Сценарий праздника на башкирском языке "Һау бул, башланғыс мәктәп!"
методическая разработка (4 класс)
Сценарий праздника на башкирском языке "Һау бул, башланғыс мәктәп!".Стихи, поздравления, пожелания.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
hau_bul_bashlangys_mktp.docx | 24.12 КБ |
Предварительный просмотр:
Һау бул, башланғыс мәктәп.
Байрам үткәреләсәк залға «Һау бул,башланғыс мәктәп!», тигән плакат, газета, календарь,фотостенд эленә. Зал матур итеп биҙәлә.
Башланғыс мәктәп,беренсе уҡытыусы менән һаубуллашыу кисәһенә ата-әсәләр саҡырыла.Уҡыусыларҙың китап-дәфтәрҙәренән, ижади эштәренән, хеҙмәт дәресендә яһаған әйберҙәренән күргәҙмә ойошторола.
Уҡытыусы: Хәйерле көн, хөрмәтле ата-әсәләр, уҡытыусылар, ҡунаҡтар!Бөгөн беҙ башланғыс мәктәп менән хушлашырға йыйылдыҡ.Дүрт йыл буйы шатлыҡтарыбыҙ ҙа, борсолоуҙарыбыҙ ҙа уртаҡ булды.
Бөгөн беҙҙә күңелле лә, бер аҙ моңһоу ҙа, күңелле сөнки башланғыс мәктәпте тамамлауҙы байрам итәбеҙ, моңһоу, сөнки бер-беребеҙҙән айырылабыҙ.Алда һеҙҙе тағы ла ауырыраҡ, әммә ҡыҙығыраҡ, мауыҡтырғыс һынауҙар көтә.
Ә хәҙер бергәләп 4 йыллыҡ мәктәп тормошон байҡап үтәйек.
Календарҙың беренсе бите асыла.”Беренсе тапҡыр мәктәпкә”
1-се уҡыусы
Яңы күлдәктәр кейеп
Балалар мәктәпкә баралар.
Ҡулдарында сәскәләр,
Күҙҙең яуын алалар.
2-се уҡыусы
Иҫемдә алтын һуҡмаҡҡа
Әү аяҡ баҫҡан көнөм.
Тәү тапҡыр мәктәп ишеген
Үрелеп асҡан көнөм.
3-сө уҡыусы
Беҙ кес кенә балалар
Башлап килдек мәктәпкә.
Ҡәләм менән әлифбаны
Тотторҙолар бүләккә.
4-се уҡыусы Беҙ алты уҡыусы
Килдек беренсегә. Тиктормаҫтар,шуҡтар инек,
Һикерҙек тә, уйнаныҡ та
Ҡайһы саҡта иланыҡ та
Яратҡан уҡытыусыбыҙ
Түҙҙе хатта шул саҡта.
5-се уҡыусы.
Шул көндәрҙән башлап, уҡытыусым,
Беҙгә ярҙам ҡулы һуҙҙың һин.
Ауыр минуттарҙа кәңәш бирҙең
Белем донъяһына илттең һин.
6-сы уҡыусы.
Һинән алдыҡ беҙ бик күп яҡтылыҡ,
Һин өйрәттең беҙҙе яҡшыға.
Уҡытыусым! Ышанысыңды
Тырышырбыҙ һәр саҡ аҡларға.
1-се уҡыусы.
Яҙа белмәй аптырашып
Танауҙы тартып мыш-мыш
Телде тешләп арҡырыға
Ултырыр инек биш йыш.
2-се уҡыусы.
Ниңә инде хәрефтәр
Баҫырға теләмәйҙәр
Минең тырышыуымды
Һис кенә аңламайҙар!?
Бергә:
Әлифба, әлифба!
Беренсе битеңде асҡан көн хәтерҙә
Ҙур байрам шикелле.
3-сө уҡыусы.
Серҙәр тулы биттәреңде
Уҡып сыҡтыҡ барыбыҙ.
Алға табан күмәкләшеп
Уҡып белем алырбыҙ.
Йыр.Әлифба.
Календарҙың икенсе бите асыла.”Фәндәр парады”
4-се уҡыусы.
Әлифбаны бөтөргәс тә
“Туған тел”де уҡыныҡ.
Тел байлығын үҫтерергә
Шәп уҡырға өйрәндек.
Уҡытыусы:
-Әйе,балалар,иң яҡын дуҫығыҙ-әлифба.Белем иленең ишеген асыусы «алтын асҡыс» булды ул.Ул һеҙҙе уҡырға һәм яҙарға өйрәтте.Ә уҡырға,яҙарға белгәс, һеҙ белем баҫҡысынан еңел генә өҫкә атлай башланығыҙ.Төрлө фәндәр уҡып,күп нәмәләргә өйрәндегеҙ.Бына бөгөн ул фәндәр,һеҙҙең белемегеҙҙе иҫбатлар өсөн,һынап ҡарарға ,тип килгәндәр.
«Математика»: Өйрәттем мин иҫәпләргә,
Мәсьәләләр ҙә сисәргә,
Төрлө башватҡыстар менән
Күңелде күтәрергә.
Бына бөгөн дә һеҙгә башватҡыстар алып килдем,йәгеҙ әле,тыңлағыҙ! Нисә тай?
Аяҡтары ҡырҡ дүрт.
Барыһы ла саба уйнаҡлап.
Былар нисә тай булыр?
Йәгеҙ,йәһәт,уйлап тап!
Нисә сыпсыҡ? -Хәйерле көн,ун сыпсыҡ!,
Тигән икән бер ҡарсыҡ.
Тегеләр, эй көлгәндәр,
Сырыҡ-сырыҡ килгәндәр.
-Беҙҙе өскә ҡабатлап,
Ҡушһаң ғына үҙеңде,
Ун булабыҙ,-тигәндәр.
Нисәү булған һуң улар?
Ниндәй һан? Ҡабатлаһа юҡ итә
Йөҙҙө түгел,меңде лә.
Ниндәй һан был?Үҙенә
Булмай уның бер ни ҙә.
«Башҡорт теле» : Дөрөҫ яҙырға өйрәттем
«Атай», «әсәй» һүҙҙәрен.
Хәрефтәр сафҡа теҙелһә,
Маҡтаным мин үҙҙәрен.
(«Башҡорт» һүҙендәге хәрефтәр менән һүҙҙәр төҙөргә.)
«Рус теле»: А я русским буду другом.
Многому я вас учил.
А теперь все грамотеи,
Спорить с вами нету сил.
(Задание такое : слово «дверь» склонять по падежам.)
«Тирә-яҡ донъяны өйрәнеү »:
-Гузәл тыуған яҡтарым,
Балдай таталы һыуҙарым,
Яландарым,тауҙарым,
Еләкле болондарым,
Сәскәле туғайҙарым,
Бәшмәкле урмандарым-
Барыһын да һөйөргә,
Һәммәһен дә һаҡларға
Өйрәттем мин, дуҫтарым!
Йомаҡтарҙың яуабын кем тиҙ генә әйтә алыр,йәгеҙ әле,тыңлағыҙ!
1.Ҙур балаҫ,төбөндә йоморо ҡалас .(күк һәм ай)
2.Ул булһа,көн була.Ул бумаһа,ни була?(ҡояш)
3.Булмаған ере һирәк,үҙе һәр ваҡыт кәрәк.(һыу)
4.Тауҙан тыуа, диңгеҙгә ҡыуа.(йылға)
5.Иҙел арҡылы алтын дуға ташланым.(йәйғор)
Уҡытыусы:
-Афарин,балалар!Бөтә фәндәрҙе лә бик һәйбәт үҙләштергәнһегеҙ.Бурысығыҙҙы теүәл үтәгәнһегеҙ.Тимәк,дүрт йыл ваҡытығыҙ заяға уҙмаған.Ҡәҙерле уҡыусыларым! Башланғыс кластарҙа алған белемдәрегеҙ алдағы йылдарҙа һеҙгә ныҡлы нигеҙ,гүзәл башланғыстар булып ҡалһын!
Бергә:
Рәхмәтлебеҙ был фәндәргә
Өйрәткәнгә бик күп һөнәргә.
Календарҙың 3-сө бите асыла.”Тәнәфес”
Тәнәфес: Ҡәҙерле уҡыусыларым! Мине лә онотмағыҙ! Йәгеҙ әле,тәнәфес ваҡытын да хәтерегеҙгә төшөрөп алығыҙ! (Концерт номерҙары. )
Календарҙың 4-се бите асыла. “Ата-әсәләр”
5-се уҡыусы.
Ауыр көндәр еңел генә
Һиҙҙермәйсә үтәләр.
Малайҙар менән ҡыҙҙар
Етеҙ булып үҫәләр.
6-се уҡыусы.
Атай менән әсәйҙең
Беҙ ҡәҙерле балаһы.
Туғандарым менән мин
Күҙҙәренең ҡараһы.
Йыр.Әсәйемдең ҡосағы. Бүләктәр биреү.
Календарҙың 5-се бите асыла.”Иҫтәлекле саҡтар”
Уҡыусы.
Һәр йылды “Белем байрамы”, “Уҡытыусылар көнө”, “Яңы йыл”, “8 март”, “Еңеү көнө” байрамдары үтте. Шулай уҡ ”Башланҡыс мәктәп менән һаубуллашыу” байрамыбыҙ ҙа ғүмер буйы күңелдәребеҙҙә һаҡланыр.
Дүрт йыл уҡыу осоронда ҡыҙыҡлы мәҙәкле саҡтар ҙа аҙ булманы.
Уҡытыусы: Динислам, дөрөҫөн генә әйт әле, иншаны һиңә кем яҙҙы?
Динислам: Честное слово белмәйем,мин иртәрәк ятып йоҡланым.
Уҡытыусы: Гөлфиә,Арктикала йәшәгән 6 хайуанды әйт әле.
Гөлфиә: Тә-ә-к! 4 тюлень, 2 аҡ айыу.(һ.б)
Календарҙың 6-сы бите асыла. “Һау бул, башланғыс мәктәп”
1-се уҡыусы.
Мин ҙур инде хәҙер
Дүртенсене бөтөрҙөм.
Бишенсегә барыуҙы
Көтөп кенә йөрөрмөн.
2-се уҡыусы.
Ҙурайғанбыҙ икән шул
Партаға булмай һыйып.
Аптырағас аяҡтарҙы
Ҡуябыҙ арҡылы ҡуйып.
3-сө уҡыусы.
Былай булғас дуҫтарым.
Кәрәк ниҙер ҡылырға.
Гелән генә башланғыста
Ярай микән ҡалырға.
4-се уҡыусы.
Кемдә кем күсәм ти,
Бишенсегә барам ти.
Шулар ҡулын күтәреп,
Ризалығын бирәм ти.
Бергә:
Бергәләшеп, гөрләшеп
Бишенсегә барабыҙ.
5-се уҡыусы.
Рәхмәт Һеҙгә уҡытыусым,
Беҙҙе балағыҙҙай күргән өсөн.
Беҙҙең хистәр менән янып йәшәп,
Күңелдәргә шатлыҡ биргән өсөн!
6-сы уҡыусы.
Кеше ғүмере мәктәп юлы аша
Моңло йыр кеүек һуҙыла.
Белем һуҡмаҡтарын яра-яра
Киләсәккә юлы һуҙыла.
Мәктәп белем шишмәһе лә,
Изге уның исеме.
Ҡараңғынан тартып алып
Нурландыра күңелде!
Йыр.”Мәктәбем”
Уҡыусы.
Еҙ ҡыңғырау! Һинең моңло сыңың
Дүрт йыл буйы ихлас тыңланыҡ.
Шалтырасы тағын бер генә,
Күңелдәрҙә мәңге ҡалырлыҡ!
Беренсе класс уҡыусылары араһынан бер ҡыҙ һәм бер малай ҡыңғырау шалтыратып әйләнәләр.
Ата-әсәләргә балаларҙы ҡотлау өсөн һүҙ бирелә.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Сценарий праздника по английскому языку для 2 класса "День святого Валентина"
Этот сценарий разработан для проведения праздника во 2 классе...
Сценарий праздника на английском языке для 3 класса "Welcome to our school"
Сценарий разработан для учащихся 3 класса, занимающихся по учебному пособию "Cемья и друзья 2" издательства "Релод", но может быть использован и со всеми, изучающими английский язык 2-ой год, т.к. сод...
Сценарий праздника на ненецком языке с переводом на русский "Нара мина!" ("Пришла весна!") по мотивам ненецкой сказки "Как звери и птицы солнце достали"
В связи с тем, что 2015 год объявлен годом литературы, я решила провести конкурс чтецов стихотворений ненецких поэтов по теме "Весна", а чтобы детям было интересно, разработала сценарий по ненецкой ск...
Конспект сценария праздника на английском языке в первом классе "Праздник английского алфавита"
Праздник английского алфавита со стихами, песней и играми....
День пожилых (сценарий праздника на чувашском языке)
Сценарий праздника Дня пожилых на чувашском языке - разработка для чувашских школ....
Сценарий праздника на английском языке "Happy Pancake Day"
Наши ученики хорошо знакомы со многими традициями и праздниками стран изучаемого языка. Но есть и не очень крупные. а потому, наверное, и не очень знакомые среди наших учащихся праздники, такие наприм...
Сценарий праздника на башкирском языке "Уҡытыусылар көнө"
Сценарий ко Дню Учителя на башкирском языке "Уҡытыусылар көнө" Сценарий содержит поздравления учителям....