, ғәҙеллек, намыҫ, талапсанлыҡ;

2. туған тел, уны өйрәнеү, һаҡлау.

Үҙемде бары тик башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы тип кенә һанамайым. Бөгөнгө көндә яңы быуындың рухи ярлылығы, уларҙың һаулығын һаҡлау мәсьәләләре борсой, күңелде ҡыра. Һәм беҙҙең тормошто туҡтауһыҙ үҙгәртеп тороусы заман ошондай профессиональ киңлектә эшләүҙе талап итә. Бар эшләгәнем, минең дә, башҡаларҙың да күңелендә ҡала. Һәм ошо яҡлап ҡарағанда уҡытыусы эше – бәхетле кеше һөнәре ул.

“Бәхет юллап, хыялланып, әллә ҡайҙарға ашабыҙ, күпте көтәбеҙ. Ә бәхеттең эргәлә генә, үҙеңдә үк икәнен абайлап та бирмәйбеҙ. Һау-сәләмәтлегеңдән ирәйеп, иркенләп, эшләп йөрөүҙәрең, донъя,йәшәү йәмен күреп кинәнеүҙәрең, эшең, игелегең менән башҡаларҙы шатландырыуың-үҙе бәхет тә баһа” тип яҙған Ғайса Хөсәйенов. Уҡыусыма үҙ ғүмерендә башҡорт теленән алған белеме бер тапҡыр кәрәк була икән, минең хеҙмәтем бушҡа түгел тимәк. Һәм мин уларҙың төрлө осраҡтарҙа ла үҙҙәрен иркен һәм ышаныслы тотоуҙарын теләйем. Йылдар үткәс, минең сығарылыш уҡыусыларыммәктәпкә мине күрер өсөн килеүҙәрен, үҙҙәренең уңыштары, башҡорт телен аңлауҙары, белеүҙәре менән ғорурланыуҙары, башҡорт теле менән бәйле ҡыҙыҡлы ваҡиғаларҙы һөйләүҙәре- үҙе үк күп нәмә тураһында һөйләй бит.

Кеше ғүмере-йәшнәп үткән йәшен, ялт итеп бер балҡый ҙа һүнә. Ошо ҡыҫҡа ғүмер юлын һәр кеше үҙенсә үтә. Мин ғүмер юлымды уҡытыусы булып үтеүем менән бәхетлемен.Сөнки, көн дә ашҡынып килер эшем, мине аңлаған, хөрмәт иткән, яҡшы күңелле коллегаларым, яҡшылыҡтары, яңылышлыҡтары менән минең күҙемә генә ҡарап ултырған уҡыусыларым булыуы үҙе ҙур бәхет бит.

Нисә тапыр барыһын да ташлыйым микән әллә тигән уйҙар килгәне бар. Дөрөҫө шулай. Ул бөтмәҫ- төкәнмәҫ дәфтәрҙәр, оҙон- оҙаҡ педсоветтар, береһе артынан береһе килгән тикшереүҙәр, тыңлауһыҙ малайҙар, талапсан ата-әсәләр! Класс ишеген асып керергә әйҙәүсе көстөң исеме мөхәббәт икән. Балаларға, уҡытыусы һөнәренә мөхәббәт!

Уҡыу йылы башында ҡурҡып ҡына башҡорт теле кабинетын асып ингән төрлө милләт балаларының уҡыу йылы аҙағында башҡортса матур итеп текстар уҡыуы, диалогтар төҙөүе, саф башҡортса “рәхмәт”, “һаумыһығыҙ”, “һау булығыҙ” тип әйтеүҙәре оло шатлыҡ бит ул.        

Эйе, бөгөнгө уҡытыусы үҙ заманы менән бергә атлай. Уның аҙымдары ышаныслы, ул үҙе ихтирамлы, иғтибарлы, аҡыллы булырға тейеш. Район конкурсында ҡатнашыуым да ана шул аҙымдарҙың береһелер.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Структура эссе. Алгоритм написания эссе.

Структура эссе . Алгоритм написания эссе....

Критерии оценивания эссе. Примеры эссе и их анализ .

Критерии оценивания эссе . Примеры эссе и их анализ....

Эссе. Темы эссе

В помощь сдающим ЕГЭ по английскому языку...

Формирование навыков написания эссе с элементами рассуждения (эссе с выражением собственного мнения)

Статья описывает правила и принципы написания эссе по английскому языку с элементами рассуждения (эссе с выражением собственного мнения), а также типичные ошибки при написании эссе такого типа....

Учебно-методическая разработка "Эссе-мнение: как написать эссе за 50 минут"

УМР учитывает принцип визуализации при подаче материала. Может быть использован как раздаточный материал на вводном уроке по написанию эссе-мнения. (Разработка выполнена для получения зачета на курсах...

Учимся писать эссе: Эссе моих учеников на различные темы на немецком языке

Написание эссе - одно из сложнейших заданий ЕГЭ по ИЯ. Научить писать эссе - нелёгкая задача для любого учителя. Начинать писать эссе стоит уже с 7 класса. Данная публикация содержит оригинальные и не...