Мастер класс, 2020 г.
план-конспект занятия (5 класс)

Хузина Фәйрузә Рәфит ҡыҙы

для учителей

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл master_klass_2020_g.docx35.19 КБ

Предварительный просмотр:

Һаумыһығыҙ, хөрмәтле коллегалар! Дәресебеҙҙе сәләмләү һүҙҙәренән башлайыҡ. Кем күпме әйтер? Афарин! Төрлө сәләмләү һүҙҙәрен беләһегеҙ икән. Ә хәҙер минең ҡулымда нимә?(Шәм)

-Утҡа ҡулдарығыҙҙы яҡыныраҡ килтерегеҙ. Һеҙ нимә һиҙәһегеҙ?

-( Йылы)

-Шәмдәге ут һеҙҙең ҡулығыҙҙы йылыта, ә күңелде нимә йылыта?

-Яҡшы! Бөтәгеҙ ҙә дөрөҫ яуап бирҙегеҙ, рәхмәт!

Күңел ҡайза ул? Күңелде күрһәтегеҙ әле миңа.

Хөрмәтле коллегалар,һеҙ ҡасан күңел тыныслығы тояһығыҙ?

Бөтә нимәлә яҡшы булғанда. Бәхетле.

Ә бәхет һеҙҙең өсөн нимә?

 Һеҙ үҙегеҙ ҙә һиҙмәҫтән оҫталыҡ дәресемдең башында уҡ минең бөгөнгө темамды әйтегеҙ, әүҙемлек күрһәттегеҙ. Тимәк, бөгөнгө дәрестең темаһы нимә тип уйлайһығыҙ?

Һаулыҡ,сәләмәтлек...

Һәр беребеҙ сәләмәт булырға теләй.  Ә сәләмәт булыу – ул үҙебеҙҙән тора.

Сәләмәт булыу өсөн нимәләр эшләргә кәрәк?

Дөрөҫ  туҡланыу;

Сәләмәтлек бик ябай ғына төшөнсә. Ә тормош өсөн иң ҡиммәттәрҙең береһе.

Интернет мәғлүмәттәренән ҡараһаҡ 10-20 %  уҡыусылар ғына тулыһынса һау-сәләмәт,30 % ты хроник ауырыулы. Иң таралған сир күҙҙәрҙең насар күреүе.

Балаларҙың һаулығын һаҡлау өҫтөндә бик күп тәрбиәселәр, уҡытыусылар,ғалимдар эшләй. Хатта айырым сәләмәтлек һаҡлау технологияһы тигән йүнәлештә барлыҡҡа килде. Был технология өҫтөндә эшләүселәр Эрнст Мулдашев, В.А Занков.

Бөгөнгө дәрескә маҡсаттарҙы ҡуяйым.

Һеҙ ризаһығыҙмы?

Сәләмәтлектең төп факторҙары ул - хәрәкәт, дөрөҫ туҡланыу, көндәлек режим һәм сынығыу.

Был факторҙарҙы үтеү өсөн дәресте сәйәхәт формаһында алып барырбыҙ

Ә хәзер әйдәгеҙ, сәфәргә ҡуҙгалыйыҡ.

Ейәү йөрөү сәләмәтлек өсөн файҙалы бит, ейәү генә барыйҡ.

Һеҙгә ейәүләп атларға күңелһеҙ булмаһын өсөн бер уйын уйнап алыйҡ.

Тыңлағыҙ һәм әйтегеҙ:һәр һөйләмдә нисә һүҙ бар?

1)Һәр кемдең сәләмәт булаһы килә. 5

2)Мин көндәлек режимды төғәл үтәйем.5

3)Әминә  Галләмова спорт менән кескенәҙән шөгөлләнә.6

4)Тәмәке тартыу- зарарлы ғәҙәт.4

Килеп еттек, беҙҙең беренсе туҡталышыбыҙ “ Гигиена” тукталышы. 

 Беҙ бында нимә эшләрбеҙ тип уйлайһығыҙ? Беҙгә таҙалыҡты һаҡлау өсөн нимәләр йәрҙәм итә? Был һорауға яуапты йомаҡтарҙан табырбыҙ. Слайдка ҡарайбыҙ.

Сәламәтлек – кешенең иң ҙур байлығы. Уны берниндәй аҡсаға ла һатып алып булмай. Юғалған сәләмәтлекте ҡайтарыу бик авыр.

Таҙалыҡ – сәләмәтлектең нигеҙе.

Беҙҙең киләһе туҡталышыбыҙ

Физик яҡтан һау-сәләмәт, сыныҡҡан кеше генә авыруҙарға ҡаршы тора ала. Сынығыу өсөн кайбер ҡәңәштәрҙе белеү кәрәк.

Физминутка

Бала был донъяға килгәс тә хәрәкәт итә башлай.Тик хәрәкәт арҡаһында ғына кеше йәшәй,үҫә,эшләй. Баланың сәләмәтлеген һаҡлау һәм нығытыу уҡытыусының төп бурыстарының береһе булып тора.
Уҡыусылар хәрәкәтһеҙ килеш бер урында оҙаҡ ултыра алмай. Улар тиҙ арыйҙар.Шуға күрә лә балалар дәрес барышында һәр ваҡыт физкультминуткалар үткәреү мөһим.

Физкультминутка һынамышар,төрлө көлкө шиғырҙар менән үткәрелһә,баланың талыҡҡан тәне яҙыла,физик яҡтан активлаштыра һәм шул уҡ ваҡытта шиғырҙар,һынамыштар  уларҙың телмәрен үҫтерә

Физминутка яһайбыҙ

Киләһе туҡталыш Хәрәҡәттә-бәрәкәт

Әҙ хәрәкәтләнеү сәләмәтлек өсөн зарарлы. Хәзерге осор балалар әҙ хәрәкәтләнә, физик эште әҙ эшләй. Балалар күбрәк телевизор, компьютер ҡаршынһында ултыра. Күп хәрәкәтләнһәгез, спортты яратһағыҙ ауырымаҫһығыҙ, сәләмәт булырһығыҙ.

Тағын бер туҡталыш Көн режимы.

Көн режимы

Һеҙҙең ҡаршығыҙҙа ватмандар хәҙер фокусгруппала көндәрегеҙҙе бүлегеҙ, Сәғәт эшләгеҙ, көн тәртибен дөрөҫ бүлегеҙ, аҙаҡ ошонда сығып күрһәтеп аңлатырһығыҙ

Коллегалар, әгәр һеҙ көнөгөҙҙө бына ошолай дөрөҫ планлаштырып ваҡытында йоҡонан тороп,дәрескә барып, саф һауала йөрөп, буш вакытығыҙҙы файҙалы итеп үткәреп уҙҙыраһығыҙ, һеҙҙең һәр көнөнөҙ матур, файҙалы үтер, һау- сәламәтбулырһығыҙ.

Туҡталыш “Дөрөҫ  туҡланыу”

 Беҙ был туҡталышта тукланыу кағиҙәләрен иҫкә төшөрөрбеҙ.

Һеҙҙең парталарыгыҙҙа карточкалар. Уларҙа туҡланыу ҡағиҙәләре яҙылған, тик унда бөтәһелә дөрөҫ микән? Уҡып сығығыҙ әле. Дөрөҫ булмағандарын һыҙып ташлағыҙ.

* Татлы ризыҡтарҙы күп ҡуллан

* артығын ашама

* тоҙло, майлы, баллы әйберҙәрҙе самалап ҡуллан

* азыҡты яҡшылап сәйнә

* ҡабаланып аша

* баллы газлы эсемлектәрҙе күп итеп эс

* ризыкты төрләндер

Ошо эште ҡылымдың юҡлыҡ формаһын ма/мә үткәндә ҡулланабыҙ.

Дөрөҫ туҡланыу бик күп кенә ауырыуҙарҙы булдырмаҫҡа йәрҙәм итә.

Йомгаклау.

Уҡытыусылар беҙ бөгөн күп нимәләр менән таныштыҡ.Ысынлап та, дөньяла иң кәрәк нимә- һаулыҡ, сәләмәтлек. Әйҙәгеҙ, төп ҡәңәштәрҙе тағын бер ҡабат иҫкә төшөрөп алыйык. 

Сәламәтлек- кешенең иң ҙур байлығы..

Слайдка ҡарағыҙ әле, был кем?

Билдәле яҡташыбыҙ Эрнс Мулдашев уҡыусыларға яҙған хатында болай ти! «Каҙерле дуҫтарым! Үҙ – үҙең ҡулға тота белеүсе һәм кескенәнән үк үзенең етешһеҙлектәрен бетереүсе кеше генә ҙур еңеүҙәргә ирешә ала. Футбол уйнағыҙ, туңәрәктәргә йөрөгөҙ. Бер һүҙ менән әйткәндә, үҙегеҙҙең көндәлек эштәрегеҙҙе эшләй белегеҙ. Һәрвакыт һәм һәр эшегеҙҙә ҙур маҡсатка омтолошло булығыҙ, ихтыярыгыҙҙы күнектерегеҙ, ауыр булып күренгән эштән ҡурыҡмагыҙ…»)

Дәрестәрҙә һаулыҡ һаҡлау технологияларын ҡулланыу предметҡа ҡарата ыңғай ҡараш тыуҙырып ҡына ҡалмай,уҡыусының үҙ-үҙенә ышанысын нығыта, үҙенең генә түгел, башҡаларҙың да һаулығын һаҡларҡа, сәләмәт тормош алып барырға өйрәтә.

Минең оҫталыҡ дәресемдән һуң һеҙҙең һаулығығыҙ ниндәй икән?

Һеҙҙең һәрберегеҙҙең алдығыҙҙа ҡағыҙ ҡулъяулыҡтар

Уртаға бөкләң, мөйөшөн ҡырҡың, тағын шул уҡ эште ҡабатлаң, эштәрҙе сағыштырың?Беҙҙең эштәребеҙ төрлөбеҙҙең төрлөсә сөнки беҙ бер кеше түгел, бер беребеҙгә оҡшамағанбыҙ, һәр кем үҙенсә талантлы, һәр кем үҙенсә белемле, әммә  беҙ бөтәбеҙҙә башҡорт теле уҡытыусылары, беҙҙең бер маҡсат: уҡыусыларға дәрестә ҡыҙыҡһыныу уятыу, уларҙың сәләмәтлеген һаҡлау. Яҡынлашып килгән яңы йыл менән һеҙҙе. Сәләмәт булайыҡ бергә һәм берҙәм булайыҡ


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Мастер-класс по теме " Итоговое сочинение", 2019-2020

Мастер-класс по теме " Итоговое сочинение", 2019. Направления, список художественной литературы, примеры сочинений...

Мастер-класс для родителей по нравственно-патриотическому воспитанию "Моя семья" 2020 г.

Цель:Обозначить роль и поднять ценность семьи и семейных традиций.Совершенствовать способы взаимоотношения с членами семьи.Стимулировать активное участие родителей в жизни детского...

МАСТЕР КЛАСС "ТУГАН ТЕЛ" -2020

МАСТЕР КЛАСС "ТУГАН ТЕЛ" -2020ГРИПОВА НАИЛӘ ГАБДРӘШИТ КЫЗЫНЫҢ ПОРТФОЛИОСЫ...

МАСТЕР КЛАСС "ТУГАН ТЕЛ" -2020

МАСТЕР КЛАСС "ТУГАН ТЕЛ" -2020ДӘРЕСКӘ ПРЕЗЕНТАЦИЯ...

Мастер - класс "Рисуем мамин портрет." 2020 год.

4 марта 2020 года,  в преддверии Международного женского дня 8 Марта, в помещении художественного отделенияв ТДШИ им. М.И. Глинки прошёл мастер - класс по изготовлению подарка для мам.Данный маст...