My love for you, my native land
методическая разработка по английскому языку (7 класс) на тему
Бинарный урок английского и башкирского языков, содержит информацию о гербе, флаге, символике Республики Башкортостан
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
binarnyy_urok.docx | 32.5 КБ |
Предварительный просмотр:
Тыуған еремде яратам. My love for you, my native land. Бинарный урок |
Бинарный урок
(Башкирский и английские языки)
Тема: MY LOVE FOR YOU, MY NATIVE LAND
“Тыуған еремде яратам”
Дәрестең формаһы: дәрес-уйын “Йондоҙло сәғәт”
Маҡсат:
- Формирование умений учащихся соотносить даты и события, способности логически мыслить, аргументировать свои точку зрения.
- Расшитрить кругозор учащихся и их лексический запас.
- Воспитывать чувство любви к малой родине – Республике Башкортостан, своему родному селу.
Йыһазлау:
- Уҡыусыларҙың республикаға һәм тыуған ауылдарына бағышланған һүрәттәренән күргәҙмә.
- “Башҡортостан тәбиғәте” открыткалар йыйылмаһы.
- Магнитофон.
- Йондоҙҙар.
- Даталар, терминдар, логик сылбырҙар.
План:
- Уҡытыусыларҙың инеш һүҙе.
- I тур “Терминдар һәм даталар”.
- II тур “Тылсымлы кубиктар”.
- III тур “Логик сылбырҙар”
- Финал.
- Ирекле микрофон.
- Бүләкләү.
Дәрес барышы
Хәйерле көн, ҡәҙерле уҡыусылар, килгән ҡунаҡтар. Бөгөн беҙҙә байрам, шоу-программа “Йондоҙло сәғәт”. Уйын ике телдә, башҡорт һәм инглиз телдәрендә, алып барыласаҡ.
Good afternoon dear boys and girls, our guests and respected teachers. We are very glad to see you today at our exiting game “Star hour”. We hope that you’ll enjoy it greatly.
1990 йылдың 11 октябрендә Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул ителде. Егерме ике йыл үтеп тә киткән. Республиканың экономик һәм мәҙәни үҫешендә күп эштәр эшләнелгән.
Һин, кем һәм ниндәй милләттән булыуыңа ҡарамаҫтан, үҙ республикаңды, үҙеңдең Башҡортостаныңды яратаһың. Башҡортостандың яҙмышы һиңә барыбер түгел. Барыбер булыуы ла мөмкин түгел! Сөнки Башҡортостандың яҙмышында һинең дә яҙмышың. Һин республикаңдың үткәненә, бөгөнгөһөнә һәм киләсәгенә битараф түгелһең. Башҡаса булыуы ла мөмкин түгел. Башҡортостандың тарихында һинең дә үткән ғүмерең, һинең киләсәгең. Һин – Башҡортостандың улы йәки ҡыҙы. Кеше ата-әсәһен һайлап ала алмаған кеүек, тыуған төйәген дә һайлай алмай. Тыуған яҡ берәү – Көньяҡ Урал, башҡорт халҡының тыуған ере.
Bashkortostan – is a multi-national republic, the representatives of over 100 nationalities work here and live in peace and friendship. The Bashkir national poet Mustai Karim expressed the idea of the fraternal friendship among peoples inhabiting our republic in the following lines:
Though not of Russian blood
I am of Russia
No honor more than Soviet to be.
March forward will we hand in hand
With Russia
Together rise to heights of majesty.
Рус түгелмен, ләкин россиян мин,
Россияның һыуын эскәнмен,
Сағылдарҙа имән нисек үҫһә,
Үҙ еремдә шулай үҫкәнмен.
Бөгөн уйында ҡатнашыусыларҙы ауыр ҙа ҡыҙыҡлы ла күнегеүҙәр көтә. Көйәрмәндәр, хуплау һүҙҙәрегеҙҙе йәлләмәгеҙ, ҡул сабырға әҙер булығыҙ.
Six pupils from the 8th grade are taking part in the game today. Please, meet them.
I see that all participants are ready for the contest. Success attend you!
Беҙҙең уйындың девизы – “ Бер ҡасан да еңелмәйһең”
Ер шарына ҡараһаң яҡшы ғына...
Шулай итеп, беренсе тур – ТЕРМИНДАР.
Таҡтала – терминдар. Мин билдәләмәне уҡыйым, ә һеҙ билдәләмә ҡайһы терминдыҡы булыуына ҡарап, шул һанды күтәрәһегеҙ. Кем дә кем дөрөҫ яуап бирә – бер аҙым алға атлай. Әгәр һеҙҙең яуабығыҙ иптәштәрегеҙҙең яуабы менән тура килһә, һеҙгә йондоҙсоҡ бирелә.
Таҡталағы терминдар:
- Шәжәрә
- Көләмәс
- Сәсән
- Ҡурай
- Егет
- Ҡобайыр
- Ул бик хөрмәтле кеше, уны иғтибар менән бөтә халыҡ тыңлаған. ... булғанда тик тор, - тигән әйтем дә бар.
- Башҡорт халҡының үҙ ырыуы, үҙ аймағы тураһындағы яҙмалары.
- Башҡор халыҡ ижадының бер жанры, һоҡландырғыс йөкмәтке, үҙенсәлекле сюжет һәм көтөлмәгәнсә тамамланыу хас.
- Уйна ... , уйна. Музыкаль инструментты әйтегеҙ.
I see that your knowledge is rather nice and now I’d like you to answer the questions about our village. I hope that you know the history of our native place rather well.
Икенсе турҙы башлайбыҙ.
Һеҙҙең алдығыҙҙа хәрефтәр яҙылған ун кубик. Һеҙ ошо хәрефтәрҙән иң оҙон һүҙ төҙөргә тейешһегеҙ. Кем дә кем ошо һүҙҙе инглиз теленә тәржемә итә, уға өҫтәлмә йондоҙсоҡ бирелә. Ваҡыт – бер минут. Ҡарап ултырыусыларға ла уйында ҡатнашырға мөмкин. Еңеүселәрҙе тәмле приз көтә.
Музыка уйнай, таҡтаны өсөнсө турға әҙерләйҙәр.
Һығымта яһайыҡ. Кем иң оҙон һүҙ төҙөй алды икән, кем һуң өсөнсө турҙа уйнаясаҡ?
Еңеүселәрҙең исемдәре әйтеп кителә. Пауза ваҡытында “Тыуған Башҡортостан” шиғыры яңғырай.
The third round. Please, look at the blackboard. Your task is to arrange the colors of Bashkortostan Flag in the correct order. Find the mistake, please.
- White
- Blue
- Green
(the correct answer: 2,1,3)
You are right, step forward, please. And now arrange the colors of Russia Flag in the correct order.
- White
- Red
- Blue
(the correct answer: 1,3,2)
Well done. Thank you.
Таҡтала ҡала исемдәре:
- Ағиҙел
- Өфө
- Стәрлетамаҡ
- Бөрө
- Күмертау
- Бәләбәй
- Был ҡалалар башта ҡәлғә булғандар. Һеҙ ризаһығыҙмы. Әгәр юҡ икән, дөрөҫ булмаған ҡалаларҙы күтәрәһегеҙ.
(яуап: бер, биш).
Таҡтаға ҡарағыҙ әле. Бында әкиәт исемдәре яҙылған:
- Үгәй ҡыҙ
- Айыу һәм бал ҡорттары
- Йәш һунарсы
- Морозко
- Мин быларҙың бөтәһе лә башҡорт әкиәттәре, тим. Ә һеҙ.
(яуап: Морозко).
Кемдең йондоҙо иң әҙе, шул уйындан сыға. Шулай итеп, ике генә уйынсы ҡалды, уларҙы дүртенсе тур – финал көтә.
Бер минутта һеҙ БАШҠОРТОСТАН һүҙенән күберәк һүҙҙәр төҙөргә тейеш.
Музыка уйнай, уҡыусылар һүҙҙәр яҙа, аҙаҡ сиратлап уҡыйҙар.
Шулай итеп, беҙҙең еңеүсе - ...
Еңеүсе диплом менән бүләкләнә, ирекле микрофон бирелә. Еңеүсе хөрмәтенә “Бүләк” бейеүе башҡарыла.
We believe that all guests and participants have enjoyed the game. Thank you for your attention.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Our native land
Интегрированный урок по истории Кубани и английский язык. Виртуальное путешествие по краю....
Пояснительная записка к видео ресурсу "My Native Land"
В пояснительной записке анализируются цели, задачи создания ресурса, даётся ссылка на его размещение на международном портале "Партнёрство в образовании", а также представлен список используемых источ...
Презентация к проекту "My Native Land"
Презентация к проекту на английском языке...
My native land
Гостиная для детей на тему "My native land"...
Подробная программа и содержание урока английского языка в 8 классе по теме "My Native Land" на основе технологии модерации.
Описание урока английского языка в 8 классе на основе технологии модерации...
Презентация "My native land"
Данная презентация содержит в себе фото материал по теме "Мой родной город". В работе представлены достопримечательности г.Бахчисарай и их краткое описание...
Методическая разработка "Kamchatka is my native land"
Методическая разработка содержит материал по проведению внеклассных мероприятий по краеведению на английском языке...