Шәжәрә
статья

Альфия Тимерьяновна Гайфуллина Әлфиә Тимерйән ҡыҙы Ғәйфуллина

Шәжәрә

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл Шәжәрә12.85 КБ

Предварительный просмотр:

Шәжәрә – ул сал тарихҡа бағыр тәҙрә,

Күҙ яҙҙырһаң, шул тәҙрәнән атыр йәҙрә.

Ал бер үрнәк- бал ҡорттары төҙөй кәрәҙ,

һин дә ятма: ҡор ояңды, үр шәжәрә!...

        

Шәжәрәмдә- сал тарихы бабаларҙың.

 Бөгөнөм дә, киләсәгем, балаларым.

Уралымдың яҙыласаҡ, яңырысаҡ

 Шәжәрәһе- башҡортомдоң ал ҡанында!...

Ҡәҙим Аралбай.

Башҡорттарҙың бик күп ҡомартҡыларында халыҡтың бай рухи донъяһы, изге ниәттәре, уй- фекерҙәре ярылып ята. Улар халҡыбыҙҙың быуаттар төпкөлөндә һаҡланып ҡалған хазинаһы. Был хазина быуындан- быуынға күсә килә.

         Беҙҙең тамырҙарыбыҙ иҫ киткес затлы, мираҫыбыҙ бай, зауыҡлы һәм бик боронғо. Шуның өсөн дә халҡыбыҙҙың иң боронғо ҡомартҡыларының береһе булған шәжәрәне өйрәнеүҙе, уҡыусыларҙа уны өйрәнеүгә теләк тәрбиәләүҙе үҙемдең изге бурысым тип исәпләйем. 2002- се йылдан алып уҡыусылар менән ошо эш алып барыла. Уҡыусылар бик теләп ата- әсәләренең, үҙҙәренең тыуған яҡтарының тарихын өйрәнәләр. Тыуған яҡ тарихына бәйләп туғандарының, ата- бабаларының тарихын тикшерәләр, өйрәнәләр.  Был эштә уҡыусыларымдың иң ҙур ярҙамсылары- ата- әсәләр, олатай- өләсәйҙәре һәм туғандары.

         Уҡыусылар тыуған яҡ тарихын өйрәнеп ғилми конференцияларҙа актив ҡатнашалар. Әхмәтйәнов Фидандың эше республика буйынса 3- сө урынды яуланы, Хәмиҙуллина Алина ҡала буйынса 2-се урынды, Вәлиева Эльвина 3-сө урынды, Маннанова Индираның эше лә бик уңышлы тип билдәләнде һәм мәктәп буйынса 1-се урынды яуланы.2011-2012 уҡыу йылында Мөфтиев Илнур үҙенең шәжәрәһен, район, ауыл тарихын өйрәнеп ҡала буйынса ғилми конференцияла беренсе урынды яуланы. Шәжәрә ағасы ла бик бай, тармаҡлы ине. Был эштәр барыһы ла республика буйынса ярышта ҡатнаштылар.

         Шәжәрәне өйрәнеү һәр кешенең, нәҫелдең үткәне Башҡортостандың үткәне, тарихы менән тығыҙ  бәйле булыуын күрһәтеү, тарихи тамырҙарыбыҙға ихтирам уятыу, данлы шәхестәребеҙҙең яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереү сараһы ла булып тора.