Тарихтарҙа эҙе бар
методическая разработка на тему
Предварительный просмотр:
Тарихтарҙа эҙе бар.
Башҡорт кейемендә Байыҡ сәсән сыға. Тирә-яғына ҡарай, бер кемде лә күрмәй.
Байыҡ ултыра ла ҡурайҙа “Урал” көйөн уйнай башлай. Көйҙө ишетеп, малайҙар килеп сыға, тыңлап торалар.
Беренсе малай. Һаумы, олатай!
Байыҡ. Һаумыһығыҙ, уландар,
Йүгән белмәҫ ҡолондар!
Икенсе малай. Олатай, һине кем тип әйтергә лә белмәй торабыҙ.
Байыҡ. Юлым төшкәс, был яҡҡа,
Килдем һеҙгә ҡунаҡҡа.
Аты юҡҡа атмын,
Яуызға һаман ятмын.
Торор йорто юйылған,
Балалары һуйылған,
Батырҙары ҡыуылған
Ил сәсәне, ҡартымын.
Айҙар тигән атым бар,
Ҡулымдан ҡорал һалмаҫҡа
Илгә биргән антым бар!
Малайҙар. Эйе шул, йөҙйәшәр Байыҡ сәсән дәһә!
Байыҡ. Нисә йылдар йәшәй икән
Ҡобайырым – һүҙем дә,
Салауаттар заманынан
Килдем һеҙгә үҙем дә.
Уландарым, ҡыҙҙарым,
Тарихтарҙа эҙем бар;
Сәфәрҙәрем ҡыла-ҡыла,
Һеҙгә әйтер һүҙем бар.
Малайҙар. Ниндәй һүҙ ул, Байыҡ олатай? Әйтеп ебәр!
( Байыҡ думбыра уйнай, ҡобайыр әйтә).
Байыҡ. «йт ти32ге6, 2йт2йем –
Заманымды8 ха7лы4ын,
К18елемде8 сафлы4ын,
Ил 316ене8 алтынын:
Уры9 мен2н бер булып,
Ат атланып, бил быуып,
Яу6ар4а 7аршы сы7ты7,
Дошманды баш эй6ереп,
Илг2 я7ты к0н биреп,
Урта7 б2хетте тапты7!
Бергә а7ты 7аныбы6,
М28ге китер даныбы6,
А4ыр 3ыу6ар – а73алар,
Сабыр аттар – сап3алар,
Ай тонйорап, к0н тыу3а,
«с2л2р62н ул тыу3а,
Й2ш21 б0тм29 донъяла,
Бе6 ду9 булып 7алырбы6!
Б0т23е л2. №ай, алтын бит, олатай, 31662ре8! Афарин!
Байыҡ. Уландарым! Ә һеҙ бая мин уйнаған көйҙө беләһегеҙме?
Өсөнсө малай. Эйе, ул - “Урал” көйө.
Байыҡ. Эйе, ләкин ул йыр тәүҙә “Ете ырыу” тип йөрөтөлдө. Был йырҙың үҙ
тарихы ла бар. Башҡорт ырыуҙары үҙ ихтыярҙары менән аҡ батшаға баш
һалғас, ырыу башлыҡтары, аҡһаҡалдар йыйылып, ете ырыу берләшеп, бер
халыҡтай булып йәшәргә ҡарар итәләр. Шуның хөрмәтенә “Ете ырыу”
йыры сығарыла. Был ваҡиғалар, уландарым, барыһы ла минең күҙ
алдымда үткәндәре. Байтағына үҙем шаһит.
Өсөнсө малай. “Урал” йыры – Байыҡ сәсәндең иң бөйөк ижад емеше.Һүҙҙәрен дә,
көйөн дә үҙе ижад итеп, ҡурайҙа уйнап, таратып йырлап йөрөүсе лә
булған ул. Шулаймы, олатай? Был йыр менән бөйөк исемен
быуаттар һуҙымына үлемһеҙ итте.
Беренсе малай. Р2хм2т, Байы7 с2с2н!
Икенсе малай. Әйтер һүҙен әйтер ғәййәр хис эйәһе лә, яугир антына тоғро зат та ул
Байыҡ сәсән! Ил һаҡлап төрлө яуҙарҙа ҡатнашҡан батыр ҙа, үҙ уйын
ярып һалыр аһын да!
Өсөнсө малай. 1773-1775 йылдарҙағы ихтилалға рухи әйҙәүсе лә Байыҡ сәсән.
Байыҡ йәш Салауаттың йөрәгенә ут һала, һүнмәҫ дәрт һәм
дарман бирә, уның Бүгәсәүгә ҡушылып көрәшеүен тәбрикләй.
Беренсе малай. 1812 йылда «Француздар яу асҡан, Мәскәүҙе килеп баҫҡан” тигән
хәүефле хәбәр тарала. Ил ҡарттары кәңәшләшеп, ат еткән ергә - ат,
хат еткән ергә хат ебәреп, халыҡты йыйғандар. Йыйынға йөҙйәшәр
Байыҡ сәсән дә килгән, тиҙәр. Шулаймы, олатай?
Байыҡ. Дөрөҫ, балалар!
Ситтән килгән ят булыр,
Унан илгә ҡот булмаҫ,
Баҫҡан ере ут булыр,
Үҙе Сыңғыҙҙай эт булыр,
Ил ситенә яу баҫҡан -
Ҡунаҡ түгел, яу асҡан.
(Байыҡ сәсән әкрен генә артҡы планға күсә)
Икенсе малай. Улы Әхмәт Байыҡты, ейәндәрен һуғышҡа оҙатып, үҙенең
гражданлыҡ бурысын тулыһынса үтәй. Башҡорт халҡын изге яуға
күтәрә, өгөт-нәсихәт, фатиха бирә.
Өсөнсө малай. Һуғыш бөткәс, еңеп ҡайтҡан башҡорт батырҙарын дан йыры менән
ҡаршы алыусы ла Байыҡ сәсән була. Һуңынан был йырға “Байыҡ”
исеме бирелә.
Дүртенсе малай. Ә ул һалған бейеүҙәрҙең береһе башҡорт егеттәренең иң яратҡан
бейеүенә әйләнә.
Беренсе малай. Байыҡ олатай, 2лл2 16е8 бер 2йл2неп ала3ы8мы?
Байыҡ. ?ана, булма3а, бер урайым.
(“Байыҡ”көйөнә Байыҡ сәсән бейеү башҡара)
Б0т23е л2. Дан сәсәнгә! Афарин!
Икенсе малай. Байыҡ - Айҙар исеменә лайыҡ булған әлегә берҙән-бер сәсән. Ҡаҙаҡ
аҡындарын әйтештә еңеп, Айҙар “Еңелмәҫ” ҡушаматы алған ул.
Беренсе малай. Байыҡ сәсән Урыҫ дәүләте менән дуҫ йәшәргә, хужалыҡ итергә,
иген сәсергә, йорттар төҙөргә саҡыра. Бөгөнгө көндә беҙ Байыҡ
Айҙар васыятын тормошҡа ашырып йәшәйбеҙ: төҙөйбөҙ, ижад
итәбеҙ!
(“Байыҡ” йырын башҡарыу)
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Тарихтарҙа эҙе бар.
Башҡорт кейемендә Байыҡ сәсән сыға. Тирә-яғына ҡарай, бер кемде лә күрмәй.Байыҡ ултыра ла ҡурайҙа “Урал” көйөн уйнай башлай. Көйҙө ишетеп, малайҙар килеп сыға, тыңлап торалар....