Һуңғы ҡыңғырау - 2018
проект на тему

Карагулов Тагир Амирович

Һуңғы ҡыңғырау - 2018

 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл stsenariy_posledniy_zvonok_2018.docx32.29 КБ
Реклама
Онлайн-тренажёры музыкального слуха
Музыкальная академия

Теория музыки и у Упражнения на развитие музыкального слуха для учащихся музыкальных школ и колледжей

Современно, удобно, эффективно

Посмотреть >


Предварительный просмотр:

Һуңғы ҡыңғырау - 2018

(Фанфары)

1.а.б.:

Ҡыҫҡамы ул, йәки оҙон микән

Ике ҡыңғырауҙың араһы,

Беренсеһе булһа тик шатлыҡлы,

Моңһоу көйлө уның һуңғыһы.

2.а.б.:

һуңғы ҡыңғырау! Ул йәшлектең

Онотолмаҫлыҡ яҡты бер мәле.

Киләсәккә тәүге бер аҙым ул,

Мәктәп йылдарының бар йәме!

1.а.б.: Хәйерле иртә, мөхтәрәм ҡунаҡтар, хөрмәтле уҡытыусылар!

2.а.б.: Хәйерле иртә, хөрмәтле атай-әсәйҙәр, тәрбиәселәр, гимназистар!

Бергә: Хәйерле иртә, сығарылыш уҡыусылары!

1.а.б.: Бөгөн беҙ оло байрамға, гимназиябыҙҙың ҡарлуғастарын, 11 класс уҡыусыларын, ҙур тормош киңлектәренә оҙатыу өсөн, ”Һуңғы ҡыңғырау” тантанаһына йыйылғанбыҙ.

2.а.б.: Һәм бөгөнгө байрамыбыҙҙың иң ҙур ҡунаҡтарын түргә

сыҡырайыҡ.

(“ Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары” музыкаһы аҫтында 11 класс уҡыусылары сыға)

1.а.б.:

11а класы

Кураторы – Әхмәрова Гөлнара Фәрит ҡыҙы

Тәрбиәсеһе – Шәрипов Винер Әнфис улы

11а класы уҡыусылары ҡумыҙсылар, “Фоксфорд”, “Урал батыр” эпосы фестиваль-конкурстарында, фәнни-ғәмәли конференцияларында, рус теле һәм әҙәбиәте, физика, экономика, экология, ОБЖ буйынса олимпиадаларында, футбол буйынса “Алға , Сибай”, баскетбол буйынса “Кес баскет”, туризм, шахмат, шашка ярыштарында ҡатнашып, призлы урындар яуланылар.

2.а.б.:

11б класы

Куратары – Иҫәнғолова Әлмира Рәфҡәт ҡыҙы

Тәрбиәсеһе – Теләүсенә Айгөл Азат ҡыҙы

11б класы уҡыусылары “Фоксворд”, “Яҙғы тамсы”, “Еҙ үксә”, “Юнеско” буйынса тыуған тел фестиваль-конкурстарында, башҡорт теле буйынса Ғайса Хөсәиновҡа арналған он-лайн конференцияһында, Башҡорт,  рус теле һәм әҙәбиәте, биология, психология буйынса олимпиадаларында, футбол буйынса “Сибай, алға”, баскетбол буйынса “Кес баскет”, саңғы буйынса “Лыжня России” ярыштарында  призлы урындар яуланылар.

1.а.б.: 2018 йылғы сығарылыш уҡыусыларының һуңғы ҡыңғырау байрамы

Бергә: асыҡ тип иғлан ителә.

(Гимн яңғырай РФ, РБ)

2.а.б.: Бөгөн беҙҙе оло тантана менән тәбрикләргә, сығарылыш класс уҡыусыларына үҙҙәренең теләктәрен әйтергә, хөрмәтле ҡунаҡтар килгән.

(Ҡунаҡтар менән таныштырыу)

1.а.б.: Сибай администрацияһының информацион-аналитик бүлеге етәксеһе Рәсүл Гильмитдин улы Байгильдин,  

 2.а.б.: Сибай ҡала  округы хакимиәте   мәғариф бүлегенең «Фәнни-мәғлүмәт методик бүлеге» методисы  Розалия Самархан ҡыҙы Байбулова,

1а.б.: - Ғүмерен балалар тәрбиәләүгә бағышлаған, хәҙерге көндә хаҡлы ялда булған Ветераныбыҙ – Минзәлә Хәмитйән ҡыҙы Науширбанова,

  • Оҙаҡ йылдар физикультура уҡытыусыһы булып эшләп, хәҙерге көндә хаҡлы ялда булған ветераныбыҙ Камил Ишбулды улы Сирғалин
  • йәш педагогктарға остаз, Өлкән тәрбиәсе булып интернатыбыҙҙа эшләп, хәҙерге көндә хаҡлы ялға сыҡҡан ветераныбыҙ Роза Рәшит ҡыҙы Хамзина
  • Ғүмерен балалар тәрбиәләүгә бағышлаған, хәҙерге көндә хаҡлы ялда булған ветераныбыҙ Мәрйәм Ибраһим ҡыҙы Рамаҙанова

       

         

2.а.б.:

 Уландарым, тыңлап тороғоҙ,

Тәүфиҡ менән донъя ҡороғоҙ,

Уландарым, иҫтә тотоғоҙ,

Иман һәм рух – донъя ҡотоғоҙ!

1.а.б.: Үҙенең уландары һәм ҡыҙҙарына аманат һүҙен еткерергә интернат-гимназиябыҙҙың директоры Бикбова Роза Хаммат ҡыҙын саҡырабыҙ.

Рәхим итегеҙ, Роза Хамматовна!

(директор һөйләй)

Әлмира Шәрифулла ҡыҙы тәжрибәле һәм иң мөләйем тәрбиәселәрҙең береһе. Гимназия-интернаты стеналарында эшләү дәүерендә, ул үҙен яуаплы эшсән, ҡул оҫтаһы, матур сәскәләр үҫтереүгә һәләте булған, балаларға үҙ йылыһын бүләк итә белгән педагог итеп күрһәтте. Ул иртә менән уянған  тәрбиәләнеүселәрҙе яҡты, позитив уйҙарға сумдырып, дәрестәргә дәртләндереп оҙата. Коллегалары араһында ла Әлмира Шарифулловна беренсе кәңәшсе булып таныла.

 8в класының кураторы Аманов Фәрит Өлфәт улы, тәрбиәселәре Туйсина Нурия Нуриман ҡыҙы. Был синыфта Республика, ҡала, мәктәп конкурстары һәм ярыштары призерҙарҙары, уҡыу алдынғылары, интернат тормошонда актив ҡатнашып тороусы уҡыусылар уҡый. Ә иң ҙур эштәре – ул "Арғымаҡ" волонтерҙар ойошмаһына тупланыуҙары. Изге эшкә йөрәк саҡырыуы буйынса ҡушылған гимназистар “Макулатура тапшыр ҙа, ағасты ҡотҡар” эко акцияһында, "Изгелек башҡар" фестивалендә, "Дуҫҡай", "Экология һәм балалар", "Ветеранға ярҙам күрһәт" һ.б. төрлө акцияларҙа әүҙем ҡатнашлылыҡ күрһәттеләр.

Әнеүәр  Мөбәрәк улы – үҙ эшенең патриоты, физика фәненең бөйөк остазы. Уның уҡыусыларының уҡыу буйынса өлгәшеү күрһәткестәре һуңғы 3 йыл эсендә уртаса 80% тәшкил итһә, берҙәм дәүләм имтихандар һөҙөмтәләре бөтә республика күрһәткестәренән юғарыраҡ баһалана. Профессиональ тулы хоҡуҡлығы, фәненә бирелгәнлеге, эрудиция һәм эшҡыуарлылығы менән Әнүәр Мөбәрәк улы уҡыусылары һәм коллегалары араһында ҙур авторитет яулай.

Әбдисова Айгизә уҡыу алдынғыһы, “Толпар” үҙидаралығының актив ағзаһы, Республика, ҡала һәм мәктәп күләмендә үткәрелгән олимпиадаҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, төбәк-ара  ижадсылар бәйгеһендә, викториналарҙа призлы урындар яулаусы тырыш, аҡыллы гимназист.

(Ҡотлау, сәскә биреү).

2.а.б.:

 Һеҙ ҙә заманында шундай кескәй,

Булғанһығыҙ шундай ҡыйыуһыҙ,

Алтынсылар һөйләй, бәләкәстәр,

Ни әйтерҙәр, әйҙә тыңлайбыҙ!

1.а.б.: Һүҙ һеҙгә, бәләкәй дуҫтар!

(6-сылар һөйләй, 11клас уҡыусыһы

алтынсыларға һүҙ әйтә, бүләктәр тапшырыла.)

  • Йәгеҙ әйтегеҙ әле, 
    Кем беҙҙә иң аҡыллы, 
    Иң сибәр һәм эшлекле, 
    Бейеүсе һәм ҡурайсы? 
    Ул, әлбитә, уҡыусы, 
    Ун беренсе бөтөүсе. 

    Һеҙ инде хәҙер өлкән – 
    Апайҙар һәм ағайҙар! 
    Һеҙҙе ҡотларға килгән 
    Етенсегә күскәндәр. 

    Хәйерле юл, һеҙгә ағайҙар! 
    Хәйерле юл, һеҙгә апайҙар! 
    Маҡсат ҡуйып алға барығыҙ, 
    Ҙур үрҙәргә барып етегеҙ!!! 

    Ағайҙар һәм апайҙар, 
    Эләкте бит һеҙгә лә! 
    Төрлө сараларҙа йөрөп, 
    Үтеп киткән ун бер йыл да!!! 

    Ун беренсе синыф уҡый 
    Башын баҫып көнө-төнө!! 
    Ә беҙгә ни, уға тиклем 
    Килеп етмәгән көнө. 

    Ғорурланабыҙ, шатланабыҙ, 
    Күреп һеҙҙең үрләүҙе! 
    Һеҙгә оҡшарға тырышып, 
    Беҙ ҙә үҫербеҙ әле! 

    Ислам, Заһир ағай кеүек, 
    Спортсмендар беҙ булырбыҙ. 
    Гимназия данын яҡлау 
    Тигән маҡсат ҡуйырбыҙ!! 

    Сөмбөл, Ынйы апайҙарҙың 
    Алтындан миҙалдары!!! 
    Уңыштарҙан ғына торһон 
    Алдан барыр юлдары!!! 

    Конкурстарга куп йөрөрбөҙ, 
    Раушания апай кеүек. 
    Гитарала өҙҙөрөрбөҙ 
    Ильнур ағайҙар кеүек!! 

    Йәнбикә, Тансулпандар, 
    Бик оҫта бейеүселәр. 
    “Салтанат”тың данын яҡлап, 
    Күп үрҙәр яуланылар!!! 


    ЕГЭһе лә үтеп китер, 
    Ҡаушап ҡалмағыҙ бер ҙә!!! 
    Интернатты иҫегеҙгә, 
    Һаҡлағыҙ һеҙ ғүмергә!!! 

    Ун берҙәргә быйыл һуңғы булһа, 
    Башҡаларға һуңғы булмаһын!!! 
    Көҙҙәр еткәс, тыуған интернатта 
    Көмөш ҡыңғырауҙар сыңлаһын!!!

2а.б.: Рәхмәт, алтынсылар! Афариндар!

1.а.б.: Һүҙҙе бөгөн беҙҙең сығарылыш уҡыусыларына үҙ теләктәрен

еткерергә килгән мәртәбәле ҡунаҡтарыбыҙға бирәйек.

2.а.б.: Ҡотлау өсөн һүҙ

-  Сибай администрацияһының информацион-аналитик бүлеге етәксеһе Байгильдин Рәсүл Гильмитдин улына бирелә.

2.а.б.: Ҡотлау өсөн һүҙ

-  Сибай ҡала  округы хакимиәте   мәғариф бүлегенең «Фәнни-мәғлғмәт методик бүлеге» методисы  Байбулова Розалия Самархан ҡыҙы бирелә.

1а.б.: Ҡотлауҙарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!

2а.б.: Һеҙҙең алдығыҙҙа “Салтанат” өлгөлө балалар халыҡ бейеүҙәре ансамбле сығыш яһай. Етәкселәре Мөхәмәтйәнова Фәнүзә Мәжет ҡыҙы һәм Ғөбәйҙуллин Файзулла Хөрмәт улы. Рәхим итегеҙ!

1.а.б.:

 Һәр баланың йөрәгенә

Урау-урау юлдар илтә.

Шул юлдарҙы таба белгән

Һинең аҡыл-ҡөҙрәтеңә

Кем һоҡланмаҫ, уҡытыусы

Кем баш эймәҫ, уҡытыусы!

2.а.б.: Һүҙ уҡытыусыларға. Әхмәрова Гөлнара Фәрит ҡыҙы, рәхим итегеҙ.

1.а.б.:

Кемдәр бирҙе тел асҡысы

Асырға донъя серен?

Ололарҙы оло итеп,

Ҡәҙерләргә үҙ ерен?

2.а.б.:

Ул – беҙҙең тәрбиәсе

Изгелектәр туҡыусы.

Киләсәккә юл күрһәтеп,

Маяҡ булып балҡыусы.

1.а.б.: Сығарылыш класс уҡыусыларын ҡотлау өсөн һүҙ Теләүсина Айгөл Азат ҡыҙына бирелә.

2.а.б.: Интернатҡа ҙур ышаныс бағалап, балаһын алып килгән, һәр ваҡыт ҡурсалап торған, шатлыҡтарын уртаҡлашҡан атай- әсәйҙәргә һүҙ бирәйек.Ғәлиәкбәрова Фәниә Шәкирйән ҡыҙы, рәхим итегеҙ!

(Атай-әсәйҙәр һөйләй)

1.а.б.:

Эй, гимназиям,

Һин бар, һин йәшәйһең,

Тормошобоҙ һинән башлана,

Ата-Бабанан килгән изге һүҙҙәр

Туған телдә һөйөп ятлана.

2.а.б.:

Күрешкәнгә тип һаубуллашай(ы)ҡ

Айырылып киткән сағында

Был изге йорт, туған нигеҙ кеүек

Осраштырыр беҙҙе тағы ла.

2.а.б.: Һүҙ сығарылыш уҡыусыларына!

(11-селәр һөйләй, рәхмәт һүҙе әйтәләр, йыр йырлайҙар, шул уҡ ваҡытта сәскәләр бүләк итәләр)

Ә Хәҙер традиция буйынса йоҙаҡ элеү мәле етте: был йоҙаҡтар беҙҙең уҡыу мәлен хәтерләтер тип ышанабыҙ.

Сығарылыш кластары сығыш яһап бөткәндән һуң:

1а.б.: Ҡәҙерле уҡытыусылар, тәрбиәселәр һеҙгә барыһы өсөн дә оло рәхмәт. Иң изге хистәр, оло рәхмәттәр менән һуғарылған бына ошо гөлләмәләрҙе бүләк итәбеҙ һеҙгә!

2.а.б.:

Мәктәбемә илтер юлдар буйлап,

Бала булып килә уҙаһым.

Йылдар үткәс килә “Иҫәнме!”- тип,

Баласаҡҡа ҡулым һуҙаһым.

1.а.б.:

Туған интернатымдың ишек алды

Төрлө ауаздарға күмелде.

Вальс яңғырай, һуңғы мәктәп вальсы

Иләҫләтеп бары күңелде.

2.а.б.: Ҡәҙерле сығарылыш уҡыусылары! Һеҙҙе хушлашыу вальсына

саҡырабыҙ. Рәхим итегеҙ!

1.а.б.:

Еҙ ҡыңғырау, серле ауаз,

Ишетелә йыраҡтан.

Уның һуңғы, хисле моңо

Мәңге ҡалыр йөрәктә!

2.а.б.: Һуңғы ҡыңғырауҙы биреү хоҡуғы уҡыу алдынғыһы, 11а класы уҡыусыһы Вәхитов Артурға һәм уҡыу алдынғыһы, 6б класы уҡыусыһы Кағарманова Заринаға бирелә!

(Һуңғы ҡыңғырау)

1.а.б.:

Тәбиғәттең бөйөк ижадсыһы-

Кеше һөйгән бөйөк матурлыҡ:

Йорттар, ГЭСтар, ғәләмдәге юлдар,

Һәйкәл булып баҫҡан батырлыҡ.

2.а.б.:

Йөрәктәрҙә ялҡын ҡабыҙа ла

Күңелдәрҙә хистәр уята,

Ымһындырып зәңгәр офоҡтарға

Һеҙҙең алда, ана, юл ята.

1.а.б.:

Хәйерле юл теләп, хушлашабыҙ.

Юлдаш булһын, изге теләктәр

Тормошоғоҙ булһын аҡ бәхетле,

Ярһып типһен һәр саҡ йөрәктәр!

1.а.б.: Ҡәҙерле гимназистар! Гимназиябыҙҙың гимны һеҙҙе ҙур тормош юлында оҙатыусы, алға әйҙәүсе, мәктәп йылдарының хәтирәһе булып оҙата барһын. Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы Кәримова һүҙҙәре, Гүзәл Шәкирйән ҡыҙы Баянова музыкаһы.

(Гимн янғырай)

Күгәрсендәр осороу.

2.а.б.:

 Һаубул, тыуған гимназиям,

Онотма улдарыңды.

Хәтерлә һин үҙеңдең

Сәскәләй ҡыҙҙарыңды

1.а.б.:

Һау бул, тыуған гимназиям,

Рәхмәт барыһы өсөн.

Оло тормошҡа беҙҙе

Аяҡ баҫтырған өсөн.

2.а.б.:

Хәйерле юл, егеттәр!

Уңған, аҡыллы ҡыҙҙар!

Юлдарығыҙ уң булһын!

Күгегеҙ яҡты булһын!

Аҡ бәхеттәр, аҡ юл һеҙгә!

1.а.б.:: Ҡәҙерле сығарылыш класс уҡыусылары! Ә хәҙер һеҙҙе гимназия-интернат менән хушлашыу һуҡмағына саҡырырға мәл етте. Һеҙҙең өсөн бөгөн һуңғы класс сәғәттәре үткәреләсәк. Рәхим итегеҙ!

Музыка аҫтында 11 класс уҡыусыларын мәктәпкә оҙатыу.

2.а.б.:: Хөрмәтле уҡытыусылар, тәрбиәселәр, мәктәп хеҙмәткәрҙәре, ата-әсәләр, саҡырылған ҡунаҡтар ошоноң менән “Һуңғы ҡыңғырау” байрамы тантанаһы тамам. Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Барығыҙға ла иҫәнлек-һаулыҡ теләп хушлашабыҙ!

(Гимн РБ и РФ)


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

«Алғашқы қоңырау»- салтанатты жиын-2013

І.  Сапқа тұру-дене шынықтыру пәні мұғалімдері, сынып жетекшілері     1.Жүргізуші: Қоңырау үні сыңғырлапЕстілді жылы жаныма.Күкідей әсем сылдырап,Бөбекті жиды маңынаБілм...

"Алғашқы қоңырау" салтанатты жиыны

"Алғашқы қоңырау" салтанатты жиыны...

отчет 2015-2016,2017-2018, 2018-2019 учебные года.

1. 11.02.2015.  Лямасова М. – участие во Всероссийском детском экологическом форуме «Зеленая планета – 2015».               ...

ПРИКАЗЫ по итогам городского конкурса исполнителей песен под аккомпанемент гитары за 2013-2014, 2015-2016, 2017-2018, 2018-2019 учебные года

Приказ Управления образования от 12.02.2014 № 119 "Моя Россия - моя страна!";Приказ Управления образования от 23.01.2016 № 23 «И славлю в песне я Отечество мое!»;Приказ Управлени...

Как проектная деятельность помогает учителям организовать учебный процесс с одаренными учениками на английском языке. http://narodjournal-preemstvennost.ru/2018/01/31/vypusk-0601-2018-chitat-2/#v0601-2018/v0601-2018

6 выпуск журнала "Народный педагогический"Тема номера: Особенности выявления и сопровождения обучающихся с признаками одаренности: детский сад-школа-ВУЗАннотация: Повышенное ...

Леонид Попов "Ыраах тыаҕа" кэпсээнэ оҕону булт абылаҥар угуйар суолтата

quot;Ыраах тыаҕа" диэн кэпсээҥҥэ Баһылай о5онньор эдэр булчуту Уйбааскыны булт абылаҥар үөрэтэр....