Бәхетле булығыҙ, әсәйҙәр!
классный час на тему
Әсә көнөнә арналған иртәлек "Бәхетле булығыҙ, әсәйҙәр!"
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
bhetle_bulygyz_syzr.doc | 53.5 КБ |
Предварительный просмотр:
Муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы
Мораҡ ауылы Башҡорт гимназияһы
Бәхетле булығыҙ,
әсәйҙәр!
Әҙерләне :башланғыс кластар уҡытыусыһы
Каразбаева Рәзилә Зиннур ҡыҙы
Мораҡ ауылы 2014
Бәхетле булығыҙ, әсәйҙәр!
Маҡсат:1.Әсәйҙәрҙең эштәренә хөрмәт менән ҡарау һәм уларға
ярҙам итергә теләк уятыу;
2. Әсәләргә ҡарата ихтирам тойғоһо тәрбиәләү,
изгелекле, иғтибарлы, һиҙгер күңелле булырға өйрәтеү.
Йыһазландырыу: I. Ойоштороу моменты
Әсәйҙәр тураһында притча.
Бәпес тыуыр алдынан алллаға һорау бирә:
- Иртәгә Һеҙ мине Ергә ебәрәһегеҙ, унда мин кем менән йәшәйәсәкмен?
- Мин һиңә фәрештә бүләк итәм, ул һәр ваҡыт һинең яныңда булыр.
- Мин һауала көләм, йырлайым.Миңә бында оҡшай.
- Ерҙә лә һиңә рәхәт буласаҡ.Фәрештәң һинең менән бергә йырлар, көлөр, ул һиңә үҙ мөхәббәтен бүләк итер.
- Ә мин уның телен нисек аңлармын һәм мине кем ҡурҡыныстарҙан ҡурсалар?
- Һинең фәрештәң ҡурҡыныстарҙан ҡотҡарыр.
- Ә уның исеме кем булыр?
- Исеме уның мөһим түгел.Һин уны әсәй тип йөрөтөрһөң.
1.Уҡытыусының инеш һүҙе:
Берҙән-берем, күҙ нурым ,тип
Сирләгәндә төн йоҡламай,
Иркәләй һине, һөйә,
Зарыңды белә,көйә.
Кем һуң ул һинең өсөн?
(Ул-һөйөклө әсәйем.)
Әсәй, әсәкәйем! Ошо һүҙ эсендә генә әллә күпме хис-тойғолар йәшеренгән.”Әсәй” тигән һүҙҙе ишетеү менән, күңелдәр йылынып, нурланып китә.
Бөтә баланың да теле”Әсәй” тигән изге һүҙ менән асыла.Әсәһенең күкрәк һөтөн имеп, уның йөрәк йылыһын, һөйөүен татып үҫкән баланан да бәхетле бала юҡтыр.
Әсә кеше төн йоҡоһон йоҡламай, балаларын ҡарай, борсола,уйлана.Алдағы тормошта юғалып ҡалмаһын тип, файҙалы кәңәштәр бирә,йәшәргә өйрәтә. Балаларының башлаған эштәрендә, уҡыуҙарында ярҙам итеп, дәртләндереп ебәрә.Әсәй бешергән аштар телеңде йоторлоҡ була, уның ҡулынан эскән һыу ҙа үҙенсә шифалы.
Һинең иң ҡәҙерле кешең- әсәйең.Ул һәр иртә йылы һүҙҙәр әйтеп, сәстәреңдән иркәләп, йоҡоңдан уята.Матур теләктәрен әйтеп, мәктәпкә оҙатып ҡала, йылмайып ҡаршы ала.Ул изге доғаларынан ташламаған өсөн дә, һәр көнөң шат, матур үтә.Донъяла бөтә балалар ҙа бәхетле булһын ине!
Әсәйҙәр байрамы етте-
Әсәйҙәр көнө бөгөн
Йылмайып ҡояш яҡтырта
Илемдең аяҙ күге
Әсәләр ғүмер, көс бирә
Кешеләргә йәшәргә
Дан һәм хөрмәт, ҡәҙер-хөрмәт
Беҙҙә һәр бер әсәгә
Юҡ әсәнән бөйөгөрәк
Изге, ҡәҙерле исем,
Шуға әсәйҙәр байрамы-
Байрам бөтәһе өсөн!
Һәр аҡыллы ҡыҙ , малай
Ҡәҙерләй үҙ әсәһен
Әсәләр, ҡояш төҫлө
Һәр саҡ балҡып йәшәһен
Әсәйемде яратам
Тыңламайса тормайым
Байрам көндө мин уға
Матур йырҙар йырлайым
Әсәй ҡайтты Ҡадир Әлибаев
Әсәй бик аҙға китһә лә,
Илар сиккә етәбеҙ.
Ҡара бесәй менән бергә:
«Ҡайт! Ҡайт!» - тиеп көтәбеҙ.
Әсәй ҡайтты, бесәй сапты –
Эй, һөйөнөп йөрөйбөҙ.
Әсәй ҡояш алып ингән –
Нурға сумған өйөбөҙ!
Йыр”Мин үҙемде яратам”
1.Конкурс”Иртәгә мәктәпкә” Әсәйҙәргә иртәгә була торған дәпестәр теҙмәһен яҙырға.
Алтын да түгел ҡулы
Көмөш тә түгел ҡулы
Ҡарап торһаң башҡа ҡулдан
Айырып булмай уны
“Бишле” алып өйгә ҡайтһам
Һыйпап ҡуя сәсемдән
Ҡулы нисек йомшаҡ тип
Уйлайым мин эсемдән
Бәләкәй генә баҡсабыҙ
Гөл-сәскәгә күмелгән
Уны шулай итер өсөн
Әсәй көсө түгелгән!
Ҡосаҡлайым әсәйҙе
Тура ҡарап күҙенә
Әсәй бит ул бер генә,
Һөймәй уны кем генә!
Һөйә-һөйә иркәләп
Уята шул әсәйем
Булғас шундай әсәйем,
Бик тә рәхәт йәшәйем!
Ҡушҡандарын тыңлайым
Ҡыуандырып үҙен дә
Һөнәремде күрһә бер,
Шатлыҡ балҡый йөҙөндә.
2.Конкурс “Блиц һорау”
Мәктәп директоры исеме?
Дәрес нисә минут бара?
Туған телдән нимә уҡыйҙар?
Класта нисә парта?
Класта нисә уҡыусы?
Класта нисә малай?
Торһон гелән йылмайып
Сыҡмаһын һис йәштәре,
Арымаһын,талмаһын,
Ағармаһын сәстәре.
Үҫкән ҡыҙҙың белмәгән
Эше була тиме ни,
Әсәһен тыңламаған
Кеше буламы тиме ни?
Байрам көткәндә. Кәрим Булат
Байрамды көтә – көтә,
Беҙ тик кенә ятманыҡ.
Йыр – бейеүҙәр өйрәндек,
Шиғырҙар ҙа ятланыҡ.
Байрамға әҙерләнгәндә,
Ҡуйҙыҡ әле уйлап та.
Әсәйҙәрҙе был көндә
Саҡырабыҙ ҡунаҡҡа.
Йыр”Хыялдар” Малайҙар йырлай.
3.Конкурс “Анкета” Анкеталар буйынса әсәйҙәрҙе һәм уҡыусыларҙы таныу.
”Яңыса бейеү” К.Розалия
4.Конкурс “Ғаилә йылъяҙмаһы
Уҡыусы ҡумтанан һорау ала ,уҡытыусы ҡысҡырып уҡый әсәй яуап яҙа.
Һуңынан уҡыусы телдән яуап бирә һәм әсәйҙең яуабын уҡыу.
1.Әсәйеңдең атаһының исеме нисек?
2.1-се класҡа ҡасан барҙың.Ниндәй кейм кейгән инең?
3.Әсәйеңдең бер туған нисә апаһы һәм ағаһы бар?
4. Әсәйеңдең әсәһенең исеме нисек?
5. Әсәйең ниндәй сәскәләр ярата?
6.Әсәйең ниндәй төҫ ярата?
7.Әсәйең нимә ярата: мармелад, зефир йәки вафли?
8.Әсәйең нимәне һайлай: мороженое йәки пицца?
9.Әсәйең ҡайҙа тыуған?
10. Әсәйеңдең фамилияһы,исеме, атаһының исеме.
11.Әсәйеңдең ата-әсәһенең ФИО яҙырға.
12.Әсәйеңдең яратҡан аҙығы.
13.Әсәйеңдең һиңә яратып әйткән һүҙе.
14. Әсәйең тыуған көнө?
15. Әсәйеңә нисә йәш?
16. Әсәйең кем булып эшләй?
Йыр. .А.Фирзәр”Гөлкәйем”
Байрам-күркәм.Әсәйҙәрҙе
Ҙурлайыҡ, хөрмәтләйек.
Оло ихтирам менән
Бер йыр бүләк итәйек
Конкурс “Мин һине бик һәйбәт иҫләйем”
Уҡыусылар әйләнеп торалар һәм әсәләре тураһында һөйләйҙәр:нимә кейгән, сәсе ниндәй, күҙҙәре ниндәй һ.б.
Йыр”Әсәйгә ярҙам итәм”
Конкурс”Аңлатышыуҙар”
Әсәйҙәр хәрәкәттәр ярҙамында һауыт- һаба исемен аңлата, ә балалар исемен әйтергә тейеш (конвертта һүҙҙәр кәстрүл, холодильник, таба, микротулҡынлы мейес, сәйнүк, миксер, газ плитәһе, тәрилкә, сынаяҡ)
Шиғыр.
Әсәйемә. Гүзәл Ҡыуандыҡова
Әсәкәйем, гүзәлкәйем,
Күҙ нурым һин, гөлкәйем,
Нурланып сыҡҡан ҡояштай
Яҡты һинең йөҙкәйең.
Әсәкәйем, берҙән – берем,
Изге һинең уйҙарың.
Яҙғы елдәр кеүек наҙлы,
Йомшаҡ ҡына ҡулдарың.
Әсәкәйем, тауышҡайың
Сылтырап аға шишмәләй.
Моңо менән һәр иртәлә.
Тор, ҡыҙым, тип иркәләй.
Әсәкәйем, матурҡайым,
Йөҙҙәрең нурҙар сәсә.
Мәңге йәшел шыршы һымаҡ,
Һәр саҡ йәш бул, йөҙ йәшә!
Мин бәхетле – әсәйем бар… Зөлфиә Ханнанова
Мин бәхетле – ҡояшым бар,
Ул йылмайып, көлөп тора,
Зәңгәр күктән ер өҫтөнә
Алтын нурын һибеп тора.
Мин бәхетле – әсәйем бар.
Ул иркәләп, наҙлап тора.
Йөрәгемдә ниҙәр барын
Күҙҙәремдән аңлап тора.
Конкурс”Ваҡиға”
Слайд-шоу кластың фотографияларын күрһәтеү һәм ниндәй ваҡиғаға тап килеүен әйтеү.
Уҡытыусы:
Әсәкәйем, һин-фәрештә,
Һин Аллаға тиң кеше
Бирҙең донъяла йәшәргә
Бөтмәҫ-төкәнмәҫ көстө!
Бөтәһе бергә:
Иң йомшаҡ ҡулдар -әсәйҙә!
Иң көслө иңдәр-әсәйҙә!
Иң матур һүҙҙәр- әсәйҙә!
Иң дөрөҫ кәңәш-әсәйҙә!
Иң нескә күңел -әсәйҙә!
Иң саф ҙур йөрәк - әсәйҙә!
Иң ҡайнар һөйөү - әсәйҙә!
Иң изге теләк - әсәйҙә!
Иң йылы ҡосаҡ - әсәйҙә!
Рәхмәт! Мең рәхмәт һеҙгә!
Әсәй донъяла иң ҡәҙерле кеше, уны яратырға, яҡларға, һаҡларға һәм ярҙам итергә кәрәк.
Сәғәтебеҙҙең аҙағында үҙ ҡулдарыбыҙ менән эшләгән бүләк.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
"Бәхетле балачак" концерт программасы
Башлангыч сыйныфлар өчен концерт программасы...
Сочинение "Бәхетле булу өчен нишләргә?"
Кеше үз язмышына үзе хуҗа....
Әбиле кеше-бәхетле кеше
Беренче октябрь көнне "Өлкәннәр көне"үткәрелә.Балачакның иң якты истәлеге әбиләр белән бәйләнгән."Әбиле кеше-бәхетле кеше",ул өйдә иман нуры балкый.Әбиләрне хөрмәт итеп балалар белән кичә үкәрергә бул...
“Ирекле ит,туган телем белән бәхетле ит, бүтән йөдәтмәм…”
Башлангыч сыйныф укучылары өчен әдәби ярыш эшкәртмәсе.Безнең татар телебез табышмакларга,мәкаль,әйтемнәргә бик бай. Татар халкы борын-борыннан җырга-моңга, уен-көлкегә бай.Туган тел ул халыкның ...
Әбиле кеше- бәхетле кеше.
Мәктәптә өлкәннәр көне үткәрү өчен класстан тыш чараның конспекты....
"Тату гаилә-бәхетле гаилә"(гаилә бәйрәме сценариясе)
Сценарий гаилә бәйрәменә багышланган. Максат: 1.Гаиләләр белән элемтәне ныгыту, гаиләләрне якынрак белү, бер-берләре белән аралашу, гаиләләрдә татулык, миһербанлык, олыны – олы, кечене – кече...
Конспект урока + презентация литературного чтения по теме: "Звукопись в поэзии. А. Усачёв «Буль- буль»" 1 класс, ПНШ.
Цели деятельности учителя: создание условий для формирования понятия «звукопись», содействование в развитии фонематического слуха, речи, умению работать в коллективе.Планируемые результаты...