Внеклассное мероприятие " Обряд"
классный час (4 класс)
Этот обряд учит детей уважать традиции и обычаи башкирского народа. Воспитывает у них любовь к родному языку, к народному фольклору.
Здесь говорится о гостиприемстве башкирского народа.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
vneklassnoe_meropriyatie.docx | 14.81 КБ |
Предварительный просмотр:
Ҡымыҙ менән ҡунаҡтар ҡаршылау йолаһы.
Уртала биҙәлгән тирмә ултыра. Тирмә эсендә, тышында йәш ҡыҙҙар һәм еңгәләр күренә. Һәр кем нимә менәндер мәшғүл.
Тирмә эсенән таҡмаҡлап ике йәш ҡыҙ килеп сыға.
Беренсе ҡыҙ; - Бейә һауаһы ла бар.
Икенсе ҡыҙ; - Ҡымыҙ бешәһе лә бар.
Бөтәһе бергә; - Йәйләүгә ҡунаҡтар килгән
Ҡаршы алаһы ла бар.
Бейәләрҙе һауырға әҙерләнәләр. Йәш ҡыҙҙар ҡулдарына биҙрәләр һәм таҫтамалдар алып , биҙрәләрен сиртеп, һамаҡлайҙар.
-Беҙ бейәләрҙе һауабыҙ
Иркәләп, һөйөп кенә
Беҙҙең бейәләрҙең һөтө
Аҡ ҡына, шифа ғына.
Өлкән еңгә батман сығара.( “Бейә һауыу” бейеуен бейейҙәр)
Һауған һөттәрен ошо батманға һалалар, ә өлкән еңгә ҡымыҙҙы бешеп тора. Бейеү барышында ошо һамаҡты әйтәләр.
- Сәптер, сәптер, сәптер, сәптер.
Көбөлә ҡымыҙ әсей
Беҙгә килгән ҡунаҡтарға
Һай, тәмле ҡымыҙ әҙер.
Өлкән еңгә; - Килендәр, ҡымыҙ әҙер, кәсәләрҙе сығарығыҙ ҡунаҡтарҙы һыйлайыҡ.
Йәш ҡыҙҙар ҡунаҡтарҙы ҡымыҙ менән һыйлаған арала, еңгәләр таҡмаҡлап бейеүгә төшәләр.
-Һай ҡымыҙы, ҡымыҙы
Был ҡымыҙға ни етә
Күңелдәрҙе елкендереп
Йырлата ла бейетә.
Яңы бешелгән һай ҡымыҙ
Һыуһынға яҡшы була
Байрамдарҙа ҡымыҙ эсеү
Борондан килгән йола.
Кемдәр һауа бейәләрҙең
Уңған ҡыҙҙар, килендәр
Дәрттә бирә, көстә бирә
Һай ҡымыҙы, ҡымыҙы.
Һәтес,һәтес,һәтес,һәтес ( 4 тапҡыр)
Һәдерлитә түдерлитә түдерлитә түриттә (4 тапҡыр)
Дүрә-дүрә дүрәдәү ( 4 тапҡыр)
Арғы остан килен килә
Яулыҡ осон бәйләгән
Шундай килен буламы ни
Ҡымыҙ бешә белмәгән.
Бисмиллаһи рахмани рахим
У. бәрәкәт ( тип ҡымыҙҙы тәмләйҙәр)
Һай ҡымыҙы, ҡымыҙы ла
Был ҡымыҙға ни етә
Күңелдәрҙе елкендереп
Йырлата ла бейетә.
Йәш килен;- Эх, ошо ҡымыҙҙы,
Ике туған бергә эсһә.
Бөтәһе бергә; - Һөйләштерер был ҡымыҙ.
Йәш килен ; - Ике үсле бергә эсһә.
Бөтәһе бергә; - Талаштырыр был ҡымыҙ.
Йәш килен; - Ике дәртле бергә эсһә.
Бөтәһе бергә; - Әйтештерер был ҡымыҙ.
Йәш килен ; - Ике сәсән бергә эсһә.
Бөтәһе бергә; - Ярыштырыр был ҡымыҙ.
Ике сәсән бергә эсһә
Ярыштырыр был ҡымыҙ.
Йәш килен ;- Башҡорт иле ҡымыҙ эсһә
Бөтәһе бергә; - Дәртләндерер был ҡымыҙ.
Йәш килен ; - Башҡорт иле ҡымыҙ эсһә.
Бөтәһе бергә; - Ҡеүәт бирер был ҡымыҙ.
Башҡорт иле ҡымыҙ эсһә.
Ҡеүәт бирер был ҡымыҙ.
Һаумыһығыҙ, сит ерҙәрҙән
Ҡунаҡтар килгән беҙгә
Рәхим итегеҙ, ҡунаҡтарға
Иҙел башы еренә!
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Внеклассное мероприятие. Тема мероприятия: Правила дорожные знать каждому положено.
Цели занятия:1. Познакомить детей с правилами дорожного движения.2. Формировать навыки поведения на улицах города в соответствии с правилами ПДД....
Внеклассное мероприяти Внеклассное мероприятие: «Традиции и праздники татарского народа»
Внеклассное мероприятие: «Традиции и праздники татарского народа» проводится с целью - познакомить детей с обычаями и традициями татарского народа; продолжать прививать детям чувство...
Внеклассное мероприятие "Прощание с Начальной школой" 4класс. Конспект мероприятия.
Внеурочная деятельность . Конспект "Прощание с Начальной школой"...
Внеклассное мероприятие для учащихся начальных классов. « Традиции забытых народных праздников, обрядов, посиделок».
Описание работы: Материал для учителей и воспитателей начальной школы. Может использоваться в организации внеклассной работы, работе с родителями. Форма: праздничная программа Возраст: уч...
"Цветочная история" внеклассное мероприятие в рамках общешкольного мероприятия "Фестиваль цветов" для учащихся начальной школы
Методическая разработка воспитательного мероприятия "Цветочная история" , проведенного в рамках общешкольного "Фестиваль цветов" составлена с использованием интернет-источников.Текст частично бы...
Самоанализ внеклассного мероприятия. Внеклассное мероприятие, защита проекта «Моя семья»
Самоанализ внеклассного мероприятия....
Разработка внеклассного мероприятия в 1 классе "Народные традиции и обряды.Масленица."
Данное внеклассное мероприятие проводилось 27 февраля 2020г. В 1 классе детей познакомила с народными традициями и обрядами на масленицу. Они узнали о каждом дне данного праздника и чем заниманились в...