Арыҫланова Светлана Тәлғәт ҡыҙы

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Һаумыһығыҙ, хөрмәтле уҡытыусылар, уҡыусылар, ата-әсәләр һәм сайт ҡунаҡтары! Һеҙҙе үҙемдең сайтымда күреүемә бик шатмын. Коллегаларымды эш тәжрибәһе менән уртаҡлашырға саҡырам. Теләк-тәҡдимдәрегеҙҙе көтөп ҡалам!

Профессия: Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, башланғыс кластар уҡытыусыһы

Профессиональные интересы: Дәрестәрҙә яңы технологиялар, ҡыҙыҡлы алымдар ҡулланыу

Увлечения: Компьютер нескәлектәрен өйрәнеү, сәскәләр үҫтереү, башҡорт ҡатын -ҡыҙҙары биҙәүестәрен эшләү

Регион: Республика Башкортостан

Населенный пункт: Сибай ҡалаһы

Место работы: Сибай ҡалаһының 7-се дөйөм белем биреү мәктәбе

Навигация

Ссылка на мой мини-сайт:
https://nsportal.ru/arslanova-svetlana-talgatovna
Ғилем, өләшкәндән кәмемәй, арта ғыны бара...
Риза Фәхретдинов

 

Ҙур бәхет  ул  бөтә ғүмереңде

Йәш быуынға биреү, бағышлау.

Илең – халҡың менән бергә атлау,

Тормош ағышынан ҡалышмау.

Илгә лайыҡ улдар, ҡыҙҙар

Тәрбиәләү ниндәй ҡыуаныс!

Уҡытыусы өсөн бынан  да

Бармы икән оло йыуаныс?

О себе

Тел  дәресе бирәм  балаларға,

Милли рух  ул –йәшәү асылы.

Халҡым ынйыларын тиҫбей-тиҫбей,

         Бөйөкләнә  сабый   күңеле.

        Мин - уҡытыусы. Ғорурланып та, ҙур яуаплылыҡ менән дә әйтәм мин был һүҙҙәрҙе. Белем өләшеүсе, йәшәйеште алға этеүсе, донъяға матурлыҡ өҫтәүсе, кес кенә сабыйҙарҙан шәхес үҫтереүсе, тәрбиәләүсе, оло тормошҡа юл күрһәтеүсе. Ә иң мөһиме, үҙ туған телемде, башҡорт теленең бар нескәлектәре, гүзәллеге, бөйөклөгө менән, үҙем шул телдә аралашып, кинәнес алып, бала күңеленә һеңдереүсе бер уҡытыусымын.

        Күгәреп ятҡан  Уралымдай бай, йомарт башҡорт теленең нәфислеген тәү башлап әсәйемдән тойһам, уның тәрәнлеген, бөйөклөгөн аңларға өйрәтеүсе изге күңелле башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларыма ғүмерем буйы рәхмәтлемен. Кескәйҙәргә булған һөйөү һәм тәүге уҡытыусымдың йөрәгем түрендә ҡалдырған итәғәтле, кешелекле мөнәсәбәте ошо яуаплы һөнәрҙе һайлауға  этәргес көс булды. Һәм  шуға ла  беренсе уҡытыусым һымаҡ мәктәп тормошонда ҡайнап йәшәйһем килде.

        Хыялым тормошҡа ашты – бөгөн мин балаларға белем бирәм! Был бөйөк һөнәр – кешелек тормошонда мәңге йәшәйәсәк һөнәрҙәрҙең береһе. Мин дәрестәрем аша уҡыусыларымды туған телемдең сихри баҡсаһына алып инәм, туған телемдә һайраған ҡоштарҙың моңдарын тыңларға өйрәтәм, туған телем аша халҡымдың тәрбиә ҡанундарын аңдарына һеңдерергә тырышам.

       “Уҡыу – энә менән ҡойо ҡаҙыу” тигән мәҡәлдә әйтелгәнсә, ауырлыҡтар булды һәм әле лә булып тора. Бындай саҡтарҙа  гел йылмайып ҡаршы алған беренсе уҡытыусымды, ҡыңғыраулы онотолмаҫ мәктәп йылдарын, йәшлек хистәренә уралған студент саҡтарымды, күҙгә генә ҡарап торған ике бәләкәс баламды иҫкә төшөрәм дә, үҙемде ҡулға алып, артабан тырышып эшләүемде дауам итәм. 

       “Уҡытыусы заман менән бергә атларға тейеш”, “Уҡытыусы ғүмер буйы уҡый”,- тип әйтәләр. Ысынлап та шулайҙыр: ни өсөн тигәндә, тормош бер генә урында тормай, ул алға бара, 10 йыл элек бирелгән белемдәр менән генә бөгөнгө уҡыусыны ҡыҙыҡһындыра алмайһың. Компьютер, интернет, проектор, интерактив таҡта һ.б. яңы технологияларҙы ла үҙләштереп, дәресеңдә ҡулланмаһаң, һин бөгөн алдынғы, заман талаптарына ярашлы, белемле уҡытыусы түгел.

        Шулай итеп йәш быуынға белем  һәм тәрбиә биреү, уларҙы һаҡлау, лайыҡлы йәшәтеү – уҡытыусыға аманаттай тапшырылған изге бурыс, шуға хыянат итмәйек. Зиһенебеҙҙә булған белемде, күңелебеҙҙәге тәүфиҡ һәм иманды килер быуындарға тейешенсә өйрәтәйек.

 

Мои достижения

Үҙем тураһында

Арыҫланова Светлана Тәлғәт ҡыҙы

*1987 йылдың 17 ғинуарында Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Ишей ауылында тыуған.

*Белеме: юғары, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты-2012 йыл.

*Эш урыны: Сибай ҡалаһының етенсе дөйөм белем биреү мәктәбе

*Вазифаһы: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы

*Педагогик стажы - 11 йыл.

*Электрон адресы: SvetlanaTalgatovna@mail.ru


 

 

Добавить грамоту в портфолио
Портфолио: