"Өләсәйҙән ҡалған һандыҡ"
методическая разработка (4 класс)
Внеклассное мероприятие "Өләсәйҙән ҡалған һандыҡ "
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
olsyzn_kalgan_handyk.docx | 22.45 КБ |
Предварительный просмотр:
Государственное бюджетное общеобразовательное учреждение
Белорецкая коррекционная школа для обучающихся с ограниченными возможностями здоровья
Өләсәйҙән ҡалған һандыҡ.
(Бабушкин сундучок)
Провела: Махмутова А.М.,
Өләсәйҙән ҡалған һандыҡ.(Бабушкин сундучок)
Боронғоса йыйыштырылған өй. Һандыҡ,башҡорт күлдәге, түшелдерек, камзул, түбәтәй, ҡумыҙ,ҡурай, дебет шәл.
Уҡытыусы(Янында бер нисә ҡыҙ һәм малай ултыра. Бөтәһе лә һандыҡтағы әйберҙәрҙе ҡарайҙар.)
Бына ниндәй байлыҡ ҡалдырҙы миңә өләсәйем.Үҙе янына ултыртыр ҙа, һәр әйберҙең тарихын һөйләр ине. Бигерәк һағынам үҙен.
Эй, күпме ғүмер үтеп тә киткән. Былары уның йәш саҡта сиккән ҡулъяулыҡтары. Ә быныһын инде үҫкәсерәк, (таҫтамал күрһәтә) таҫтамал ҡайый торған булғандар. Был сигелгән әйберҙәр кейәүгә барғанда, үҙе менән алып килгән әйберҙәре. Таҫтамалдар, карауат башына селтәрҙәр – барыһы ла бирнәгә тип әҙерләнгән.
Эльвина. –Ә был балдаҡ кемдеке?
Уҡытыусы. Минеке. Ул миңә ҡәртнәйемдән ҡалды –иҫтәлек. Мин уны бик ҡәҙерләп һаҡлайым. Аулаҡ өйгә йыйылғанда, шул балдаҡ менән “йөҙөк һалыш” уйнағандар. Әйҙәгеҙ, балалар, һеҙгә лә өйрәтәм.Айгөл, һин устарына йөҙөк һалғандай йөрөп сыҡ. Тик бер кешенең генә усына һалаһың. Әлиә, ә һин ситтән генә ҡарап, кемгә һалғанын белергә тырыш. (Әлиә ситкә китеп ултыра). Һеҙ устарығыҙҙы тиҙ генә йомоп ултырығыҙ. Иптәшегеҙ йөҙөк кемдә икәнен белһә, ул кешегә яза бирәбеҙ. Йә, ултырышығыҙ. (Айгөл йөҙөк һала.) Йә, әйт әле, йөҙөк кемдә?
Әлиә. Йөҙөк –Илүзәлә. (Йөҙөк Эльвинала булып сыға)
Уҡытыусы. Белмәгәс ! Фантик бирергә кәрәк . (Әлиә фантикты бирә, ситкә күсеп ултыра, уйнамай)
Карина ситкә барып ултыра. Лиана тағы йөҙөк һала.
У. Йә, …, кемдә йөҙөк? (Илүзәгә.Әминәгә һала. Карина гел дөрөҫ әйтә. Илүзә менән Әминә ситкә күсеп ултыралар.)
(Уйын шулай ике-өс фантик алғансы дауам итә) . Илүзә , ә хәҙер артыңа боролоп ултыр, һәр фантикка яза бирәһең. Лиана. Был фантикка ни яза? — Бейеһен. (Балалар “Ҡара –ҡаршы әйтешеү ” йырын йырлайҙар. Алия бейей.)Узнат
ь большеУзнать больше Лиана. Был фантикка ни яза? — Бер аяҡта һикереп килһен. Эльвина һикереп урап сыға) Линара. Был фантикка ни наказ? — Әтәс булып ҡысҡырырға. (ултырғысҡа баҫып, әтәс булып ҡысҡыра.) (Наказ үтәлгәс кенә, һәр кем үҙ нәмәһен ала. Балалар урындарына ултырышалар.)
Уҡытыусы. Йырлы-бейеүле уйындарҙы күп белә торғайны ул. “Наза”, “Косилка-молотилка”, “Өслө”… Кис етһә, уйынға сыға торғайныҡ. Шунда уйнай инек уларҙы., тип һөйләй ине Йә булмаһа, берәйһен өйрәтәйем.
Һанашмаҡ әйтә беләһегеҙме?
Балалар. Эйе. Мин дә беләм.
Уҡытыусы . Йә, кем әйтә?
Кариназ. Мин! Мин! (Йүгереп тора ла бөтәһен дә һанай башлай.)
Аладан-баладан,
Бесәй йөрөй йылғанан.
Сәүкә, сыпсыҡ,
Һин ҡал, был сыҡ!
Ильмира, һин сыҡ!
Уҡытыусы.Һеҙгә “Йәшерәм ,йәшерәм йәшел яулыҡ” уйынын өйрәтәйем, улай булғас.
(Уйын туҡтала. )Уҡытыусы. Һай! Өләсәйем иҫкә төшөп китте. Күңелле ине уның менән. Йәш сағығыҙҙың ҡәҙерен белеп йәшәгеҙ инде, балаҡайҙар, тип әйтеп ҡалдырҙы ул миңә. Күпме күңел байлығы ҡалдырҙы.
Балалар. Рәхмәт,һеҙгә .Беҙгә уйындар бик оҡшаны.Өләсәйегеҙгә лә ҙур рәхмәт!
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Сіз қандай ата-анасыз?
ата-анаға сауалнама...
"Өләсәйем һандығы"
Милли байрамдар, йолалар үткәреү өсөн сценарий...