Башҡорт теле. 1 класс. Ф.Ш.Сынбулатова. Тема: Й хәрефе яҙылышы.
план-конспект урока (1 класс)
Предварительный просмотр:
21-се дәрес. Үткәреү ваҡыты: ------------------------------
Дәрес темаһы. Й хәрефе ҡайҙа һәм ҡасан яҙыла?
Дәрестең төрө. Ғәмәли мәсьәләләрҙе хәл итеү дәресе.
Уҡыу-методик комплект: УМК “Башҡорт теле” (авт. Сынбулатова Ф.Ш. һ.б.).
Планлаштырылған һөҙөмтәләр:
Шәхси сифаттарҙы үҫтереү өлкәһендәге үҫеш: бирелгән эш шартына төшөнөргә уны үтәү тәртибен күҙалларға һәм һәр эште еренә еткереп үтәргә, һөҙөмтәһен күрергә, ғәҙел баһалауға күнегеү. Төркөмдә килешеп эшләргә өйрәнеү.
Метапредмет өлкәһендәге үҫеш: й хәрефе һүҙҙең төрлө өлөшөндә килеү осраҡтарын күҙәтеү, сағыштырыу, модель буйынса һүҙҙәр төҙөп уҡыу; һығымта яһау; һүҙ байлығын арттырыу.
Предмет өлкәһендәге үҫеш: й хәрефе һүҙҙең төрлө урынында килеү осрағын ғәмәли үҙләштереү.
I. 1-се эш. Модель буйынса һүҙҙәр төҙөп уҡыу. Бөтә һүҙҙәрҙә лә [й] өнөнөң әйтелешен сағыштырыу, уның һәр ваҡыт йомшаҡ өн булыуын билдәләү. Һүҙҙәрҙе сағыштырыу, күҙәтеү эше аша й хәрефенең һүҙ башында, уртаһында, аҙағында килеү осраҡтарын ғәмәли үҙләштереү.
Һығымта: й хәрефе һүҙҙең башында ла, уртаһында ла, аҙағында ла яҙыла.
II. 2-се эш. Эште төркөмдәрҙә башҡарыу тәртибен асыҡлау: эш шартын уҡыу, күҙаллау; һүҙҙәр теҙмәһен уҡыу, уларҙың мәғәнәһен асыҡлау; һүҙҙәрҙе күҙәтеү, сағыштарыу, уртаҡ яҡтарын табып төркөмләп яҙыу.
. Й хәрефенең каллиграфик яҡтан дөрөҫ яҙылышына иғтибар итеү.
Һығымта: Й хәрефеә, ө, ү, ы, о, е һуҙынҡылары алдынан ғына яҙыла. Й хәрефенән һуң бер ваҡытта ла а, о, у, э хәрефтәре яҙылмай, сөнки й хәрефе уларҙан алда йөрөргә яратмай.
II. 3-сө эш.
Күнегеүҙең шарты менән танышыу: һүҙҙәрҙә йә, йө, йү, йе, йо, йы ҡушымсалары аҫтына һыҙ. Эште эҙмә-эҙлекле үтәү тәртибен күҙаллау: күнегеүҙең шартлы билдәһенә иғтибар итеү һәм был эштең күсереп яҙыу өсөн тәғәйенләнгәнен асыҡлау. Күсереп яҙыу ҡағиҙәһе нигеҙендә һөйләмдәрҙе яҙыу һәм күнегеү шартын үтәү эшен ойоштороу. Был эш үҙ аллы башҡарыла.Эш процесында уҡыусының күсереп яҙыу ҡағиҙәһен ғәмәли үҙләштереүен, эш шартын аңлап үтәүен күҙәтеү. Аңламаған балаға ярҙам итеү, хаталарын иҫкәртеү. Яҙғанда дөрөҫ ултырыуға иғтибар итеү. Парталашың менән бер-береңдең эшен тикшереү. Дәфтәр поляһында “Цукерман” контроль бағанаһы буйынса һабаҡташыңдың эшен баһалау.
IV. 4-се эш. Эш шартын уҡыу. Төркөмләү өсөн бирелгән һүҙҙәрҙе иғтибар менән уҡыу, тыңлау, ишетеү. Һәр һүҙҙең мәғәнәһенә төшөнөү, улар менән телдән һөйләмдәр төҙөү. Һүҙҙәрҙе өс төркөмгә бүлеп яҙыу. Ҡалған ваҡытты иҫәпкә алып, эште үҙ аллы йәки төркөмдәрҙә үтәргә була. Эште төркөмдәрҙә ойошторған осраҡта: 1-се төркөм й хәрефе- һүҙ башында, 2-се төркөмй хәрефе -һүҙ уртаһында, 3-сө төркөм й хәрефе һүҙ аҙағында килгән һүҙҙәрҙе һайлап яҙа. Һәр төркөм үҙенең эше буйынса һығымта яһай:1-се төркөм: й хәрефе һүҙ башында яҙыла; 2-се төркөм: й хәрефе һүҙ уртаһында яҙыла; 3-сө төркөм: й хәрефе һүҙ аҙағында яҙыла. Төркөмдәрҙең фекерҙәренән сығып дөйөм һығымта яһау.
Һығымта. Й хәрефе һүҙ башында, уртаһында, аҙағында яҙыла.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Башҡорт теле. 1 класс. Ф.Ш.Сынбулатова. Тема: Алфавит.
йәш уҡытыусыға ярҙамға...
Башҡорт теле. 1 класс. Ф.Ш.Сынбулатова. Тема: Хәреф һәм өн.
Йәш уҡытыусыға ярҙамға....
Башҡорт теле. 1 класс. Ф.Ш.Сынбулатова. Тема: Һуҙынҡы өндәр һәм хәрефтәр
Йәш уҡытыусыға ярҙамға...
Башҡорт теле. 1 класс. Ф.Ш.Сынбулатова. Тема: Тартынҡы өндәр һәм хәрефтәр
Йәш уҡытыусыға ярҙам....
Башҡорт теле. 1 класс. Ф.Ш.Сынбулатова. Тема: Баш хәреф. Исем-фамилияларҙың яҙылышы.
Йәш уҡытыусыға ярҙам...
Башҡорт теле. 1 класс. Ф.Ш.Сынбулатова. Тема: Э хәрефе һүҙ башында
Йәш уҡытыусыға ярҙам...
Башҡорт теле. 1 класс. Ф.Ш.Сынбулатова. Тема: Ю хәрефе
Йәш уҡытыусыға ярҙам...