Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев ижады күп яҡлы һәм бик бай: башҡорт телендә ул ҡул тейҙермәгән, күҙ нурын түкмәгән өлкә юҡтыр, моғайын. Ғөмүмән, халҡыбыҙҙың данлыҡлы улы башҡорт халҡына ҡағылышлы бөтә нәмәне: сәнғәтте, әҙәбиәтте, фәнде, фольклорҙы белгән һәм яратҡан кеше. Бигерәк тә халыҡ ижадын төптән белеүе, уға мөхәббәте Ж.Кейекбаевтың әҙәби ижадында ла яҡшы сағылыуы бөгөн күптәргә мәғлүм. Яҙыусының мин әҙәби мираҫын байҡап сыҡтым, һәм ғалим, фольклорсы Әхмәт Сөләймәнов әйткәнсә, Жәлил Ғиниәт улы әҙәбиәткә фольклор аша килгән яҙыусы, тип һанайым. Сәсәнлек традицияларын дауам итеп сығарған ҡобайырҙарын, кескәйҙәр өсөн тәғәйенләнгән әкиәттәрен уҡыным. Былар менән автор йәш быуында намыҫлылыҡ, тоғролоҡ, изгелек сифаттарын тәрбиәләшә, беҙгә тыуған төйәкте яратырға, ҡәҙерләргә өйрәтә. Ж.Кейекбаевтың халыҡ ижады гәүһәрҙәрен оҫта файҙалана белеүенә, мин уның данлыҡлы “Туғандар һәм таныштар“ романын уҡып сыҡҡандан һуң тағы бер инандым.
Вложение | Размер |
---|---|
zh._kiekbaev.doc | 0 байтов |
Н. Гумилёв. Жираф
Лавовая лампа
Вода может клеить?
Убунту: я существую, потому что мы существуем
Несчастный Андрей