Материалы для родительского собрания (на башкирском языке)
методическая разработка (9 класс) на тему
Где начинается жестокость?
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
истоки жестокости | 22.65 КБ |
жестокое обращение с детьми | 1.42 МБ |
Предварительный просмотр:
Хәйерле көн, хөрмәтле ата –әсәләр !
Беҙҙең бөгөнгө йыйылышыбыҙҙың темаһы “Аяуһыҙлыҡ ҡайҙан килә ?” тип атала. (Слайд 1)
Балалар – ғаиләнең көҙгөһө. Шәхси үҙенсәлектәре булыуға ҡарамаҫтан, балаларҙа ғаиләнең холҡо сағыла.
Ғаилә донъяһы. Ул атай һәм әсәй, һеңле һәм энеләр йәшәй торған донъя. Һәр бала ғаилә тормошо аша ҙур донъя менән таныша. Тормош ҡатлаулы. Бала унда яҡшыны ла, насарҙы ла, выҗданлылыҡ һәм тәрбиәһеҙлекте лә күрә. Кешенең формалашыуы ауыр һәм күп көс һорай торған хеҙмәт. Тәрбиә эшендә барыһы ла бала күңелендә күпмелер дәрәжәлә эҙ ҡалдыра. (Слайд 2,3,4,5,6)
Баланың ғүмерен һәм һаулығын һаҡлау-уның яҡындарының туранан-тура бурысы. Әгәр ул ғаиләлә йәбер күрә икән, был ҡот осҡос хәл. (Слайд 7)
Ғалимдар тикшеренеүе буйынса: (Слайд 8)
Рәсәйҙең һәр дүрт ғаиләһендә бала йәбер күрә;
- йыл һайын 100 меңдән ашыу балаға ҡарата енәйәт ҡылына;
- шуларҙың 10% ғүмере өҙөлә, ә 2 меңе үҙ-үҙенә ҡул һала;
- 50 меңдән артыҡ бала үҙҙәрен ҡурсалап өйҙән сығып китә, ә 25 меңе эҙләүҙә.
(Слайд 9)
Былтыр беҙҙең республикала 2445 бала яуызлыҡ ҡорбаны булған.Һигеҙ баланың ғүмере ҡыйылған, ун алтыһына ауыр тән йәрәхәттәре һалынған, 550- һен туҡмағандар, бишәүһен яфалап ҡыйнағандар, утыҙ һигеҙ ҡыҙ бала көсләнгән. Иң аянысы шул: был енәйәттәрҙең 313-өн ата-әсәләре йәки уларҙы алмаштырыусы кешеләр эшләгән. Әммә ысынбарлыҡта иһә был һан улай ғына түгел, биш, хатта ун тапҡырға күберәк. Сөнки, беренсенән, беҙҙә сүпте өйҙән сығармайынса йәшәү көслө, икенсенән, бала, ата-әсәһе ниндәй генә булмаһын, уларҙы барыбер ярата һәм күп нәмәгә түҙергә әҙер.
(Слайд 10) Был төшөнсәне төрлө ерҙә төрлөсә аңлау ҙа ҡатмарлыҡтар тыуҙыра. Балаға шәфҡәтһеҙ мөнәсәбәттең дүрт төрөн билдәләргә кәрәк: тән яраһы һалыу- күрәләтә имгәтеү, йәрәхәтләү; көсләү- уны үҙ теләге менән йәки теләгәненән башҡа енси бәйләнешкә йәлеп итеү; йән яраһы һалыу- даими рәүештә кәмһетеп, рухын һындырып, тәбиғәтенә хас булмаған яман сифаттарҙың барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итеү, үҫешен тотҡарлау; баланың төп ихтыяждарын һанға һуҡмау- хатта иң ябай хәстәрлек тә булмау арҡаһында баланың күңелен имгәтеү, уның һаулығына, үҫешенә зыян килтереү. (Слайд 11,12,13) Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тән йәрәхәте һалғанда ғына ата- әсәне яуаплылыҡҡа тарттырырға мөмкин, тип уйлаусылар бар. Эшләмәйенсә, айлыҡ сабый аҡсаһын эскегә тотоноп, уны иң мөһим нәмәләрҙән- ябай ғына кейемдән, ризыҡтан, медицина ярҙамынан мәхрүм итеп, түҙеп торғоһоҙ шарттарҙа йәшәтеүҙе енәйәт тип баһаламайбыҙ әле. (Слайд 14, 15, 16)
Ғалим –психолог Д. Гилл балаларҙың йәберләнеүен йәшенә ҡарата бер-нисә төркөмгә бүлә:
беренсе - 1 йәштән 2 йәшкә тиклем;
икенсе - 3 йәштән 9 йәшкә тиклем;
өсөнсө - 9 йәштән 15 йәшкә тиклем.
(Слайд 17) Эскелек , ыҙғыш – талаш , тәртипһезлек хөкөм һөргән ғаиләләрҙә бала бер ниндәй контролһеҙ үҫә , нимә теләһә , шуны эшләй. Хоҡуҡ бозоуға , хатта енәйәт эшләүгә тиклем барып еткән үҫмерҙәр шундай ғаиләнән сыға ла инде.
(Слайд 17) Баланы битарафлыҡтан, яһалма мөнәсәбәттән, бала яратмауҙан, агрессиянан, яуапһыҙлыҡтан, тупаҫлыҡтан, ата-әсәле көйө етемлектән һаҡларға кәрәк… Ғөмүмән, бала күңелен язалаусы, уның хоҡуҡтарын боҙоусы һәм кешелек баһаһын кәметеүсе бөтә нәмәнән араларға кәрәк баланы.
(Слайд 18) Бала өсөн иң кәрәк донъя – ул тулы һәм татыу ғаилә. Ата-әсә наҙын, йорт йылыһын бала фәҡәт ғаиләлә генә тоя ала, ошонда уның киләсәктәге үҙ аллы тормошоноң йүнәлештәре һыҙатлана. Бөгөн иң мөһим һәм киҫкен проблема – ул балаларҙы етемлектән һаҡлау. Бөгөнгө көндә 80% бала приюттарҙа һәм балалар йорттарында тәрбиәләнә. Ғаиләһеҙ тороп ҡалған бала – ул эшенән дә, яҡын кешеләренән дә яҙып, тормош мәғәнәһен юғалтҡан өлкән кеше менән тиң, тип әйтер инем.
Ғаилә – сабыйҙың ышаныслы ҡалҡаны. Ғаилә имен, тулы һәм татыу булһа, бала
ла яҡлаулы. Ғаиләлә иғтибар етмәгән баланы һәр ерҙә хәүеф һағалай.
Һуңғы йылдарҙа илдә, шулай уҡ беҙҙең республикала, иҡтисади көрсөк күп ғаиләләрҙең көнитмеше ауырлашты. (Слайд 19) Эшһеҙлек күңел тотороҡһоҙлоғона, эскелеккә илтә, был афәт иһә кешелә иң яман сифаттарҙың ҡалҡып сығыуына килтерә. Ошо арҡала ғаиләләрҙә татыулыҡ китә, өлкәндәр асыуын йыш ҡына бер ғәйепһеҙ балаға төшөрә. Ә бала- үҙен яҡлай алмаған кес кенә йән эйәһе- йәбергә түҙеп йәшәй бирә. Түҙемлеге еткәнсе. Ғаиләләге ыҙғыш- низағ балаға емергес тәьҫир итеүен, унда шундай уҡ бәғерһеҙлек уятыуын, күп осраҡта яҙмышын боҙоуын, хатта енәйәт юлына этәреүен һөйләп тороу кәрәкме?
Ҡарап тороуға тормоштары бөтөн ата-әсәләр араһында ла балаларына бәғерһеҙ булыусылар бар. Уларҙың миһырбанһыҙлығы үҫмерҙәрҙе хатта үҙҙәренә ҡул һалыуға тиклем еткерә. (Слайд 20,21)
Антон Семенович Макаренко ғаиләлә балаларҙы тәрбиәләүгә бағышланған мәғлүм лекцияларында былай тип яҙған: “Балаларға тәрбиә биреү – тормошобоҙҙоң иң мөһим өлкәһе. Безҙең балалар – илебеҙҙең буласак граждандары... Беҙҙең балалар бына тигән граждандар, яҡшы атайҙар һәм әсәләр булып үҫергә тейеш. Балаларыбыҙ – улар беҙҙең ҡартлығыбыҙ . Дөрөҫ тәрбиә биреү – ул беҙҙең бәхетле ҡартлығыбыҙ, насар тәрбиә биреү - ул беҙҙең буласак ҡайғыларыбыҙ, күҙ йәштәребеҙ, беҙҙең башҡа кешеләр, бөтөн ил алдында ҡылған ғәйебебезүҙ”.
Ни генә әйтһәң дә, бала холҡона иң элек ғаиләлә нигеҙ һалына. Бала күп вакытын өйдә – ата-әсәләре янында үткәрә, уларҙың үз - ара мөнәсәбәттәрен күреп үҫә,ғаҙәттәрен,һөйләгән һүҙҙәренә хәтле күңеленә һеңдереп бара.Улар кеүек булырға, уларҙың ғәмәлдәрен ҡабатларға ярата.Малайҙар атайҙары булып ҡыланһа, ҡыҙҙар күберәк әсә кеше булып уйнайҙар.Ғаилә тормошо, көзгөләге кеүек, уйындарында сағыла.
Хөрмәтле ата-әсәләр!
Балаларыбыҙ саф күңел, асыҡ уйҙар һәм ҡылыҡтар менән, изге һәм һәләтле булып тормошҡа аяҡ баҫһын. Беҙҙең дөйөм бурысыбыҙ – уларҙы Ватанды яратыусы, көслө, ғәҙел, уҡымышлы итеп тәрбиәләү. Илебеҙҙең киләсәге балаларға, уларҙың талантына һәм ижадына беҙҙең мөнәсәбәтебеҙҙән тора.
Һүҙемде тамамлап һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, үҙ көсөбөҙгә һәм киләсәгебеҙгә ышаныс, бала тәрбиәләүҙә ҙурҙан - ҙур уңыштар, бөтмәҫ сабырлыҡ теләйем. (Слайд 24)
Сабыйҙарға ауыр һүҙ әйтмәгеҙ
Сабыйҙарға ауыр һүҙ әйтмәгеҙ,
Изге йәндәр бит ул сабыйҙар.
Әле улар дуҫты, дошманды ла
Бер үк туған итеп таныйҙар.
Сабыйҙарға ауыр һүҙ әйтмәгеҙ,
Ситләтмәгеҙ зинһар, аранан.
Ҡайһы бала ғәмһеҙ булып ҡала
Күңеленән алған яранан.
Сабыйҙарға ауыр һүҙ әйтмәгеҙ,
Йәш тал һымаҡ бит ул сабыйҙар.
Сабыйҙарҙы кеше итә-итә
Туҙһын беҙҙең итәк-салғыйҙар…
Венер Йәнбәков (Слайд 25)
Предварительный просмотр:
Подписи к слайдам:
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Материалы к родительскому собранию "Питание и здоровье вашего ребенка"
Материалы к родительскому собранию на тему "Питание и здоровье вашего ребенка": анкета, текст доклада, презентация, буклет....
Материалы для родительских собраний
Копилка материалов для проведения родительских собраний....
материалы для родительского собрания.
некоторые высказывания великих педагогов, которые помогли мне готовиться к родительскому собранию, а также стихотворение, адресованное родителям....
Наши дети в социальных сетях. (Материалы к родительскому собранию)
От цивилизации никуда не денешься, да и нужно ли прятаться от современной жизни? Давайте просто попробуем защитить своих детей от ненужных факторов. Нельзя запрещать ребенку заводить страничку в социа...
Наши дети в социальных сетях. (Материалы к родительскому собранию)
От цивилизации никуда не денешься, да и нужно ли прятаться от современной жизни? Давайте просто попробуем защитить своих детей от ненужных факторов. Нельзя запрещать ребенку заводить страничку в социа...
Материалы для родительских собраний 1-4 классы
Здесь собраны материалы для родительских собраний в 1-4 классах....
Адаптация 5 класс. Меры родительской поддержки (материалы для родительского собрания)
Данная презентация - это, с одной стороны, информирование родителей о трудностях адаптации детей к обучению в 5 классе; а, с другой стороны, знакомство их с результатами диагн...