"Алтын көҙ"
методическая разработка (4 класс) на тему

Исламгулова Газима Бариевна

Сценарий  внеклассного мероприятия "Алтын көҙ" ( "Золотая осень").По программе ведущий организует учащихся. Заранее каждый класс готовит осенний сюрприз ,выступление команды,концертный номер. Выступления детей чередуются с интересными конкурсными испытаниями в виде загадок,пантомимы ,игр .По ходу мероприятия жюри оценивает команды. В конце награждаются победители.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл altyn_k_.docx23.31 КБ

Предварительный просмотр:

Тема:             ” Алтын көҙ “

Маҡсат:  Көҙгө гүзәллеккә һоҡланыу, мул уңышлы миҙгелдең әһәмиәтен төшөндөрөү,күҙәтеүсәнлектәрен,иғтибарлыҡтарын,логик фекрләүҙәрен үҫтереү,коллетивизм,дуҫлыҡ тойғолары тәрбиәләү,көҙгө тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү.

 Йыһазландырыу: Зал байрамса биҙәлгән ,шарҙар эленгән,

                      Кисәнең барышы.

 -  Хөрмәтле   ҡунаҡтар,уҡыусылар,ата-әсәләр! Беҙ бөгөн уҡыу башында беренсе тапҡыр йылдың гүзәл бер миҙгеле- байлыҡ, муллыҡ килтереүсе көҙ байрамын билдәләргә йыйылдыҡ.

-Көҙ! Йылдың алтын  миҙгеле.Ул һәр кешене үҙенең ҡабатланмаҫ сағыу төҫтәре менән  ҡыуандыра.

-Тышта көҙ... Беҙ уны төрлөса әйтәбеҙ: һалҡын,моңһоу,бай,йомарт,ямғырлы...Тик ниндәй генә булһа ла уңыш йыйыу,баҫыу эштәрен йомғаҡлау ваҡыты ул.

- Көҙ байрамы булғас Көҙһылыу ҙа булырға тейештер ул?

- Моғайын эш менән булып килер юлда аҙашып йөрөйҙөр ул.Әйҙәгеҙ Көҙһылыуҙы саҡырайыҡ.

-Көҙһылы-ы-ыу!!!(Күмәкләп саҡырыу).Музыка аҫтында –Көҙһылыу инә.

Күңелдәргә яҡты нур өләшеп,

Шатлыҡ өҫтәп һәр бер йөрәккә.

Үҙ муллығы менән көҙҙәр килә,

Йомғаҡ яһап йәйге хеҙмәткә.

Табындағы икмәк,һый, ниғмәтте

Күреп ил ҡарттары шатлана.

Муллыҡ менән ергә килә көҙҙәр,

Көҙгө муллыҡ ҡыла тантана.

  • Беҙ һине күреүебеҙгә бик шатбыҙ. Әйҙә түргә уҙ.
  • Көҙһылыу ярҙамсыларын да алып килгән. Әйҙә тыңлайыҡ әле.

1. Көҙ тураһында шиғырҙар  һөйләү

 Йәшел йәй ,һау бул инде,

1.Беҙгә инде көҙ килде.

Уҡырға,уҡырға тип

Сентябрь ҡыңғырау бирҙе.

Йәшел түгел урмандар,

Ҡыҙыл,һары булғандар.

Буш ҡалды хәҙер ялан,

Туғайҙа бешкән балан.

2.Көҙ килгән,көҙ килгән,

Көҙ быйыл бик тиҙ килгән,

Ҡайындар,тирәктәр,талдар

Һарынан күлдәк кейгән

Көҙ килгән,тиҙ килгән

Тиҙ килгәнен кем белгән?

Көҙ бит һорап та тормаған

баҡсаға барып кергән

3.Килдек күмәкләп көҙгө урманға,

Япраҡта нурҙар уйнап торғанда.

Япраҡтарҙың бар алы, һарыһы,

Бурҙат ҡыҙылы- матур барыһы.

4.Ҡайҙа барма,ҡайҙа баҡма,

Янып тора көҙгө биҙәк.

Баландарҙың балы тама,

Бәлеш мул була,тимәк.

5.Көҙ етеүгә алтын баҫыу

Яланғас тороп ҡалды.

Тырышып эшләп, ағайҙар

Мул уңыш йыйып алды.

6.Көҙгө көндәр бик күңелле,

Бик күп емештәр бешә.

Помидор,ҡарбуз өлгөрә,

Алмалар өҙөлөп төшә.

7.Көҙ етте инде

Ҡоштар китерҙәр,

Йылы яҡтарға

Сәләм илтерҙәр.

8.Көҙ төрлө-төрлө төҫтәргә

бар ерҙе буяй гелән.

Шатландырып барыбыҙҙы

Һыйлай йәшелсә менән

9.Урман шаулай,гөрләй болон,

Япраҡ яра тал-тирәк.

Йәшел баҡса төҙөү өсөн

Беҙгә тыныслыҡ кәрәк.

Йыр” Осень.”

Беҙ һеҙҙе Алтын көҙ байрамында уйнап –көлөргә, шаярырға , ярыштарҙа ҡатнашырға һәм еңеү яуларға саҡырҙыҡШулай итеп,бөгөн беҙҙә байрам –Алтын көҙ байрамы.

  Бөгөн  беҙҙә   7 команда көс һынаша.Уларҙы ғәҙел баһалап ултырыусы жюри эшләйәсәк.

.( Жюри һайлана.)

2.Таныштырыу                (Команданың исеме)

-Сеү! Ниндәйҙер сәйер тауыш ишетелә түгелме?

Ҡарасҡы күренә.(Илай)

-Бәй нимә булған икән?. Эргәһендә ниндәйҙер ҡағыҙ бар.

Беҙ уҡыйбыҙ ,командалар яуап бирәләр.

3.Йомаҡтар сисеү.

Бер-береһенән уҙышып
Үҫәләр гел бер өйҙә.
Өйҙәрен төп тип атайым,
Сығалар өйҙән көҙгә. /картуф/


Ҡыяҡтары йәм-йәшел дә, 
Һап-һары уның башы.
Ашнаҡсыны илатһа ла, 
Их, тәмләй ул һәр ашты. /һуған/

Ҡып-ҡыҙыл ғына күлдәкте
Ҡайҙан ала ... ?
Күлдәге матур булғас ни,
Уға хатта ер аҫтында
Һис күңелһеҙ түгелдер. /сөгөлдөр/


Ерҙән ҡаҙып алалар, 
Аш, бәлешкә һалалар. 
Көлгә күмә малайҙар, 
Иҙеп ашай бабайҙар. /картуф/


Миңә оҡшай ҡурғаны, 
Кетерләп үк торғаны, 
Маҡтап бөтөргөһөҙ, уф! 
Нимә ашайым? … . /картуф/


Әбей түгел, бабай түгел, 
Үҙе ҡат-ҡат тун кейә, 
Һыуҙар һибеп үҫтерәбеҙ- 
Ул дымлы ерҙе һөйә. 
Йәшкелтем һәм аҡ төҫтә, 
Шытырлап тора тештә, 
Ә исеме - ... . /кәбеҫтә/


Йәшкелт аҡһыл төҫтә ул,
Ҡатлы-ҡатлы күлдәкле,
Әсәй турап ашҡа һала,
Ашағанда бик тәмле. /кәбеҫтә/


Ҡуян бик ярата икән
Ул ҡыҙыл йәшелсәне,
Ҡыш көнөндә Ҡар-бабайҙың
Танауы ул - беләһеңме? /кишер/


Әрсей ҡалһаң, йәһәт кенә
Күҙ йәштәрен ағыҙа.
Уны ашаһаң сирләмәйһең,-
Кәрәк түгел дарыу ҙа. /һуған/


Йоморо уның кәүҙәһе,
Унан аштар бик тәмле,
Әйт әле, һин, әйт әле,-
Был нимә ул? /бәрәңге/


Тәҙрәһе юҡ, ишеге юҡ,
Эсе тулы халыҡ. /ҡыяр/
Ер аҫтында алтын ҡаҙыҡ. /кишер/

Ҡат-ҡат тунлы,
Ҡарыш буйлы. /һуған/

Ите һимеҙ, майы юҡ,

Тиреһе ҡалын, йөнө юҡ.(шалҡан)

-Балалар, таныйһығыҙмы?(Ҡарасҡынын смайлигын алмаштырыу.)

-Балалар,ә һеҙ ниндәй уңыштар йыйҙығыҙ? Өйгә эш сюрприз әҙерләү ине.Тыңлайбыҙ.

4  Сюрприз менән таныштырыу .Һәр команда эшен яҡлай ,жюриға тапшыра.

(номер)

5. Уйын “Алма эстафетаһы”

Һәр команданан  4 уҡыусы сыға.Команда менән парлашып алманы сикәләре менән ҡыҫтырып  ярышалар.2 пар ҡапма-ҡаршы торалар.

(номер)

6.Шаян һорауҙар.

1. Сколько дней длится осень? (91 день)

2. Как в России называют период теплой погоды в середине осени? (бабье лето)

3. Какое дерево является символом осени? (клен)

4. Какое универсальное средство от дождя было изобретено в Китае? (зонт)

5. Какие птицы считаются лучшими предсказателями дождя? (ласточки и стрижи)

6. Сколько дней лил дождь, приведший к Всемирному Потопу? (40 дней)

7. Кто из древнегреческих богов управлял громом и молнией? (Зевс)

8. Чем заканчивается осень? (ноябрем)

(Номер)

7.Көлһылыу ярышы . Һәр команданан 1 уҡыусы сыға. 1 йәшник. (картуф,һуған,помидор) эргәһенә 2,3,4 кл,  2-се йәшник ( һуған, картуф, сөгөлдөр, помидор) эргәһенә 5,6,7,8 кл.

(номер)

8.Театр (Пантомимы)

Утын әҙерләү,Ағас ултыртыу,Бәшмәк йыйыу,Картуф ҡаҙыу,Балан йыйыу,1 сентябрь.

9.Уйын «Кем күберәк»1-се команда ҡағыҙға ҡоштар исемен,2-се команда йәнлектәр исеме яҙа

10. Художестволы номер.

11. Йомғаҡлау өсөн һүҙҙе жюриға биреү. Йомғаҡлау.Ҡотлау.

--  Хөрмәтле   ҡунаҡтар,уҡыусылар,ата-әсәләр.Беҙҙеү байрам тамамланды..Көҙһылыуға рәхмәт беҙҙе йыйғаны өсөн. Ә һеҙгә уҡыуығыҙҙ, эшегеҙҙә,тормошта уңыштар теләйбеҙ.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Дәрес планы. Тема: Туган ягымда алтын көз

Тема: Туган ягымда алтын көз .Максат: Укучыларның көз турындагы белемнәрен системага китерү, аларны сәнгатьле итеп укырга һәм  тасвирлап сөйләргә, табигатьне образлы итеп күз алдына ки...

Алтын каләм Свидетельство

Районный фестиваль детской, юношеской и молодежной прессы "Алтын калэм" - "Золотое перо", под девизом  "За здоровую и сильную молодежь!"...

Отбасым - алтын ұям интерактивті жоба

ата-аналар байқауы, ата-аналармен жұмыс...

"Әбекәй - алтыным, минем иң якыным"

8 март бәйрәме уңаеннан әбиләр өчен уздырылган кичәнең эшкәртмәсе...

отбасым алтын ұям ІІ бөлім

Ата аналармен сыныптан тыс жұмыс...

Әбекәй - алтыным, минем иң якыным

Укучыларның әбиләр белән очрашу. Эзләнү -тикшеренү нәтиҗәсе буларак , проектны  тәкъдим  итергә өйрәнү,яклый белү....

Эбекэй - алтыным

Праздничный утренник к 8 марта...