Тема: [Йа] өнө һәм Я хәрефе.
план-конспект урока (2 класс)

Фаттахова Рамзиля Хамитовна

конспект урока

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon ya_hrefe.doc63 КБ
Файл ya_hrefe.pptx64.74 КБ

Предварительный просмотр:

Тема: [Йа] өнө һәм Я хәрефе.

Дәрес төрө: Ғәмәли мәсьәләләрҙе хәл итеү.

Планлаштырылған һөҙөмтәләр:

Шәхси сифаттарҙы  үҫтереү өлкәһендәге  үҫеш: үҙ аллы эш итергә, белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарарға; уҡыусыларҙа тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ сифаттарын тәрбиәләү. Тәбиғәткә ҡыҙыҡһыныу уятыу, башҡорт халыҡ ижадына һөйөү тәрбиәләү.

Метапредмет өлкәһендәге үҫеш: дәреслек материалы менән эшләү барышында фекер, фараз менән уртаҡлашыу;  башҡарған эш буйынса һығымта яһай белеү.

Предмет өлкәһендәге үҫеш:Я хәрефенең ҡалын ижекле һүҙҙәрҙә яҙылыуын миҫалдарҙа күрһәтеү был хәреф ингән һүҙҙәрҙе күреп яҙырға өйрәтеү; Һүҙ башында, уртаһында, аҙағында [йа] өнө ишетелгән һүҙҙәрҙе тыңлау һәм уларҙы дөрөҫ яҙа белеү күнекмәһен үҫтереү, бәйләнешле телмәрҙе камилләштереү.

Йыһазландырыу: китап, дәфтәр, ручка, интерактив таҡта, ҡояш, япраҡ, оя һүрәте, карточка.

Дәрес барышы.

 Ойоштороу.

I.«Психологик атмосфера» ситуацияһы тыуҙырыу.

- Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Килгән ҡунаҡтар!

-Уҡыусылар, бөгөн беҙҙең ғәҙәти дәрес түгел. Беҙгә дәрескә бик күп ҡунаҡтар килгән. Беҙҙең халыҡта “Ҡунаҡ аҙ ултырыр, күп һынар” тигән мәҡәл бар, шуға күрә һынатмайыҡ үҙебеҙҙе.. 

Бөгөнгө матур көнгә күҙ һалайыҡ, һауа, ҡояш, ағастар… Барыһы ла ниндәй йәмле! Матур! Уларҙан күңелебеҙгә йылылыҡ, йөҙөбөҙгә яҡты нур, тәнебеҙгә сәләмәтлек алайыҡ.

-Уларға нимә әйтәйек?

(слайд1)   -  Хәйерле көн! Һаумыһығыҙ!

II. Уңыш  ситуацияһы тыуҙырыу

  1. Үтелгәнде нығытыу

(слайд2)       ҡала_,      те_ен,    һара_,     бө_өк,    _ә_ғор.

- Төшөп ҡалған хәрефтәр  урынына тейешле хәрефтәрҙе ҡуйырға кәрәк.

-эйе, бар һүҙҙәрҙә лә беҙ үткән дәрестәрҙә өйрәнгән   Й хәрефе төшөп ҡалған.

- Й өнө һәм хәрефе башҡорт телендә күп осрай. Ул ҡалын һүҙҙә лә, нәҙек һүҙҙә лә яҙыла. Башта ла, уртала ла, аҙаҡта ла тора.

(слайд3)       ҡалай,      тейен,    һарай,     бөйөк,    йәйғор.

        2.эште төркөмдәрҙә ойоштороу ,матур яҙыу минутлығы.  (йомаҡтар сисеү)

-мин Рәхимов Илһамға өйгә эш ҡушҡан инем. Илһам әйҙә алға сыҡ.( Ялсығол йырын башҡара) .

-Илһам башҡарған йырҙын исеме нисек атала инде уҡыусылар?

- Эйе, йыр Ялсығол тип атала. Ялсығол һүҙенен башында  нимә ишетәбеҙ уҡыусылар?

- Эйе, [ йа] өнө ишетәбеҙ.Афариндар, барығыҙҙа!

- Ә хәҙер һәр төркөмгә берәр йомаҡ әйтәм, уйлап ҡына яуап бирәбеҙ яраймы.

I төркөмгә: Иртә килә, кис ҡайта. (Ҡояш).  

II төркөмгә: Яҙ килһә-йәшәрә, көҙ етһә-һарғая. (Япраҡ).

III төркөмгә: Балтаһыҙ, ҡулһыҙ бәләкәй генә өй эшләнгән. (Оя).

-Һеҙ йомаҡтарҙын яуаптарын белһен өсөн мин һеҙгә һүрәттәр бирәм,тик ул һүрттәрҙе тәртипһеҙ бер уҡыусы  ҡырҡыслап бөткән. Ошо ҡырҡылған өлөштәрҙе тоташтырһағыҙ һүрәттә йомаҡтын яуабы килеп сығырға тейеш.  (һәр төркөмгә яуапҡа ярашлы һүрәттәр бирелә)

(слайд4)   [Ҡойаш]     [йапраҡ]    [ ойа].

                   Ҡояш         япраҡ          оя

( Я хәрефенен ҡайҙа урынлашыуы тураһында)

- тимәк беҙҙен бөгөнгө дәрестен темаһы ниндәй була тип уйлайһығыҙ?

(слайд5)

- эйе, бөгөнгө беҙҙен дәрестен темаһы:   [Йа] өнө һәм Я хәрефе

- Һеҙгә бирелгән  һүрәттәр артына һүҙҙәр яҙылған .Уларҙы  уҡып , уларҙан  һөйләмдәр төҙөйөк.  (Шаян ҡояш көлә. Һары япраҡ ҡойола .Оя матур эшләнгән.)( һәр төркөмдән бер уҡыусы сығып яҙа)

Һөйләмдәр тураһында нимә әйтергә мөмкин?   (Һөйләм баш хәрефтән башлана, аҙағында нөктә ҡуйыла. Башҡорт телендә  һөйләмдә хәрәкәтте белдергән һүҙ уның аҙағына ҡуйыла).

 - Әйҙәгеҙ дәфтәрҙе асайыҡ  һәм матур итеп числоны  яҙайыҡ, класта эш, кесаҙна.Матур яҙыу минутлығы. (ҡояш,япраҡ,оя)

Физминутка. Тын юлына гимнастика
«Ябыҡ-асыҡ» - тын алабыҙ, шунан танауҙарҙы бармаҡтар менән бер ҡыҫып, бер асып һауаны сығарабыҙ. «Яра» - тәндәге яра әрнемәһен өсөн йыш-йыш өрәбеҙ.

III . Яңы тема өҫтөндә эш.

- Ни өсөн [йа] өнө я хәрефе менән тамғаланырға булған икән?

-2019 йыл- Т еатр йылы. Әйҙәгеҙ «Хәрефтәр ҙә ыҙғыша икән» тигән

 әкиәт сәхнәләштерәйек.  

Ҡатнашалар:

Й хәрефе – Данил

А хәрефе –Әлиә

Я хәрефе - Илһам

Борон-борон заманда был тирмәлә өндәр генә йәшәгән ти. Бер мөйөшөндә тик ҡалын һуҙынҡы өн хәрефтәр, икенсе мөйөшөндә тик нәҙек һуҙынҡы өн хәрефтәр йәшәгән. Шулай әҙәмсә килешеп торғанда Й хәрефе ғауға һала башлаған:

Данил. (Й хәрефе) - Кит, кит! Һинең менән йәнәшә тормайым! –тигән ул А хәрефенә.

- Килмә лә эргәмә, баҫма ла!-тип екергән ғауғасыл Й хәрефе.

Әлиә.(А хәрефе) Мин торам, мин ишетеләм бит.  А хәрефе илап ебәргән. Шунда Я хәрефе түҙмәгән.

Илһам.(Я хәрефе)  -Нисек оялмайһығыҙ? Ниндәй тауыш күтәрҙегеҙ, - Мин һеҙҙе келәткә индереп йоҙаҡлап ҡуям. - Үҙем хәйләкәр, уҫал, яман, боҙоҡ хәрефтәрҙең береһемен, үҙем яҙылам, - тип килеп баҫҡанШул ваҡыттан алып Я яҙылған һүҙҙәрҙә уның урынына Й һәм А өндәре ишетелә лә тора.Бына нисек булған икән ул.

Был әкиәт беҙҙе нимәгә өйрәтә?

- Эйе, үҙе хәйләкәр, үҙе уҫал,үҙе яман  - Яя хәрефе булған  һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға кәрәк.

- Һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙайыҡ: 

(слайд 6) :  

   [Йамал], [ҡуйан], [ҡайа], [тайаҡ], [майаҡ], [йаман], [шайан], [зыйан], [хыйал].

- әле яҙған һүҙҙәр әйтелештәре буйынса ниндәй әйтелешле һүҙҙәр тип атала?

- эйе, ҡалын әйтелешле һүҙҙәр .

IV.Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү. Һығымтаға модель яһау.

- Тимәк я хәрефе ниндәй һүҙҙәрҙә яҙыла? Я хәрефе ҡалын һүҙҙә яҙыла. Башта ла, уртала ла, аҙаҡта ла тора.

(слайд7)

                                                Һүҙ

                                             

                               

                       башы            уртаһы         аҙағы

                                         

                          [йа]               [йа]                [йа]                     

                           я                     я                   я

V.Ял минуты.

Бер эйелә, бер бөгөлә,

япраҡтар көслө елгә. (Кәүҙәне бөгөү).

Ҡояшты ла онотмай, (кәүҙәне әйләндереү).

Уны күҙәтә гел дә. (башты борғолау).

VI. Ғәмәли эштәр. Китап менән эш.

1)Үҙ аллы. 3-сө күнегеү.

-Өндәр менән тамғаланған һүҙҙәрҙе хәрефтәр менән яҙ. Мәҫәлән: Яман, ялҡау, ҡояш, янғын, ябыҡ, ярсыҡ, сынаяҡ, ялған, шаян.

2). Түбәндәге һүҙҙәргә Я хәрефен ялғап яҙығыҙ. (карточка менән эшләү,парлап эшләү).

I рәт. Той, туй, тай, һый, тый.         II рәт. Ҡый, ҡой, йылмай, янтай.

III рәт. Ҙурай, турай, йый, уй, ҡуй.

3) Дәреслектән 6-сы күнегеү. (ваҡыт артып калһа)

4) Таҡтаға яҙып эщләтәм:

Сынаяҡ, ҡырҡаяҡ, яҫтыҡ, ҡыяр, ҡашығаяҡ,  Данияр 

һүҙҙәрендә нисә хәреф,  нисә өн, нисә ижек бар?

Сынаяҡ – 6 хәреф, 7 өн, 3 ижек

Ҡырҡаяҡ – 7 хәреф, 8 өн,  3 ижек

Яҫтыҡ – 5 хәреф,  6 өн,  2  ижек

Ҡыяр – 4 хәреф,  5 өн,  2 ижек

Ҡашығаяҡ – 8 хәреф,  9 өн,  4 ижек

Данияр – 6 хәреф,  7 өн,  3 ижек

VII. Рефлексив анализ.Баһалау.

 Бөгөн дәрестә нимәгә өйрәндек? Нимә белдек?

1)- [йа] өнөнөн Я хәрефе менән тамғаланыуын өйрәндек.

2)-Я хәрефенең ҡалын ижекле һүҙҙәрҙә яҙылыуын белдек.

2) Һүҙ башында, уртаһында, аҙағында [йа] өнө ишетелгән һүҙҙәрҙе  дөрөҫ яҙырға өйрәндек.

Әйтәбеҙ й менән а

Яҙабыҙ бер хәреф - Я.

Кем үҙен яҡшы эшләнем ти, ҡыҙыл алманы алып ҡала, кем һәйбәт эшләнем ти, йәшел алманы алып ҡала. Ә кем анлашылманы  ти һары алманы ла.

VIII.Өйгә эш.

Бит 57, 5-се күнегеү.

 Дәресте ошо мәҡәл менән бөтөрәйек. Белеме барҙың, ҡәҙере бар.минен арттан ҡабатлағыҙ. Барығыҙғала ҙур рәхмәт. Дәрес тамам. Ял итергә була.


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

Хәйерле көн! Һаумыһығыҙ !

Слайд 2

ҡала _, те_ен , һара _, б ө _ өк, _ ә_ғор

Слайд 3

ҡалай , тейен, һарай , бөйөк , йәйғор

Слайд 4

[Ҡо йа ш] [ йа праҡ] [ о йа ]. Ҡояш япраҡ оя

Слайд 5

[ Йа] өнө һәм Я хәрефе

Слайд 6

Һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙайыҡ : [ Йамал ], [ҡуйан], [ ҡайа], [тайаҡ], [ майаҡ], [ йаман], [шайан], [ зыйан ], [хыйал].

Слайд 7

Һүҙ башы уртаһы аҙағы [йа] [йа] [йа] я я я


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Тема: м хәрефе һәм авазы

1) М хәрефе һәм авазы белән танышу; сүзләрдә ишетеп (м) авазын күрсәтү; иҗекләрдән сүзләр, сүзләрдән җөмлә төзү.2) Сөйләм телен баету. Яңа лексика белән таныштыру...

Тема: В хәрефе. 2 сыйныфлар өчен дәрес эшкәртмәсе

: 1) в хәрефе кергән сүзләрне дөрес итеп укырга һәм язарга ...

урок татарского языка по теме "Я хәрефе" 2 класс

Урок татарского языка во 2 классе....