Башҡортостан ҡалаларында спорт.
план-конспект урока на тему

Ситдикова Раиса Салимьяновна

Дәрес конспекты

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл tema_bashkortostan_kalalarynda_sport.docx17.92 КБ

Предварительный просмотр:

Тема: Башҡортостан ҡалаларында спорт.Ҡылым.  7 класс

Маҡсат:Башҡортостан ҡалаларында спорттың үҫеше,данлыҡлы яҡтвш спортсылар,үҙ ҡалалрындағы  спорт ,үҙҙәре йөрөгән спорт түңәрәктәре тураһында һөйләр өсөн,әңгәмәлә ҡатнашыу  өсөн яңы һүҙҙәр өйрәнеү,уларҙы дөрөҫ итеп һөйләшеүҙә ҡуллана һәм яҙа белеү күнекмәләрен үҙләштереү;дәрескә эмоциональ фон булдырыу;һаулыҡ һаҡлау технологиялары аша дәрескә тотороҡло ҡыҙыҡһыныу уятыу, Башҡортостандла тыуған,республиканың данын яҡлаған спортсыларға тиңләшергә теләк тәрбиәләргә,үҙеңдең һаулығыңа битараф булмаҫҡа өйрәнергә.

Йыһазландырыу:проектор,картиналар,карточкалар.

Дәрес барышы.

1.Ойоштороу мәле.

II.Фонетик күнегеүҙәр.

2) шиғыр өҫтөндә эш (1слайд)

                                             Дүшәмбелә йүгерәбеҙ,

                                             Шишәмбелә һикерәбеҙ,

                                             Шаршамбыла туп уйнайбыҙ,

                                            Йомаламы,йомаламы ?

                                             Тик ял ғына итәбеҙ.

-уҡытыусы уҡыуы    

-яҡшы уҡыусы уҡый

-хор менән уҡыу

-тәржемә итеү (һөйләмләп),ҡылымдарҙы табабыҙ.

-был шиғырҙа  нимә тураһында һүҙ бара?

  Ребустарҙы сисеп кроссвордты тултырабыҙ.(2 слайд)

с

а

ң

ғ

ы

т

у

п

ф

у

т

б

о

Л

я

р

ы

Ш

к

а

т

о

к

 -ниндәй һүҙ килеп сыҡты ?

-тимәк,беҙҙең бөгөнгө темабыҙ спорт тураһында һәм дә ҡылым темаһын  бер аҙ ҡабатлап үтербеҙ.

-нимә ул спорт?

-ниндәй спорт төрҙәрен беләһегеҙ?

- был һүрәттәрҙә ниндәй спорт төрҙәре һүрәтләнгән?

Картиналар ҡарап үтеү  ( 9 слайд)

2. Һүрәттәр буйынса –сы,-се ялғауҙары ҡушып яңы исемдәр яһау,уларҙы күплектә ҡулланыу.   (10 слайд)  Дәфтәргә яҙып алыу.

Хоккей сы лар

Шахмат сы лар

Көрәш се ләр

Йөҙөү се ләр

Уҡ атыу сы лар

Саңғы сы лар

Спорт  сы лар

Хоккей уйыны  уйнаусы нисек атала?Уҡтан атыусы нисек атала?Күмәк уйнаусыларҙы нисек атайҙар?

Ошо һүҙҙәр менән  телдән һөйләмдәр төҙөү.

Башҡортостанда Салауат Юлаев исемендәге хоккейсылар командаһы бар.Хоккейсылар хоккей уйнай. Мин шахматсылар ярышына барҙым.Ә мин йөҙөүсе булырға хыялланам.Мин дуҫым менән саңғысылар түңәрәгенә йөрөйөм.

3.Республикала яҡшы  үҫешкән спорт төрҙәре,Башҡортостан спортсмендары тураһында әңгәмә ҡороу.

Башҡортостанда көрәш, хоккей, спидвей ныҡ үҫешкән. Ә бит башҡа спорт төрҙәре лә бар – йөҙ ҙә утыҙлап улар!  Өфө – команда спорт төрҙәре үҫешкән Рәсәйҙең биш ҡалаһы исемлегендә. Быға тиклем республикала хоккей, футбол һәм волейбол юғары лигаларҙа ныҡлы урын алһа, 2015 йылда Өфөнөң ике гандбол командаһы Рәсәй суперлигаһында сығыш яһай башланы. Бынан тыш, төбәктә тағы ла бер команда спорт төрө – баскетбол үҫешә башланы.

Республикала иң популяр спорт төрө – хоккейға килгәндә, бында беҙ юғары ҡаҙаныштар менән ғорурлана алабыҙ. Төп командабыҙ – “Салауат Юлаев”

Башҡортостан тағы ла бер спорт төрө менән ғорурлана ала. Ул “Формула-1” уҙыштары. Был абруйлы турнир республикала уҙғарылмаһа ла, яҡташыбыҙ, Өфө егете Даниил Квят “Формула-1” уҙыштарында уңышлы сығыш яһаны.

Башҡортостан шашка оҫталары ла һынатманы. Республиканан Александр Георгиев туғыҙынсыға донъя чемпионы исеменә лайыҡ булды. Ә 2016 йылда Пекинда үтәсәк Бөтә донъя Интеллектуаль уйындарында Башҡортостандан биш кеше сығыш яһаясаҡ. Аҡыллылар Олимпиадаһында Тамара Танһыҡҡужина, Айгөл Иҙрисова, Айнур Шәйбәков, Александр Георгиев һәм Муродулло Амриллаев ҡатнашырға әҙерләнә. 

Беҙҙең күп спортсыларыбыҙ олимпия уйындарында ла ҡатнашты.Әйҙәгеҙ бер нисә спортсменыбыҙ менән дә танышып үтәйек.

4.Был фотографияла кемдәр һүрәтләнгән?Улар тураһында нимәләр беләһегеҙ?

М.Чудов               ( 11 слайд)

 һәм Г.Куклева          ( 12 слайд)            (уҡыусының һөйләүе)

Тағы ла  беҙҙең  спортсмендарҙың араһынан күптәр тураһында һөйләргә була.

Ә бына был фотоһүрәттә кем?Эйе был  Ҡадыров.  ( 13 слайд)     (уҡыусы һөйләй)

Параолимпиистар ҙа бар беҙҙең:Ирек Маннанов (14 слайд)  Ирек Зарипов һ.б.

5.Башҡортостандың   ҡалаларында ниндәй  спорт төрҙәре үҫешкән икән,әйҙәгеҙ тексты уҡып беләйек.Дәреслек менән эш.

Текст өҫтәндә эш.Башҡортостан ҡалаларында спорт.

-һүҙлек эше:   күнекмәләр-тренировки,

                        боронғо-древний,                   үҙәк-центр,

                        һөйөүселәр-любители            киләсәктә-в будущем

-тексты уҡыу

-тәржемә итеү

-текстан  1-се төркөм спорт төрҙәрен әйтеп сыға.

                2-сө  төркөм текстан ҡылымдарҙы таба.

               3-се төркөм үҙегеҙҙең йәшәгән төбәктә үҫешкән  спорт төрө тураһында   һөйләргә әҙерләнә.

Ә беҙҙең ҡалала ниндәй спорт төрҙәре үҫешкән? Ниндәй спорт түңәрәктәренә йөрөп була?(көрәш,йөҙөү,гимнастика)

Беҙҙең ҡалал спорт  комплексы бармы?Был комплекс  кәрәкме?Ни өсөн?Спорт ни өсөн кәрәк?

Ял минуты. Гимнастика яһау.

6.Һаулыҡ тураһында мәҡәлдәр ҙә бик күп,шуларҙы уҡып үтәйек. Мәҡәлдәрҙең мәғәнәләрен нисек аңлатырһығыҙ?

     Хәрәкәттә бәрәкәт.(движение –это жизнь)

     Һаулығың байлығың.(здоровье-это твое богатство)

     Сәләмәт тәндә-сәләмәт рух.(в здоровом теле здоровый дух)

Спорт- ул хәрәкәт,хәрәкәттә- бәрәкәт.(Спорт- это движение,а движение -это жизнь.)

7.Дәреслектең 54-се битендәге 26-сы күнегеү өҫтөндә эш.

Бирелгән һүҙҙәр менән һөйләмдәр төҙөү.

       Башҡортостан спорт һөйөүселәр иле.Шуға күрә һәр ҡалала,ауылда ғаилә старттары,төрлө спартакиадалар,халыҡ уйындары үткәрелә.

Халыҡ бындай спартакиадаларға күп йыйыла.Тимәк, киләсәктә лә Башҡортостанды данлаған донъя чемпиондары була!Уҡыусылар улар һеҙҙең арала.

8.Рефлексия.

 Дәрес һеҙгә оҡшанымы?

Дәрестә барыһы ла аңлашылдымы?

Үҙегеҙгә ниндәй ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр алдығыҙ?

9.Тест .

1.Салауатта ниндәй спорт төрө үҫешкән?

а)  уҡ атыусылар б) йөҙөүселә,саңғысылар  в)шахматсылар

2.Белоретта  ниндәй спорт төрө үҫешкән?

а) тау саңғысылары  б)саңғысылар   в)йөҙөүселәр

3.Бөрөлә кемдәр тәрбиәләнә?

а) уҡ атыусылар  б) тау саңғысылары    в) йөҙөүселәр

4.Мәләүездә ниндәй спорт төрө алға киткән?

а) ат спорты  б) йөҙөүселәр  в)шашка

5.Ишембайҙа ниндәй спорт төрҙәре үҫешкән?

а) йөҙөүселәр  б)шахмат   в)хоккей

6.Бәләбәйҙә ниндәй спорт төрө алға киткән?

а) көрәш  б) хоккей в) тау саңғысылары  

Синквейн

Спорт

Файҙалы,күңелле,еңел

Нығыта,тәрбиәләй,үҫтерә

Спорт- ул һаулыҡ.

Сәләмәтлек


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

5 класта "Башҡортостан тәбиғәте. Ҡылым." темаһы буйынса дәрес.

5 класта "Башҡортостан тәбиғәте. Ҡылым" темаһы буйынса дәрескә презентация материалдары....

5- се класта башкорт теленән дәрес темаһы: "Ф. Ғөбәҙуллина «Башҡортостан флагы». Яңғыҙлыҡ исемдәрҙең дөрөҫ яһылышы"

5- се класта башкорт теленән дәрес темаһы: "Ф. Ғөбәҙуллина «Башҡортостан флагы». Яңғыҙлыҡ исемдәрҙең  дөрөҫ яһылышы"...

Программа проведения спортивного праздника «Спорт-всегда, спорт-везде, спорт в твоей, моей душе!» под девизом «Спорт любить - здоровыми быть!»

Программа проведения спортивного праздника«Спорт-всегда, спорт-везде, спорт в твоей, моей душе!»под девизом «Спорт любить - здоровыми быть!» 1.  Цель- пропаганда здорового образа жизни,...

Дәрес - конспект. "Батыр улдар төйәге ул Салауат", Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса дәрес - сәйәхәт конспекты. "Башҡортостан уҡытыусыһы" №3, 2006 йыл.

Дәрес - сәйәхәт Салауат районына уҡыусылар менән экскурсияға барғандан һуң яҙылды. Райондың арҙаҡлы улдары Салауат Юлаев һәм Рәми Ғариповтың тыуған яғы менән танышыу булды....