"У һәм Ү хәрефтәре"
план-конспект урока (2 класс)
Башҡорт теле дәресендә У һәм Ү хәрефтәрен өйәнеү
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
![]() | 70.5 КБ |
Предварительный просмотр:
Дәрестең этаптары | Укытыусы эшмәкәрлеге | Укыусы эшмәкәрлеге |
#1054;йоштороу моменты Психологик инеш #1041;алаларҙың телмәрен үҫтереү эшмәкәрлеге аша дәрестең темаһын һәм маҡсаттарын асыҡлау. #1052;атур яҙыу минуты. Һығымта яһап ҡағиҙәне билдәләү
Теманы нығытыу. Дәреслек менән эш. Физкультминутка Төркөмдәр менән эш Сторителлинг алымы ҡулланып һөйләмдәр төҙөтөү Йомғаҡлау Баһалау Өй эше | Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Мин Светлана Тәлғәт ҡыҙы, бөгөн һеҙҙең класта дәрес үткәреүемә бик шатмын! Яҡшы үтһен көнөгөҙ, Фән серен күп белегеҙ. Еңел булһын уҡыуҙар, Матур булһын яҙыуҙар. Дәфтәр һайын биш булһын, Үҙенә тартып торһон. -Бер-беребеҙгә ҡарап йылмайыу бүләк итәйек һәм дәресебеҙҙе башлап ебәрәйек. Бына нисек бүлмә яҡтырып китте, гел шулай йөҙөбөҙ яҡты, күңелебеҙ шат булһын, күгебеҙ аяҙ булһын! Дәрестә ҡурҡмай, актив, кыскырып яуап биреп ҡатнашып үткәрәйек! -Әйҙәгеҙ тел шымартып алайыҡ. Минең арттан ҡабатлыйбыҙ һәм уйлап ултырабыҙ. Ниндәй хәрефтәр йыш осраны был юлдарҙа? Ни өсөн? Кәк-күк, кәк-күк – саҡыра кәкүк. Ғур-ғур-ғур – ҡарай бик ғорур. Тур-тур-тур – ул шундай матур. -Ниндәй хәрефтәр йыш осраны был юлдарҙа? Ни өсөн? -Тимәк дәрестә У/Ү хәрфтәре тураһында һөйләшәсәкбеҙ. Уларҙын үҙенсәлектәрен иҫкә төшөрөп, күнегеүҙәр башҡарып, белемдәребеҙҙе нығытырбыҙ! -Әйҙәгеҙ матур, тура итеп ултырайыҡ әле. Арҡалар төҙ, йөҙҙәр шат булһын. -Уҡыусылар, ә һеҙҙең дәфтәр биттәре шатлана беләме? -Ҡасан шатлана һуң улар, ҡайһы ваҡытта? -Әйҙәгеҙ, таҙа дөрөҫ яҙып дәфтәр биттәрен шатландырайыҡ әле. Число, 4 февраль Класта эш тип яҙабыҙ. Беренсе Юлға Үү хәрефтәре һәм кәкүк һүҙен юл тултырып яҙабыҙ. Икенсе юлға Уу хәрефен һәм матур һүҙен яҙабыҙ. -Афариндар. Хәҙер таҡтаға иғтибар, нимәләр күрәһегеҙ? Ни эшләргә? Һүҙҙәр ҙә ниндәй хәрефтәр төшөп ҡалган икән? Әйҙәгеҙ шуларҙы табып тултырайыҡ һәм һүҙҙәрҙе ике бағанаға бүләйек. Ә ниндәй үҙенсәлектәренә ҡарап бүләбеҙ? бүрек турғай күбәләк буран күркә ҡуян бүләк ҡурай -Һүҙҙәрҙе иғтибар менән тағы бер ҡат уҡыйыҡ әле! Нимәгә иғтибар иттегеҙ? -Нәҙек ү булған һүҙҙәр нисек уҡыла? Ә у хәрефе ниндәй һүҙҙәрҙә ҡулланылған? -Тимәк һығымта яһайбыҙ – нәҙек ү хәрефе үҙенән алда торған тартынҡыны нәҙек әйтелешле итә, ә ҡалын у хәрефе үҙенән алда торған тартынҡыны ҡалын әйтелешле итә! -Хәҙер китаптарҙың 19-сы битен асабыҙ, 9-сы кунегеү -Нимә эшләргә был күнегеүҙә? -Төшөп ҡалған хәрефтәрҙе ҡуйып һүҙҙәрҙе күсереп яҙабыҙ! Үҙән-долина, ураҡ-серп, жатва, уңыш-урожай, үңәс-шея, гортань. Киләһе һүҙҙе кем белә? Нимә йә кем ул? Ошо һүрәткә ҡарап бәлкә берәй нәмә әйтерһегеҙ?
Үлмәҫбай-М.Кәримдең Үлмәҫбай исемле поэмаһындағы төп герой. Ул үҙе менән ошолай тип таныштыра Урал батыр тоҡомонан Үлмәҫбай атлы егет, Совет Ватанында үҫкән Большевик затлы егет. Үлмәҫбай Урал батыр тоҡомонан, Ватанын һаҡлап һуғышҡан ҡыйыу батыр һалдат. 941 йылдың 22 июнендә Гитлер Германияһы беҙҙең илгә мәкерле һуғыш башлағас, М.Кәрим дә, ҡулына ҡорал алып, Тыуған ерҙең азатлығы өсөн яуға китә. Госпиталдә ятҡанда, ул “Үлмәҫбай” поэмаһының тәүге ике бүлеген тамамлай. Улар кеүек батырҙар тағын булғанмы икән? Әлбиттә, тыуған илем ватаным тип торған аҫыл егеттәргә Башҡортостаныбыҙ бай. Беҙ улар менән ғорурланабыҙ, хөрмәт менән ҡарайбыҙ, гел иҫтә тотабыҙ. Бына быйыл Бөйөк Ватан һуғышы бөтөүгә 80 йыл һәм 2015йыл Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар йылы, ә Башҡортостсанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылы тип иғлан ителде. Һеҙҙең мәктәптә лә батырҙар бар, эйеме, Хәтмуллин Ильнар. Герой партаһы асылған икән һеҙҙә, һеҙ уның менән ғорурлана алаһығыҙ. Әйҙәгеҙ, ял итеп алайыҡ. Миңә ҡарап хәрәкәттәр яһайбыҙ, тик иғтибарлы булыр кәрәк. Матурым тип һораһам ҡыҙҙар күрһәтә, батырым тиһәм малайҙар, ә балалар тиһәм бөтәбеҙ бергәләп. Күрһәт әле, матурым,
-Киләһе эште төркөмләп башҡарабыҙ, ҡайһы төркөм дуҫ татыу, бер-бер береһен тыңлап эшләй, шуларҙың эше тиҙ һәм дөрөҫ эшләнәсәк. -Кубиктарҙа кәрәкле һандар менән булған һүрәт атамаларын билдәле тәртиптә яҙып, кроссвордты сисергә. Һәр һүҙҙә у йә ү хәрефе бар. Ҡул Ҡуян Бүре Урман Сәйнүк Ниндәй һүҙ килеп сыҡты? Нимә ул курай? Күргәнегеҙ, ишеткәнегеҙ бармы? Ҡурай беҙҙең милли инструмент, ҡурай үләненең көпшәһенән биш уйым яһап эшләнә. Киләһе эш, һәр төркөмдән берәр уҡыусы кубикты һелтәй һәм төшкән һүрәтте ҡулланып һөйләм төҙөй. Афарин уҡыусылар, һеҙ бик яҡшы яуаптар бирҙегеҙ. Һөйләмдәрегеҙ бик шәп булды! Афарин уҡыусылар! -Хәҙер әйтегеҙ әле, -Һеҙ дәрестә нимәләр белдегеҙ?-Яңы ниндәй белемдәр алдығыҙ? -Ауырлыктар булдымы? Ниндәй эштәр бик еңел булды? -Дәрестәге эшегеҙ менән ҡәнәғәтме? -Әйҙәгеҙ әле ҡарайыҡ, һеҙ эшегеҙгә нинидәй баһа бирәһегеҙ? -Бик яҡшы тип уйлаһағыҙ – ҡояш, аңланым, әммә әҙ ҡатнаштым –болот , бер нәмә лә анламаным, насар яуап бирҙем тип уйлаһағыҙ йәшен һүрәтен күтәрегеҙ. Ҡояштар күберәк, бик шатмын. Ҡунаҡтар ҙа күрһен, таҡтҡға сығып йәбештерегеҙ әле? -Афарин, миңә лә яуаптарығыҙ бик оҡшаны. Һеҙ бөгөн дәрестә бик актив эшләнегеҙ. Барығыҙға ла рәхмәт! Өйҙә: 1. 21-се бит, бирелгән шиғырҙы тасуири уҡып өйрәнергә; 2. 21-се бит бирелгән шиғырҙы тасуири уҡырға, матур итеп күсереп яҙырға һәм бөгөнгө темаға ҡағылышлы һүҙҙәр аҫтына һыҙырға; #1059;\Ү хәрефтәре булған һүҙҙәр ҡулланып бөгөнгө дәрестәге кеүек кроссворд эшләргә. | Иҫәнләшәләр -Һаумыһығыҙ! Бер-береһенә ҡарап йылмаялар -Кәйефтәр яҡшы Тел шымарткысты уҡытыусы артынан ҡабатлайҙар -У.Ү хәрефтәре -Был беҙҙең бөгөнгө тема -Эйе -Дәфтәрҙә таҙа матур итеп яҙһаҡ -нәҙек, ҡалын УҮ хәрефтәре -У ҡалын һуҙынҡы, ҡалын итеп әйтелә -Ү нәҙек һуҙынҡы, йомшаҡ һүҙҙәрҙә яҙыла -Тейешле хәрефтәр ҡуйып дәфтәргә күсереп яҙырға Уҡытыусы артынан ҡабатлап төрлө хәрәкәттәр яһайҙар Һүрәттәрҙе кубиктарҙа табып кроссворд сисәләр -Ҡурай -Инструмент, дудка, флейта кеүек Һәр төркөмдән бер уҡыусы һөйләм төҙөй. -Аңлашылды -Эйе -Үҙҙәренең эшен баһалап карточкалар күтәрәләр |
Класс: 2А
Тема. Уу, Үү хәрефтәре.
Маҡсаттар:
-Уу, Үү хәрефле һүҙҙәрҙең әйтелешен, яҙылышын күҙәтергә, сағыштырырға әйрәнеү;
-Бәйләнешле телмәр, ишетеү, иғтибарлыҡ сифаттарын үҫтереү;
-Үҙ-ара хеҙмәттәшлек итергә, һығымталар яһарға өйрәтеү; тыуған илгә һөйөү; М.Кәрим, Үлмәҫбай, Урал батыр образдары аша патриотизм тәрбиәләү;
Йыһазландырыу: дәреслек, дәфтәр, интерактив таҡта, карточкалар, һүрәттәр.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
1-се класта башҡорт теленән ,,Тартынҡы өндәр һәм хәрефтәр” темаһына үткәрелгән дәрескә технологик карта
,,Тартынҡы өндәр һәм хәрефтәр”...