Хеҙмәтем, уйым, ғүмерем менән бурыслымын туған халҡыма.
статья по теме

Валеева Альфия Рафкатовна

Хеҙмәтем, уйым, ғүмерем менән бурыслымын  туған  халҡыма.

Бул һин тик халҡыңа тоғро,

Ит хеҙмәт арыу белмәй.

Маҡтау, хурлау ғүмерһеҙ ул,

Тик хеҙмәт йәшәй, үлмәй.

(З.Биишева.)

          Эйе, мин бар булмышым менән үҙемдең халҡыма, тыуған илемә бурыслымын. Йәшерәк саҡта, бындай юғары әхлаҡи фекер һалынған һүҙҙәрҙе ҙур, мәртәбәле йыйындарҙа ғына һөйләйҙәрҙер, тип уйлай инем. Йылдар үтеү менән, әлеге түләнеп бөтмәй торған бурыстың – һәр кемдең аңында алдынғы рәттәрҙән урын алып торғанына инандым!

          Атайым һәр ваҡыт: “Ниндәй генә эш башҡарһаң да,  уға кешеләр һоҡланырлыҡ булһын. Шундай уй менән эшләһәң, шөғөлөңдө лә ныҡ яратырһың. Ана шул саҡ, эшең аша халыҡ үҙеңде күрер. Минең дә, әсәйеңдең дә таныш – белешебеҙ алдында йөҙөбөҙ яҡты булыр!, - тип әйтә.

         Эйе, атайымдың һүҙҙәре менән мин дә килешәм:  эшләгән  эшебеҙҙең  һөҙөмтәһе кеше һоҡланырлыҡ булмаһа, хәҙерге заман етеш донъя кимәленә килә алыр инекме?

          Кеше маймылдан барлыҡҡа килгәнме, әллә балсыҡтан әүәләп эшләнгәнме, уны тикшереүсе ғалимдар донъя тулы, ләкин иманым камил: тәбиғәт балаһының бер төрө булараҡ, кеше үҙ юлы менән үҫеш алған. Бирелгән аң - һәләтен  үҫтерә барып, үткәнен, киләсәген күҙаллап эш башҡарған. Әле лә, эшһеҙ тора башлаһа, ғүмерем заяға үтә тип, кеше нисек кенә зарланмай! Бар булған  эштәрҙе еңеләйтеү юлын эҙләй: уҡыу, уҡытыу, уйлап табыу, сәнәғәт кеүек төшөнсәләрҙе ысынбарлыҡҡа әйләндергән…

          Мәсетле районы Дыуан – Мәсетле ауылында   ғаиләлә икенсе бала булып тыуғанмын.  9–сы синыфты  тик “бишле” билдәләренә генә тамамлағас,  ата – әсәйем теләге буйынса, Өфө ҡалаһының медецина училищеһына документтарымды тапшырҙым. Әммә уҡытыусы һөнәре күңелемә нисектер яҡын ине. Тәүҙә үҙемдең көсөмдө Мәсәғүт педучилищеһында һынап ҡарарға булдым. Имтихандарҙы яҡшы билдәләргә  тапшырып, уҡырға инеп ҡайттым. Ә Өфөгә барып та торманым. Ата әсәйем дә минең һайлаған һөнәремде , минең теләгемде кире ҡаҡманылар.

          Бәләкәй саҡтан мәктәп, уҡытыусы, уҡыусы ролендә дуҫым Әлиә менән уйнай торғайныҡ. Бер-беребеҙҙең дәфтәрен тикшереп, мейескә аҡбур менән яҙып, китаптарҙы улай былай әйләндереп уҡыу беҙҙең өсөн иң ҡыҙыҡ, иң яҡшы уйындарҙың береһе ине. Башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Факиһа апаның яғымлы тауышы, беҙҙең кеүек тиктормаҫтарға ла ҡаты бәрелмәүе, дәрестәрҙе шул тиклем ихлас аңлатыуы бала йөрәгендә уҡытыусы һөнәренә һөйөү тәрбиәләгән инде…

           90-сы йылдарҙың уртаһы. Тормоштоң ауырайған мәле. Илдә иҡтисади көрсөклөк! Баҙар иҡтисады тураһында  һөйләүҙәр күбәйгән осор. Башланғыс синыф һәм башҡорт теле уҡытыусыһы булараҡ ҡулыма диплом алдым. Юғары уҡыу йорттарына инеү ҡыйынлашһа ла, училищела алған белемемә таянып, БДУ-ға документтарымды тапшырҙым.

          1996-сы йылда Башҡорт дәүләт университетының башҡорт теле һәм журналистика факультетының студенты булдым.

Шундай ауыр осорҙа, шундай ҙур бейеклекте, нығынып та өлгөрмәгән булмышым менән үҙ аллы яулай алыуыма, ата әсәйемдең ҡыуанысы сикһеҙ ине: уларҙың ҡыҙҙары юғары уҡыу йорто студенты бит!!!

          Студент йылдары… Университеттың барлыҡ йәмәғәт эштәре һәм тормошо менән ҡайнап йәшәнем. Әфәрим Аҡсурин етәкләгән фольклор түңәрәге менән университетта ғына түгел, Өфө ҡалаһының бик күп Мәҙәниәт һарайҙарында концерттар менән сығыш яһай инек.

          Белорет егете Салауат менән ғаилә ҡороп,  4-се курсты ике айлыҡ Байрас исемле улыбыҙ менән уҡыуымды дауам иттем. Көндөҙгө бүлектә уҡыған өсөндөр инде үҙемдең маҡсатыма ирешер өсөн бар көсөмдө һалырға тырыштым. Ниһайәт, ҡулыма дипломды бар ғаилә менән алырға барҙыҡ. Бигерәк тә, ике йәшлек улым ҡыуанған төҫлө тойолдо миңә. Шулай итеп, һиҙелмәйенсә биш йыл ваҡыт үтеп тә китте. “Энә менән ҡойо ҡаҙыу” әйтеме, беҙҙең кеүек йәш студенттарға уҡыуҙың еңел бирелә торған шөғөл түгеллегенә баҫым яһау өсөн әйтелгәндер инде.

           Һөнәрем буйынса уҡ булмаһа ла, Республика лицей интернатында тәрбиәсе вазифаһында эш башланым. Эшемде яратып башҡарҙым. Йәмәғәт эштәрендә лә актив ҡатнаштым. Грамоталар, аҡсалата бүләкләүҙәр эшемде дәлилләүсе күрһәткестәрҙең береһе, тип уйлайым. Тәрбиәләнеүселәрем менән дә тиҙ уҡтаҡ тел таптыҡ, ял көндәрендә өйгә килеп, үҙҙәренең уңыштары менән уртаҡлаша торғайнылар. Әлеге ваҡытта ла күпселек тәрбиәләнеүселәрем менән аралашып, осрашып торабыҙ.

          Шулай яҡшы ғына эшләп йөрөгәндә, Мәсәғүт гимназияһына башҡорт теле уҡытыусыһы итеп барырға тәҡдим иттеләр. Үҙ һөнәрем буйынса эшемде  дауам итеүемә бер яҡтан ҡыуандым, икенсе яҡтан, лицей интернат уҡыусылары менән башлаған эшемде еренә еткермәүемә ныҡ ҡайғырҙым.

          Бала саҡтағы хыялым тормошҡа ашты. Мин уҡытыусы!!! Бар көсөмдө һалып, эшләй башланым. Уҡытыусы һөнәренең  бар нескәлектәрен, яуаплылығын аңлап, үҙ һөнәремдең дөрөҫ һайланыуына көндән-көн инана ғына барҙым. Бына  13 йыл мин Мәсәғүт гимназияһында башҡорт телен уҡытам. Уҡыусыларымдың  тормошҡа  ҡарашын, уй фекерләүҙәрен үҫтереп,    дөрөҫ йүнәлеш биреп,  үҙ  илеңде, телеңде  ҡәҙерләргә, һаҡларға кәрәклеген һеңдереп, оло  шәхес итеп үҫтереүгә бар көсөмдө һаласаҡмын.

          Йәмғиәттә халыҡтың әхлаҡи йөҙө юғала барғанда, беҙ тел уҡытыусылары һаҡта аяу торорға, һәр мөмкинселекте ҡулдан ысҡындырмаҫҡа тырышабыҙ. Шуның өсөн дә район һәм республика күләмендә ойошторолған сараларҙа, конкурстарҙа актив ҡатнышып, призлы урындар ҙы яулауым -  эшемдең һөҙөмтәһеҙ түгеллеген тағы бер иҫбатлай. Уҡытыусының үҙ һөнәре буйынса өҙлөкһөҙ эшләүе, конкурстарҙа  ҡатнашыуы  - уның заман менән бергә барыуын һөйләй. Мин дә ошонан артта ҡалмай, дәрт һәм илһам алып йәшәйем.

          Бына тағы ла ғаиләм менән йыйылып, кәңәшләшәбеҙ. Шәжәрә байрамында ҡатнашам тип,  дәртләнеп йорөгән  Гүзәл ҡыҙым да нимәлер тәҡдим итә. Ә улдарыбыҙ, Байрас һәм Булат  ҡурай тарта, тормош иптәшем Салауат баянда уйнай.  Беҙҙе алда тағы ла ҙур эштәр, ижади үҫештәр, уңыштар көтә

 

 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл hezmtem.docx20.59 КБ

Предварительный просмотр:

Хеҙмәтем, уйым, ғүмерем менән бурыслымын  туған  халҡыма.

Бул һин тик халҡыңа тоғро,

Ит хеҙмәт арыу белмәй.

Маҡтау, хурлау ғүмерһеҙ ул,

Тик хеҙмәт йәшәй, үлмәй.

(З.Биишева.)

          Эйе, мин бар булмышым менән үҙемдең халҡыма, тыуған илемә бурыслымын. Йәшерәк саҡта, бындай юғары әхлаҡи фекер һалынған һүҙҙәрҙе ҙур, мәртәбәле йыйындарҙа ғына һөйләйҙәрҙер, тип уйлай инем. Йылдар үтеү менән, әлеге – түләнеп бөтмәй торған бурыстың – һәр кемдең аңында алдынғы рәттәрҙән урын алып торғанына инандым!

          Атайым һәр ваҡыт: “Ниндәй генә эш башҡарһаң да,  уға кешеләр һоҡланырлыҡ булһын. Шундай уй менән эшләһәң, шөғөлөңдө лә ныҡ яратырһың. Ана шул саҡ, эшең аша халыҡ үҙеңде күрер. Минең дә, әсәйеңдең дә таныш – белешебеҙ алдында йөҙөбөҙ яҡты булыр!”, - тип әйтә.

          Эйе, атайымдың һүҙҙәре менән мин дә килешәм:  эшләгән  эшебеҙҙең  һөҙөмтәһе кеше һоҡланырлыҡ булмаһа, хәҙерге заман етеш донъя кимәленә килә алыр инекме?

          Кеше маймылдан барлыҡҡа килгәнме, әллә балсыҡтан әүәләп эшләнгәнме, уны тикшереүсе ғалимдар донъя тулы, ләкин иманым камил: тәбиғәт балаһының бер төрө булараҡ, кеше үҙ юлы менән үҫеш алған. Бирелгән аң - һәләтен  үҫтерә барып, үткәнен, киләсәген күҙаллап эш башҡарған. Әле лә, эшһеҙ тора башлаһа, ғүмерем заяға үтә тип, кеше нисек кенә зарланмай! Бар булған  эштәрҙе еңеләйтеү юлын эҙләй: уҡыу, уҡытыу, уйлап табыу, сәнәғәт кеүек төшөнсәләрҙе ысынбарлыҡҡа әйләндергән…

          Мәсетле районы Дыуан – Мәсетле ауылында   ғаиләлә икенсе бала булып тыуғанмын.  9–сы синыфты  тик “бишле” билдәләренә генә тамамлағас,  ата – әсәйем теләге буйынса, Өфө ҡалаһының медецина училищеһына документтарымды тапшырҙым. Әммә уҡытыусы һөнәре күңелемә нисектер яҡын ине. Тәүҙә үҙемдең көсөмдө Мәсәғүт педучилищеһында һынап ҡарарға булдым. Имтихандарҙы яҡшы билдәләргә  тапшырып, уҡырға инеп ҡайттым. Ә Өфөгә барып та торманым. Ата – әсәйем дә минең һайлаған һөнәремде , минең теләгемде кире ҡаҡманылар.

          Бәләкәй саҡтан мәктәп, уҡытыусы, уҡыусы ролендә дуҫым Әлиә менән уйнай торғайныҡ. Бер-беребеҙҙең дәфтәрен тикшереп, мейескә аҡбур менән яҙып, китаптарҙы улай – былай әйләндереп уҡыу – беҙҙең өсөн иң ҡыҙыҡ, иң яҡшы уйындарҙың береһе ине. Башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Факиһа апаның яғымлы тауышы, беҙҙең кеүек тиктормаҫтарға ла ҡаты бәрелмәүе, дәрестәрҙе шул тиклем ихлас аңлатыуы бала йөрәгендә уҡытыусы һөнәренә һөйөү тәрбиәләгән инде…

           90-сы йылдарҙың уртаһы. Тормоштоң ауырайған мәле. Илдә иҡтисади көрсөклөк! Баҙар иҡтисады тураһында  һөйләүҙәр күбәйгән осор. Башланғыс синыф һәм башҡорт теле уҡытыусыһы булараҡ ҡулыма диплом алдым. Юғары уҡыу йорттарына инеү ҡыйынлашһа ла, училищела алған белемемә таянып, БДУ-ға документтарымды тапшырҙым.

          1996-сы йылда Башҡорт дәүләт университетының башҡорт теле һәм журналистика факультетының студенты булдым.

Шундай ауыр осорҙа, шундай ҙур бейеклекте, нығынып та өлгөрмәгән булмышым менән үҙ аллы яулай алыуыма, ата – әсәйемдең ҡыуанысы сикһеҙ ине: уларҙың ҡыҙҙары юғары уҡыу йорто студенты бит!!!

          Студент йылдары… Университеттың барлыҡ йәмәғәт эштәре һәм тормошо менән ҡайнап йәшәнем. Әфәрим Аҡсурин етәкләгән фольклор түңәрәге менән университетта ғына түгел, Өфө ҡалаһының бик күп Мәҙәниәт һарайҙарында концерттар менән сығыш яһай инек.

          Белорет егете Салауат менән ғаилә ҡороп,  4-се курсты ике айлыҡ Байрас исемле улыбыҙ менән уҡыуымды дауам иттем. Көндөҙгө бүлектә уҡыған өсөндөр инде – үҙемдең маҡсатыма ирешер өсөн бар көсөмдө һалырға тырыштым. Ниһайәт, ҡулыма дипломды бар ғаилә менән алырға барҙыҡ. Бигерәк тә, ике йәшлек улым ҡыуанған төҫлө тойолдо миңә. Шулай итеп, һиҙелмәйенсә биш йыл ваҡыт үтеп тә китте. “Энә менән ҡойо ҡаҙыу” әйтеме, беҙҙең кеүек йәш студенттарға уҡыуҙың еңел бирелә торған шөғөл түгеллегенә баҫым яһау өсөн әйтелгәндер инде.

           Һөнәрем буйынса уҡ булмаһа ла, Республика лицей – интернатында тәрбиәсе вазифаһында эш башланым. Эшемде яратып башҡарҙым. Йәмәғәт эштәрендә лә актив ҡатнаштым. Грамоталар, аҡсалата бүләкләүҙәр – эшемде дәлилләүсе күрһәткестәрҙең береһе, тип уйлайым. Тәрбиәләнеүселәрем менән дә тиҙ уҡтаҡ тел таптыҡ, ял көндәрендә өйгә килеп, үҙҙәренең уңыштары менән уртаҡлаша торғайнылар. Әлеге ваҡытта ла күпселек тәрбиәләнеүселәрем менән аралашып, осрашып торабыҙ.

          Шулай яҡшы ғына эшләп йөрөгәндә, Мәсәғүт гимназияһына башҡорт теле уҡытыусыһы итеп барырға тәҡдим иттеләр. Үҙ һөнәрем буйынса эшемде  дауам итеүемә бер яҡтан ҡыуандым, икенсе яҡтан, лицей – интернат уҡыусылары менән башлаған эшемде еренә еткермәүемә ныҡ ҡайғырҙым.

          Бала саҡтағы хыялым тормошҡа ашты. Мин – уҡытыусы!!! Бар көсөмдө һалып, эшләй башланым. Уҡытыусы һөнәренең  бар нескәлектәрен, яуаплылығын аңлап, үҙ һөнәремдең дөрөҫ һайланыуына көндән-көн инана ғына барҙым. Бына  13 йыл мин Мәсәғүт гимназияһында башҡорт телен уҡытам. Уҡыусыларымдың  тормошҡа  ҡарашын, уй – фекерләүҙәрен үҫтереп,    дөрөҫ йүнәлеш биреп,  үҙ  илеңде, телеңде  ҡәҙерләргә, һаҡларға кәрәклеген һеңдереп, оло  шәхес итеп үҫтереүгә бар көсөмдө һаласаҡмын.

          Йәмғиәттә халыҡтың әхлаҡи йөҙө юғала барғанда, беҙ – тел уҡытыусылары – һаҡта аяу торорға, һәр мөмкинселекте ҡулдан ысҡындырмаҫҡа тырышабыҙ. Шуның өсөн дә район һәм республика күләмендә ойошторолған сараларҙа, конкурстарҙа актив ҡатнышып, призлы урындар ҙы яулауым -  эшемдең һөҙөмтәһеҙ түгеллеген тағы бер иҫбатлай. Уҡытыусының үҙ һөнәре буйынса өҙлөкһөҙ эшләүе, конкурстарҙа  ҡатнашыуы  - уның заман менән бергә барыуын һөйләй. Мин дә ошонан артта ҡалмай, дәрт һәм илһам алып йәшәйем.

          Бына тағы ла ғаиләм менән йыйылып, кәңәшләшәбеҙ. Шәжәрә байрамында ҡатнашам тип,  дәртләнеп йорөгән  Гүзәл ҡыҙым да нимәлер тәҡдим итә. Ә улдарыбыҙ, Байрас һәм Булат  ҡурай тарта, тормош иптәшем Салауат баянда уйнай.  Беҙҙе алда тағы ла ҙур эштәр, ижади үҫештәр, уңыштар көтә…

 


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

"Көчсез буын" уены-"Тереклекнең килеп чыгышы" темасын гомумиләштерү

1. Укучыларның “Тереклекнең килеп чыгышы”темасы буенча ...

"Урта гасырлар тарихы" курсын кабатлау буенча үткәрелгән "Бәхетле очрак" уены.

Мәктәптә  тарих атналыгында үткәрелгән кызыклы һәм мавыктыргыч чара.Ул  балаларның тарих белән кызыксынунын көчәйтү максатыннан  "Бәхетле очрак" телеуенына нигезләнеп төзелде. Өйрә...

"Бәхетле очрак" уены

Игра "Счастливый случай" для учащихся 5-ого класса....

"Зәлидә" уены

Урок - игра Зәлидә" в русскоязычной группе. Может проводится в начальном и среденем звене. Формы проведения разнообразны. Здесь учащимся прививается интерес  к татарским народным играм, повторени...

Күңелле стартлар уены.

Укучылар мәктәпнең спорт залына җыела. Мәктәп директоры, әлеге чараны уздыруда җаваплы физкультура укытучысы котлау сүзе белән чыгыш ясый. Спорт киемнәре кигән 2 егет 2  ...

ЭТНОГРАФИЗМ БУЛАРАК ХАЛЫК УЕНЫ АТРИБУТИКАСЫ (“12 таяк” уены мисалында).

Кеше  бәләкәй чактан ук  төрле хәрәкәтле, сүзле, җырлы, биюле уеннар белән тыгыз бәйләнештә яши. Алар күңел ачу, ял итү, танышу-кавышу кебек функцияләрне үтәү максатыннан уйналырга мөмкин. У...