Уҡытыусылар көнөнә сценарий.
материал

Хәйерле кис, хөрмәтле уҡытыусылар һәм уҡыусылар! Бөгөн ошо залда ултырыусыларға сикһеҙ шатбыҙ һәм барығыҙҙы ла байрам менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon ukytyusylar_kono.doc58.5 КБ

Предварительный просмотр:

Уҡытыусылар көнөнә сценарий

(Бейеү “Уҡытыусы һәм уҡыусылар”)

1 уҡыусы.   Хәйерле кис, хөрмәтле уҡытыусылар һәм уҡыусылар! Бөгөн ошо залда ултырыусыларға сикһеҙ шатбыҙ һәм барығыҙҙы ла байрам менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

2 уҡыусы.   Добрый день, уважаемые учителя,  учащиеся! Сегодня у нас праздник, профессиональный праздник – День учителя!

3 уҡыусы.   Ҡәҙерле уҡытыусыларыбыҙ! Һеҙҙең еңел булмаған эшегеҙҙә тик уңыштар, шатлыҡ – ҡыуаныстар, ғаилә бәхете һәм һәр ваҡыт шулай шат, бөгөнғөләй йәш, дәртле һәм һөйкөмлө булып ҡалыуығыҙҙы теләйбеҙ

4 уҡыусы. Сегодня мы дарим вам не только цветы и улыбки. Мы говорим  «Спасибо» за ваш труд, за терпение и умение, которые вы проявляете к каждому из учеников.

5 уҡыусы.  Йыл һайын 5 октябрҙә 100-ҙән ашыу илдә бөтә халыҡ мәғарифы өлкәһендә эшләгән барлыҡ эшселәрҙең, уҡытыусыларҙың һөнәри байрамы билдәләнә. 1966 йылдың 5 октябрендә Парижда конференцияла уҡытыусыларҙың статусы тураһындағы документҡа ҡул ҡуйыла. Совет осоронан башлап, 44 йыл инде, был байрам октябрҙың башында билдәләнеп кителә ине һәм, ниһәйәт,1994 йылда уҡытыусылар көнө итеп 5 октябрь иғлан ителде.

6 уҡыусы. Укытыусым! Алтын хәрефтәрҙе

                  һин бит башлап миңә өйрәттең.

                Алтындан да ҡиммәт аҡылың белән

                Зиһенемде минең киңәйттең.

7 уҡыусы.  От А до Я, к любым открытиям

                  Путь начинается с тебя.

                  Да будет славен труд учителя.

                  Да будет славен День учителя!

(Йыр “С днем учителя, милые дамы”)

(Видеопоздравление)

9 уҡыусы.            Укытыусы – ғилем шишмәһе тип

                        Маҡтау һүҙе килгән борондан.

                        Бәлки шуға ихтирамын алған

                        Ул халыктың быуын-быуындан.

10 уҡыусы.            Укытыусы! Йәшлек иртәһенең

                        Ҡабындыра тормош усағын.

                        Меңдәр өсөн ата-әсә булып

                        Ул киң аса күңел ҡосағын.

1.Йыр (на мотив песни "Улыбка "

 из кинофильма "Карнавальная ночь")

2.Инсценировка

1 а.б.   Хөрмәтле уҡытыусылар! Мәктәптә бөгөн «дублер көнө» уҙҙы. Беҙ шунан файҙаланып, һеҙҙе уҡыусылар тип хис  итеп, имтихан тапшыртырға уйлайбыҙ. Дөрөҫ һәм тулы итеп яуап бирһәгеҙ, бирелгән эште теүәл үтәһәгеҙ «5» билдәһе ҡуясаҡбыҙ, яуап булмаһа, әлбиттә, «2». Имтихан биреүселәрҙе сәхнә түренә саҡырабыҙ!

1.Үҙегеҙҙең коллегаларығыҙға ниндәй теләктәрегеҙ һәм кәңәштәрегеҙ  бар?

2.Мәктәпте 10 йылдан нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ?

3. Уҡытыусының иң ҙур бәхете нимәлә?

4. Рәсәйҙең Мәғәриф министры кем? (Ольга Васильева)

5. «Антошка» йырын сәхнәләштерегеҙ.

- Афариндар! Бөтәгеҙ ҙә имтиханды уңышлы тапшырҙығыҙ, тип һанайбыҙ һәм “5” билдәһе ҡуябыҙ. (5 ҡуйыу,

2 а.б. Хөрмәтле  _____________________________________________________! Һеҙҙе профессиональ байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ, ауыр эшегеҙҙә ҙур уңыштар теләйбеҙ! Сәскәләребеҙҙе һәм уҡыусыларығыҙ сығышын бүләк итеп алығыҙ! (сәхнәгә сыҡҡан уҡытыусыларға сәскә биреү)

(Сығыш ____________)

1 а.б.  Имтиханды дауам итәбеҙ. Сәхнә түренә имтихан биреү өсөн киләһе уҡытыусыларҙы саҡырабыҙ!

6.  Һеҙ бөгөн үҙегеҙҙе нисек тояһығыҙ? Иҫбат итегеҙ.

7. Нисек дәрескә әҙерләнмәйенсә килеп тә «2» алмаҫҡа?

8. Иртәнге гимнастика ойоштороғоҙ.

- Афариндар! Һеҙҙе лә имтиханды уңышлы тапшырҙығыҙ, тип һанайбыҙ һәм “5” билдәһе ҡуябыҙ.(5 ҡуйыу)

2 а.б. Хөрмәтле _____________________________________________________! Һеҙҙе профессиональ байрамығыҙ менән ҡотлап, сәскәләр һәм 5 класс уҡыусыларының сығышын  бүләк итәбеҙ! Рәхим итеп ҡабул итегеҙ!

(Сығыш ___________________)

1 а.б.  Имтиханды дауам итәбеҙ. Сәхнә түренә имтихан биреү өсөн киләһе уҡытыусыларҙы саҡырабыҙ!

9. Һеҙ балаларҙы яратаһығыҙмы? Иҫбат итегеҙ.

10.Мәктәп директорына ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?

11. Уҡытыусы йырсы ла, бейеүсе лә, актер ҙа булырға тейеш тигәнде иҫбатлағыҙ.

- Афариндар! Һеҙҙе лә имтиханды уңышлы тапшырҙығыҙ, тип һанайбыҙ һәм “5” билдәһе ҡуябыҙ.(5 ҡуйыу)

2 а.б. Хөрмәтле _____________________________________________________! Һеҙҙе Уҡытыусылар көнө менән ҡотлап иң яҡшы теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.(сәскә биреү) Һеҙҙе ҡотлайҙар 7-8 класс уҡыусылары. Рәхим итегеҙ!

(Сығыш __________________)

1 а.б.  Имтиханды дауам итәбеҙ. Сәхнә түренә имтихан биреү өсөн һуңғы төркөмдө  саҡырабыҙ!

12.5 октябрь тағы кемдәрҙең байрамы? (врачтар, архитекторҙар, енәйәт тикшереүселәр)

13. Ошо һүҙҙе уҡымайынса, балаларға аңлат. (пантомимо –дискотека)

15. Бөтәһен дә байрам менән ҡотлағыҙ!

-Афарин! Бөтәгеҙгә лә «5». (5 ҡуйыу) 

2 а.б. Хөрмәтле ______________________________________________________! Профессиональ байрамығыҙ уңайынан сәскәләребеҙҙе ҡабул итегеҙ! Һеҙгә 6 класс уҡыусыларының сығышын   бүләк итәбеҙ!

(Сығыш _______________)

1 а.б.  Ә хәҙер сәхнә түренә имтихан биреү өсөн нисек уйлайһығыҙ, кемде саҡырабыҙ? Әлбиттә, беҙҙе йылдар буйы имтихандар, РПРҙар, ВПРҙар, һанап бөткөһөҙ диагностикалар менән йонсотҡан директорыбыҙ _______________________! Бына хәҙер үҙе имтихан биреп ҡараһын, шулаймы? Беҙ һеҙгә бер генә түгел, күп һорауҙар әҙерләнек. Имтиханды башлайбыҙ!

1.Һәр кешенең дә үҙ маҡсатына ынтылғанда ниндәйҙер девизы була. Һеҙҙең девиз ниндәй?

2.  Һеҙ үҙегеҙҙе, еңел булмаған директор вазифаһын үтәүҙе үҙ өҫтөгөҙгә алғас, ҡыйыу кеше тип һанайһығыҙмы?

3. Һеҙ мәктәпкә эшкә ихлас йөрөйһөгөҙмө, бынан ҡәнәғәтлек кисерәһегеҙме?

4.  Һеҙ тырыш уҡытыусыларҙы нисек дәртләндерәһегеҙ?

5. Ә ниндәйҙер ғәйебе булған уҡыусылар менән нисекһегеҙ?

6. Әгәр ҙә хәҙер тылсым эйәһе килеп керһә, мәктәпкә ҡағылышлы ниндәй теләгегеҙҙе үтәүҙе һорар инегеҙ?

7. Коллегаларығыҙҙы байрам менән ҡотлап нимәләр әйтер инегеҙ?

(директор сығышы)

А.б. Рәхмәт, һынауҙарҙы яҡшы үтеп сыҡтығыҙ, тип уйлайбыҙ. Һеҙгә лә 5 ҡуябыҙ. (5 ҡуйыу) 

А.б. Һеҙҙе Уҡытыусылар көнө менән ҡотлап иң яҡшы теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.(сәскә биреү) Һеҙҙе ҡотлайҙар 10 класс уҡыусылары. Рәхим итегеҙ!

(Сығыш _______________)

А.б. Ә хәҙер барлыҡ уҡытыусыларҙы сәхнә түренә саҡырабыҙ. Рәхим итегеҙ!          

(уҡытыусылар сәхнәгә сығалар)

А.б. Хөрмәтле уҡытыусылар! Имтиханды барығыҙ ҙа бик яҡшы бирҙегеҙ. Афариндар! Ошо шатлыҡтан һеҙҙе тағы һынап ҡарарға булдыҡ һәм һеҙҙе флешмобҡа саҡырабыҙ! Барыбыҙ ҙа бейеп күңел асайыҡ! Һеҙгә ярҙам итә 11 класс уҡыусылары.

(флешмоб)

(Инсценировка)

Джентльмен 1. Как быстро летит время, джентльмены!

Джентльмен 2. Да-а, не успел проснуться, а уже опоздал на уроки!

Джентльмен 3. А я заметил, сэр, что лучше переесть, чем недоспать!

Джентльмен 1. И лучше переспать, чем недогулять!

Джентльмен2. Но, сэр, лишь вдоволь нагулявшись, ВРЕМЕННО понимаешь, что гуляние – не главное!

Джентльмен3. А главное, джентльмены: никогда не откладывать на завтра то, что можно сделать сегодня!

Джентльмен 1. И, главное, не стойте где попало – попадет еще раз!

Джентльмен 3. Потому что у всех учителей ужасная память – они никогда ничего не забывают!

Джентльмен 2. А вообще, джентльмены, не надо и нам забывать, что всех много, а всего мало!

Джентльмен 1. А значит, знаний все равно на всех не хватит!

Джентльмен 3. Но зато все настоящие джентльмены знают, что в школе есть только два праздника:

Все. День учителя и каждый день!

(Танец “Учат в школе”)

1. Милые, хорошие и добрые,

2. Наши дорогие педагоги!

3. Спасибо вам за труд ваш,

4. Спасибо за уроки!

5. За вашу справедливость,

6. За строгость и заботу

Все. За вашу благородную, нелегкую работу!

1.    Һеҙгә булған сикһеҙ рәхмәтебеҙ

2.    Урын алһын йөрәк түрендә.

3.    Шатлыҡ, ҡыуаныстар, сәләмәтлек

4.    Юлдаш булһын һеҙгә ғүмергә!

5.Беҙ барыбыҙ ҙа һеҙҙең алда баш эйәбеҙ, һеҙгә ҘУР РӘХМӘТ!( бергә)

6.Байрамығыҙ менән, ғаиләгеҙҙә һәр саҡ именлек, татыулыҡ, һаулыҡ булһын.

Һәм ҡулдарыбыҙҙағы ошо шарҙар кеүек ғүмерегеҙ еңел, сағыу, тулы булһын! Һау булығыҙ!

(Йыр «От улыбок светло вокруг»)


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

" Уҡытыусылар көнө" байрамы

Тантаналы линейка...

"Йыл уҡытыусыһы 2018" конкурсы этабында үткәрелгән уҡытыусылар кәңәшмәһенең сценарийы.

quot;Йыл уҡытыусыһы 2018" конкурсы этабында үткәрелгән уҡытыусылар кәңәшмәһенең сценарийы....

Уҡытыусылар көнөнә сценарий

Уҡытыусыларға бағышланған шиғырҙар, шулай уҡ төрлө фән уҡытыусыларына арнап айырым шиғырҙар, сценкалар инде....

Уҡытыусылар өсөн файҙалы сайттар.

Уҡытыусылар өсөн файҙалы сайттарhttp://www.bashklip.ru/index/bashkirskiy_yazik/0-17 - электронные учебникиhttp://in-yaz-book.ru/bashkir.shtml - электронные учебникиhttp://bash-perevod.ru/...

Уҡытыусылар көнөнә сценарий

Уҡытыусылар көнөнә сценарий...