Эссе "Мои педагогические находки"
материал
Предварительный просмотр:
Я, Мансурова Гульфия Рафиковна , работаю учителем башкирского языка и литературы в ООШ д.Кужанак Зианчуринского района Республики Башкортостан с 1992 года.
Педагогик эссе “ Уҡытыусы һөнәренең ҡөҙрәтле көсөнә инанам”
Мин – уҡытыусы.Уҡытыусы – белем нурҙарын балаларға таратыусы изге кеше.Ғилем – күңел күҙен асыр , донъя көтөү юлдарын өйрәтер оло көс , аҡыл ул. Ошо илаһи көскә әйҙәүсе беҙ – уҡытыусылар.
Йылдар үтеп күберәк тәжрибә туплаған һайын , уҡытыусы һөнәренең ҡөҙрәтле көсөнә инанам.
Уҡытыусылыҡ һөнәренә ҡарата ыңғай ҡараш миндә кескәй саҡтан тәрбиәләнде.Әсә телемә һөйөү уятҡан , күңелемә иман нуры һалған кешеләрем – изге күңелле әсәйем , хеҙмәт һөйгән атайым , оло йөрәкле уҡытыусыларым , туғандарым.Бер яҡтан улар миңә өлгө булһа ,ә икенсе яҡтан тормошто яратырға , ҡәҙерләргә , матурлыҡты һөйөргә һәм уға ынтылырға , донъя серҙәрен асырға ярҙам итте.
Ғаиләбеҙҙә дүрт апайымдың уҡытыусы эшен үҙ итеүе лә миңә ошо яуаплы һөнәрҙе һайлауға булышлыҡ итте.Башҡорт теленең тәрәнлеген , бөйөклөгөн аңларға өйрәтеүсе Башҡортостандың атҡаҙанған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы , атайымдың бер туған һеңлеһе Ҡәҙербәҡова Рәшиҙә Ниғәмәт ҡыҙына мәңге рәхмәтлемен. Оло йөрәкле апайым миңә һәр ваҡыт : “Туғаным , уңыш сере – балаларҙың ышанысын , ихтирамын яулауҙа. Был бөйөк исемгә тап төшөрмә! ” – тигән һүҙҙәре күңелем түрендә һәр саҡ һаҡлана.
Бала мәктәпкә атлап ингәндән алып оло тормош юлына сыҡҡансы – уҡытыусы ҡарамағында , ә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы алдында икеләтә,өсәтә бурыстар тора. Сөнки үҫеп килгән йәш быуынды туған телгә , Тыуған илгә мөхәббәт , халҡыбыҙ тарихына , күренекле шәхестәренә , яҙыусыларға , сәнғәт эшмәкәрҙәренә ихтирам тәрбиәләү башҡорт теле уҡытыусыһының мөһим бурысы.
Бына 27 йыл инде Башҡортостандың иң йәмле төбәге Ейәнсура районы Ҡужанаҡ төп дөйөм белем биреү мәктәбендә күңелемде һалып яратҡан һөнәрем буйынса эшләйем.Рус милләтенән булған балаларға ла башҡорт теле серҙәрен өйрәтәм , уның матурлығын бөтә нескәлеге менән төшөндөрәм.
Башҡорт халҡында тәрән мәғәнәле шундай мәҡәл йәшәй : “Ни сәсһәң , шуны урырһың”.Әлбиттә , эшеңдең һөҙөмтәһе булырға тейеш.Йылдан-йыл эшемдең сифаты күтәрелеүен күреп шатланам.Уҡыусыларым район , республика , Рәсәй кимәлендәге конкурс , олимпиадаларҙа , фәнни – ғәмәли конференцияларҙа призлы урындар яулай.Республика буйынса үткәрелгән фәндәрҙең кесе академияһы ултырыштарында үҙ проекттарын , ғилми – тикшереү эштәрен лайыҡлы яҡлай. Уҡыусыларым күңелендә халҡыбыҙ тарихына , күренекле шәхестәребеҙгә һөйөү уята алыуым менән мин бәхетле. Уҡыусыларым менән бергә теге йәки был урындың топонимикаһын ныҡлы өйрәнәбеҙ.Халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәренә , йолаларына , боронғо кәсептәренә , эпос – риүәйәттәренә битараф булмаған рухлы балалар алмашҡа килә икән , тимәк , йоҡоһоҙ төндәр , эҙләнеүгә ҡоролҡан төндәр бушҡа үтмәгән.
Дөйөм белем биреү буйынса федераль дәүләт стандарттар индереү шарттарында башҡорт телендә уҡытыуҙы ойоштороу һәм башҡорт телен өйрәнеү буйынса үткәрелгән төбәк – ара фәнни – ғәмәли конференцияларҙа үҙемдең методик алымдарым менән уртаҡлашам.
Минеңсә , эшләгәндәр менән ҡәнәғәтләнергә ярамай.Уҡытыусы һәр ваҡыт эҙләнергә , уҡырға , ижади бейеклектәргә ынтылырға тейеш.
Ни тиклем етди һәм яуаплы һөнәр һайлағанымды йылдар үткән һайын нығыраҡ тоям. Киләсәктә мәғариф өлкәһендә тик ыңғай үҙгәрештәргә өмөтләнәм. Уҡытыусының бәҫе төшөүгә , баһаһы юғалыуға юл ҡуйылмаҫ , тигән ышаныста ҡалам.
Алтынға бәрәбәр халҡыбыҙҙың рухи ҡомартҡыларын бала зиһененә еткерергә мин мәктәбемә ашығам.Халҡы мираҫын белгән бала ғына киләсәгенә битараф булмай.
Салауаттар,Батыршалар,Аҡмуллалар,Рәмиҙәр,Мостайҙар быуындан – быуынға етәкләшеп барһын! Мин ошоларҙы уйлап ,ашҡынып мәктәпкә барам. Парта артында мине һынап та , яратып та , ҡыҙыҡһынып та төбәлгән балалар.Һәр күҙҙә – үҙенсәлекле донъя сағылышы. Мин ошо донъяларҙы саҡ ҡына асырға ,уларға үҫергә , яҡшы яҡҡа үҙгәрергә ярҙам итергә тейеш. Нисек итеп ? Мин тағы уйланам , эҙләнәм...
Мин башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булыуым менән сикһеҙ ғорурланам! Әҙәп –әхлаҡҡа , белемгә , яҡтыға ,яңы үрҙәргә әйҙәүсе , заман менән бергә атлаусы , уны һәм йәмғиәтте төҙөүсе , ысын кешене , шәхесте тыуҙырыусы уҡытыусы мин !
Минең киләсәктә – үтелмәгән юлдар ,таныш булмаған офоҡтар , ә ҡулымда – аҡбур менән китап , йөрәгемдә – уҡыусыларым. Башҡортостанымдың һәм халҡымдың киләсәге өсөн хеҙмәт итеү минең изге бурыс.
Эссе на тему “ Мои педагогические находки”
Проработав в школе долгие годы ни разу не испытала сомнений в выборе профессии. Школа, ученики - это моя жизнь!
Я преподаю в сельской школе башкирский язык и литературу, учу детей понимать и любить культуру своего народа.
Знание родного языка — это проявление подлинного чувства национального достоинства и высокого этнического сознания, а родной язык —великая ценность. Он является главным инструментом сохранения и развития духовной культуры народа.
Родной язык – это язык отца и матери, предков. На нем мои родители мне пели колыбельные песни, рассказывали сказки.
Перед нами, учителями, стоит серьезнейшая проблема: научить учащихся говорить и правильно выразить свою мысль на родном языке.
Моя педагогическая деятельность как учителя родного языка и литературы направлена на формирование личности, любящей свой народ, язык, культуру, традиции и обычаи своего народа и уважающей язык и культуру других народов.
Я нахожусь в поиске новых идей и знаний. Занимаюсь самообразованием, постигаю азы информационно-коммуникационных технологий. В своей работе активно использую исследовательскую деятельность.
Я рада, что мои ученики, участвуя в муниципальных, районных, республиканских ,Всероссийских творческих конкурсах и олимпиадах не только добиваются хороших результатов, но и получают какой-то жизненный опыт и обогащают свой внутренний мир.Учащиеся нашей школы изучают башкирский язык как государственный и родной язык. К языку и культуре башкирского народа приобщаются дети разных национальностей.
Как учитель башкирского языка и литературы, считаю, что главная задача моей педагогической деятельности – не только дать определенную сумму знаний но и, воспитание и обучение детей на народных традициях, воспитание патриотов, любящих свой язык и край, уважающих язык, культуру других народов.
Я с большим удовлетворением могу назвать себя счастливым человеком-учителем, счастливее меня нет никого на свете, работа с детьми – это огромнейшее счастье для меня.
Профессию учителя, мне кажется, можно любить и ценить только за то, что она позволяет нам видеть духовный рост своих учеников и любоваться ими, через годы встречаться с этими уже взрослыми людьми. Встречаясь с выпускниками, которые нашли свое призвание, ты гордишься ими и убеждаешься в том, что твой труд не был напрасным. А когда они произносят добрые слова в твой адрес, ты становишься самым счастливым человеком.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Педагогическая находка "Развитие воображения у детей младшего школьного возраста на занятиях по бисероплетению"
Воображение - великая сила. С его помощью мы живем в настоящем, можем вернуться в прошлое или заглянуть в будущее. Именно благодаря воображению существует религия, в науке совершаются важные отк...
Мои педагогические находки
Временное содержаниеШигърияттә Туфан эзләреАчык сандык янында...
мои педагогические находки
представление опыта работы...
Педагогические находки по теме «Взаимодействие семьи и школы в воспитании учащихся»
Одной из функции классного руководителя является обеспечение связи общеобразовательного учреждения (школы) с семьей. Тема, над которой я работаю как классный руководитель- это «Взаимодействие семьи и ...
Эссе "Новый образовательный стандарт: мой творческий поиск, педагогические находки"
Новый образовательный стандарт второго поколения для средней и старшей школы, к введению которого готовится школьное сообщество, ориентирует нас на формирование у детей готовности к самостоятельной де...
эссе мои педагогические находки
мои педагогические находки...
мои педагогические находки
методы и приемы изучения нотной грамотности ( на начальном этапе обучения)...