Монтаж к 23 февраля
материал на тему

Ватанды һаҡлаусыларға арналған монтаж

Скачать:


Предварительный просмотр:

Монтаж  23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө

1.    Г. Рәзилә:        Атай. Был һүҙҙә бик тәрән мәғәнә ята. Ғаилә тотҡаһы. Тыуған ерен һаҡлаусы ир – егет. Ниһәйәт- ил ағаһы.

Үҙ көсөндә ҡалһын, үҙгәрмәһен

                                      Боронғонан ҡалған бер өмөт

                                      Ил ағаһы булып, атай булып

                                      Ғорур булып ҡалһын ир – егет.

2. Б. Миләүшә:     Хөрмәтле атайҙар, ағайҙар, егеттәр, уҡытыусы- абыйҙар. Һеҙҙең барығыҙҙы ла Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ,эшегеҙҙә, тормошоғоҙҙа ҙур уңыштар,ғаилә именлеге һәм сәләмәтлек теләйбеҙ.

3. С. Илназ: Ерҙә беҙгә ни кәрәк?

      Бөтәһе бергә:   Атай һәм әсәй кәрәк

  С. Илназ: Ерҙә беҙгә ни кәрәк?

      Бөтәһе бергә:  Беҙ йәшәгән өй кәрәк

  С. Илназ: Ерҙә беҙгә ни кәрәк?

      Бөтәһе бергә:  Беҙ һөйләшкән тел кәрәк

 С. Илназ: Ерҙә беҙгә ни кәрәк?

      Бөтәһе бергә:  Тыуған үҫкән ил кәрәк,

                                  Мәңге тыныс ер кәрәк.

4. Я. Наил:

Ут шәүләһе,

Һуғыш күләгәһе

Илдән илгә күсеп йөрөмәһен

Хаҡлыҡ йыры

Шатлыҡ йыры

Бар донъяға гөрләһен.

5. Б. Миләүшә:
Юлбаҫарҙар беҙҙең еребеҙгә

Йыртҡыстарса һөжүм иттеләр

Ил бәхете өсөн ир- егеттәр,

Ҡорал алып, яуға киттеләр.

Һынатманы беҙҙең ил улдары

Гитлер яуын еңде берләшеп

Тыныс илдә бәхет, шатлыҡ менән

Йәшәй хәҙер халыҡ,гөрләшеп.

6. Г. Гөлназ:

Эй һеҙ, дауыл кискән олатайҙар.

Ирек яулап утҡа керҙегеҙ

Беҙгә үрнәк булып, мең йәшәгеҙ,

Тыуған илебеҙҙең күрке һеҙ.

7. Ф. Рәлиә:

 Керпек  ҡаҡмай поста тора

Илдең ҙур өмөттәре-

Типкән саҡта тимер өҙгән

 Ҡеүәтле егеттәре.

Армиябыҙ илде һаҡлай,

 Ҡыҙғанмай йәнен көсөн,

 Бөйөк подвигтарға әҙер

Үҙ тыуған халҡы өсөн

 

8. М. Илмир:

 Атайым да минең һалдат булған

Хәҙер һалдат ағайым

Үҫеп еткәс мин дә шулай

Ватанымды һаҡлайым.

9. Г. Рәзилә:

Ватан ҡайҙан башлана

Бөйөк Рәсәй сигенән

Һөйөклө тыуған яҡтарҙан

Башҡортостан еренән

Ватан ҡайҙан башлана

Минең торған районымдан

Киң ҡырҙары, урман – һыулы

 Үҙемдең ауылымдан.

Ватан ҡайҙан башлана

Йортом, тыуған урамдан

Һыу ҡойонған йылғамдан

Еләкле урманымдан

 Ватан ҡайҙан башлана

Туғандар, дуҫтарымдан

Зәңгәр күкте иңләп осҡан

Тыныслыҡ ҡоштарымдан

 Ватан ҡайҙан башлана

Мин тыуып үҫкән өйҙән

Ата -әсәйем наҙынан

Үҙемдең тыуған телдән.

10. С. Салауат:

Тыуғанбыҙ бөтәбеҙ ҙә

Башҡортостан ерендә

Рәхмәт тибеҙ, Ватанға

Рәхмәт тибеҙ илемә.

11. Х. Альбина:

Атайҙарыбыҙ беҙҙең

Бөтәһелә уңғандар

Баҫыуҙарҙың бай йәмен

Үҙҙәренә йыйғандар.

12.Г. Ләйсән:

 Бер минут та тик ултырмай

Минең атайым өйҙә

 Һыу эсерә, малды ҡарай,

 Ярҙамлаша әсәйгә.

13.Г.Гөлназ:

 Атай -әсәй менән бергә

 Гөлдәй гөрләп үҫәбеҙ

Уҡыйбыҙ ҙа, эшләйбеҙ ҙә

 Күңелле ял итәбеҙ.

14. К.Илгизәр:

Ауылыбыҙ матурлана

Көнләп түгел сәғәтләп

Ауылымдың уңғандары

Эшләгәнгә күмәкләп

15. С.Илназ:

Тормош нурлы, зәңгәр күктә

 Ҡояш балҡып торғанға

Йөҙҙәребеҙ беҙҙең көләс

Бәхетлеләр булғанға.

16. Ф. Рәлиә:

       Ҡәҙерле атайҙар. Ихлас күңелдән һеҙҙе байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ. Һеҙ беҙҙең таяныс та, ышаныс та, яҡлаусы ла, һаҡлаусы ла, ғәҙелеккә  өйрәтеүсе лә. Киләсәктә әсәйҙәр менән бер- берегеҙҙең яҡтылығын, йән йылыһын тойоп, тыныслыҡта, муллыҡта, һаулыҡта йәшәүгә насип итһен һеҙгә. Байрам менән.

Йыр: “Атайымдың тыуған көнө.”


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Урок мужества "Февраль. февраль солдатский месяц..."

Внеклассное мероприятие  посвящено 70годовщине Сталинградской битвы...

внеклассное мероприятие "Февраль-февраль, солдатский месяц"

внеклассное мероприятие посвященное 70-ти летию Сталинградской битвы для учащихся 9 классов...

Конспект внеклассного мероприятия "Февраль, февраль-солдатский месяц".

Внеклассное мероприятие, посвященное 70-летию Сталинградской битвы....

Внеклассное мероприятие, посвященное 23 февраля (военно-спортивный праздник). Внеклассное мероприятие, посвященное 23 февраля (военно-спортивный праздник). Внеклассное мероприятие, посвященное 23 февраля (военно-спортивный праздник).

-соединить спортивно-оздоровительную работу с патриотическим воспитанием   школьников   -развивать у детей мотивацию к занятию спортом   - формирование спортивных к...

Февраль, февраль - солдатский месяц

методическая разработка классного часа...

Презентация "Февраль, февраль - солдатский месяц".

Данная презентация была создана для открытого мероприятия, проходившего  в школе. Открытое мероприятие посвящалось 70-летию со дня победы в Сталинградской битве. На мероприятие были приглашены ве...

Открытый классный час"Февраль-февраль, солдатский месяц...."

Мероприятие,  посвящено 70 летию Победы под Сталинградом. Цель: показать значение Сталинградской битвы для хода Великой Отечественной войны; воспитывать чувство гордости за тех, кто "ковал П...