для родителей
методическая разработка (6 класс) на тему

·         Баланың үҙаллылығын һәм әүҙемлеген маҡтағыҙ, үҙаллы эш итергә мөмкинлек бирегеҙ. Тыйыусы түгел, кәңәшсе ролен башҡарығыҙ. Ҡатмарлы ситуацияларҙа балаға ярҙам итегеҙ. Баланы ололар проблемаларын сисеүгә лә йәлеп итегеҙ.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл balanyn_uzallylygyn_hm_uzemlegen_maktagyz.docx15.25 КБ

Предварительный просмотр:

  • Баланың үҙаллылығын һәм әүҙемлеген маҡтағыҙ, үҙаллы эш итергә мөмкинлек бирегеҙ. Тыйыусы түгел, кәңәшсе ролен башҡарығыҙ. Ҡатмарлы ситуацияларҙа балаға ярҙам итегеҙ. Баланы ололар проблемаларын сисеүгә лә йәлеп итегеҙ.
  • Тикшерелгән мәсьәлә буйынса баланың фекерен дә белешегеҙ, шунда уҡ тәнҡитләргә ашыҡмағыҙ.
  • Бәлки уның һүҙҙәрендә хаҡлыҡ барҙыр.
  • Балаға һүҙ әйтергә мөмкинлек бирегеҙ, яңылышһа ипләп кенә төҙәтегеҙ.
  • Баланың фекере менән ризалашырға әҙер булығыҙ. Был һеҙҙең авторитетты төшөрмәй, ә балала үҙ-үҙенә ихтирам уянырға мөмкин.
  • Бала менән гел яҡын булығыҙ, уны аңлауығыҙҙы һәм яратыуығыҙҙы күрһәтегеҙ, уның уңыштарына шатланыуығыҙҙы, уңышһыҙлыҡтар осрағында ярҙам итәсәгегеҙҙе белдерегеҙ.
  • Маҡсатҡа ирешеү юлын күрһәтегеҙ, уңышҡа ирешкәнендә маҡтарға онотмағыҙ. Был уның үҙ-үҙенә ышанысын нығытыр, үҙен көслө һөм үҙаллы итеп тойорға ярҙам итер.
  • Баланың һорауҙарына яуап бирегеҙ.
  • Был һорауҙарға яуап биргән булһағыҙ ҙа баш тартмағыҙ.
  • Балалар күп һорау биреүсән, уларҙың ҡыҙыҡһыныуҙарының сиге юҡ.
  • Килеп тыуған һорауҙарға яуап алыу мөмкинлеге баланың интеллектуаль һәм социаль үҫешеүенә көслө этәргес буласаҡ.
  • Талаптар ҡуйғанда эҙмә-эҙлекле булығыҙ.
  • Балаға нимәнелер тыяһығыҙ икән, аҙаҡҡа тиклем тороғоҙ. Юғиһә күҙ йәштәре һәм истерика уның өсөн маҡсатҡа ирешеүҙең еңел юлы буласаҡ.
  • Тирә-яҡтағыларҙың да балаға бер үк талаптар ҡуйыуын һорағыҙ. Юғиһә атай-әсәй бирмәгән нәмәне өләсәйҙән һорап алып буласаҡ.
  • Балаға тәү сиратта үҙегеҙ өлгө булығыҙ. Уның янында һүгенмәгеҙ, башҡа кешегә асыуығыҙҙы күрһәтмәгеҙ.
  • Диалог мәҙәниәтен боҙмағыҙ. Бала аралашҡанда һеҙҙе ҡабатлауын иҫегеҙҙә тотоғоҙ.
  • Баланы тыныс итеп уятығыҙ, күҙҙәрен асҡас та ул һеҙҙең йылмайыуығыҙҙы һәм яғымлы тауышығыҙҙы ишетергә тейеш. Иртүк битәрләмәгеҙ, ашыҡтырмағыҙ.
  • Ашыкмағыҙ – ваҡытты дөрөҫ итеп бүлеү – һеҙҙең бурыс, әгәр өлгөрмәйһегеҙ икән, бында бала ғәйкпле түгел.
  • Баланы мәктәпкә ашатмайса ебәрмәгеҙ: мәктәптә ашағансыға тиклем оҙаҡ ваҡыт үтәсәк.
  • Хушлашҡанда «ҡара уны, шаярма», «үҙеңде яҡшы тот», «бөгөн насар билдә алып ҡара ине» кеүек һүҙҙәр әйтмәгеҙ. Уңыштар теләгеҙ, дәртләндерегеҙ, йылы һүҙҙәр табығыҙ, уны алда ауыр эш көнө көтә.
  • «Бөгөн ниндәй билдә алып ҡайттың» тигән һөйләм менән ҡаршыламағыҙ. Тыныс ҡына иҫәнләшегеҙ, шунда уҡ һорауҙар яуҙырмағыҙ. Әгәр ҙә бала артыҡ ҡуҙғыған, ниндәйҙер яңылығы менән уртаҡлашҡыһы килә икән, ҡул һелтәмәгеҙ, һуңғараҡҡа ҡалдырмағыҙ, тыңлап сығығыҙ, был күп ваҡытығыҙҙы алмаҫ.
  • Бала кәйефһеҙ булһа, әммә сәбәбәен үҙе һөйләмәһә, артыҡ төпсөнмәгеҙ, тынысланғас, барыһын да үҙе һөйләп бирер.
  • Уҡытыусының шелтәләрен тыңлап сыҡҡас, балаға яза бирергә ашыҡмағыҙ, был һөйләшеүҙе бала ишетмәһә яҡшыраҡ та булыр.
  • Бала менән аралашҡанда «Шуны эшләһәң, мин...» кеүек шарттар ҡуйыуҙан тыйылығыҙ. Ҡайһы ваҡытта бала тәрлә сәбәптәр арҡаһында һеҙ ҡуйған шарттарҙы үтәй алмаҫ, һәм һеҙ уңайһыҙ хәлдә ҡалырһығыҙ.
  • Көн дауамында ярты сәғәт булһа ла тик балағыҙ менән генә уҙғарығыҙ. Ошо ваҡытта уның эштәре, һөйөнөстәре һәм көйөнөстәре һеҙҙең өсөн мөһим булһын.
  • Ғаиләлә барлыҡ ололар ҙа балаға ҡарата бер тигеҙ мөғәлләмәлә булһын. Тәрбиә буйынса уртаҡ фекергә килә алмаған мәсьәләләрҙе баланан тыш хәл итегеҙ. Нимәлер килеп сыҡмаһа, уҡытыусы, табип, психолог менән кәңәшләшегеҙ, ата-әсәләр өсөн яҙылған китаптарҙы уҡығыҙ, унда бик күп файҙалы мәғлүмәт табырға мөмкин.
  • Иғтибарлы булығыҙ, баланың башы ауыртыуы, арыуы, үҙен насар тойоуы тураһындағы һүҙҙәрен ишетмәй ҡалмағыҙ.
  •  Йоҡо алдынан күңелһеҙ ваҡиғалар тураһында иҫкә төшөрмәгеҙ, иртәгә буламаҡ контроль эш тураһында һорашмағыҙ.
  • Иртәгә яңы көн башланасаҡ һәм ул тыныс, шатлыҡлы, матур булып үтһен өсөн беҙ бар көсөбөҙҙө һалырға тейешбеҙ.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Работа с родителями. Практические советы логопеда родителям.Беседа-семинар для родителей дошкольников-подготовишек.

Данный материал перекликается с темой речевой готовности ребёнка к школе, дополняя её игровым материалом. Предназначен для консультаций и бесед с родителями....

Советы родителям начинающих пианистов (цикл лекций для родителей "Музыкальная педагогическая азбука для родителей")

Советы родителям начинающих пианистов  (цикл лекций для родителей "Музыкальная педагогическая азбука для родителей")...

Как вызвать у ребенка желание обучаться игре на фортепиано. Рекомендации родителям дошкольников (цикл лекций для родителей начинающих пианистов "Музыкальная педагогическая азбука для родителей")

Как вызвать у ребенка желание обучаться игре на фортепиано. Рекомендации родителям дошкольников (цикл лекций для родителей начинающих пианистов "Музыкальная педагогическая азбука для родителей")...

Как повысить у ребенка интерес к игре на фортепиано. Рекомендации родителям дошкольников (цикл лекций для родителей начинающих пианистов "Музыкальная педагогическая азбука для родителей")

Как повысить у  ребенка интерес к игре на фортепиано. Рекомендации родителям дошкольников (цикл лекций для родителей начинающих пианистов "Музыкальная педагогическая азбука для родителей")...

Рекомендации для родителей Как родитель может помочь своему ребёнку в изучении английского языка, даже если сам родитель языка не знает

материал содержит полезные рекомендации для родителей, дети которых изучают английский язык.В материале даются ответы на часто возникаемые вопросы. Материал взят с сайта http://englishmylife.ucoz...

Аналитическая справка по результатам опроса родителей 6Б класса. Аналитическая справка по результатам опроса родителей 11В класса по теме" Психологический климат в классе. Удовлетворенность родителей".

Аналитическая справка по результатам опроса родителей 11В класса по теме"   Психологический климат в классе. Удовлетворенность родителей". Аналитическая справка по результатам опроса ро...

Сценарий встречи с родителями на тему: «Содружество родителей и классного руководителя в вопросе мотивации обучающихся к игре на фортепиано». Внеклассное мероприятие с родителями.

             Проблемой обсуждения с родителями является вопрос: как повысить мотивацию обучающихся к занятиям на фортепиано?        ...