"Өләсәйем һандығы"
план-конспект занятия (4 класс)
Предварительный просмотр:
«Өләсәйем һандығы»
Маҡсат: Балаларҙа халҡыбыҙҙың тарихына, мәҙәниәтенә, фольклорына һәм өлкән быуынға ҡарата ихтирам,ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү.
Боронғоса биҙәлгән өй. Өләсәһе ойоҡбаш бәйләй, янында ейәнсәрҙәре ултыра.
Нигматуллин Данил: Өләсәй, нимә эшләйһең ул?
Өләсәй: Һеҙгә, балаҡайҙарым, йылы ойоҡбаш бәйләйем.
Нигматуллин Данил, һандыҡ янына ултырып, һандыҡ йоҙағы менән булыша башлай.
Өләсәй: ҡуй, балаҡайым, булышма, йә йоҙағын боҙоп ҡуйырһың.
Эльза: Өләсәй, ә нишләп уны гел бикләп тотаһың?
Нигматуллин Данил: Ысынлап та, нимә бар унда, өләсәй?
Өләсәй: Иҫтәлектәр, ҡомартҡылар һаҡлайым, балам.
Нигматуллин Данил: ҡомартҡы нимә ул? Өләсәй, күрһәт әле!
Өләсәй: - ҡомартҡы – ул борондан ҡалған иҫтәлекле нәмә; мираҫ, йәки кемдеңдер төҫө итеп һаҡланған иҫтәлекле нәмә.
- Йә, ярай, аҙмы-күпме ғүмерем ҡалған, һандығым серен асайым әле.
Эльза: Өләсәй, әйҙә, беҙ иптәштәребеҙҙе лә саҡырайыҡ. Һөйләһәң, ышанмаҫтар, күрһендәр әле.
Өләсәй: Ярай, ярай.
Ейәнсәрҙәр һөйөнөшөп сығып йүгерә.
Өләсәһе ҡаралтыларҙы икенсе һандыҡ өҫтөнә күсереп ҡуя.
Шул арала ҡыҙҙар, малайҙар йүгерешеп килеп инәләр.
Тимур: - Һаумыһығыҙ, Фатима инәй!
Өләсәй: Һаумыһығыҙ, Һаумыһығыҙ,балалар!
Динислам: Хәлдәрегеҙ нисек?
Өләсәй: Яҡшы, Аллаға шөкөр! Барыбыҙҙа иҫән-һау йыйылдыҡмы?
Өләсәй: - Балалар, һеҙгә мәҙәк әйтәм, яуабын белһәгеҙ, йоҙҙаҡа асҡыс табырһығыҙ.
- Ана, тәҙрәгә ҡарағыҙ әле, ике сәүкә ултыра: ҡайһыһы инә сәүкә, ҡайһыһы ата сәүкә?
Наркис: Ата сәүкә янындағыһы – инә сәүкә, инә сәүкә янындағыһы - ата сәүкә.
Нигматуллин Данил: Дөрөҫ түгел! ҙурыһы – ата сәүкә,бәләкәсе- инә сәүкә.
Дамир: Мин әйтәм, ҡуҡырайып ултырғаны- ата сәүкә, сырҡ-сырҡ тип өҙгөләнгәнеп ултырғаны – инә сәүкә.
Өләсәй: Дөрөҫ, балалар.
Йомаҡ сиселгәс, өләсәһе һаҡҡына һандыҡты аса.
Өләсәй: - Йомаҡтың яуабын тапҡас, һандыҡты асырға тура килә инде.
- Бына был минең камзул килен булып төшкәндә кейгән кейемем. Ошо камзулды кейеп алһам, байрамдарҙа йырлаған саҡтарым иҫкә төшә.
Григорьев Вадим: Фатима инәй, әйҙә беҙҙә йырлап алайыҡ!
Өләсәй: Әйҙәгеҙ, үҙегеҙең һәләтегеҙҙе күрһәтеп китегеҙ әле.
Файзуллин Флюр, Григорьев Вадим Аттар йырын башҡаралар.
Өләсәй: - Һай, афарин малайҙар!
- Әсәйем, килен күренешенә, тип оло инәйҙәргә түшелдерек таратҡайны. Үҙем теккәйнем, береһен иҫтәлек итеп һаҡлайым.
Бер ҡыҙ түшелдеректе кейеп ҡарай.
Балалар:
- Регина: ҡайһылай матур!
- Тимур: Ниндәй күркәм!
Өләсәй: - Олатайығыҙ мәрхүмдең ҡурайы ла һаҡлана. Өҙҙөрөп уйнай ине ҡурайҙа!
- Балалар, һеҙ уйнай беләһегеҙме?
Флюр: Беләбеҙ, беләбеҙ! Егеттәр, уйнап беренсе урын алдык.
Өләсәй: - Афарин! Олатайығыҙ кеуек оҫта уйнайһыгыз икан!
- Беҙ бәләкәй саҡта «Йәшерәм, йәшерәм яулығымды” уйынын уйнаған яулыҡ.
Динара, Динислам:- Әйҙәгеҙ, беҙҙә уйнайыҡ.
- Вадим: Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ.
Балалар «Йәшерәм, йәшерәм яулығымды” уйынын уйнайҙар.
Йәшерәм, йәшерәм яулығымды,
Йәшел ҡайын артына.
Һиҙҙермәйсә һалып китәм,
Бер иптәшем артына.
Балалар: (Регина, Тимур) - Әһә, …… ниндәй яза бирәбеҙ?
Малайҙар (Флюр, Вадим): Бейеһен йә йырлаһын.
ҡыҙҙар берга: Юҡ, егеттәр! Үрге урамдағы Таһир бабай булып атлап күрһәтһен.
Бергә: Афарин, афарин!
Йәшерәм, йәшерәм яулығымды,
Йәшел ҡайын артына.
Һиҙҙермәйсә һалып китәм,
Бер иптәшем артына.
Балалар(Динислам, Дамир): - Әһә, ниндәй яза бирәбеҙ?
- Флюр : Таҡмаҡ әйтһен.
Хайруллин Нәркис:
1. Алма бешкән теҙелеп,
Килеп төштө өҙөлөп.
Алма кеүек матур ҡыҙҙар,
Йырлап үтә өҙҙөрөп.
2. Бейәләйҙе, бейәләйҙе,
Бейәләйҙе кем һырлай.
Хәҙер шундай закон сыҡҡан
Кем уртала шул йырлай.
Бергә: Һай, афарин!
Өләсәй: Был төйөнсөк иң ҡәҙерлеләрҙең береһе. Хәсән олатайығыҙҙың миҙалдарын һаҡлайым. Батыр булып үлде, яуҙан ҡайтманы шул.
Өләсәй миҙалдар күрһәтә.
Өләсәй: Ә был таҡтамалды йыйында көрәшеп еңгәйне. Йыл һайын Һабантуйҙа көрәшеп бик күп бүләктәр отто.
Флюр: Вадим менән беҙҙә көрәш менән шөғөлләнә башланыҡ.
Өләсәй:Һеҙҙә үҙегеҙҙең уңыштарығыҙ менән шатландырырһығыҙ әле!
Өләсәй: - ҡымыҙ һауытын олатайығыҙ мәрхүм үҙе яһағайны. Ағас эшенә лә оҫта ине, ҡулы алтын ине.
Борон – борондан башҡорттар ҡунаҡтарҙы ҡымыҙ менән һыйлағандар.
Өләсәй: Килен булып төшкәндә, ҡәйнәм бүләк иткәйне был шәлде. «Шәл бәйләнем” бейеүен бейергә ярата инем.
ҡыҙҙар, әллә һеҙҙә берәй бейеү бейеп күрһәтәһегеҙме?
ҡыҙҙар, бейейҙәр.
Өләсәй. Шулай итеп, балалар, ҡомартҡы – ул борондан ҡалған иҫтәлекле нәмә; мираҫ, йәки кемдеңдер төҫө итеп һаҡланған иҫтәлекле нәмә. Һандытҡың сере бик күп инде, балаҡайҙар. Йәнә бер осрашырбыҙ әле, ә хәҙер күңел асып алайыҡ.
Әйҙә әле, баҫ, баҫ,
Йырлап, бейеп күңел ас!
Халҡыбыҙҙың көйҙәре
Бер ҡасан да ялҡытмаҫ!
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Сіз қандай ата-анасыз?
ата-анаға сауалнама...