Класс сәғәте Нимә ул дуҫлыҡ
классный час на тему
Маҡсат: 1)Уҡыусылыарҙа намыҫ, аҡыл, әҙәп, сабырлыҡ кеүек гүзәл сифаттар тәрбиәләү,2)Дуҫлыҡ тур-да белемдәрен арттырыу,3)Үҙ фекереңде әйтергә өйрәтеү, 4) балаларҙа әхлаҡ тәрбиәһе булдырыуға булышлыҡ итеү, дуҫлаша белеү, дуҫлыҡты ҡәҙерләй һәм һаҡлай белеү, коллективта үҙеңде тота белеү 5)Бер-береңә яҡшы мөнәсәбәттә булыу, хөрмәтләргә өйрәтеү, дуҫлыҡ ҡағиҙәһен иҫтә тотоу.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
nim_ul_duslyk.doc | 57.5 КБ |
Предварительный просмотр:
Тема: Нимә ул дуҫлыҡ?
Маҡсат: 1)Уҡыусылыарҙа намыҫ, аҡыл, әҙәп, сабырлыҡ кеүек гүзәл сифаттар тәрбиәләү,2)Дуҫлыҡ тур-да белемдәрен арттырыу,3)Үҙ фекереңде әйтергә өйрәтеү, 4) балаларҙа әхлаҡ тәрбиәһе булдырыуға булышлыҡ итеү, дуҫлаша белеү, дуҫлыҡты ҡәҙерләй һәм һаҡлай белеү, коллективта үҙеңде тота белеү 5)Бер-береңә яҡшы мөнәсәбәттә булыу, хөрмәтләргә өйрәтеү, дуҫлыҡ ҡағиҙәһен иҫтә тотоу.
Дәрес барышы
Эпиграф
Дуҫһыҙ кеше – утһыҙ кеше,
Дуҫһыҙ йәшәмәй кеше.
Ҡоштоң көсө – ҡанатында,
Дуҫлыҡта кеше көслө.
(С. Әлибаев.)
1.Бер-беребеҙгә ҡарап йылмаяйыҡ, йылмайыу – ул кәйефте күтәрә, эшкә дәрт өҫтәй.
2.Бөгөнгө дәрестә нимә тур-да һөйләшеүебеҙҙе белеү өсөн таҡтаға ҡарайыҡ.
- Нимә төшөрөлгән?
- Беҙҙең тәбиғәтебеҙҙе нимә биҙәй?
- Эйе сәскә биҙәй, тәбиғәтебеҙҙе тағы ла кеше биҙәй. Кеше – ерҙең иң гүзәл сәскәһе. Сәскәнең бер тажын өҙһәк тә , уның матурлығы юғаласаҡ.
- Ә беҙҙең сәскәләребеҙ серле. Серҙе асыу өсөн таждарҙы алып ҡарарға кәрәк!
1-се уҡыусы
Кеше өсөн иң әүәл – Намыҫ тигән,
Намыҫыңды һатыу итмә, табыш, тигән
Байлыҡ өсөн илен-көнөн һатҡан кеше
Ике донъя өсөн дә ул яуыз тигән.
2-се уҡыусы
Икенсе иң ҡиммәтлеһе – Аҡыл тигән,
Аҡылһыҙҙа аҡыл яғы таҡыр, тигән.
Аҡылһыҙҙа намыҫ та юҡ, иман да юҡ.
Ялғанға ант итеп барын һатыр , тигән.
3-се уҡыусы
Өсөнсө иң ҡиммәтлеһе - Әҙәп тигән.
Әҙәп – көслө мөхәббәткә сәбәп тигән.
Әҙәпһеҙҙә бәхет тә юҡ, тәүфиҡ та юҡ,
Кеше исемен күтәреү ҙә ғәжәп тигән.
4-се уҡыусы
Дүртенсе иң ҡиммәтлеһе – Күңел тигән,
Күңеле боҙоҡ кеше- кеше түгел, тигән.
Боҙоҡтарға ер өҫтөнән аҫты яҡшы,
Йәшәмә лә үлеп күмел, тигән.
5-се уҡыусы
Бишенсе иң ҡиммәтлеһе – Сабыр тигән,
Сабыр кеше ҙур бәхеттәр табыр тигән,
Бер ҙә юҡҡа асыуланып донъя боҙоу
Бер ҡайғынан икенсегә һалыр, тигән.
-Балалар, үҙегеҙҙә был сифаттарҙың ҡайһыһын булдырыр инегеҙ?
-Ошо шиғырҙы ХiХ быуат мәғрифәтсеһе , шағир Мифтахетдин Аҡмулла яҙған.(портретын күрһәтеү)( слайт)
- Сәскә тажында һанап үтелгән ошо сифаттарҙың береһен генә юғалтһаң да, ул кешене яҡшы, тәрбиәле тип әйтеп булмай.
- Һәр ата -әсәнең балаһына иң ҙур теләге ниндәй? (бәхетле бул – тиҙәр)
- Ә ниндәй кешене бәхетле тиҙәр?
- Бәхетле булыу өсөн өҫтөң бөтөн, тамағың туҡ, яратҡан эшең, һине яратҡан кешең булырға тейеш. Кешеләрҙең ихтирамы, сәләмәтлек , аҡыл , тәүфиҡ кәрәк.Һәм һинең дуҫтарың да булырға тейеш, иптәштәрең араһында дуҫың булырға тейеш.
- Кем ул дуҫ һеҙеңсә, кемгә дуҫ тип әйтәбеҙ? (фекерҙәрен тыңлау) ( парталашың, бергә уйнаған иптәшең, класташың, дәфтәренән күсерткән, лагерҙа бергә ял иткән, магазинға бергә барған һ.б.)
-Дуҫ ниндәй булырға тейеш? (ярҙамсыл, тырыш, аҡыллы,ҡыйыу, ғәҙел, талапсан,көнләшмәҫкә тейеш, насар һүҙҙәр һөйләмәҫкә. Ышаныслы һ.б)
- Ә нимә ул дуҫлыҡ ? ( фекерҙәрен тыңлау)
- Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлегендә дуҫлыҡҡа бына нисек аңлатма бирелгән.
(73-се бит уҡыу.)
- Эйе, дуҫлыҡ – ҙур төшөнсә. Ысын дуҫлыҡ ауырлыҡтарҙы еңергә көс бирә, йәшәүгә йәм өҫтәй. Ысын дуҫ һәр саҡ ярҙам итә, һинең менән бергә шатлығыңды ла, ҡайғыңды ла уртаҡлаша.Класташың, ата-әсәйең, һиңә ышынған кеше дуҫ була ала. Иң мөһиме – һин үҙең ысын дуҫ , иптәш булыр өсөн тырышырға тейешһең.Дуҫлыҡ ғаиләлә башлана.
- Элек –электән халыҡ дуҫлыҡ тур-да әйтем-мәҡәлдәр, ҡобайырҙар ижад иткән, әйткән, Мәҫәлән , ҡобайыр.
А) Дуҫтар менән татыу йәшәү яҡшы ,
Б) Ысын дуҫ бәхәтһеҙлек килгәндә һанала.
- Ә һеҙ ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ (100 һум аҡсаң булғансы , 100 дуҫың булһын.) шулай уҡ дуҫлыҡ тураһында ҡағиҙәләр ҙә сығарған. Бына уларҙың бер нисәһе. (слайт)
- Дуҫлыҡ яҡын кешеләр араһында ғына түгел, төрлө милләт кешеләре араһында ла була. Был- халыҡтар дуҫлығы. Беҙҙең республикала төрлө милләт вәкилдәре йәшәй:урыҫ, сыуаш, мари, удмурт һәм башҡа. Улар бер-береһе менән дуҫ, татыу ғүмер итәләр.Ошо Дуҫлыҡ монументы ла рус һәм башҡорт халҡының дуҫлығын һынландыра.Бер яҡта-рус, икенсе яҡта башҡорт ҡатын-ҡыҙы тора. Ошо Дуҫлыҡ монументы эргәһендә ҙур байрамдар һәм тантаналы саралар:Республика көнө, ҡала көнө, ҡунаҡтарҙы ҡаршылау.
Ял минуты
Бер – ҡулдарҙы алға һуҙабыҙ,
Ике – уларҙы беҙ күтәрәбеҙ,
Өс – яҡ-яҡҡа беҙ һуҙабыҙ,
Дүрт – ҡулдарҙы төшөрәбеҙ,
Бер, ике, өс – беҙҙә дуҫлыҡ, беҙҙә көс.
Ә хәҙер бер хикәйәт тыңлап алайыҡ.
- Бер малай әсәһе менән генә йәшәгән, ти.Улы насарлыҡ эшләгән һайын , әсә рәшәткәгә бер ҡаҙаҡ ( сөй) ҡаға барған. Йылдар уҙа, бала үҫеп етә. Армиянан Ҡайтҡас, ул рәшәткәләге ҡаҙаҡтарға иғтибар итә, әсәһенән ниңә улай эшләуен һорай. Әсәһе Улым, һин насарлыҡ эшләгән һайын рәшәткәгә ҡаҙаҡ ҡаға барҙым. Күрәһеңме, күпме насарлыҡ эшләгәнһең , - тигән. Улы оҙаҡ уйланып ултырғандан һуң, әсәһенә гел яҡшылыҡ ҡына эшләргә һүҙ биргән. Ул бер көн әсәһе янына килеп , Әсәй , ҡара әле , рәшәткәлә бер ҡаҙаҡ та ҡалманы. Мин яҡшылыҡ эшләгән һайын береһен һурып ала барҙым. Насарлыҡтарыма ҡаршы яҡшылыҡ эшләнем, тигән. Ә әсәһе Эйе, улым, һин күп яҡшылыҡтар эшләп насарлыҡтарыңды бөтөрҙөң дә кеүек, тик ,ана, ҡара әле рәшәткәләргә, күпме ҡаҙаҡ эҙҙәре. Һинең дә насарлыҡтарыңдың эҙҙәре ҡалған.- тигән.
- Шулай итеп, иң яҡшыһы насарлыҡ эшләмәү, яҡшы сифаттарға эйә булып, тик яҡшылыҡтар ғына эшләргә кәрәк.
- Ә яҡшылыҡ менән насарлыҡты ҡул менән генә түгел. Тел менән дә эшләп була. Татлынан татлы – яҡшы һүҙ,затлынан – затлы – яҡты йөҙ – ти халыҡ мәҡәле.
- Уҡыусылар 2014 йылда Сочи ҡалаһында ниндәй ҙур ваҡиға була?
- Бына ошо ҡалала Дуҫлыҡ ағасы бар (слайт) . 1934 йылда селекциоенр –ғалим Федор Зорин бер ваҡыт ҡырағай лимон ултырта. Һәм был бәләкәй ағасҡа төрлө- төрлө илдән килтерелгән, ағас , ҡыуаҡ ботаҡтарын ( мандарин, апельсин, кинкан) прививка ярҙамында ялғап үҫтерә башлай. Сочиға килгән ҡунаҡтар был ағасҡа төрлө ботаҡтарҙы ялғай башлайҙар. Әгәрҙә планетала 192 ил булһа, был ағасҡа 174 илдән килтерелгән ботаҡ ялғанған, һәр бер ҡунаҡ автограф ҡалдырған. Ҡунаҡтар араһында президенттар, космонавтар, олимпиада чемпиондары, ғалимдар, йырсылар, , хатта балалар ҙа бар.Дуҫлыҡ ағасы музейында был ағасты ҡәҙерләп һаҡлайҙар, ул планетала тыныслыҡ , дуҫлыҡ булыуын хәтерләтеп тора.
-Уҡыусылар бына ошо ағасты беҙ үҙебеҙҙә эшләй алабыҙ, бының өсөн бары тик ҡағыҙ, ҡайсы, ҡәләм кәрәк. Һеҙгә шаблондар таратып бирәм, йөрөтөп алығыҙ, ҡырҡығыҙ, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онотмағыҙ.
Музыканы тыңлап , шул уҡ ваҡытта ҡушылып йырлап та ултыра алһығыҙ.
( Музыка «Дуҫлыҡ” йыры) (Таҡтала ағас олоно)
- Бына беҙҙең япраҡтар әҙер, шулай итеп , беҙ бөгөн нимә тур-да һөйләштек?
- Дәрестә миһырбанлыҡ, яҡшылыҡ орлоҡтары сәстек. Улар бына ошо дуҫлыҡ ағасы кеүек уңдырышлы ергә төшөп, шытып сыҡһа, мин . беҙ бик шат булырмын.
- Һеҙ үҙегеҙҙә ошо сифаттарҙы булдырырға теләр инегеҙме? Ёгәр теләһәгеҙ ниндәй ҙә бер сифатты япраҡтарға яҙығыҙ һәм ағасҡа йәбештерегеҙ.
- Рәхмәт .
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Урок литературного чтения в 3-4 классах по темам "Мари калык муро. Мыскара влак." (3 класс), "Мари калык муро. Такмаквлак." (4 класс)
Урок проводится в малокомплектной школе на марийском языке. Урок посвящен использованию культуры, обычаев, традиции марийского народа в учебно-воспитательной работе. Культурно- педагогическое наследие...
Мастер-класс по технологии. Изготовление поделки "Весёлая обезьянка". Мастер-класс предназначен для детей начальных классов
Мастер-класс по созданию поделки из разных материалов "Весёлая обезьянка" в форме презентации...
Разработка урока литературного чтения во 2 классе Автор Пушкарных Людмила Ивановна, учитель начальных классов МОУ «СОШ № 17» г. Палласовки Волгоградской области 2 «А» класс 2010/2011 учебный год УРОК ЛИТЕРАТУРНОГО ЧТЕНИЯ (2 КЛАСС, СИСТЕМА Л.В. ЗАНКОВ
Разработка урока литературного чтения во 2 классеАвтор Пушкарных Людмила Ивановна,учитель начальных классовМОУ «СОШ № 17»г. Палласовки Волгоградской области2 «А» класс 2010/2011 учебный год...
Конспект урока по русскому языку в классе комплекте (1-2 класс) Тема урока: 1 класс Прописная буква З. 2 класс Проверяемые и не проверяемые гласные в корне слова
Конспект урока по русскому языку в классе комплекте (1-2 класс). По теме: 1 класс Правописание буквы З. 2 класс Проверяемые и непроверяемые гласные в корне слова. Поможет учителю при работе с двумя кл...
Рабочая программа учителя начальных классов по изо в 1 классе по УМК "Начальная школа XXI века"Изобразительное искусство: 1 класс: • Изобразительное искусство: 1 класс: учебник для учащихся общеобразовательных учреждений / Л.Г.Савенкова, Е.А. Ермолинска
Документ содержит рабочую программу и календарно-тематическое планирование....
Примеры математических ребусов: 1 класс, 2 класс, 3 класс, 4 класс, в картинках, с ответами
Родина ребуса — Франция. Именно в этой стране в 16 веке был издан первый сборник ребусов, составленный Этьеном Туаро. В переводе с латинского rebus означает — «при помощи вещей». К настоящему времени ...
Технологическая карта изучения темы по математике "Разряды и классы. Класс единиц и класс тысяч" 3 класс
Технологическая карта изучения темы по математике "Разряды и классы. Класс единиц и класс тысяч" 3 класс...