Дәрестең технологик картаһы.З.Биишева. Һөнәрсе менән Өйрәнсек. Йыйнаҡ һәм тарҡау һөйләмдәр. 4 класс.
план-конспект урока (4 класс)

Ғибәҙуллина Регина Айҙар ҡыҙы

.

Скачать:


Предварительный просмотр:

Дәрестең технологик картаһы

Класс: 4

Уҡытыусының Ф.И.О.: Ғибәҙуллина Р.А.

Дәрес темаһы: З.Биишева. Һөнәрсе менән Өйрәнсек. Йыйнаҡ һәм тарҡау һөйләмдәр.

Дәрес төрө: Ҡатнаш дәрес.

Дәрес маҡсаттары:

Белем биреү: : 1. З.Биишеваның “Һөнәрсе менән Өйрәнсек” хикәйәте менән таныштырыу, әҫәр йөкмәткеһен үҙләштереү, геройҙарҙы үҙ-ара оҡшатып һәм бер-береһе менән сағыштырып өйрәнеү.  Йыйнаҡ һәм тарҡау һөйләмдәрҙе ҡабатлау, белемдәрен тикшереү.

2.Кеше тормошонда хеҙмәттең  ролен баһаларға өйрәтеү,

эшкә һәр нәмәгә яуаплы ҡараш тәрбиәләү.

Үҫтереүсе: уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү, һөйләү күнекмәләрен һәм  логик фекерләүен үҫтереү.

Тәрбиәүи: Кеше тормошонда хеҙмәттең  ролен баһаларға өйрәтеү, эшкә һәр нәмәгә яуаплы ҡараш тәрбиәләү.

Көтөлгән һөҙөмтәләр: 

Предмет УУЭ һөҙөмтәләре уҡылған әҫәрҙең йөкмәткеһен белеү; тексҡа анализ яһай, әҫәрҙең идеяһын, проблематикаһын асыҡлай алыу; геройҙарға ҡылыҡһырлама биреү.

Метапредмет (предмет-ара) УУЭ һөҙөмтәләре:

а) регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрес темаһын, маҡсатын билдәләргә күнегеү, булған белемдәрен барлау, баһалау; белем алыуға, танып-белеү эшмәкәрлегенә ыңғай ҡараш булдырыу, яңы белем-күнекмәләр алыуға, булғандарын камиллаштырыуға теләк уятыу.

б) танып-белеү: кәрәкле мәғлүмәтте айыра, күрһәтә, дөйөмләштерә белеү; схема һәм модель формаһындағы информацияны аңлай, төрлө мәсьәләләрҙе сисеүҙә билдә, йә символ менән бирелгән сараларҙы файҙалана белеү..

в) коммуникатив: һөйләмдәр төҙөү, парлап диалог ҡороу, үҙ-ара аралаша, тасуири уҡый белеү, ҙур булмаған монологик телмәр төҙөү, аныҡ бурыстарҙы күҙуңында тотоп, парлап йәки төркөмдә уртаҡ  эш башҡарыу.

Шәхес булараҡ формалаштырыу УУЭ һөҙөмтәләре: класс эштәрендә әүҙем ҡатнашыусы, дәрестә башҡарған эштәре өсөн яуаплылыҡ тойоусы, тырыш, әҙәпле, белем алыуға ынтылыусы шәхес тәрбиәләү.

Йыһаҙландырыу: “Башҡорт теле” дәреслеге, слайдтар, эш дәфтәре.

Дәрес этаптары

Уҡытыусы эшмәкәрлеге

Уҡыусылар эшмәкәрлеге

Дәрестең һәр этабында формалаштырылған УУЭ

I. Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу

Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!  

Башҡорт теле дәресен

Бөгөн мин алып барам.

Үҙем менән таныштырам.

Регина Айҙар ҡыҙы булам.

Дәресебеҙҙе  башлайбыҙ.

Дежурға һорауҙар биреү.

-Бөгөн кем  дежур?  

Дежур уҡыусыға һорауҙар биреү

Р.: үҙҙәренең уҡыу эшмәкәрлеген ойоштора белеү, яҡшы, продуктив эшкә ынтылыш формалаша.

Т.б. : яңы белем алыу кәрәклеген аңларға өйрәнәләр.

II. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.

- Бына бер беребеҙгә йылмайыу бүләк итеп алдыҡ. ЙЫЛМАЙЫУ һүҙен ниндәй һүрәт менән алыштырыр инигеҙ? (әсәй, ҡояш,…)

-Бына ул ҡояш. (слайд 1)

Ҡояш нурҙары ҡайҙа төшкән? (көршәккә)

 

-Ҡайһы һорауҙарға яуап бирә алманыҡ? Тимәк, бөгөн дәрестә беҙгә нимә эшләргә тура килер?

(Был һауыт нисек аталғанын, уны кем яһағанын, ҡайһы әҫәрҙән булыуын  белергә кәрәк)

-Тимәк, бөгөн дәрестә  беҙ уҡырбыҙ.

Ошо һөйләмгә иғтибар итегеҙ.

Беҙ  уҡырбыҙ. (слайд 3)

Был нимә? Ниндәй һөйләм? Беҙ нимә уҡырбыҙ? (Билдәле түгел) Нимә уҡығанды белер өсөн ниндәй һөйләм төҙөргә кәрәк?(Тарҡау)

Беҙ бөгөн хикәйәт  уҡырбыҙ. Ҡайһы һөйләм беҙгә күберәк мәғлүмәт бирә? Телегеҙ бай булһын. Телмәрегеҙҙә күберәк тарҡау һөйләмдәр ҡулланырға тырышығыҙ.

Беҙ  уҡырбыҙ.

Беҙ бөгөн хикәйәт  уҡырбыҙ. 

Ошо ике һөйләмгә ҡарап дәрестең темаһын билдәләгеҙ.

Эйе, дәрестең грамматик темаһы: Йыйнаҡ һәм тарҡау һөйләмдәр.Ҡабатлау.

Экранға яҙылған һөйләмдәрҙә һеҙгә бөтә һүҙҙәр ҙә аңлашыламы? Һөйләмдәрҙә тулы мәғлүмәт бирелгәнме?

Тимәк, беҙгә бөгөн нимәне белергә кәрәк? (нимә ул хикәйәт, хикәйәттең исемен, уны кем яҙғанын)

-Ә быны ҡайҙан белеп була? (Китаптан, әҫәрҙән)

-Китаптан эҙләп ҡарағыҙ.Беҙ ниндәй әҫәргә килеп еттек?(З.Биишева. Һөнәрсе менән Өйрәнсек)

-Был дәрестең лексик темаһы.

Тимәк, бөгөнгө дәрестең темаһы ниндәй?

Дәрестең маҡсаттарын әйтеп сығығыҙ:

  1. Көршәкте кем яһағанын билдәләү
  2. Хикәйәт нимә икәнен белеү
  3. Дәрес башында ҡуйылған һорауҙарға яуап эҙләү.
  4. Йыйнаҡ һәм тарҡау һөйләмдәр темаһын ҡабатлау.

Теманы билдәләнек,

Нимә үтәсәкте белдек.

Экранға һеҙ ҡарағыҙ

Дата менән теманы

Матур итеп яҙығыҙ.

Бөгөн дәрестә үҙегеҙҙең эштәрегеҙҙе, белемдәрегеҙҙе үҙегеҙ баһаларһығыҙ. Бирелгән таблицаларға баһалар ҡуйып барырһығыҙ.

Уҡытыусының һорауҙарына яуап бирәләр.

Дәрестә нимә тураһында һөйләшеүҙәре тураһында әйтәләр, дәрестең темаһын, маҡсаттарын билдәләйҙәр.

Ш.: уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация, уҡыуға, яңылыҡ белеүгә ынтылыш, ҡыҙыҡһыныусанлыҡ формалаша.

Р.: уҡытыусы менән берлектә дәрестең маҡсатын билдәләргә өйрәнәләр.

Т.б.: логик фекер йөрөтөү, уҡыу мәсьәләһен табыу, күрһәтә белеү формалаша.

III. Өйгә эште тикшереү.

З.Биишева тураһында тел төҙәткесе яҙабыҙ.

Сы-сы-сы –Зәйнәб Биишева ….

Сы-сы-сы – ул булған ……

 Ған-ған-ған – ……тыуған

Нан-нан-нан – ул …….. ауылынан

Ған-ған-ған –  ……… өсөн яҙған .

Уҡыусылар үтелгәндәрҙе хәтергә төшөрә, тел төҙәткесе яҙа, уҡый.

Ш.: белем алыуға, уҡыуға ҡарата ыңғай ҡараш формалаша.

IV. Яңы материалды үҙләштеү. Уҡыу мәсьәләһен сисеү.

Һүҙлек  өҫтөндә эш.

Һүҙҙәр: Көршәк, оҫта,  булат, үңәс, хикәйәт.

Ә хәҙер ошо яҙған һүҙҙәрҙең мәғәнәһен табығыҙ. Уҡтар менән күрһәтегеҙ. Тексты уҡығас, һүҙҙәрҙең мәғәнәһенең дөрөҫлөгөн тикшерербеҙ.

Балсыҡтан яндырып эшләнгән һауыт  

оҫта

Легендаларға нигеҙләнеп яҙылған әҙәби әҫәр    

булат

Эште бик яҡшы башҡарған кеше, һөнәр эйәһе  

үңәс

Ҡорал өсөн ҡойолған боронғо ҡорос                                  

хикәйәт

Һауыт-һабаның ауыҙы менән ҡорһағы

көршәк

-Беренсе ҡат уҡыу.

Һүҙҙәрҙең мәғәнәһенең дөрөҫлөгөн тикшереү.

-Үҙ аллы һеҙ уҡығыҙ.

Ошо һорауҙарға

Яуаптарҙы  табығыҙ,

Таблицаға  яҙығыҙ.

Был өсөнсө бирем. (слайд 7)

Кем?

Нимә?

Ниндәй?

(Көршәк ниндәй?)

Ни  өсөн?

Нисек?

Ниндәй кәңәш бирерһегеҙ?

 

 

Яуаптарҙы тикшерәбеҙ. (Телдән)

Кем?

Нимә?

Ниндәй?

(Көршәк ниндәй?)

Ни  өсөн?

Нисек?

Ниндәй кәңәш бирерһегеҙ?

Өйрәнсек

Көршәк

Насар, ауыр, …

Табыш өсөн

тиҙ

Һөнәрсе

Каса

көршәк

Еңел, ныҡ, нәфис,…

Халыҡҡа файҙа килтереү

тырышып

Яуаптарығыҙға баһа ҡуйығыҙ.

Эш дәфтәрендә эшләйҙәр.

Һүҙҙәрҙе яҙалар, хор менән ҡабатлайҙар,  һөйләмдәр төҙөйҙәр. Әҫәрҙе уҡыйҙар. Һүҙҙәрҙең мәғәнәһенең дөрөҫлөгөн тикшерәләр.                                                                                                    

Һорауҙарға яуап бирәләр.

К.: диалогка инергә, һорауҙарға яуап бирергә, башҡаларҙы тыңлай һәм әңгәмәгә ҡушыла белергә, һөйләмдәр төҙөргә өйрәнәләр.

Т.б.: яңылык белеүгә ынтылыш формалаша.

Ш. : уйында ҡатнашыу мәҙәниәте фомалаша, уҡыу материалына ҡыҙыҡһыныу арта.

V. Белемде нығытыу. (практикала ҡулланыу).

Хикәйәт төркөм эсендә тағы бер тапҡыр  сылбырлап уҡыла. Бер төркөм икенсе төркөмгә һорау ҡуя, икенсе төркөм ҡуйылған һорауға яуап бирә. Төркөм эсендә һәр кем үҙ аллы һорау төҙөй,  һәр уҡыусы үҙенең һорауын төркөмгә уҡып ишеттерә, иң отошло тип һаналған һорау икенсе төркөмгә бирелә. Ҡуйылған һорауҙарға төркөм кәңәшләшеп яуап бирә. Яуаптарҙы тыңлағас, төркөмдәр бер-береһенә баһа ҡуя.

Ҡояш нурҙары төштө (слайд-8)

Ике төрлө көршәккә,

Көршәктәргә йән инде

Килделәр улар телгә.

Уларҙы һөйләштергәндә

Хужалары тураһында

Улар нимә һөйләрҙәр,

Ниндәй һүҙҙәр әйтерҙәр?

Бер төркөм Өйрәнсектең көршәге , икенсе төркөм Һөнәрсенең көршәге исеменән сығыш яһарға әҙерләнә.  Төркөм эсендә һәр уҡыусы үҙ аллы эшләй, кемдер шиғыр, кемдер тел төҙәткес яҙа, кемдер мәкәлдәр эҙләй, кемдер көршәк хужаларына кәңәштәр яҙа. Эштәрҙе бергә йыйып, бер сығыш  әҙерләйҙәр. Бер төркөм һөйләгәндән һуң икенсе төркөм һорау бирә. Төркөм эсендә уҡыусылар  бер-берһенә баһа ҡуя.

Ошо уҡ ваҡытта ике уҡыусы (һәр бер төркөмдән бер уҡыусы) парлап эшләй,  “Һөнәрсенең һәм Өйрәнсектең көршәктәре һөйләшә” тигән  темаға диалог төҙөй .

-Ә хәҙер көршәктәрҙең һөйләшеүен тыңлап китәбеҙ.

Беҙ көршәктәрҙең хужалары тураһында һөйләгәнен, уларҙың һөйләшеүҙәрен тыңлап үттек. Һөйләүселәр ниндәй  һөйләмдәр ҡулланды?Тимәк, йыйнаҡ һөйләмдәр ҡайҙа күберәк ҡулланыла?

Был донъяла бөтә нимә

 Булалыр ике яҡлы;

Төн ҡараңғы, көн яҡты.

Көн ҡояшлы, төн айлы.

- Бар нимәнең яҡшы яҡтарын да, яман яҡтарын да табып була. Был хикәйәт беҙгә ниндәй яман,ниндәй яҡшы яҡтарын  күрһәтә.

-Бер тигәс тә ни яман?

(балаларҙың яуаптары)

-Ике тигәс тә ни яман?

-Бер тигәс тә ни яҡшы?

(Тырыш  булыу шул яҡшы)

-Ике тигәс тә ни яҡшы?

(Донъяла үҙ урыныңды табыу яҡшы)

(Матурлыҡты күрә белеү шул яҡшы)

(Кешегә файҙа килтереү шул яҡшы һ.б.)

Кеше бәхетле  был донъяла

Яратҡан эше булһа.

Кәрәк саҡта кешеләргә

Ярҙам ҡулын һуҙһа.

сылбырлап уҡыу, һорауҙар төҙөү, баһалау, сығыш яһай,

Р.: уҡыу мәсьәләһен аңлау, кабул итеү, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштырыу, ҡуйылған һорауға яуап бирә белеү формалаша.

К. : һорауҙарға яуап бирергә, башҡаларҙы тыңларға, һөйләмдәр төҙөргә, әңгәмәгә ҡушылырға, үҙҙәренең фекерҙәрен әйтергә өйрәнәләр.

Т.б.: кәрәкле яуапты таба, аңлы яуап бирә, һығымта яһай, үҙҙәренең эштәрен баһалай белеү формалаша.

VI. Өйгә эш.

-Хикәйәттең дауамын табып уҡырға

-Әҫәрҙең дауамын яҙырға.

-Һүрәт төшөрөргә, һүрәт буйынса тарҡау һәм йыйнаҡ һөйләмдәр төҙөргә.

 Көндәлеккә өйгә эште яҙалар.

VII. Дәресте йомғаҡлау.

Беҙ дәрестә хикәйәттән өҙөк кенә уҡыныҡ. Хикәйәт нисек тамамлана? тигән һорауға яуап бирә алабыҙмы? (юҡ)

Таблицалағы баһаларҙы бергә ҡушығыҙ, килеп сыҡҡан һанды баһалар һанына бүлегеҙ. Кемдәр үҙенә бишле ҡуйҙы, ҡулдарығыҙҙы күтәрегеҙ.

Уҡыусыларҙың яуаптары. Нимәгә өйрәнеүҙәре тураһында әйтәләр.

Уҡыусылар үҙҙәренең эштәрен баһалай.

Р.: үҙҙәренең эшмәкәрлегенә баһа бирә белеү, уҡытыусының баһаһына адекват ҡараш формалаша.

Ш.: үҙүҫеш, баһалау күнекмәһе үҫешә.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Дәрестә һәм дәрестән тыш чараларда укучыларның сөйләм телен үстерү

 Телне өйрәнү, аны үзләштерү, билгеле булганча, бик катлаулы, иҗади эш.Аның нигезендә өйрәтүчегә механик рәвештә иярү түгел, бәлки актив танып- белү эшчәнлеге  ята. Башлангыч мә...

Чыгыш:Дәрестә һәм дәрестән тыш чараларда сәламәтлек технологияләрен кулланып эшләү

Бу чыгыш дәрестә һәм дәрестән тыш чараларда сәламәтлек технологияләрен кулланып эшләү турында. Мәктәп балаларга тирәнтен һәм төпле белем,  күнекмәләр бирергә, аларның сәламәт булуы турында кайгыр...

1 класс өчен технологик карта

1 класс өчен математикадан технологик карта....

Әдәби уку дәресенә технологик карта 1 класс өчен

"Туган тел" дәреслегенең 1 нче темасына дәрес эшкәртмәсе ....

мастер-класс Туған тел дәрестәрендә ҡулланылған универсаль эш төрҙәре

Туған тел дәрестәрендә ҡулланыу өсөн материалдар 1-2 класс...

Сүзнең тамыры. 2 класс, технологик карта

Дәреснең темасы: Сүзнең тамыры.Дәреснең  максаты: Укучыларны”сүзнең тамыры” дигән төшенчә белән таныштыру; сүзләрнең тамырын табарга ...