"Мәктәптә дистанцион уҡытыу" (доклад)
статья

Зайнуллина Разиля Тимерхановна

"Мәктәптә дистанцион уҡытыу" (доклад)

Скачать:


Предварительный просмотр:

Мәктәптәрҙә дистанцион  белем алыу.

(доклад)

        Дистанцион белем алыу   бик боронғо  йылдарҙа   уҡ барлыҡҡа килгән. Уның тарихы 1836 йылда Лондон университетында башлана. Университетта мәктәп укыусыларын имтиханға әҙерләү өсөн курстар асыла. Улар университетҡа йөрөмәйенсә генә ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ниндәйҙер фән буйынса өҫтәмә белем алалар. Шунан бирле ул үҙенең актуаллелеген һаҡлаған һәм бөгөнгө көнгә ҡәҙәр үҙ-үҙен аҡлаған белем алыуҙың бер йүнәлеше.

 Дистанцион уҡыуға күсеү – ул заман талабы. Коллегалар , безгә һеҙҙең менән  дистанцион  укытыузын   тәмен татырга  тура килде.  Әлбиттә , әсеһе лә,сөсөһө лә булды.  Ниндәй  ҡаршылыҡтар  осраны ,ниндәй ыңғай  яҡтары булды һуң? Хәҙерге ваҡытта дистанцион белем алыуҙа төп шарт булып компьютер техникаһы, интернет селтәре тора.   Ошолар арҡаһынды төрлө ҡытыршылыҡтар килеп сыкты.Әммә ләкин, беҙ  аптырап ҡалманыҡ .Төрлө юлдарын табып был эште атҡарып сыҡтыҡ.Уҡытыусылар өсөн тағы бер яҡшы яғын атап үтер инем.  Йыл да тип әйтерлек  ҡабатланып торган  уҡытыусылар  өсөн  курстарҙың  дистанцион булыуы  бик якшы, сөнки  уҡытыусының  дәресе ҡалмай, икенсенән  курс тип әллә ҡайҙа барып йөрөйһө түгел.

Дистанцион уҡытыу әле  алыҫ китмәгән ,шуға күрә тағы ла  бер куҙ алдынан үткәрәйек әле.

Апрель айында мәктәптәр дистанцион уҡытыуға күсерелде. Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы   Мәғарифты үҫтереү институты менән берлектә мәктәптәр өсөн методик инструкциялар  әҙерләнде. 
Методик инструкцияларҙа дистанцион уҡытыуҙы ойошторғанда уҡытыусылар тарафынан ҡулланыу өсөн           бер нисә онлайн-платформа: “Рәсәй электрон мәктәбе”, “Мобиль электрон белем биреү”, “Асыҡ мәктәп”, “Учи.ru”,

 “Якласс”, “Сириус”, белем биреү үҙәге майҙансығы тәҡдим ителде.

Методик инструкцияларга ярашлы рәүештә
 Дистанцион уҡытыуҙың төрлө форматтары  тәҡдим ителде:
– Видео-дәрес. Унда ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бик күп мәғлүмәт биреп була. Шулай уҡ уҡыусы был дәресте үҙенә уңайлы ваҡытта асып ҡарай ала (офлайн режим). Дәресте махсус видеокамераға (веб-камера), ноутбук, планшет, смартфонға ла төшөрөргә була. Видео-дәрестә кәрәкле мәғлүмәтте асыҡ, аңлайышлы итеп бирергә кәрәк;
– Вебинар. Дәресте аңлатыуҙан тыш, бында һорауҙарға яуап бирергә була;
– Төрлө форматтағы дәрестәр: текст материалы, презентация, инфографика һәм башҡалар.
Уҡытыусылар дистанцион белем биреү өсөн платформа, блог, сайт,   ябыҡ төркөм һәм башҡа бәйләнеш булдырырға тейеш.
        Уҡыу материалын биргәндә һәр дәрескә эште башҡарыу өсөн ҡыҫҡа инструкция тәҡдим итеү мотлаҡ. Аҙнаһына ике тапҡыр булһа ла уҡытыусы уҡыусылар менән аралашырға бурыслы ине.
        “Белем биреү” АИС системаһында эшләү өсөн һылтанма (ссылка), пароль һәм логин һәр бер уҡыусыға бирелә һәм уҡытыусы, уҡыусыларҙың эшен контролдә тотоп, электрон журналға баһа ҡуя. Электрон журналда көн дә дәрестең темаһы, күнегеү һәм үҙ аллы эштәр ҡуйыла бара. Дәрестәр теҙмәһенә яраҡлы рәүештә эштәрҙе ебәреү, баһалау өсөн ваҡыт бирелә.
        Уҡытыусы уҡыусыларҙың эштәрен (скриншот, тест һөҙөмтәләре, һорауҙарға яуаптар, мәсьәләләрҙе сисеү, эссе, реферат һәм башҡа проекттарҙы) отчет өсөн йыйып барырға тейеш ине.
Әгәр ҙә дистанцион уҡытыу мөмкинлеге булмаһа, уҡытыусы телефон, ватсап аша өйгә эштәр, консультация бирә ала. Яңы теманы ҡыҫҡаса яҙҙырып, ватсапҡа, “Бәйләнештә” социаль селтәренә йә мәғлүмәт (сообщение) формаһында ла ебәрә ала.
        Уҡытыусы дистанцион уҡытыу системаһында бар булған формаларҙы ла ҡуллана ала. Ул иң ябай, иң кәрәкле ресурстарҙы һайлап, дәресте төҙөй, күнегеүҙәр, тестар индерә. Почта, чат, электрон журнал аша видео-дәрестәрҙе вебинар, скайп, zoom һәм башҡа форматта үткәрергә була.
Уҡытыусы әҙер материалды һәм шулай уҡ үҙенең белем биреү контентын булдырып дәрес үткәрә ала. Шулай уҡ уҡытыусыларҙың шәхси сайттарындағы электрон дәрестәрҙе лә ҡулланырға мөмкин. Был контенттың материалы эсенә кейс, тренажер, күнегеүҙәр инергә тейеш. Дәрестәрҙе уҡыусы төрлө ваҡытта асып ҡарай ала.
       Дәрес ике яҡлы булһын өсөн, онлайн-дәрестә уҡытыусының күберәк проблема күтәреү, һорауҙар биреү формаһын ҡулланыуы отошло.
Әлбиттә, уҡытыусы дәрестәрҙе алдан планлаштырырға, һәр бер дәресте ниндәй формала, ниндәй форматта үткәреүен аҙна башында уҡ уйлап эшләргә тейеш. Дистанцион дәрестәрҙе әҙерләгәндә уҡытыусы дәрестең маҡсатын, уҡыусыларҙан теүәл генә нимә талап итеүен, ниндәй һөҙөмтә көтөүен, яңы теманы нисек аңлатыуын, был тема буйынса ҡыҙыҡлы, файҙалы, дәрестең һөҙөмтәһен билдәләрлек эш төрҙәре биреүен, уларҙы тикшереү һәм баһалау формаларын яҡшы итеп күҙалларға бурыслы. Шуның өсөн дә бөтә эштәрҙе   алдан планлаштырырға кәрәк.
     Үҙ аллы эштәрҙе артыҡ күп бирергә ярамай, уларҙы дөйөмләштереп, аҙнаһына 1-2 тапҡыр бирергә тәҡдим ителде. Мәҫәлән: башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре буйынса тест, текст өҫтөндә эш, презентация, ижади һәм проект эштәрен тәҡдим итергә була. Уҡытыусы был осраҡта күнегеүҙәрҙе, проекттарҙы эшләп ебәреү технологияһын ентекләп аңлатып яҙа. Мәҫәлән: уҡыусы был эште скандан үткәреп, фотоға төшөрөп йә тесты эшләп, электрон адресҡа ебәрә һ.б.
        Шул уҡ ваҡытта уҡытыусы дәрескә әҙерләнгәндә СанПин нормаларын иҫәпкә ала:
 
        Киләсәктә беҙ  уҡыусыларҙың үҙ аллы уҡыу эшсәнлеген әүҙемләштерергә йүнәлтелгән мәғлүмәти технологиялар нигеҙендә яңы быуын уҡытыу материалдары эшлә нер тигән  уйҙабыҙ, сонки   бер нисә йылдан дистанцион укытыуга күсеү тураһында  һуҙҙәр бара.

  Дөйөм алғанда, дистанцион уҡытыу бер яҡлап ыңғай баһаланһа, ата-әсәләр балаларына күберәк иғтибар биреп, артта ҡалған балалар  материалды нығыраҡ үҙләштерҙеләр, үҙ аллылыҡҡа өйрәнделәр. Икенсе яҡлап кире яғы ла булды, балалар менән яҡындан аралышыу мөмкинлеге булманы. .


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Дистанционный урок по алгебре 7 класс в дистанционной оболочке Moodle

Дистанционный урок - отрезок времени, в котором процесс получения знаний, умений и навыков основан на использовании телекоммуникационных технологий и посвящен одному или нескольким школьным учеб...

Дистанционный урок по алгебре 7 класс в дистанционной оболочке Moodle

Дистанционный урок - отрезок времени, в котором процесс получения знаний, умений и навыков основан на использовании телекоммуникационных технологий и посвящен одному или нескольким школьным учеб...

Дистанционное обучение школьников. Принципы и средства дистанционного обучения. Развитие дистанционной формы обучения в школьном образовании.

В статье помещен материал, который поможет организовать дистанционное обучение в школе. Поможет понять сущность такого обучения, его принципы....

Дистанционное обучение школьников Принципы и средства дистанционного обучения Развитие дистанционной формы обучения в школьном образовании.

Дистанционное обучение школьников в последние годы становится одним из перспективных направлений модернизации общего образования, с которым связано развитие системы открытого образования, расширение д...

Дистанционные курсы по навыкам 21 века и функциональной грамотности (авторские курсы): Дистанционный курс "Прокачай креатив", Дистанционный курс "Время читать", Дистанционный курс "Дела житейские".

Функциональная грамотность уже давно перестала быть для образования просто критерием измерения результатов обучения. На сегодня, развитие таких составляющих функциональной грамотности, как финанс...