Ш.Бабич “Тупраҡ” и А.Игебаев “Донъябыҙҙан ни ҡала”
методическая разработка по литературе (7 класс) на тему

Урок по башкирской литературе

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon tuprak.doc35.5 КБ

Предварительный просмотр:

Тема: Ш.Бабич “Тупраҡ”

            А.Игебаев “Донъябыҙҙан ни ҡала”

Маҡсат:Күренекле шәхес Ш.Бабич тураһында һәм Бөрйән ерлегендә тыуған

               шәхестәр тураһында мәғлүмәт биреү, уҡыусыларҙа улар тураһында

               ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: Китаптар күргәҙмәһе, стенд, альбом, матбуғат биттәренән          мәғлүмәттәр.

Дәрес барышы:

        Илдең, милләттең рухи көсөн, кешелек донъяһында тотҡан бөйөк шәхестәр, илем, халҡым тип йәшәгән ҡаһарман заттар билдәләй, ә халыҡ уларҙы – үҙенең ҡаһарман ул һәм ҡыҙҙарын белергә тейеш.

                                       Ғүмер бит ул ҡабат килмәй,

                                       Һанаулы шул йөрәк тибеше...

                                       Иллә-мәгәр фани донъяларҙа

                                       Һәр кемдең дә була торғандыр ул

                                       Өлөшөнә төшкән көмөшө.

                                       Бәғзеләргә ғүмер мул бирелә,

                                       Татып йәшәй улар барын да,

                                       Кемдеңдер ғүмер елкәндәре,

                                       Көтмәгәндә селпәмәрә килеп,

                                       Туҡтап ҡала йәшлек ярында.

                                       Их, был ғүмер...

                                       Серле йондоҙ төҫлө,

                                       Бер балҡый ҙа ҡапыл юғала,

                                       Ләкин әжәлгә буйһонмайса,

                                       Килер быуаттарға күкрәп барған

                                       Ҡаһармандар була донъяла.

                                                                                     / А.Игебаев./

        - Уҡыусылар, нисә быуат беҙҙең милләт кәмһетелеп йәшәне. Әхмәтзәки Вәлидиҙәр, Шәйехзада Бабичтар, Рәми Ғариповтар милләтем,телем, илем тип янып-көйөп йәшәгәндәре өсөн, халыҡ дошмандарына, милләтселәргә әйләнделәр. Ләкин, башҡорт халҡында милләттең рухын күтәреүсе ул һәм ҡыҙҙар тыуып торҙо. Бөгөн төп иғтибар Башҡортостандың яңы граждандарын тәрбиәләүгә йүнәлтелә. Әлеге быуынға алмашҡа юғары рухлы, белемле, үҙ иленең ысын патриоты булырҙай кешеләрҙе тәрбиәләү бурысы тора. Ошондай шәхестәр тәрбиәләү иһә ғаиләнән башлана һәм мәктәптә формалаша. Ә мәктәп – белем, тәрбиә биреү урыны ғына түгел, баланы оло тормош юлына,хеҙмәткә әҙерләүсе урында.

        - Ә кем һуң ул Башҡортостандың яңы гражданы?

/Үҙ ауылының, районының ысын хужаһы булырға тейешле тәрбиәле кеше. Тәрбиәле кеше фәҡәт рухи байлыҡҡа эйә булғанда һәм әхлаки сафлыҡҡа ынтылғанда ғына үҙен тәрбиәле, әҙәпле тип иҫәпләй ала./

  1. Ул ниндәй булырға тейеш?

/Эйе, фәҡәт сәләмәт рухлы кеше генә йәмғиәтебеҙ, халҡыбыҙ өсөн ниҙер эшләй,уның алға китешенә өлөш индерә. Шуға ла һау-сәләмәт балалар – милләтебеҙ киләсәге.

  1. Улар ниндәй хәүефтәрҙән-ауырыуҙарҙан-боҙоҡлоҡтарҙан һаҡ булырға тейеш тип уйлайһығыҙ?

/ Тәмәке, спиртлы эсемлектәр,наркотик, ялҡаулыҡ, битарафлыҡ, ихтиярһыҙлыҡ./

  1. Ә кем һуң ул һеҙҙеңсә Шәхес?

/ Шәхес /ғәрәп һүҙе/ - йәмғиәттә айырым эше менән билдәле кеше, үҙ артынан халыҡты эйәртеүсе./

  1. Һеҙ ниндәй шәхестәрҙе беләһегеҙ?

/ Тарихи шәхестәр: Алдар, Ҡараһаҡал, Батырша, Кинйә,С.Юлаев, З.Вәлиди, М.Мортазин, Т.Кусимов, М.Шайморатов, Б.Нуриманов./

  1. Тыуған ауылыбыҙҙан ниндәй шәхестәрҙе беләһегеҙ?

/ Ҡыҫҡаса Бәрйән районының Яңы Монасип ауылында тыуған Мөхтәр Сәғитов тураһында мәғлүмәт биреп кителә.

Бөрйән районының Нәби ауылында тыуып үҫкән Сөләймәнов Әхмәт Мөхәмәтвәли, Һатыбалов Әйүп Хәким улдары тураһында мәғлүмәт бирелә./

  1. Тимәк, кем шәхес була ала?

/Үҙ халҡы, милләте, тарихы өсөн ғорурлана алған тыуған ерен ғәзиз әсәһе кеүек һөйгән, йөрәге халҡы менән бергә типкән, бөтә булмышын халҡына бағышлаған кеше генә шәхес була ала?/

  1. Уҡытыусы кеше шәхес була аламы?

Әлбиттә, үҙ бурысымды шулай аңлайым:

Ҙур бәхет – бөтә ғүмереңде

Йәш быуынға биреү – бағышлау.

Илең-халҡың менән бергә атлау,

Тормош ағышынан ҡалышмау.

Илгә лайыҡ улдар, ҡыҙҙар

Тәрбиәләү ниндәй ҡыуаныс?

Уҡытыусы өсөн бынанда

Бармы икән оло йыуаныс?

        -Кеше булыу – илеңә кәрәк булыу, үҙеңде бөгөндән оло тормошҡа әҙерләү. Тормошта кем булыуығыҙ мөһим түгел, ә ниндәй булыуығыҙ мөһим.

Ял минуты.

Ш.Бабичтың “Тупраҡ” исемле шиғыры тасуири уҡыла.

Һүҙлек эше:      сәна – маҡтау, маҡтаулы һүҙ

                            истиҡбал – алдағы көн, киләсәк  

                            раушан – яҡтыртыусы, нурлы, асыҡ.

/Ике уҡыусы тасуири уҡый/

  1. Әҫәрҙең идея – тематик йөкмәткеһен асыҡлап китәйек.
  2. Нимә тураһында һүҙ бара?  (тема)
  3. Автор нимә әйтергә теләй? ( идея )

  1. Ни өсөн шағир тупраҡты “инәбеҙ”, “атабыҙ”, “балабыҙ” тип атай?

          -  Әҫәрҙә тупраҡ тураһында ғына һүҙ барамы?

  1. Автор тағы нимәләрҙе күҙ уңында тота?
  2. А.Игебаевтың “Донъябыҙҙан ни ҡала?” шиғыры тасуири уҡыла

/Сылбыр буйлап ике тапҡыр уҡытыла/

  1. Ике шиғыр араһында ниндәй бәйләнеш бар?
  2. Ерҙе эсер һыуһыҙ, һулар һауаһыҙ, сая урманһыҙ күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ. Ул саҡта донъя ниндәй булыр ине?
  3. Ни өсөн тәбиғәттең ғәзиз матурлығы шиғырҙа еребеҙ /атайсал/, моңобоҙ, телебеҙ менән бергә иҫкә алына.

Өйгә эш: Шиғырҙы ятларға

       


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Выступление на педагогическом совете классного руководителя 6Г.9В классов Бабич С.П. 11.04.2014 Успешный ученик. Кто он? Какой?

Сам ребенок успешным не может стать.Учитель и ученик должны действовать вместе, быть сотоварищами, партнерами, составлять союз более старшего и опытного с менее опытным.  Это более высокая ...

Презентация по башкирскому языку " Шайхзада Бабич"

Презентация для русскоязычных учащихся, изучающих башкирский язык....

Конспект урока по башкирскому (государственному) языку в 9 классе по теме: Шәйехзада Бабич тормошо һәм ижады.. Йәнләндереү.

Конспект урока в 9-ом классе по башкирскому языку и литературе по теме: Жизнь и творчество Ш. Бабича...

Посвященный башкирскому писателю Ш.Бабичу "Балҡыны, әммә һүнмәне"

Открытый урок по башкирской литературы. тема урока "Балҡыны, әммә һүнмәне" посвещен творчеству башкирского писателя Ш.Бабичу....

Шайхзада Бабич

Презентация посвященная творчеству Ш.Бабича...

Шәйехзада Бабич тормошона арналған сара ( Башкортостан ынйылыры)

Уҡыусыларҙы Шәйехзада Бабичтың уҡыу йылдары,уның ҙур шәхес булыуын  балаларға еткереү һәм уға ҡарата яҡшы ҡараш тәрбиәләү....