Әҙәбиәт дәресе
план-конспект урока

Рамазанова Райфа Рамазановна

Зәйнәб Биишева тураһында белгәндәрҙе нығытыу. Һөнәрсе менән Өйрәнсек хикәйәтен өйрәнеү.Хикәйәттә ике бер- береһенә ҡаршы образ ҡуйыла.Был хикәйәт аша балаларҙа хеҙмәткә,сәнғәткә,эш һөйөргә,тырыш булырға, шул саҡта ғына кеше араһында абруйлы булыу тураһында аңлатыу.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл honrse_menn_oyrnsek.docx20.99 КБ

Предварительный просмотр:

Благовещенка урта  белем биреү мәктәбе

Тема:   Зәйнәб Биишеваның

« Һөнәрсе менән Өйрәнсек»

әҫәре буйынса асыҡ дәрес.

                                     

Етәксе: Рамазанова Р.Р

З.Биишеваның  Һөнәрсе менән Өйрәнсек әҫәрен өйрәнеү.

Маҡсат: З.Биишева тураһында белгән белемдәрҙе тәрәнәйтеү. Әҫәрҙең идея- тематик йөкмәткеһе менән танышыу. Телмәр үҫтереү.Уҡыусыларҙа рухи-әхлаҡи сифаттар, хеҙмәткә,  сәнғәткә  һөйөү  тәрбиәләү.

Йыһазлау: портрет, әҙиптең әҫәрҙәре, уға арналған әҫәрҙәр,интерактив таҡта, көршәк һүрәттәре.

І. 1. З. Биишеваның тормошо,ижады тураһында әңғәмә.

- Һеҙ З.Биишева тураһында  нимәләр беләһегеҙ?

-Бәләкәй кластарҙа ниндәй әҫәрҙәрен уҡынығыҙ?

2. Уҡытыусы һүҙе.

З.Биишева үҙ иленең тоғро ҡыҙы ла,патриоты ла. Ул- хаҡлыҡ, ғәҙеллек, киләсәк йырсыһы. Ватан алдында яуаплылыҡ тойғоһо, хеҙмәт һөйөргә, булғанды һаҡларға, яҡларға өйрәтә беҙҙе - З. Биишева.

Дәресебеҙҙең девизы итеп ;

Рамаҙан Шәғәливтың шиғырын эпиграф итеп алайыҡ.

Үҙең китһәң, был донъяла эҙең ҡалһын,

Эҙең ҡалмаһа,бер йылы һүҙең ҡалһын.

Аҙашҡандар-эҙҙәреңде һуҡмаҡ итер.

Өшөгәндәр-һүҙҙәреңде усаҡ итер.

ІІ. Яңы тема өҫтөндә эш.

  1. Датаны, дәрестең темаһаняҙып ҡуйыу.
  2. Һүҙлек эше.
  3. Хикәйәнең йөкмәткеһе буйынса эш.

-Уҡыусылар, яҙыусының  хикәйәте буйынса фекер алышайыҡ. Бының өсөн хикәйәттең йөкмәткеһе буйынса һорауҙарға  яуап бирергә кәрәк.

Хикәйтте тулыһынса уҡып килергә ине,уҡығанһығыҙҙыр тип уйлайым.

-Һеҙгә оҡшанымы?

Ни өсөн?

           Ә хәҙер, балалар Һөнәрсе менән Өйрәнсеккә хас булған сифаттарҙы дәфтәргә яҙып барабыҙ.

  1. се төркөм. Өйрәнсектең сифаттарын яҙабыҙ.
  • Хикәйәттә ниндәй ике образ ҡаршы ҡуйыла?
  • Ни өсөн уларға шундай исем биргәндәр?
  • Өйрәнсек ниндәй көршәктәр яһаған?
  • Ни өсөн Өйрәнсек көршәктәрҙең тиҙ ватылыуына шатлана. Был уның ниндәй сифаттары тураһында һөйләй?
  • Ни өсөн Өйрәнсек көршәктәрҙе һата.

2-се төркөм. Һөнәрсенең сифаттарын яҙабыҙ.

         -Һөнәрсе нимә менән шөғөлләнә?

        -Ни өсөн Һөнәрсе көршәктәр яһарға була.(китаптан өҙөктө табып    

         уҡырға)

        -Был эшкә ул нисек әҙерләнә һәм нисек башҡара был эште?

Ял минуты.

-Өйрәнсек Һөнәрсегә ниндәй тәҡдим  менән килә?

-Һөнәрсе уның тәҡдимен  ни өсөн ҡабул итә?

-Һөнәрсенең үлемен нимә яҡыныйта?

 Балалар  әйтегеҙ әле, ни өсөн халыҡ үҙенең оҫтаһын тиҙ онота?

-Өйрәнсек нисек данлыҡлы булып китә,ни өсөн аҙаҡтан уны ҡарғайҙар?

-Нисек уйлайһығыҙ, ни өсөн Һөнәрсенең буяуҙары уңмай,йәғни төҫө бөтмәй?

       Балалар, таҡтала көршәк һүрәттәре ҡуйылған ҡайһы көршәктәр Һөнәрсенеке, ҡайһыһы Өйрәнсекте. Һеҙгә алдан көршәк һүрәте төшөрөргә ҡушылған ине, ә хәҙер  һүрәттәрҙе  ҡарайыҡ,кемдәрҙер күңелен биреп эшләгән,ҡайһылар  күҙ буяу өсөн генә эшләгән.

Йомғаҡлау.

  • Балалар был хикәйәт һеҙҙә ниндәй тойғолар уятты?
  • Был хикәйәт беҙҙе нимәгә өйрәтә?
  • Хикәйәттән үҙебеҙгә нимәләр ала алабыҙ?
  • Ысынлап та, балалар, кеше был донъяла үҙенең хеҙмәте, эш һөйөүсәнлеге, яҡшы ғәҙәттәре,намыҫлы хеҙмәте, тырышлығы менән генә матур донъя  көтә, кеше араһында абруйлы була ала. Һеҙгә лә уҡыусылар изге күңелле, яманды яҡшынан айыра белергә, тырыш,гел яҡшы кешеләр менән дуҫлашырға,эш һөйөүсән булып үҫеүегеҙҙе теләйем

Өй эше.

  • Хикәйәттән мәҡәл-әйтемдәр яҙырға.
  • “Ауылым оҫталары” тигән темаға инша яҙырға.

По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Хәзерге әдәбият дәресе технологиясе.

Әдәбият дәресен үткәргәндә кулланылган технологияләр....

"Казан- Татарстанның башкаласы" 6нчы сыйныфта татар теле дәресе

6нчы сыйныфта Р.З.Хәйдәрова дәреслегенә нигезләнеп төзелгән рус балаларына татар теле дәресе...

"Гасырлар кайтавазы". Урта гасыр әдәбиятын өйрәнүне йомгаклау уңаеннан, ачык фикерләр дәресе.

Урта гасыр әдәбиятын өйрәнүне йомгаклау уңаеннан,  ачык фикерләр дәресе....

"Яхшылык эшләргә ашык! " V сыйныфта шәхес үсешенә юнәлдерелгән татар әдәбияты дәресе

Укучыларга  әхлакый тәрбия бирү.Хәзинәләрен сеңдерү өчен уңай җирлек тудыру.Укучыларда кешелеклелек, мәрхәмәтлелек, шәфкатьлелек хисләре тәрбияләү....

татар теле дәресе "Күчтәнәч"

Сыйныф сәгатьләрендә кулланып була. Әдәплелек дәресе санала."Күчтәнәч" тапшыруы нигезендә төзелгән.Презентациясе бар.Ахырдан бүләккә мультфильм да күрсәтелә....

Р.Миңнуллин-күпкырлы талант иясе.Татар әдәбияты дәресе.Презентация.

Дәрестә язучының биографиясе һәм тормышы  турында укучыларга җиткерү , яңа мәгълүматлар бирү.Презентация карау  http://edu.tatar.ru/community/index/5554      ....

Татар теле дәресе: Кошлар - безнең дусларыбыз. (Кабатлау дәресе)

4 нче сыйныф өчен татар теле дәресе (рус подгр.)...