Дәрестең технологик картаһы.Яңы йыл байрамы. Алмаш.4 класс.
план-конспект урока (4 класс)

Ғибәҙуллина Регина Айҙар ҡыҙы

,

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл noyany_yyl_bayramy._almash._4_klass.docx1007.57 КБ

Предварительный просмотр:

Дәрестең технологик картаһы

Класс: 4

Уҡытыусының Ф.И.О.: Ғибәҙуллина Р.А.

Дәрес темаһы: Яңы йыл байрамы. Алмаш.

Дәрес төрө: Яңы материалды өйрәнеү.

Дәрес маҡсаттары:

Белем биреү: уҡыусыларҙың алмаш темаһы буйынса алған белемдәрен нығытыу, ҡабатлау, зат алмаштарын телмәрҙә дөрөҫ ҡулланырға өйрәтеү, белемдәрен тикшереү.

Үҫтереүсе: уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү, тыңлап алыу, һөйләү күнекмәләрен үҫтереү.

Тәрбиәүи: уҡыусыларҙың алмаш темаһы буйынса алған белемдәрен нығытыу, ҡабатлау, зат алмаштарын телмәрҙә дөрөҫ ҡулланырға өйрәтеү, белемдәрен тикшереү.

Көтөлгән һөҙөмтәләр: 

Предмет УУЭ һөҙөмтәләре: ҡыш, Яңы йыл байрамы   темаһына яңы һүҙҙәр өйрәнеү, телмәрҙә ҡулланыу.

Метапредмет (предмет-ара) УУЭ һөҙөмтәләре:

а) регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрес темаһын, маҡсатын билдәләргә күнегеү, булған белемдәрен барлау, баһалау;

б) танып-белеү: кәрәкле мәғлүмәтте айыра, күрһәтә, дөйөмләштерә белеү;

в) коммуникатив: һөйләмдәр төҙөү, парлап диалог ҡороу, үҙ-ара аралаша, тасуири уҡый белеү.

Шәхес булараҡ формалаштырыу УУЭ һөҙөмтәләре: традицияларҙы  ихтирам итеүсе, класс эштәрендә әүҙем ҡатнашыусы, дәрестә башҡарған эштәре өсөн яуаплылыҡ тойоусы, тырыш, әҙәпле, белем алыуға ынтылыусы шәхес тәрбиәләү.

Йыһаҙландырыу: “Башҡорт теле” дәреслеге, слайдтар, эш дәфтәре.

Дәрес этаптары

Уҡытыусы эшмәкәрлеге

Уҡыусылар эшмәкәрлеге

Дәрестең һәр этабында формалаштырылған УУЭ (регулятив, танып белеү, коммуникатив, шәхес булараҡ формалаштырыу)

I. Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу

-Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!

-Бер-беребеҙгә ҡарап, уңышлы эш сәғәте теләп, йылмайыу бүләк итегеҙ.

 

Р.: үҙҙәренең уҡыу эшмәкәрлеген ойоштора белеү, яҡшы, продуктив эшкә ынтылыш формалаша.

Т.б. : яңы белем алыу кәрәклеген аңларға өйрәнәләр.

II. Өйгә эште тикшереү.

Өйгә эштәрҙе тикшереү.

Уҡыусылар үтелгәндәрҙе хәтергә төшөрә, һорауҙарға яуап бирә.

Ш.: белем алыуға, уҡыуға ҡарата ыңғай ҡараш формалаша.

III. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.

Дәрестә беҙҙе нимә көтә?

Нимә тураһында һөйләшербеҙ? Әйҙәгеҙ, дәрестең темаһын билдәләп ҡарайбыҙ.

Һүрәттәр урынына һүҙҙәр әйтеп шиғырҙы уҡырға кәрәк. Үҙ аллы уҡып сығығыҙ.

Иғтибар итегеҙ, бер үҡ кеше тураһында һүҙ барһа ла, һүрәттәр бер-берһенән айырыла. Ни өсөн икән?

Ҡыш бабайҙың эше бигерәк күп. Шуның өсөн өлгөрмәгән ерҙәргә ул үҙенең алмашын – Һыуыҡ бабайҙы ебәрә. Ҡыш бабай уны алмаш тип кенә йөрөтә.

-Ниндәй һүҙҙәр ҡуйырһығыҙ?Әйҙәгеҙ, уҡып сығығыҙ.

-Икенсе юлда ниндәй һүҙ ҡуйҙыҡ? Ул һүҙе ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай?

Тимәк, беҙ бөгөн ниндәй һүҙ төркөмөн  ҡабатлаясаҡбыҙ?

 Дәрес темаһы: Яңы йыл байрамы. Алмаш.

Шиғырҙа ғына Ҡыш бабай тураһында уҡыған инек, ә ул инде бында килеп еткән.

-Ә нимәгә килде икән? Әлбиттә бүләк өләшергә.

-Бүләкте алыр өсөн нимәләр эшләргә кәрәк? (бейергә, йырларға, шиғыр һөйләргә? Үҙеңдең һөнәрҙәреңде күрһәтергә)

-Бөгөн дәрестә һөнәрҙәрегеҙҙе күрһәтерһегеҙ, алмаш темаһы буйынса алған белемдәрегеҙҙе нығытырһығыҙ,ҡабатларһығыҙ. Һәм Ҡыш бабайҙан ошондай бүләктәр алырһығыҙ. Һәр башҡарылған эште баһалап барырбыҙ. Алынған бүләктәр менән шыршыны биҙәрбеҙ.

Тимәк, дәрестең маҡсаты - алмаш темаһын ҡабатлау, дөйөмләштереү. Алған белемдәрҙе баһалау.

Дәрес барышында үҙегеҙҙе үҙегеҙ баһалап барырһығыҙ. Мин һеҙгә үҙегеҙҙе баһалау өсөн таблицалар таратып бирҙем. Һәр биремдән һуң оценкаларҙы шунда ҡуя барырһығыҙ.

Һөнәрҙәрҙе күрһәтә башлайбыҙ.

Ҡыш бабайға шиғыр һөйләйбеҙ.

Шиғырҙы тәүҙә тыңлайбыҙ.

Һорауҙарға яуап эҙләйбеҙ.

Шиғырҙы хор менән уҡыйҙар. Уҡытыусының һорауҙарына яуап бирәләр.

Дәрестә нимә тураһында һөйләшеүҙәре тураһында әйтәләр, дәрестең темаһын билдәләйҙәр.

Ш.: уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация, уҡыуға, яңылыҡ белеүгә ынтылыш, ҡыҙыҡһыныусанлыҡ формалаша.

Р.: уҡытыусы менән берлектә дәрестең маҡсатын билдәләргә өйрәнәләр.

Т.б.: логик фекер йөрөтөү, уҡыу мәсьәләһен табыу, күрһәтә белеү формалаша.

IV. Яңы материалды өйрәнеү. Уҡыу мәсьәләһен сисеү.

Һүҙҙәр: Ҡыш, көн, ҡыҙҙар, ҡаҙ, ҡайын, керпек, китап, ҡамыр, һин, келәм.(тикшереү)  

-Ҡайһы һүҙ артыҡ? Ни өсөн?

 Һин  алмашы менән бер Һөйләм төҙөғөҙ.

Һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе матур һәм дөрөҫ яҙып күрһәттек.

Әйҙәгеҙ, уҡыусылар Ҡыш бабайҙың күңелен күтәрер өсөн йырлап, бейеп алайыҡ.

Физминутка

Бына  йырлап бейеп тә күрһәттек.

2) Беҙ бейегән арала     Ҡыш бабай тик тормаған,

                                           Һорауҙар яҙып ҡуйған.

-Шул алмаштар күплек һанда нисек була?

I.Мин                 Беҙ

II.Һин                 Һеҙ

III.Ул                 Улар

Яуаптарҙы уҡыйбыҙ.

-Был ниндәй алмаштар? Бына былар барыһы ла - зат алмаштары тип атала.

Эш дәфтәрендә эшләйҙәр.

Һүҙҙәрҙе яҙалар, хор менән ҡабатлайҙар,  һөйләмдәр төҙөйҙәр.                                                                                                            

Һорауҙарға яуап биреү

К.: диалогка инергә, һорауҙарға яуап бирергә, башҡаларҙы тыңлай һәм әңгәмәгә ҡушыла белергә, һөйләмдәр төҙөргә өйрәнәләр.

Т.б.: яңылык белеүгә ынтылыш формалаша.

Ш. : уйында ҡатнашыу мәҙәниәте фомалаша, уҡыу материалына ҡыҙыҡһыныу арта.

VI. Белемде нығытыу. (практикала ҡулланыу).

Ҡыш бабай ярҙам һорап беҙгә мөрәжәғәт итә.

-Ҡар бөртөктәрем аҙашҡан. Уларҙы табырға ярҙам итегеҙ!

62-се күнегеүгә  иғтибар итегеҙ. Күрҙегеҙме ҡар бөртөктәрен? Ҡар бөртөктәренә алмаштар яҙылған, ошо алмаштарҙы нөктәләр урынына ҡуйып яҙырға кәрәк.Күнегеүҙе үҙ аллы башҡарабыҙ.

 Бына ҡар бөртөктәрендә таптыҡ.

Ҡыш бабайға ярҙам иттек

Шыршыға уйынсыҡ таҡтыҡ.

Афарин! Ҡыш бабайға үҙегеҙҙең һөнәрҙәрҙе күрһәттегеҙ.

Ҡыш бабай йылы яратмай,

Һеҙҙең менән һис ҡалмай.

Яңы йылда бер-береңә бүләк биреү, ғәҙәткә ингән. Ҡыш бабайҙы буш ҡул менән ебәрмәйек. Бүләк әҙерләйек. Үҙең эшләгән бүләк – иң ҡәҙерле бүләк,  тиҙәр

ҡулланып ҡотлау открыткаһы яҙабыҙ. Ҡотлау һүҙҙәрен шиғыр формаһында яҙырға кәрәк.

-Һүҙҙәр аҙашҡандар, өҫтөнә һандар ҡуйып дөрөҫ тәртибен билдәләгеҙ

Юлдар рифмалашырға тейеш.

Менән, ҡотлайбыҙ, Яңы йыл

Теләйбеҙ,теләктәр, матур

Яҡшы, Яңы йыл, үтһен.

Булһын,донъялар тыныс.

Алмаштар бармы? Юҡ. Алмаштарҙың ҡасып ҡала торған ғәҙәттәре лә бар  икән. Беренсе, икенсе юлға иғтибар итегеҙ әле. Алмаштар яҙылмаһа ла, эште кем башҡарыуы билдәле.

Ҡыш бабай үҙе китте

Теләктәрен ҡалдырҙы.

Төшөп ҡалған алмаштарҙы ҡуйып, уның теләктәрен уҡыйыҡ.

…..һәр ваҡыт тәртипле бул!

Ололарҙы ихтирам ит! ……..ярҙам кәрәк.

Һәр эште, …. , еренә еткереп эшлә!

Ҡайһы һөйләмдәрҙә алмаштарҙы ҡулланмаһаҡ була.

Тағы бер йыл итеүгә,

Киләсәкмен …. Һеҙгә.

Ҡыш бабайҙың, Ҡыш бабайҙың,

Ҡапсығы тороп ҡалған,

Ни эшләп икән тышына

Науруз һүҙе яҙылған?

Науруз һүҙе нимәне аңлата икән?

«Науруз» (фарсы теленән) - яңы көн, яңы йыл тигәнде аңлата Науруз – боронго ата-бабаларыбыҙ үткәргән Яңы йылды ҡаршылау байрамы ул. Белеүебеҙсә, ун һигеҙенсе быуатҡа тиклем мосолман халҡы Яңы йылды март айында үткәргән. Марттың нисәһендә икән? Һүрәткә ҡарап яуап биреп ҡарағыҙ әле. Көн менән төн тигеҙләшкән ваҡытта 21 мартта ҡаршы алгандар.

ҮТКӘНДӘРҘЕ БЕЛМӘГӘНДЕҢ, КИЛӘСӘГЕ ЮҠ, ТИҘӘР.

ХАЛЫҠТЫҢ ҮТКӘНЕН, УНЫҢ ТАРИХЫН БЕЛЕГЕҘ.

Тексты тыңлайҙар, унда нимә тураһында һүҙ барыуын әйтәләр.

Үҙ  аллы күнегеүҙе эшләйҙәр

Һорауҙарға яуап бирәләр.

Шиғырҙа  һүҙҙәр тәртибен билдәләйҙәр. Парлап эшләйҙәр. Шиғырҙы тасуири уҡыйҙар.

Р.: уҡыу мәсьәләһен аңлау, кабул итеү, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштырыу, ҡуйылған һорауға яуап бирә белеү формалаша.

К. : һорауҙарға яуап бирергә, башҡаларҙы тыңларға, һөйләмдәр төҙөргә, әңгәмәгә ҡушылырға, үҙҙәренең фекерҙәрен әйтергә өйрәнәләр.

Т.б.: шиғырҙан кәрәкле яуапты таба, аңлы яуап бирә, һығымта яһай, үҙҙәренең эштәрен баһалай белеү формалаша.

VII. Өйгә эш.

1) 163 - сө күнегеү, 135 бит.

2) “Яңы йыл»- һүрәт төшөрөргә, һүрәт буйынса һөйләргә.

3) Ҡыш бабайға хат яҙырға.

 Көндәлеккә өйгә эште яҙалар.

VIII. Дәресте йомғаҡлау.

Дәресте йомғаҡлап тел төҙәткесен уҡыйбыҙ.

Маш-маш-маш- һүҙҙәрҙе алмаштыра …(нимә?)

Лай-лай-лай – ул һөйләмде ….(ни эшләй?)

Май-май-май- бер үк һүҙҙәр …(ни эшләмәй?)

Ным-ным-ным – ошоно мин …(ни эшләнем?)

Маш-маш-маш- һүҙҙәрҙе алмаштыра алмаш.

Лай-лай-лай – ул һөйләмде матурлай.

Май-май-май- бер үк һүҙҙәр ҡабатланмай.

Ным-ным-ным – ошоно мин аңланым.

Һәр бер юлдың аҙаҡы 2 юлын ҡабатлағыҙ.

7. Баһалау. Шыршыбыҙ бигерәк матур биҙәлгән. Афарин! Тырышып эшләнегеҙ. Һәр ваҡытта ла шундай актив, уңған  уҡыусылар булып ҡалығыҙ. Бәләкәй генә эште лә яҡшы итеп башҡарығыҙ.Ошо ваҡытта ғына йәшәүе лә, уйнауы ла күңеллерәк булыр.  

ОНОТМАҒЫҘ, ҺЕҘ АТАЙ-ӘСӘЙҘӘРЕГЕҘҘЕҢ АЛМАШЫ

Алмаш һүҙе ике мәғәнәлә ҡулланыла.

Уҡыусыларҙың яуаптары. Нимәгә өйрәнеүҙәре тураһында әйтәләр.

  • Уҡыусылар үҙҙәренең эштәрен баһалай.

Р.: үҙҙәренең эшмәкәрлегенә баһа бирә белеү, уҡытыусының баһаһына адекват ҡараш формалаша.

Ш.: үҙүҫеш, баһалау күнекмәһе үҫешә.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

технологик карта

Перспективалы башлангыч мәктәп программасы буенча бер дәрескә технологик карта....

1 класс өчен технологик карта

1 класс өчен математикадан технологик карта....

Әдәби уку дәресенә технологик карта 1 класс өчен

"Туган тел" дәреслегенең 1 нче темасына дәрес эшкәртмәсе ....

Сүзнең тамыры. 2 класс, технологик карта

Дәреснең темасы: Сүзнең тамыры.Дәреснең  максаты: Укучыларны”сүзнең тамыры” дигән төшенчә белән таныштыру; сүзләрнең тамырын табарга ...

Технологик карта . Технология. 3 класс.

Тема: “Эшләнмәне чигеп декоратив бизәү“Дәреснең максаты: Җөй төрләрен танырга һәм башкарырга өйрәтү.Планлаштырылган нәтиҗәләр ( результат):-кулларның сенсорикасын һәм моторикасын, пространствода күзал...

Туган тел дәресенә технологик карта (1 класс)

Дәреснең темасы: [ф] авазы, Ф, ф хәрефләре. Яңа белемнәрне ачу дәресе. Аңлату, күрсәтү, әңгәмә,парларда эшләү,индивидуаль һәм фронталь  эш методлары һәм алымнары кулланып үткәрелгән дәрес....