Дәрескә технологик карта. Минең мәктәбем. Мәктәп ниндәй? Һүҙбәйләнеш. Башҡорт теле 2 класс.
план-конспект урока на тему
Дәрескә технологик карта. 2 класс башҡорт теле. Минең мәктәбем. Мәктәп ниндәй? Һүҙбәйләнеш.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
minen_mktbem.nindy_huzbylnesh.doc | 61.5 КБ |
Предварительный просмотр:
Класс: | 2 | |||
Дата: | ||||
Дәрес темаһы: | Минең мәктәбем. Мәктәп ниндәй? Һүҙбәйләнеш. | |||
Дәрес төрө: | Яңы материалды өйрәнеү. | |||
Дәрес маҡсаттары: | Белем биреү: тема буйынса яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр өйрәнеү. Үҫтереүсе: тыңлап алыу, һөйләү күнекмәләрен үҫтереү. Тәрбиәүи: уҡыған мәктәптәренә ҡарата ихтирам, ғорурланыу тойғолары тәрбиәләү. | |||
Көтөлгән һөҙөмтәләр: | Предмет УУЭ һөҙөмтәләре: мәктәп – темаһына яңы һүҙҙәр өйрәнү, телмәрҙә ҡулланыу. Метапредмет (предмет-ара) УУЭ һөҙөмтәләре: а) регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрес темаһын, маҡсатын билдәләргә күнегеү, булған белемдәрен барлау, баһалау; б) танып-белеү: кәрәкле мәғлүмәтте айыра, күрһәтә, дөйөмләштерә белеү; в) коммуникатив: һөйләмдәр төҙөү, парлап диалог ҡороу, үҙ-ара аралаша, тасуири уҡый белеү. Шәхес булараҡ формалаштырыу УУЭ һөҙөмтәләре: үҙҙәре уҡыған мәктәпкә ҡарата ыңғай ҡарашлы, иптәштәрен уҡытыусыларҙы, мәктәптең традицияларын ихтирам итеүсе, класс эштәрендә әүҙем ҡатнашыусы, дәрестә башҡарған эштәре өсөн яуаплылыҡ тойоусы, тырыш, әҙәпле, белем алыуға ынтылыусышәхес тәрбиәләү. | |||
Йыһаҙландырыу: | “Башҡорт теле” дәреслеге, “Беҙҙең мәктәп” темаһына слайдтар, эш дәфтәре, башҡорт алфавиты, электрон дәреслек. | |||
Дәрес этаптары | Уҡытыусы эшмәкәрлеге | Уҡыусылар эшмәкәрлеге | Дәрестең һәр этабында формалаштырылған УУЭ (регулятив, танып белеү, коммуникатив, шәхес булараҡ формалаштырыу) | |
I. Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу. | 1. – Һаумыһығыҙ! Хәйерле иртә! - һеҙҙе күреүемә бик шатмын. Башҡорт теле дәресен башлайбыҙмы? 2. Артикуляцион күнегеү. Бүлмә тып-тын, Дәрес бара. Яңы тема бик ҡыҙыҡ. Уҡытыусы һөйләгәнде Беҙ тыңлайбыҙ йотлоғоп. (М. Дилмөхәмәтов) | Уҡытыусы менән башҡорт телендә һаулашалар. Уҡыусылар яуап бирә. Хор менән ҡабатлайҙар. | Р.: үҙҙәренең уҡыу эшмәкәрлеген ойоштора белеү, яҡшы, продуктив эшкә ынтылыш формалаша. Т.б. : яңы белем алыу кәрәклеген аңларға өйрәнәләр. Ш.: белем алыуға, уҡыуға ҡарата ыңғай ҡараш формалаша. | |
II. Өйгә эште тикшереү. | Өйгә эштәрҙе тикшереү. | Уҡыусылар үтелгәндәрҙе хәтергә төшөрә, һорауҙарға яуап бирә. | ||
III. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу. | 1. Шиғырҙы хор менән уҡыу. Шиғырҙан таныш һүҙҙәрҙе табыу. - Был шиғырҙа нимә тураһында һүҙ бара? Атай оҙата маҡтап, Әсәй оҙата маҡтап, - Ҡаршлай бөгөн беҙҙе, Ҡаршылай яҡты мәктәп. Беҙҙең мәктәптә яҡшы, иркен бүлмәләр яҡты. Шундай матур мәктәптә Уҡырға кәрәк яҡшы! (С. Әлибай) - Шулай итеп, бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәкбез? - Әйе , “Мәктәп” темаһына яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр белербеҙ, үҙебеҙҙең мәктәп тураһында һөйләргә өйрәнербеҙ. | Шиғырҙы хор менән уҡыйҙар. Уҡытыусының һорауҙарына яуап бирәләр. Дәрестә нимә тураһында һөйләшеүҙәре тураһында әйтәләр. | Ш.: уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация, уҡыуға, яңылыҡ белеүгә ынтылыш, ҡыҙыҡһыныусанлыҡ формалаша. Р.: уҡытыусы менән берлектә дәрестең маҡсатын билдәләргә өйрәнәләр. Т.б.: логик фекер йөрөтөү, уҡыу мәсьәләһен табыу, күрһәтә белеү формалаша. | |
IV. Яңы материалды өйрәнеү. Уҡыу мәсьәләһен сисеү. | 1. Яңы һүҙҙәр менән танышыу (дәреслектең 39-сы бите, 1-се күнегеү). 2.Һүҙбәйләнештәр төҙөү. 3. 40-сы бит, 4-се күнегеү (һин нисәнсе мәктәптә уҡыйһың? Һорауын үҙләштереү). | Эш дәфтәрендә эшләйҙәр. Яңы һүҙҙәрҙе хор менән ҡабатлайҙар. Өлгө буйынса һүҙбәйләнештәр төҙөйҙәр. Диалогты уҡыйҙар, өлгө буйынса, парлап диалог төҙөйҙәр. | К.: диалогка инергә, һорауҙарға яуап бирергә, башҡаларҙы тыңлай һәм әңгәмәгә ҡушыла белергә, һөйләмдәр төҙөргә өйрәнәләр. Т.б.: яңылык белеүгә ынтылыш формалаша. | |
V. Ял минуты. | Сәп-сәп-сәпәкәй Минең ҡустым бәләкәй Ҡулын күтәргән була, Сәпәкәй иткән була. | Уҡытыусы артынан хор менән эшләп ҡабатлайҙар. | Ш. : уйында ҡатнашыу мәҙәниәте фомалаша, уҡыу материалына ҡыҙыҡһыныу арта. | |
VI. Белемде нығытыу. (практикала ҡулланыу). |
– Тексты иғтибар менән тыңлағыҙ. – Аңлағандарын белеү өсөн, һорауҙарға яуап алыу: а) мәктәп ниндәй? б) мәктәптә ниндә кабинеттар бар? в) кабинеттар ниндәй? г)шундай ҙур, матур мәктәптә нисек уҡырға кәрәк?
| Тексты тыңлайҙар, унда нимә тураһында һүҙ барыуын әйтәләр. Һорауҙарға яуап бирәләр. Үҙҙәренең мәктәбе тураһында һөйләмдәр төҙөйҙәр. Эш дәфтәрендә күнегеү эшләйҙәр. Шиғырҙы тасуири уҡыйҙар, һорауҙарға яуап бирәләр. | Р.: уҡыу мәсьәләһен аңлау, кабул итеү, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштырыу, ҡуйылған һорауға яуап бирә белеү формалаша. К. : һорауҙарға яуап бирергә, башҡаларҙы тыңларға, һөйләмдәр төҙөргә, әңгәмәгә ҡушылырға, үҙҙәренең фекерҙәрен әйтергә өйрәнәләр. Т.б.: шиғырҙан кәрәкле яуапты таба, аңлы яуап бирә, һығымта яһай, үҙҙәренең эштәрен баһалай белеү формалаша. | |
VII. Өйгә эш. | 1.Яңы һүҙҙәрҙе ятларға. 2. “Беҙҙең мәктәп” темаһына һүрәт төшөрөргә. 3. 40-сы биттәге 5-се күнегеү – шиғырҙы тасуири уҡырға. | Көндәлеккә өйгә эште яҙалар. | ||
VIII. Дәресте йомғаҡлау. |
Дәрестә мин ... белдем. Мин ... өйрәндем. Миңә ... оҡшаны (оҡшаманы). Уҡытыусы баһаһы. | Уҡыусыларҙың яуаптары. Нимәгә өйрәнеүҙәре тураһында әйтәләр.
| Р.: үҙҙәренең эшмәкәрлегенә баһа бирә белеү, уҡытыусының баһаһына адекват ҡараш формалаша. Ш.: үҙүҫеш, баһалау күнекмәһе үҫешә. |
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Дәрескә технологик карта
"Ньютон иленә сәяхәт" электив курс занятиесенә техногик карта...
4нче сыйныфның рус төркемнәрендә "Татарстан шәһәрләре" темасы буенча үткәрелгән дәрескә технологик карта
4нче сыйныфның рус төркемнәрендә "Татарстан шәһәрләре" темасы буенча үткәрелгән дәрескә технологик карта...
9 класта башҡорт теленән дәрескә технологик карта. Н.Мусин «Һай, урманым…»
Белем биреү маҡсаты: Н.Мусиндың тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу, текстың идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү; текстағы проблемалар үҙенсәлегенә таянып, уның актуаль булыуын күрһәтеү; Үҫтер...
Технологик карта. “Кичер мине, Алмачуарым!” (Г. Ибраһимовның “Алмачуар” хикәясе буенча)
Әлеге методик эшкәртмә рус мәктәпләрендәге татар төркемендә укучы 7 нче сыйныф укучылары өчен төзелде. “Кичер мине, Алмачуарым!” дип исемләнгән дәрес Галимҗан Ибраһимовның биографиясен өйрәнеп, “Алмач...
Татар теле дәресенә технологик карта
Актуальлек. Федераль дәүләт белем бирү стандарты куйган таләпләрнең иң мөһиме – укытучы һәм укучы арасындагы эшчәнлекне дөрес итеп оештыру, ягъни укучылар...
Татар теле дәресенә технологик карта
3нче сыйныф,рус балалары өчен дәреснең технологик картасы...
Технологик карта. Таныш булыгыз: бу-минем гаиләм
quot;Гаилә белән таныштыру " дәресе технологик картада бирелгән...