Утренник -Әсәләр нур сәсәләр, конкурс
методическая разработка (3 класс) по теме

Уразаева Газиза Адигамовна

8 Март көнөнә утренник, һуңдан әсәйҙәрҙе ярыштырҙыҡ.Сәй эсерҙек.

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon utrennikkonkurs_slr_.doc38.5 КБ

Предварительный просмотр:

 Иртәлек “Әсәләр- нур сәсәләр”

Конкурс “ Йәгеҙ әле, әсәйҙәр”

Ҡәҙерле …! Һеҙҙе күркәм байрамығыҙ- Әсә көнө менән ысын күнелдән ҡотлайым! Әсә- ул һәр кеше өсөн ин изге һәм һоҡланғыс төшөнсә, ғаилә һәм йәмәғәт өсөн ышаныслы таяныс. Беҙҙен тормошобоҙға индергән аҡылығыҙ, мөхәббәтегеҙ һәм мөләйемлелегеҙ, яҡтылығығыҙ һәм йылылығығыҙ өсөн Һеҙгә ысын күнелдән рәхмәт белдерәм. Һеҙгә тормошоғоҙҙа бәхет һәм именлек юлдаш булһын! Һеҙгә сәләмәтлек һәм әсәләргә хас оло түҙемлек теләйбеҙ, беҙҙен һөйөклө ҡатын-ҡыҙҙар!

Әсә…әсәкәйем! Был- ин изге һүҙҙәр.

Әсә- һәр кемгә тормош бүләк итеүсе, уны тәрбиәләүсе. Әсәнен мөләйем йөҙө, нәфис һүҙе, монло йыры, эшсән ҡулдары кемде генә һоҡландырмай!... Әсә- ин бөйөк, мәғрүр һәм изге кеше. Һөйөклө әсәләр! Һеҙҙе яҙ байрамы менән тәбрикләйбеҙ! Һеҙгә һаулыҡ,ғаилә бәхете, оҙон ғүмер теләйбеҙ!

Нимә булған балаларға?

Бары ла тыныс,тыйнаҡтар.

Әллә килгән микән беҙгә

Бик хөрмәтле  ҡунаҡтар?

-Киләме әллә ветерандар?

- Юҡ?

-Киләме әллә генералдар?

- Юҡ?

-Киләме әллә беҙгә бик почетлы адмиралдар?

- Юҡ?

-Ин яғымлы, ин ҡәҙерле,

Һәр саҡ йомшаҡ бәғерле

Бик ярата кескәйҙәр,

Иҫәнмеһегеҙ, әсәйзәр! (хор)

Ҡотло булһын байрамығыҙ,

Эй, һөйөклө әсәйҙәр.

Яғымлы һүҙ, йыр- бейеүҙәр

Бүләк итә кескәйҙәр.

Бөгөн байрам, йәмле байрам

Ҙур сәхнә беҙҙен  ҡулда

Ысын күнелдән әсәйҙәрҙе

Ҡотлай һәр бер ҡыҙ, ул да!

 

Хор “Яҙ башы”  Шиғыр “Аҡбуҙат” журналы № 3, 1996й.

Хор “Әсәйҙәр байрамы”  “Кәрәҙ” гәзите 1996й.

( бүләктәрен тапшыралар)

Нинә бөгөн ҡояш шат йылмая

Нинә ҡоштар дәртле һайрайҙар?

Нинә бөгөн , әсәйемә ,тиеп,

Матур- матур сәскә һайлайҙар?

Әсәйҙәрҙен бөгөн байрамы бит!

Шуға икән бигерәк көн нурлы

Әсәйҙәргә булған һөйөүебеҙ

Янғырай, гүйә, яҙғы йыр булып.

Матур күлдәктәр кейеп,

Сыҡтым уртаға бейеп

Туфлиҙар ҙа тик тормай,

Саҡ өлгөрҙөм кейергә,

Саҡырҙылар бейергә. “Бөрлөгәнем” бейеүе.

Бәләкәй генә булһаҡ та

Беҙ шатлыҡ таратабыҙ

Тирә-яҡты янғыратып

Йырларға яратабыҙ, ти малайҙар   “8 март” йыры.

Әсәйҙәргә бөгөн беҙҙен

Ин ҡәҙерле һүҙебеҙ

Шат, күнелле бейеүҙе

Һеҙгә тип әҙерләнек.          Татар бейеүе

Бөгөн әсәйҙәр байрамы

Яуһын ләйсән ямғыры.

Ҡала ла, ауылда ла

Янғыраһын яҙ йыры

Байрамығыҙ ҡотло булһын,

Яҙығыҙ шаулы булһын.

Йөҙҙәрегеҙ нурға тулһын,

Ҡояштай балҡып торһон     “Күбәләк” йыры.

Эй, һөйөклө әсәкәйем!

Һин минен берҙән- берем.

Байрам көнөндә әйтергә,

Бар минен бик ҙур серем.

Шым ғына әйтәйем микән?

Ҡысҡырып әйтәйем микән?

Килгән ҡунаҡтар алдында

Юғалып ҡалмам микән?

Яратам мин, әсәйем!-

Бына шул минен серем

Бәхетле бул,ҡайғы күрмә,

Әсәйем берҙән-берем!

Әсәйемә байрам менән

Ултырттым мин бер миләш.

Мин юғында юҡһынмаҫҡа

Булһын тип яҡын серҙәш.

“Миләштәрем” йыры.

Эшкә батыр, йырға оҫта

Беҙҙен ауыл ҡыҙҙары.

Бейеүҙә лә һынатмайҙар

Беҙҙен класс ҡыҙҙары  “Ете ҡыҙ” бейеүе

Был донъяла ин яғымлы,

Ин яҡыны- әсәйем!

Бәхет, шатлыҡ, оҙон ғүмер

Теләй һинә кескәйен!                Хор  “Ҡояш ғүмере”

Конкурс “Сос әсәйҙәр”

  1. Кем тиҙерәк еп урай?
  2. Стакандан аш ҡалағы менән һыу ташыу.
  3. Кем күберәк ташый? (шашкаларҙы берәрләп йыйыу)
  4. Открытка төҙөү (открытка бәләкәй өлөштәргә ҡырҡыла, шуларҙы йыйырға)
  5. Был салат ниндәй йәшелсәләрҙән эшләнгән? (күҙ бәйле көйөнсә ашап ҡарап, ҡағыҙға яҙалар)
  6. Йомғаҡлау
  7. Бүләкләү.

 


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Новогодний утренник "Конкурс волшебников"

Новогодний праздник для детей и внуков преподавателей института МИРБИС...

Конкурсы , в которых дети принимали участие. Достижения в данных конкурсах

Конкурсы , в которых дети принимали участие. Достижения в данных конкурсах...

Информационная карта участника конкурса «Учитель года Кубани» в 2015 году (основной конкурс) Лощакова Светлана Ивановна

Информационная карта участника конкурса  «Учитель года Кубани» в 2015 году (основной конкурс)  Лощакова Светлана Ивановна...

Районный конкурс «Безопасное колесо – 2015». Представление команды «СТОП» в творческом конкурсе команд «Вместе – за безопасность дорожного движения!»

Тема выступления «Культура в дорожном поведении – залог безопасного движения!» раскрывает деятельность юных инспекторов движения в условиях современности....

Логопедический утренник «Конкурс чтецов» на тему: Весна для детей подготовительной группы ДОУ

Сценарий логопедического утренника в подготовительной группе ДОУ...

Конкурсы!!!Конкурсы!!!Конкурсы!!!

Задания и темы конкурсов....