Беҙҙең балалар баҡсаһында әсә телен өйрәтеү төп бурыстарҙың береһе.
статья
Беҙҙең балалар баҡсаһы 1999 йылдан алып эшләп килә. Төп йүнәлешебеҙ мәктәпкәсә балаларҙы башҡорт теленә өйрәтеү. Әлеге көндә 400 -ҙән ашыу 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге отҡор, шаян, аҡыллы һәм талантлы кекәйҙәр тәрбиәләнә. Шау – гөр килеп торған балалар баҡсаһын Гөлнара Фәниз ҡыҙы Теләүбаева етәкләй.
Бөгөнгө көндә балалар баҡсаһы тәрбиәселәре алдында торған бурыстарҙың иң мөһиме – кескәйҙәргә маҡсатлы рәүештә – үҙ тыуған телен өйрәтеү, шулай уҡ уларҙы халҡыбыҙҙың сәнғәте, ғөрөф – ғәҙәттәре, байрамдары, йолалары, милли әҙәбиәте менән таныштырыу. Ошонан сығып, балалар баҡсаһына яраҡлаштырып төҙөлгән “Башҡорт балалар баҡсалары өсөн уҡытыу – тәрбиәләү” программаһына таянып ойошторолорға тейеш. Программа буйынса башҡорт телен өйрәнеү һөҙөмтәһендә кескәйҙәр башҡорт теленең барлыҡ өндәрен дә дөрөҫ әйтергә, көндәлек йәшәйештә тиҫтәрҙәре һәм ололар менән ябай ғына кимәлдә аралаша алалар.
Беҙҙең балалар баҡсаһында әсә телен өйрәтеү төп бурыстарҙың береһе – халҡыбыҙҙың әҙәби байлығына, фольклор мираҫына, уның ғөрөф – ғәҙәттәренә таяныу. Үҙ телен яратыусы, милләтен хөрмәтләүсе кешене тәрбиәләүҙе халыҡ педагогикаһына таянып эш итеү зарур. Йор телле халҡыбыҙ ижад иткән табышмаҡтар, һынамыштар, таҡмаҡтар, әкиәттәр, бәйеттәр, моңлы бишек йырҙары – тел өйрәнеүҙә иң бай сығанаҡ.
Башҡорт халҡының мең йылдарға һуғылған тормош тәжрибәһе, уйҙары, ғәҙәттәре, кешене шәхси итеүсе сифаттары, уның телендә образлы һөйләмдәре, мәҫәл – әйтемдәре, йыр һәм әкиәттәрендә сағылыш тапҡан.
Шуның өсөн, һәр бер ата-әсә башҡорт телен үҫтереүгә, өйрәнеүгә ҙур өлөш индерергә бурыслы. Ә башҡорт телен бөтөнләй белмәгән башҡорт йәки икенсе милләт балаларының ата – әсәһе үҙҙәре балаға башҡорт телен өйрәтеүҙе маҡсат итеп ҡуя һәм эште атҡарып сығыуға ҙур көс һала. Тимәк, бындай ата-әсәләр балаға телде өйрәтеү маҡсат менән янып йәшәйҙәр.
Борон – борондан уҡ билгеле: тәрбиә, бала тыуғаста башлана һәм баланың киләсәктә үҙ – үҙен тотошондағы, йәшәйешендәге ҡыйынлыҡтар, көйһөҙлөктәр, тиҫкәрелек, һүҙендә тормау – насар тәрбиә һөҙөмтәһе.
Балаға тыуған телде камиллаштырыуҙың беренсе сараһы булып уйындар тора. Уйын – бәләкәй шәхестең әҙәплелектең төп ҡәғиҙәләрен өйрәнеүҙә беҙҙең иң тоғро, ышаныслы ярҙамсыбыҙ. Сөнки улар – бала тормошоноң айырылғыһыҙ өлөшө. Уйындар тәрбиә сығанағы булараҡ, баланың төрлө яҡтан үҫеүенә йоғонто яһай. Уларға ҡатнашыу сабыйҙың аңын, физик көсөн, йыр – бейеүгә оҫталығын, һүҙ байлығын арттырырға ярҙам итә. Күмәк эшләү, ярҙамлашыу, шәфҡәтлелек, ҡушҡанды үтәү кеүек уңай сифаттарҙы үҫтерә.
Башҡорт халҡының тарихы, ғөрөф – ғәҙәттәре, традициялары, көнкүреш һәм тел үҙенсәлектәре халыҡ уйындарында киң сағылыш таба. Башҡорт халыҡ уйындарын уйнағанда, балаларҙың тел байлығы, хәрәкәтсәнлеге һәм отҡорлоҡтары үҫә. Беҙҙең балалар башҡорт халыҡ уйындарын бик тиҙ өйрәнәләр һәм бик теләп уйнайҙар. Балалар менән йырлы түңәрәк, хәрәкәтле уйындар, әкиәттәрҙе театрлаштырып уйнау һәм шуның һымаҡ яңы алымдарҙы ҡулланып эшләргә тырышабыҙ. Уйын тәҡдим иткәндә, уларҙың иң яҡшы үҙләштерә торғандарын һайларға кәрәк.
Беҙҙең яратып уйнаған уйындарыбыҙ: “Тирмә”, “ Күрһәт әле үҫкәнем”, “Осто, осто...”, “ Бесәй менән сысҡан”. Уйындарҙан балалар ыңғай тәҫир алалар. Шулай итеп баланың холоҡ үҙенсәлектәре, әүҙемлеге, отҡорлоғо асыҡ күренә һәм артабан уларҙы камиллаштырыу өҫтөндә эшләргә мөмкинселек бирә.
Сюжетлы – ролле уйындарға ла бик ҙур урын бирелә. Шулай уҡ дидактик уйындар ҙа уйнайбыҙ. Был уйындар “Нимә артыҡ?”, “Парын тап”, “ Кем балаһы?”, “Камзул биҙәү” һ.б. баланың дөрөҫ фекерләү, уйлап табыу һәләтен үҫтерә. Уйынды башлар алдынан, ҡыҙыҡлы физминуткалар һәм хәрәкәтле күнекмәләр үткәрәбеҙ. Балалар бик теләп ҡатнашалар, һанашмаҡтарҙы бик тиҙ отоп алалар.
Балаларға әҙәплелек, әхләки яҡтан камил булып үҫһендәр өсөн бик йыш ата – әсәләр менән төрлө әңгәмәләр үткәрәбеҙ, мәҫәлән, “Беҙ ҡунаҡта”, “Беҙҙең ғаилә”, “Матур һүҙ әйт” һ.б.
Шулай уҡ, балалар менән республика, ҡала, район кимәлендә үткән сараларҙа, конкурстарҙа бик әүҙем ҡатнашабыҙ.
Баҡсабыҙҙа (ФДББС – тың) Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына таянып ун төрлө түләүле түңәрәктәр эшләй. Унда 100 –ҙән ашыу бала ҙур ҡыҙыҡһыныу менән төрлө йүнәлештә шөғөлләнә.
Шулай уҡ, беҙҙә этнографик мини музей эшләй. Ул башҡорт орнаметлы балаҫтар, сигелгән таҫтамалдар, ағас һауыттар менән биҙәлгән. Унда халҡыбыҙҙың милли кейемдәре, биҙәнеү әйберҙәре, һөлгөләр, ашъяулыҡтар һаҡлана. Бында тәрбиәселәр балалар менән төрлө әңгәмәләр, экскурсиялар, дәрестәр үткәрәләр.
Йылда балалар менән милли байрамдар үткәрәбеҙ: “Һабантуй”, “Ҡарға бутҡаһы”, “Кәкүк сәйе”, “Ҡаҙ өмәһе”, “Шәжәрә байрамы” – был байрамдар балалар өсөн күңелле ваҡиға һәм ул ғүмерлеккә хәтер һандығында һаҡлана.
Уйындар аша балаларға милли йолаларыбыҙҙы, байрамдарыбыҙҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, башҡорт халҡының, үткәненә, бөгөнгөһенә, киләсәгенә ҡыҙыҡһыныу уятып, халыҡтың һәм тыуған илдең яҙмышы өсөн хәстәрлекле булған, үҙе йәшәгән төйәккә, тәбиғәткә, халыҡтың рухи байлығына битараф булмаған, аралашып йәшәгән башҡа милләт халҡына оло ихтирамлы булған ысын шәхес тәрбиәләүебеҙгә бик шатбыҙ.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
Беҙҙең балалар баҡсаһында әсә телен өйрәтеү төп бурыстарҙың береһе. | 18.13 КБ |
Предварительный просмотр:

По теме: методические разработки, презентации и конспекты
рус классындагы рус балалары өчен татар теленнән календаь-тематик план 3 класс
Автор Р.Хайдарова "рус классында укучы рус балаларына татар теленнән календарь-тематик план 3 класс...
Рус телле балалар арасында татар телен өйрәнүгә позитив караш формалаштыру ысуллары
Бу язмам белән мин мәктәбебезнең татар теле һәм әдәбияты укытучыларының методик берләшмәсе утырышында чыгыш ясадым....
Рус төркемнәрендә укучы балалар өчен татар теленнән контроль эшләр. (5-8нче сыйныфлар өчен)
ус төркемнәрендә укучы балалар өчен татар теленнән контроль эшләр. (5-8нче ...
2 нче сыйныфта укучы татар балалары өчен укудан һәм татар теленнән тематик план (дәреслек авторы Ягъфәрова Р.Х.)
2 нче сыйныфта укучы татар балалары өчен укудан һәм татар теленнән тематик план (дәреслек авторы Ягъфәрова Р.Х.)...
3нче сыйныфларның рус төркемендә укучы балалар өчен татар теленнән календарь-тематик план Дәреслек авторлары: Р.З.Хәйдәрова, Г.М.Әхмәтҗанов, Л.Ә.Гыйниятуллина
3нче сыйныфларның рус төркемендә укучы балалар өчен татар теленнән календарь-тематик планДәреслек авторлары: Р.З.Хәйдәрова, Г.М.Әхмәтҗанов, Л.Ә.Гыйниятуллина...
Рус мәктәбенең 4 нче сыйныфында укучы татар балалары өчен татар теленнән йомгаклау контроль эше
Грамматик биремле контроль диктант....
Рус телендә белем бирү мәктәбенең 5,6 сыйныфлар өчен татар теленнән сәләтле балалар белән эш программасы
Рус телендә белем бирү мәктәбенең 5,6 сыйныфлар өчен татар теленнән сәләтле балалар белән эш программасы...