Үҙемдең алдыма ошондай маҡсаттар һәм бурыстар ҡуйҙым:
- Абдулхаҡ Игебаевтың тормошона, ижад юлына байҡау яһау;
- экологик темаға мөрәжәғәт итеп яҙған әҫәрҙәрен ентекләп өйрәнеү; уларҙың идея – тематик йөкмәткеһен асыу; шағирҙы борсоған һорауҙарҙы асыҡлау;
- уның ижадына ҡарата тиҫтерҙәремдең ҡараштарын билдәләү;
Вложение | Размер |
---|---|
issled._rabota._hubitdinova_a._7kl.docx | 21.28 КБ |
«Мин - тәбиғәт балаһы...»
Ғилми – тикшеренеү эшемдең темаһы итеп киң билдәле әҙип, Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевтың үҙенең ижад иткән әҫәренең исеме менән һүҙҙәрен алдым: «Мин – тәбиғәт балаһы... »
Ни өсөн мин был темаға мөрәжәғәт иттем һуң?
Беренсенән, Абдулхаҡ Игебаев – минең дә һәм класташтарымдың да - яратҡан шағиры. Ул беҙгә күрше генә ятҡан Баймаҡ районы Күсей ауылында тыуған.
Икенсенән, беҙ дәрестә уның шиғырҙарын уҡып, ижадын бик ныҡ оҡшаттыҡ һәм артабан да уның әҫәрҙәренә ҡыҙыҡһыныуыбыҙ артты.
Өсөнсөнән, уның күп төрлө бай ижадында, төп темаларҙың береһе итеп, хәҙерге мәлдә бөтәбеҙҙе лә уйландырған, борсоуға һалған актуаль, бөтә кешелек проблемаларының береһе – бөгөнгө тәбиғәттең аяныслы яҙмышы хаҡында әҫәрҙәре урын алған.
Дүртенсенән, беҙ класташтарым менән тыуған яғыбыҙҙың тәбиғәтен һаҡлау, уны яҡлау өсөн тырышып йөрөгән, дөйөм эштәрҙә һынатмаған уҡыусыларбыҙ. Ике йыл рәттән республика буйынса экологик акцияла ҡатнашып еңеп, Өфөгә сәйәхәт итергә путевкаға ла лайыҡ булдыҡ әле! Шуның өсөн дә Абдулхаҡ Игебаевтың ошо йүнәлештәге әҫәрҙәре беҙгә яҡын да, бер ҙә ят түгел.
Үҙемдең алдыма ошондай маҡсаттар һәм бурыстар ҡуйҙым:
Ниндәй тикшеренеү алымдары маҡсатыма ирешергә ярҙам итте һуң?
Туған әҙәбиәт дәресендә «Кластан тыш уҡыу китабы»нда бирелгән «Донъябыҙҙан ни ҡала?», «Үҙ күҙемә үҙем ышанмайым» шиғырҙары менән таныштыҡ. Уларҙы ентекле өйрәнеп, тәбиғәттең бөгөнгө аяныслы хәле хаҡында бәхәсле әңгәмә ҡорҙоҡ.
Халыҡ шағирының китаптарын китапхананан алып, экологик темаға әллә күпме шиғри әҫәрҙәрен таптым.
Интернет селтәрендә лә эҙләнеп ултырыу бушҡа булманы.
Тикшереү барышында мин ниндәй яңылыҡтар астым?
Абдулхаҡ Игебаев бик ныҡ иртә ата - әсәһенән етем ҡала. Туғандары менән Темәс балалар йортонда тәрбиәләнә. Тыуған яғынан йәшләй генә айырылһа ла, ғүмере буйы атайсалын һағынып, уның халҡына, тәбиғәтенә арнап әҫәрҙәрен яҙа. Тыуған яҡ йырсыһы ул, тип әйтергә була уның хаҡында. Берсә ауылының үҫешенә ҡыуанып талпыныулы шиғырҙарын яҙһа, шул уҡ мәлдә уратып алған донъяның бик ҡыҙғаныслы хәлен күреп, тәрән әсенеп шиғри юлдарын теҙә. Юҡҡа ғына ул:
«…Ер - Әсәнең ғәмдәрен, йөрәгемә һеңдергән
Мин – тәбиғәт балаһы, мин – тәбиғәт балаһы! » - тип яҙмай ул үҙенең ижад иткән « Мин – тәбиғәт балаһы» ҡобайырында. Күк Ирәндек йырсыһын – Абдулхаҡ Игебаевты тыуған яғының тәбиғәтенең бөгөнгө күренеше борсоуға һала. Ошо уҡ ҡобайырында бына нимә ти ул :
« Болоҡһойҙар сәскәләр,
Башы һыйыр юлаҡтан
Әүәлгесә елдереп
Килеп сыҡмай йәтсәләр,
Һайрар ҡошон юҡһынып
Зар илайҙар сәхрәләр!
Екән һулый, күл ҡорой,
Эсер һыуҙар ыулана,
Гүйә, хәүеф һиҙенеп,
Быуаттар төпкөлөнән
Боронғо мәмерйәләр,
Арҡайымдар шомлана...», - ти ул. Ләкин шағир бик үк өмөтһөҙлөккә бирелеп китмәй, киләсәккә ышанысын юғалтмай ул:
« …Алла бойорһа, тимен,
Урал тәбиғәтенең
Ҡанһыраған яраһын
Йәһәтерәк бәйләргә
Кешелекле, шәфҡәтле,
Миһырбанлы ҡул бөтмәҫ!...»
Дәрестә өйрәнгән « Донъябыҙҙан ни ҡала?», « Үҙ күҙемә үҙем ышанмайым » шиғырҙары минең һәм класташтарымдың күңелдәрендә бигерәк тә ныҡ уйылып ҡалды. « Донъябыҙҙан ни ҡала? » - ошо һорау әрнетә шағир йөрәген. «…Эсер һыуҙар ҙа ҡороһа...»,
«…Һулар һауа ла булмаһа...»,
« ...Урманыбыҙ ҙа ҡырылһа,
Ата – бабам төйәк иткән
Ерҙәребеҙ ҙә һатылһа,
Донъябыҙҙан ни ҡала?», - тигән ҙур һорау ҡуя шағирыбыҙ.
« Үҙ күҙемә үҙем ышанмайым » шиғырында тәбиғәт һаҡсыһы шағирыбыҙ атайсалының үҙгәреүенә, Йәншишмәһенең кибеп барыуына, ғәзиз тупрағында ҡот юғалыуына, тыуған ерҙәрҙән ырыҫ китеүенә ярҙамды кемдәрҙән көтәбеҙ икән тип тынғыһыҙлана:
«…Заман алдындағы яуаплылыҡ
Төштөмө ни беҙҙең иңдәрҙән?
Ярҙам көтәбеҙ һуң кемдәрҙән?
Кемдәрҙән?! »
Тәбиғәттең беҙгә биргән бүләктәре хисапһыҙ. Ә беҙҙән ул бер генә нәмә һорай - һөйөү һәм яҡлау. Бына ошоно аңланыҡ беҙ халыҡ шағирының әҫәрҙәрен уҡығас. « Оран һала Ер – Әсә » поэмаһындағы юлдар тап шуны һөйләй ҙә:
« Бер бөртөк орлоҡ сәсһәгеҙ,
Бирермен мең бөртөк итеп,
Сыбыҡ ҡаҙап ҡуйһағыҙ ҙа,
Шаулатырмын тирәк итеп! » - тип өндәшә мәрхәмәтле бөйөк Ер–Әсә.
«Атом бомбаһында әгәр
Ҡалдырһағыҙ мине көлгә,
Осорһоғоҙ үҙегеҙ ҙә
Ғаләмдәрҙән иҫкән елгә!
Һауаларым ағыу булыр,
Тупрағымда үҫмәҫ үлән,
Йән эйәһе ҡалғанда ла
Ризыҡ таба алмаҫ минән!» -
тип үткән фажиғәләр ҡабатланып ҡуймаһын өсөн тынысһыҙлана ул.
«Ергә мәңгелеккә килмәгәнбеҙ
Ҡәҙерен беләйек беҙ ер – һыуҙың!» йәки
«Их, әгәр ҙә ҡөҙрәтемдән килһә,
Ер сатнаған ошо минутта
Шифа ямғыр булып һибелер өсөн
Мин әйләнер инем болотҡа!», - ти шағир үҙенең шиғырҙарында.
Йомғаҡлау.
Абдулхаҡ Игебаевтың ошондай шиғырҙары, һис шикһеҙ, өйрәнелергә тейеш, тип иҫәпләйем мин. Сөнки дәрестәрҙә беҙ бындай әҫәрҙәрҙе уҡып, поэзияның ни тиклем тәьҫир итеү көсө көслө икәнен тойҙоҡ, экологик тәрбиә биреүҙә ҙур әһәмиәткә эйә улар!
Ватанын сикһеҙ һөйгән, халҡының яҙмышы өсөн әрнеп борсолған әҙип кенә ошолай бәғерҙәргә үтеп инерлек юлдар яҙа алалыр, тигән һығымта яһаным мин. Ғүмере буйы тыуған яғы тип янған, күк Ирәндеген юҡһынған, тәбиғәтен ҡурсырға тырышҡан нескә күңелле, оло йәнле кеше ул бөйөк шағирыбыҙ Абдулхаҡ Игебаев. Ер яҙмышы – беҙҙең ҡулда! Ошо хаҡта бер ҡасан да онотмаҫҡа, уйланырға мәжбүр итә беҙҙе шағир. Тәбиғәттең матурлығы – ул еребеҙҙең матурлығы. Тәбиғәтте яратмаған кеше – илен яратмай, илен яратмаһа, телен дә, моңон да яратмай. Ә яратмай икән, ул барыһын да юғалтасаҡ! Бына ошоно иҫбат итә лә Абдулхаҡ Игебаев. « Мин – тәбиғәт балаһы! » - тип типкән әҙип йөрәгенең тиккә генә шундай һүҙҙәр әйтмәүенә инандым
Ҡулланылған әҙәбиәт:
А. Игебаев « Ҡайҙа һайрай һандуғасҡай?», Өфө – 2010.
Лиса и волк
Как я избавился от обидчивости
Астрономы наблюдают за появлением планеты-младенца
Ласточка
Астрономический календарь. Апрель, 2019