Исследовательская работа. "Ысын ир аҫылы Фәрүәз Заһиҙуллин", Загидуллин Фанур Фаритович, 8 класс
проект
Тикшеренеү маҡсаты. Яугир-интернационалистың тормош юлын өйрәнеү, артабан уның яҙмышы нисек хәл ителгән, ҡыҙыҡһыныу.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
ir_zagidullin_fanur_o_farvaze_salmanovicha.docx | 53.45 КБ |
Предварительный просмотр:
Башҡортостан Республикаһы Учалы районы
муниципаль районының муниципаль
бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы
Мәҫкәү ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе
Советтар Союзы һәм Рәсәй Федерацияһының
урындағы һуғыштарында ҡатнашҡан
Учалы районы яугирҙарына бағышланған
"Хәтерҙең эҫе нөктәләре"
проект-тикшеренеү эштәре
район конкурсы
номинацияһы: «Ҡаһарманлыҡ урыны – Афғанстан ере»
Темаһы: Ысын ир аҫылы
Фәрүәз Заһиҙуллин
Башҡарҙы: Мәҫкәү урта мәктәбенең
8-се класс уҡыусыһы
Заһиҙуллин Фәнүр Фәрит улы
Етәксеһе:
“Ғаилә ҡиммәттәре” уҡытыусыһы
Мәүлитова Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙы
Мәҫкәү - 2019
Йөкмәткеһе
Инеш ....................................................................................................................3
I бүлек. Тыуған илде һаҡлау – ул профессия....................................................5
- Фәрүәз Сәлмән улының биографияһы....................................................5
- Афғанстанда хеҙмәт иткән йылдары.......................................................6
- Фәрүәз Сәлмән улы – герой, наградалары..............................................7
II бүлек. Законға хеҙмәт итеү – Тыуған илгә хеҙмәт итеү...............................8
- Милицияның участка инспекторы – өлкән лейтенант Фәрүәз Заһиҙуллин, наградалары.........................................................................8
- Тыуған ил һаҡлаусыһының ғаиләһе........................................................9
Йомғаҡлау..........................................................................................................11
Ҡулланылған әҙәбиәт........................................................................................12
Ҡушымта............................................................................................................13
Инеш
Афған һуғышында илебеҙ 14 мең һалдат һәм офицерын юғалтты, илен һаҡларға киткән егеттәрҙең күбеһе ҡайтманы. Беҙҙең һалдаттар, Тыуған иле алдындағы бурысын намыҫлы үтәп, Советтар Союзы яугирының намыҫына тап төшөрмәне. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы һымаҡ уҡ, улар ҙа бөйөк ҡаһарманлыҡ күрһәтте.
1988 йылдың майында совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыу башлана, ул 1989 йылдың 15 февралендә тамамлана. Рәсәй халҡы бөгөн дә ул аяныслы осорҙо онотмай, хәтерендә һаҡлай. Сөнки Афған һуғышы беҙҙең республикабыҙ өсөн дә эҙһеҙ үтмәй. Унда Башҡортостандан туғыҙ мең ярымдан ашыу кеше ҡатнаша. Шуларҙан 343-ө яу яланынан әйләнеп ҡайтмай.
Мәҡәләмдең геройы ла – Афған һуғышы яраһын алған һәм Тыуған иленә артабан да намыҫлы хеҙмәт иткән, Мәҫкәү ауылының ысын ир аҫылы булған Фәрүәз Заһиҙуллин тураһында.
Тикшеренеү эшенең актуаллеге. Хәрби хеҙмәтен Афған ерҙәрендә, ут эсендә үткәргән меңәрләгән егеттәребеҙҙең береһе.
Тикшеренеү объекты. Егеттең батырлығын тикшереү аша Тыуған илебеҙҙең тарихын өйрәнеү.
Тикшеренеү предметы. Яугир-интернационалистың тормош юлын өйрәнеү.
Тикшеренеү маҡсаты. Яугир-интернационалистың тормош юлын өйрәнеү, артабан уның яҙмышы нисек хәл ителгән, ҡыҙыҡһыныу.
Тикшеренеү эшенең бурыстары.
1. Афғанстан еренә ни өсөн ебәрелгәндәр – яуап эҙләү.
2. Егет Афған һуғышына ниндәй өлөш индергән – материалдар йыйыу.
3. Яугирҙың һуғыштан һуңғы тормош хәлен күҙәтеү.
4. Геройҙың тормош юлы өлгөһөндә үҫеп килгән быуында патриотик тәрбиә биреүҙе көсәйтеү.
Тикшеренеү мәсьәләһе. Хәҙерге йәштәрҙең Афған һуғышы тураһында ҡыҙыҡһынмауы һәм һуғышта булған яугирҙәрҙе белмәүе.
Тикшеренеү эшенең гипотезаһы. Әгәр мәктәптә Афғанстан һуғышы яугирҙәре тураһында материалдар йыйып эш алып барһаң, уҡыусылар Афғанстан һуғышы тураһында ҡыҙыҡһынасаҡтар һәм үҙенең яугир-интернационалистары тураһында күп беләсәктәр, яҡташтары менән ғорурланасаҡтар.
Эҙләнеү эшенең методтары.
- Һуғышта ҡатнашыусы батыр тураһында мәғлүмәттәр йыйыу.
- Гәзиттән мәҡәләләр йыйыу.
- Ғаилә архивын өйрәнеү.
I бүлек. Тыуған илде һаҡлау – ул профессия
Мин был тикшеренеү эшемдә Мәҫкәү ауылында йәшәгән һәм уға тоғро хеҙмәт иткән Фәрүәз Заһиҙуллин тураһында һөйләмәксемен. Ни өсөн тиерҙәр, бәлки. Сөнки ул хәрби хеҙмәтен Афған ерҙәрендә, ут эсендә үткәргән меңәрләгән егеттәребеҙҙең береһе. Ул минең иң яҡын бабайым була.
- Фәрүәз Сәлмән улының биографияһы
Бабайым, Фәрүәз Сәлмән улы Заһиҙуллин, Учалы районы Мәҫкәү ауылында 1967 йылдың 15 майында күп балалы ғаиләлә тыуа. Өләсәйем менән олатайым һәр балаһына яҡты ғүмер һәм яҡшы тәрбиә биреп донъя ҡуялар. Ул ваҡытта ете балаһы ла үҙаллы тормош юлына аяҡ баҫҡан булалар. Олатайымдың нәҫелен дауам итеп, алты малайы үҫә: Сөләймән, Нариман, Фәнис, Фәрүәз, Фәрит һәм Нияз. Бөтә малайҙары ла әрмелә хеҙмәт итә. Өләсәйемә иптәш булып, ике бөртөк Сәбилә һәм Нурия исемле ҡыҙҙары үҫә. Сәбилә әбейем, өләсәйем һымаҡ, һауынсы һөнәрен һайлай. Әлеге көндә Баттал ауылында бәхетле өләсәй булып ғүмер итә. Нурия әбейем, оҙаҡ йылдар Миндәк ҡасабаһында йәшәп, бер нисә йыл элек яҡты
донъянан китте.
Олатайымдың алты малайы ла шофер һәм тракторсы эшен һайланылар. Оло улы Сөләймән бабайым ғына ситтә йәшәне. Ул, ҡаты ауырыу сәбәпле, өс балаһын ҡалдырып, бик иртә китте. Ә ҡалған биш малайы ауылында ҡалып, ғаилә ҡороп, тырышып эшләнеләр. Бөгөнгө көндә ауылда ике малайы ғына көн итә. Дүрт малайы ауыр эштәрендә алған ауырыуҙарынан яфаланып донъя ҡуйҙылар. Шуларҙың береһе - Афған ерендә хеҙмәт иткән бабайым Фәрүәз Сәлмән улы бөгөн эргәбеҙҙә юҡ.
Фәрүәз Сәлмән улы 1974 йылда Мәҫкәү башланғыс мәктәбенә уҡырға бара. Уның тәүге уҡытыусыһы Бүләкова Тәслимә Хәйбулла ҡыҙы була. Кластарында бөтәһе 27 бала уҡый. Ул тәүге уҡытыусыһына яҡшы белем һәм тәрбиә биргәне өсөн гел рәхмәтле була. 1982 йылда, Мәҫкәү һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлап, Наурыҙ урта мәктәбенә уҡырға бара. Фәрүәз Сәлмән улын класташтары тырышлығы, эшсәнлеге һәм ярҙамсыллығы өсөн ихтирам итәләр.
Фәрүәз бабайым мәктәптә уҡыған сағында тракторист йә шофер һөнәренә эйә булырға хыяллана. Һәм ул һөнәрҙәрҙе үҙләштерә лә. 1985 йылда Совет Армияһы сафына алына.
- Афғанстанда хеҙмәт иткән йылдары
Үзбәкстанда хәрби хеҙмәт алымдарын дүрт ай буйы үҙләштерә. 1985 йылдың октябрь айында интернациональ бурысын үтәргә Афғанстандың Ҡабул ҡалаһына ебәрелә. Фәрүәз Сәлмән улы, башҡорт егеттәренә хас булғанса, хәрби бурысын намыҫ менән үтәй. Тәүҙә сержант, элемтәсе, һуңынан Р-409 радиореле станцияһы начальнигы бурысы йөкмәтелә уға.
Фәрүәз бабайым ысын һуғышты күрә: дуҫтарының үлеме, цинк табуттары бик оҙаҡ йылдар күҙ алдынан китмәй ҡаңғырта. Көтөлмәгән хәл
бабайым хеҙмәт иткән часты ла урап үтмәй – бер төндө дошмандар баҫып инә. Ул бысаҡ яраһын ала һәм Тыуған илгә оҙатыла.
Һауыҡҡандан һуң Фәрүәз Сәлмән улы 1986 йылдың октябрь айында Төркмәнстанға Ашхабад ҡалаһына ебәрелә. Фәрүәз бабайым өҫтөндә был юлы Афғанстанға китәсәк һалдаттарҙы һуғышҡа әҙерләү эше ята.
Был ваҡытта ауылдан тағы бер егет Афған һуғышында була. Ул - уның класташы Наил Надир улы Ғатауллин. Ауыл халҡы уларҙың иҫән-һау хеҙмәт итеп ҡайтыуын көн дә теләп көтәләр. Уларға тиклем Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Һиҙиәт бабайҙың улы Фәрмүт Шәһәрғазин Афғанстан һуғышын күреп ҡайта. Шуға күрә, нимә ул Афғанстан, ауыл халҡы белә ине. Улар үҙҙәренең Ватан һаҡлаусылары менән ныҡ ғорурланалар.
1987 йылда Фәрүәз Сәлмән улы әрменән өлкән сержант званиеһы менән ҡайтып төшә.
- Фәрүәз Сәлмән улы – герой, наградалары
Заһиҙуллин Фәрүәз Сәлмән улы элекке СССР Юғары Советы Президиумының Хөрмәт грамоталары, “СССР Ҡораллы көстәренә – 70 йыл” (1988 йыл), “Яугир-интернационалистҡа мәрхәмәтле Афған халҡынан” (1988 йыл) миҙалдары менән наградлана. “Совет Армияһының отличнигы”, «Урындағы һуғышта ҡатнашыусы» миҙалы, «Һуғыш хәрәкәттәре ветераны» (2001йыл, 2007 йыл) миҙалы, “Бурысына тоғро булғаны өсөн” күкрәк билдәһен (2001 йыл), “Төнъяҡ Кавказда хеҙмәт иткәне өсөн” миҙалын (2007 йыл), “Афғанстанда һуғыш хәрәкәттәре тамамланыу иҫтәлегенә – 25 йыл ” юбилей миҙалдарын (2013 йыл) ҡулына ала.
Ауылына ҡайтҡас, тыңғыһыҙ һәм эшһеҙ ултыра алмаған егет Силәбе өлкәһе Үрге Урал ҡалаһына водителдәр курсына уҡырға керә. Уҡып бөткәс, 1988 йылда шунда уҡ Үрге Урал ҡалаһында эшкә ҡала.
Фәрүәз Сәлмән улын тыуған ауылы ҡайҙа ғына булһа ла тартып, саҡырып тора. Сөнки бәләкәй сағынан ағаларына эйәреп, ауылдың быҙау көтөүен көтөп, эш менән үҫә ул. Йәйҙәрен ана шулай аҡса эшләп, ата-әсәһенә ярҙамлашып, мал ҡарап, Яйыҡ йылғаһында һыу инеп, еләк-емештәрен ашап үҫкән егеттең ауылын ташлап китмәүе билдәле була. 1989 йылда ул «Байрамғол» совхозына эшкә ҡайта. Ул водитель-машинист эшен үҙләштерә. Тыуған совхозында тыныс хеҙмәт юлы үтә. Үҙенә ҡушылған эште еренә еткереп башҡара ул. 1991 йылда автогаражда водитель булып эшләй. Шофер булып эшләүсе Фәрүәз бабайымды ауылдаштары гел маҡтап телгә ала. Ул һәр ваҡыт ауылдаштарына ярҙам итергә әҙер генә торған. Машина ла ул ваҡытта ныҡ кәрәк булған. Кеше барыр еренә барып килгән, йә йомоштарын әйтеп ебәргәндәр.
Ғаилә ҡорғас, Фәрүәз Сәлмән улына совхоз өй бирә. Был өйҙә матур ғаиләһе менән береһенән-береһе теремек малайҙар һәм һылыу ҡыҙ үҫтерә Фәрүәз бабайым.
II бүлек. Законға хеҙмәт итеү – Тыуған илгә хеҙмәт итеү
Бала сағынан ауылына хеҙмәт итеп үҫкән егеткә законға хеҙмәт итеүе лә бер ни тормай. 1994 йылда Учалы эске эштәр бүлегенә эшкә саҡырыла. Яҡшы эше өсөн 2000 йылда Наурыҙ ауылы советына милицияның ышаныслы участковый инспекторы итеп ҡайтарыла.
- Милицияның участка инспекторы – өлкән лейтенант Фәрүәз Заһиҙуллин, наградалары
2001 йылдың көҙөндә Фәрүәз Сәлмән улы Заһиҙуллинды, участка инспекторы булараҡ, өс айға Чечня Республикаһына командировкаға ебәрәләр. Яҙмыш тағы берҙе уны Тыуған иле алдында булған бурысын үтәргә ҡуша. Яҡшы хеҙмәт иткәне өсөн “Кавказдағы хеҙмәте өсөн” (2001 йыл) күкрәк миҙалы менән наградлана. Шул уҡ йылдың декабрь айында,
милиция прапорщигы булараҡ, Фәрүәз Сәлмән улы “Һуғыш хәрәкәттәре
ҡатнашыусыһы” (2001 йыл) күкрәк билдәһе ала. Шул айҙың аҙағында тағы «Бурысына тоғро булғаны өсөн» күкрәк билдәһе менән наградлана. Беҙ, уның туғандары, Фәрүәз Сәлмән улының Чечня еренән һау ҡайтҡаны өсөн Хоҙайға рәхмәтлебеҙ, унда хеҙмәт иткәне өсөн бик шатбыҙ.
Наурыҙ ауыл биләмәһендә милиция участка инспекторы булып 13 йыл эшләгәс, бабайыма тағы бер бәхет йылмайҙы. РФ Эске Эштәр Министрлығының матди-техник базаһын нығытыу буйынса федераль программа сиктәрендә Башҡортостанға 153 өр-яңы ВАЗ 21214 («Нива») автомобиле ҡайтарылды. Учалы эске эштәр бүлегенә биш дана эләкте. Барыһы ла милицияның участка инспекторҙарына беркетелде, шул иҫәптән өлкән лейтенант Фәрүәз Заһиҙуллин яңы “Нива”ға “атланыу” бәхетенә иреште. Был машинаһында көн дә Наурыҙ ауылы биләмәһенә ҡараған ауылдарға, Учалы ҡалаһына эшкә йөрөнө. Ауылының тәртибе өсөн көйҙө, тыныслыҡ һәм тынлыҡ булдырҙы.
Законға, халҡына хеҙмәт иткән Фәрүәз Сәлмән улы хоҡуҡ тәртибен һаҡлау органдары эшендә лә хеҙмәт баҫҡысы буйлап күтәрелде генә. Милиция капитаны булараҡ, ул «Хеҙмәтендә айырмалыҡ күрһәткәне өсөн» күкрәк билдәһе менән бүләкләнә. 2008 йылда «Башҡорттарҙың үҙ теләктәре менән Рәсәйгә ҡушылыуына 450 йыл» юбилей күкрәк билдәһе менән наградлана. «Рәсәйҙең милиция эске эштәр эшмәкәрлеге участка инспекторы хеҙмәте өсөн» миҙалы, «Иң яҡшы участка милиционеры» (2009 йыл) күкрәк билдәһе тағы уға бирелә. Милицияның өлкән лейтенанты булараҡ, Фәрүәз Сәлмән улы 2009 йылда «Енәйәтселеккә ҡаршы көрәштә айырмалыҡ күрһәткәне өсөн» күкрәк билдәһен алып ҡыуана.
Фәрүәз Заһиҙуллинды хәрби-патриотик айлығы ваҡытында тыуған мәктәбе уҡыусылар менән осрашыуға саҡырып торҙо. Ул Тыуған алдында үтәгән бурыстары тураһында һәр ваҡыт ғорурланып һөйләне.
Мәктәптә яугир-интернационалистарға бағышланған мөйөш тә бар. Район гәзитендә уны маҡтап яҙған мәҡәләләр көн күрҙе. 1992 йылда Фәрүәз Заһиҙуллиндың класташы Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙы Мәүлитова уның тураһында мәҡәлә баҫып сығарҙы. Был да, бәлки, уның артабанғы тормошонда этәргес көс булып торғандыр. Мин бабайым менән ғорурланам, уға оҡшарға тырышам.
2013 йылдың ноябрь айынан Фәрүәз Сәлмән улы Заһиҙуллин, полиция майоры исемен алып, хаҡлы ялға китә.
Афғанстандан Совет ғәскәрен сығарыуға 25 йыл тулыуға арнап башҡорт һәм урыҫ телендә «Учалинцы - в Афганистане. Время выбрало нас…» китабы сыға. Китаптың авторҙары Әҡлимә Сафина, Баныу Ҡаһарманова, Фәрит Хәсәнов, Алһыу Хәйруллина Афған утын кисергәндәрҙең барыһын да данлап яҙа, уларға рәхмәттәр белдерә. Китаптың 51-се битендә Фәрүәз Сәлмән улы тураһында яҙылған да инде.
- Тыуған ил һаҡлаусыһының ғаиләһе
Заһиҙуллин Фәрүәз Сәлмән улы яҡшы ғаилә башлығы ине. Ҡатыны Гөлнур Мулләхмәт ҡыҙы менән өс балаға ғүмер бирәләр. Гөлнур Мулләхмәт ҡыҙы оҙаҡ йылдар ауылында һатыусы булып хеҙмәт итә. Аталары кеуек физик яҡтан сыҙамлы, утҡа-һыуға кисергә әҙер торған ике улы ла әрме һурпаһын татыйҙар. Икеһе лә хәҙер ғаиләлеләр. Фәрүәз бабайымдың үҙенә генә оҡшаған һылыу ҡыҙы Илвина Магнит ҡалаһында уҡый, ул медицина өлкәһен һайлаған. Оло улы Илмир өйләнгәне бирле Межозерный ҡасабаһында шахтер булып эшләй. Кесе улы Илдар Фәрүәз улы, үҙенә оҡшаған аҫыл егеттәребеҙҙең береһе, полицияға эшкә бара - атаһының юлын һайлай. Армияла сынығыу алған, бер нимәнән дә ҡурҡмаған егетте патруль-пост хеҙмәтенә беркетәләр. Атаһы шикелле белемгә ынтылған егет Халыҡ-ара иҡтисад һәм хоҡуҡ институтының юридик факультетында ситтән тороп уҡый. Ул - ғаилә династияһын дауам итеүсе шәхес. Әммә ғаилә башлығына киләсәктә лә улының ҡаҙаныштарын күреп йәшәргә Хоҙай насип итмәй, уйламаған ерҙә яҡындарын тәрән ҡайғыға һалып, Фәрүәз Сәлмән улы 2017 йылдың 13 апрелендә мәрхүм була. 50 йәшен туйларға бер айға яҡын ғына ваҡыт ҡала, яҡты донъя менән йөрәк сиренән бик иртә хушлаша.
Ә бит хаҡлы ялҡа сыҡҡас та ул рәхәтләнеп ял итергә, ғаиләһе өсөн тырышып йәшәргә өмөтләнә ине. Шуға күрә тынғыһыҙ эше араһында ҙур итеп йорт та һалып керҙе. Бик матур йәшәйҙәр ине. Һуңғы көндәрендә көн дә балыҡҡа йөрөнө. Халҡы өсөн йәшәгән егет, хатта тотҡан балығын да өйгә алып ҡайтмай, шунда уҡ иптәштәренә таратып ҡайтыр булған.
Ғаиләһен ныҡ яратҡан Фәрүәз Сәлмән улы һәр ваҡыт кемгә булһа ла, ҡайҙа булһа ла ярҙам ҡулы һуҙып йәшәргә өйрәтә. Ҡылған изгелектәрен ауыл халҡы онотмай телгә ала. Бергә хеҙмәт иткән иптәштәре уның ҡәберенә килеп тора.
Йомғаҡлау
Шулай итеп, Фәрүәз Сәлмән улы Заһиҙуллин 50 йыл ғүмере эсендә генә «Ватанға хеҙмәт итеү» мәктәбен үтте. Ул үҙе һайлаған яҙмыш менән ҡәнәғәтләнеп йәшәне, сөнки ундай тормош мәктәбе күптәргә эләкмәй. Ул Тыуған иленә 25 йыл хеҙмәт итте. Ә был йылдар күҙ асып йомғансы ғына үтеп тә китте.
Беҙ - уның балалары, ҡустылары, ейәндәре, Фәрүәз Сәлмән улына рәхмәтлебеҙ. Ҙур рәхмәт яугир-интернационалистарҙың балалары исеменән, ҙур рәхмәт Афған балалары исеменән, ҙур рәхмәт олатай-өләсәйҙәргә батыр атайҙар тәрбиәләгәнгә, ҙур рәхмәт киләсәк быуын балаларының тыныс тормошта йәшәүҙәренә. Тыныс йоҡла, Фәрүәз Сәлмән улы, беҙ һине бер ҡасан да онотмаҫбыҙ, һин - ысын Ир аҫылы!
Ҡулланылған әҙәбиәт
- «Учалинцы в Афганистане» Время выбрало нас…» А.Сафина, Б.Кагарманова. г.Уфа, 2014.
- Гәзиттән алынған мәҡәләләр.
- Ғаилә архивынан материалдар.
Ҡушымта
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Система организации исследовательской деятельности в начальной школе как способ развития исследовательских умений младших школьников
Материал из опыта работы учителя, руководителя кружка и классного руководителя по организации исследовательской деятельности в начальной школе....
Исследовательский проект. Тема: Конструирование сценариев уроков музыки, направленных на достижение предметных и метапредметных результатов. Исследовательский проект Тема: Конструирован
Универсальные учебные действия (УУД) широко представлены в музыкальном образовании и воспитании.В широком значении термин «универсальные учебные действия» означает умение учиться, т.е. способнос...
Исследовательский проект по теме: «Развитие мотивационной сферы учения через проектно-исследовательскую деятельность учащихся»
Проблемная ситуацияС одной стороны с рождения в ребёнке заложены любопытство, любознательность, способность удивляться и творить.С другой же стороны мы знаем, что, придя в школу первого сентября...
«Формирование у младших школьников интеллектуальных способностей и исследовательских умений и навыков в рамках реализации ФГОС второго поколения во внеурочной и урочной деятельности. Формы организации проектно-исследовательской деятельности учащихся.»
В концепции Федеральных государственных стандартов 2 поколения определено понимание основного результата образования как индивидуального прогресса в основных сферах личностного развития, достиг...
Исследовательская работа по теме: «Из каких материалов строить дом?» Автор: Макаренко Алексей Алексеевич ученик 4А класса МОУ «Майская гимназия Белгородского района Белгородской области »
Почему эта тема заинтересовала меня? Наша семья давно мечтала построить теплый, уютный, светлый, прочный дом. На современном рынке огромный выбор строительных материалов. Очень проблематично определит...
Исследовательская работа. "Игрушки из помпонов" - "Тумалаҡ суҡтарҙан уйынсыҡтар", Булякова Наркас Газимовна, 2 класс
Тикшеренеү маҡсаты. Тумалаҡ суҡтарҙың барлыҡҡа килеү тарихын һәм уларҙың тәғәйенләнешен өйрәнеү. Тумалаҡ суҡтарҙан уйынсыҡтар эшләргә өйрәнеү һәм башҡаларҙа ҡыҙыҡһыныу уятыу....
Использование комплексно-волновых уроков как эффективного метода исследовательской деятельности при изучении истории родного края в начальной школе Рождественская Е.Б. Учитель начальных классов, Шишкина С.В. Учитель музыки
В статье раскрывается значимость комплексно-волновых уроков, как инновационной методики, рассказывается о технологии проведения комлексно-волновых уроков в начальной школе....