Сценарий праздника на башкирском языке "Уҡытыусылар көнө"
методическая разработка (1, 2 класс)

Сценарий ко Дню Учителя на башкирском языке "Уҡытыусылар көнө" Сценарий содержит поздравления учителям.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл ukytyusylar_kono_stsenariy.docx22.95 КБ

Предварительный просмотр:

1-се алып барыусы.                                                                                                  Хәйерле көн  ҡәҙерле уҡытыусылар, уҡыусылар, ҡунаҡтар! Бөгөн уҡытыусыларҙың һөнәри байрамы  халыҡ-ара уҡытыусылар көнө!

Уҡытыусы!

Ниндәй бөйөк исем!

Кешелеккә белем биреүсе.

Һәр көн һайын беҙҙең йөрәктәргә

Изгелек нурҙарын сәсеүсе.

2-се алып барыусы.  

    Бөтәһенә лә билдәле, уҡытыусы –ул үҙ эшенең оҫтаһы, ижадсы һәм балаларҙың яҡын дуҫы.

    Күп һөнәрҙәр араһынан уҡытыусы һөнәре иң беренсе булып торған һәм иң мөһиме булып тора.

     Кеше тормошта кем генә булып китһә лә иң беренсе уҡытыусы менән эш итә.

     Үҙен оло тормош юлына сығарыусы уҡытыусыһы тураһында йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алмаусы бер еше лә юҡтыр ул.

     Ҡәҙерле уҡытыусылар! Тормошта иң мөһиме –Белем биргәнегеҙ өсөн ысын күңелдән һеҙгә рәхмәт әйтәбеҙ! Үҙегеҙҙең ауыр хеҙмәтегеҙ менән беҙҙе белемле итәһегеҙ  һәм оло тормош юлына әҙерләйһегеҙ!

1-се алып барыусы.

Һүҙҙе мәктәбебеҙ директоры  __________________________ бирәбеҙ.

     Илүзә

Йыл һайын 5 октябрҙә 100-ҙән ашыу илдә бѳтә халыҡ мәғарифы ѳлкәһендә эшләгән барлыҡ эшселәрҙең, уҡытыусыларҙың һѳнәри байрамы билдәләнә. 1966 йылдың 5 октябрендә Парижда конференцияла уҡытыусыларҙың статусы тураһындағы документҡа ҡул ҡуйыла. Совет осоронан башлап, 44 йыл инде, был байрам октябрҙың башында билдәләнеп кителә ине һәм, ниһәйәт,1994 йылда уҡытыусылар кѳнѳ итеп 5 октябрь иғлан ителде.

     

Камил

       Уҡытыусы!

       Ниндәй гүзәл исем!

       Кеше итеп һине әҙерләй,

       Тормоштоң ул көрәшсеһе итә,

       Ҡурсалай, һөйә ,ҡәҙерләй.

Х.Илназ                                                                                                                 Укытыусым! Алтын хәрефтәрҙе                                                                                һин бит башлап миңә өйрәттең.

Алтындан да ҡиммәт аҡылың менән

Зиһенемде минең киңәйттең.

Данил

Укытыусы – ғилем шишмәһе тип

Маҡтау һүҙе килгән борондан.

Бәлки шуға ихтирамын алған

Ул халыктың быуын-быуындан.

Арслан

Укытыусы! Йәшлек иртәһенең

Ҡабындыра тормош усағын.

Меңдәр өсөн ата-әсә булып

Ул киң аса күңел ҡосағын.

1-се алып барыусы.    

Хәҙер бер уйын уйнап алайыҡ. Мин һезгә һорауҙар бирәм, һеҙ урындан хор менән яуап бирегеҙ.

Беренсе һорау: -«Ниңә» тигән бѳтә һорауҙарға ла кем яуап таба?

                           -Уҡытыусы!

             -Кем 1 кѳн эсендә тәрбиәсе лә, психолог та, следователь дә, артист та, художник та, спортсмен да, юрис та, кәңәшсе лә була ала?

            -Кем звонок булғас та белем бирергә тырыша?

             -Кем телевизор һәм клубты ѳй эштәре менән алмаштырырға        тырыша?

            -Кемдең үҙ балаларына иғтибары етешмәй?

           -Кем эшен ѳйгә йѳкләп ҡайта?

           -Кемдәр ваҡытында тѳшкѳ аш ашамай?

           -Кемдәр экзамендарҙан беҙҙән дә ныҡ ҡурҡа?

           -Кемдәр каникулдарҙы беҙҙән дә ныҡ кѳтѳп ала?

Дѳрѳҫ! Афарин!

2-се алып барыусы.  

Уҡытыусы! Ошо исемдән дә

Бөйөгөрәк ниндәй исем бар!

Күңелем тулы рәхмәтем бар,

Йырҙа әйтеп бөтмәҫ хисем бар.

Йыр. Уҡытыусыма

Нурзида

Килгән саҡта башҡа ауырлыҡ,

          Етмәй ҡалһа көс йә сабырлыҡ,

          Һиҙҙермәйенсә ярҙам итәһегеҙ,

          Һеҙ иң күркәм кешеһегеҙ!

    Карина

         Балаларҙың теле-ҡыңғырау,

          Гел сыңғылдай, яуа мең һорау.

          Барыһына ла яуап бирәһегеҙ,

          Һеҙ иң гүзәл кешеһегеҙ!  

1-се алып барыусы.                                                                                                  

Хөрмәтле уҡытыусылар! Күп мәктәптәрҙә «дублер көнө» уҙғаралар. Беҙ шунан файҙаланып, һеҙҙе уҡыусылар тип хис  итеп, имтихан тапшыртырға уйлайбыҙ. Дөрөҫ һәм тулы итеп яуап бирһәгеҙ, бирелгән эште теүәл үтәһәгеҙ «5» билдәһе ҡуясаҡбыҙ, яуап булмаһа, әлбиттә ,«2»

2-се алып барыусы.  

1. Үҙегеҙҙең коллегаларығыҙға ниндәй теләктәрегеҙ һәм кәңәштәрегеҙ  бар?

2. Мәктәпте 10 йылдан нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ?

3. Уҡытыусының иң ҙур бәхете нимәлә?

4. «Антошка» йырын сәхнәләштерегеҙ.

5. Рәсәйҙең Мәғәриф министры кем?

6. Иртәнге гимнастика ойоштороғоҙ.

7.Һез бөгөн үҙегеҙҙе нисек тояһығыҙ? Иҫбат итегеҙ.

8.Нисек дәрескә әҙерләнмәйенсә килеп тә «2» алмаҫҡа?

9.Мәктәп директорына ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?

10.Һеҙ балаларҙы яратаһығыҙмы? Иҫбат итегеҙ.

11.Ошо һүҙҙе уҡымайынса, балаларға аңлат. (потомимо - аҡбур)

12.Ошо һүҙҙе уҡымайынса, балаларға аңлат. (потомимо –дискотека)

13. 5 октябрь тағы кемдәрҙең байрамы? (врачтар, архитекторҙар, енәйәт тикшереүселәр)

Афарин! Бөтәгеҙгә лә «5»  

Илүзә

                     Хөрмәтле ветеран укытыусылар!

Оҙон ғүмер юлы эҙен һалған,

Салланғандар сикә сәстәре.

Хөрмәт итә һине өлкән ҡарттар,

Яраталар ауыл йәштәре.

Алина

                              Ҡартлығыңа ышанаһың килмәй,

                        Йөрәгең йәш һинең һаман да.

                        Ҡарап торһаң күҙ алдыңа килә

                        Йәп-йәш нарат иркен яланда.

Камил

                        Йәш наратлар үҙ төҫтәрен юймай,

                Ниндәй һалкын елдәр иҫһә лә.

                Йәшлек дәртен һеҙ ҙә һаклағанһыҙ,

                Йылдар инде бик күп үтһә лә.

Йыр.Мәктәбем.

                                                                                             

1-се алып барыусы.                              

        Һеҙгә булған сикһеҙ рәхмәтебеҙ

          Урын алһын йөрәк түрендә.

          Шатлыҡ, ҡыуаныстар, сәләмәтлек

          Юлдаш булһын һеҙгә ғүмергә!

   Беҙ барыбыҙ ҙа һеҙҙең алда баш эйәбеҙ, һеҙгә ҘУР РӘХМӘТ!

( бергә)

2-се алып барыусы.  

Байрамығыҙ менән, ғаиләгеҙҙә һәр саҡ именлек, татыулыҡ, һаулыҡ булһын.

Һәм ҡулдарыбыҙҙағы ошо шарҙар кеүек ғүмерегеҙ еңел, сағыу, тулы булһын! Һау булығыҙ!

                                                                   

     


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Сценарии праздников: "Осень, Осень, в гости просим", "Здравствуй, праздник Новогодний"

Сценарии праздников: «Осень, Осень, в гости просим!»   «Здравствуй, праздник новогодний!»      ...

"Праздник Букваря." сценарий праздника.

В сценарии представлен вспомогательный материал  для проведения праздника в 1 классе " Прощай,Азбука!"...

Сценарий праздника "Праздник первых каникул"

Вашему вниманию предлагается ежегодное мероприятие для первоклассников, сценарий которого представлен в статье. Сценарий включает в себя стихи, песни, сценки из школьной жизни....

Сценарий праздника. «День именинника или необыкновенное путешествие по морю Фантазий на Остров Праздников».

Праздник . посвященный.дню именинника. Можно проводить в конце учебного года ....

Сценарий праздника. Сценарий праздника к 8 марта «Для прекрасных Дам!»

Сценарий предназначен для проведения праздника "Лучший день - 8 Марта" для учеников 1  класса и их родителей. Данный материал будет полезен для учителей начальных классов, педагогов дополнительно...

Сценарий праздника на башкирском языке "Һау бул, башланғыс мәктәп!"

Сценарий праздника на башкирском языке "Һау бул, башланғыс мәктәп!".Стихи, поздравления, пожелания....