Ата-әсәләр өсөн
занимательные факты (5 класс)

Хузина Фәйрузә Рәфит ҡыҙы

Материалы для родителей

Өй эштәрен әҙерләүҙе нисек ойошторорға?

Өй эштәрен намыҫ менән, тырышып, еренә еткереп эшләү уҡыусыларҙың мәктәптә дәрес ваҡытында алған белемдәрен нығытырға һәм тәрәнәйтергә ярҙам итә, эшләй белеү күнекмәләрен үҫтерә һәм камиллаштыра.Өй эштәрен әҙерләүҙе дөрөҫ ойоштороу уҡыусыларҙа үҙ аллы эшләү күнекмәләрен барлыҡҡа килтерә һәм нығыта, үҙ һүҙендә ныҡ тороу ғәҙәтен һәм хеҙмәт һөйөү күнекмәләрен тәрбиәләй.Сисемалы эшләү ғәҙәтен тәрбиәләү өй эштәрен хеҙмәтләндереүҙең билдәләнгән бер ваҡытын булдырыуҙан башлана. Бынан башҡа бер нисек тә уҡыуҙа ҙур уңыштарға ирешеп булмай.Билдәле булыуынса, өй эштәрен бер үк сәғәттә әҙерләргә ғәҙәтләнгән уҡыусыларҙың организмдары ошо ваҡытҡа кире аҡыл хеҙмәте менән шөғөлләнергә әҙер булып тора. Күп кенә ваҡыт шуны күҙәтергә була, уҡыусы дәрес әҙерләргә ултырғас та, иғтибарын ситкә йүнәлтергә мәжбүр була:йә уның ҡәләме булмай,йә линейкаһы янында булмай, йә юйғыс кәрәк.Быға ваҡыт китә, ә иң мөһиме- был уҡыусының иғтибарын сит эштәргә йүнәлтә.Ваҡытты файҙалы ҡулланыҙың бер юлы-эш урынында тәртип булдыррыға кәрәк. Унда иғтибарҙы ситкә йүнәлтә торған бер генә артыҡ әйбер ҙә булырға тейеш түгел. Баланың өй эшен эшләү урыны уңайлы булырға тейеш.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл ata-slr_oson.docx18.31 КБ

Предварительный просмотр: