"Әлифба"дәресенән "ФФ хәрефе һәм өнө" темаһы буйынса конспект
план-конспект урока (1 класс)

Яруллина Айгөл Рәшит ҡыҙы

 "Әлифба"дәресенән "ФФ хәрефе һәм өнө" темаһы буйынса конспект.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл әлифба50.25 КБ

Предварительный просмотр:

Дата:

Предмет: әлифба.

Класс: 1.

Дәрес һаны:

Тема: [Ф] өнө һәм Ф, ф хәрефе.

 Маҡсат:- парлы һаңғырау тартынҡы[ф] өнө һәм Ф, ф хәрефе менән

 таныштырыу;

 - дөрөҫ әйтергә, тамғаларға ,аңлы һәм тасуири укырға ,дөрөҫ каллиграфия менән яҙырға өйрәтеү,

 - йәнлектәргә ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Йыһаҙландырыу: магнитлы хәрефтәр, киҫмә хәрефтәр, әлифба, фил, жираф, фламинго, дельфин һүрәттәре, карточкалар.

Дәрес барышы.

 I. Психологик комфорт булдырыу.

- Хәйерле иртә, балалар!

  Кәйефтәрегеҙ нисек?

-Улайһа, дәресебеҙҙе башлайыҡ. Бөгөн беҙгә ҡунаҡтар килгән. Ҡунаҡтар алдында үҙебеҙҙе тәртипле тотабыҙ, белемдәребеҙҙе  күрһәтәбеҙ. Килештекме?

Артикуляцион күнегеү: Телдәрҙе йоҡонан уятып алайыҡ.(Йылан, ат, шар, бал ҡорттары).

Уңыш ситуацияһын ойоштороу. Телдәрҙе йоҡонан уяттыҡ, инде хәтерҙе нығытып алайыҡ.

-“Берҙәм пар” уйыны:  парҙар шиғыр һөйләй.

- Балалар, бөгөн дәрестә (хыялдарҙа) сәйәхәт итербеҙ.  Ҡайҙа сәйәхәткә барырға мөмкин?  

-Паравоз менән юлға сығырбыҙ. Шиғырҙы иғтибар менән тыңлағыҙ, ниндәй өн күберәк әйтелер икән?

Ҙур паровоз уфылдай                 Пуф-пуф-пуф!

Оҙон  юлға сығам, ти,                 пуф-пуф-пуф!

-Ниндәй өн күберәк ҡабатланды? Тимәк, бөгөн дәрестә  ниндәй хәреф менән танышырбыҙ? ФЫ –хәрефе, ф-ф-ф -өнө.

Хәрефтәр теҙмәһенән кем тиҙерәк табып күрһәтер?  Ниндәй өн? Тикшереп үтәйек әле.

В өнө менән сағыштырайыҡ әле Тимәк, ф өнө- парлы.

III. Укыу мәсьәләһен ҡуйыу.

-Түбәндәге эште үтәһәгеҙ, беҙ ҡайҙа сәйәхәткә барасағыбыҙҙы белерһегеҙ.

1

4

6

3

2

5

ө

А

и

а

р

ы

ғ

ф

к

ә

-Африка һүҙенең яҙылышына иғтибар итеү.

-Африка нимә ул? Ҡайҙа ул?  Бәлки, берәйһегеҙ беләлер. Бына Африканың картаһы.

фрика һүҙендә  нисә ижек,  ф  хәрефе ҡайһы урында яҙылыр?

- Балалар, беҙгә табан ниндәйҙер йәнлек килә. Нимә икәнен белер өсөн  йомаҡты сисәйек әле.

Ҡолаҡтары ҙур, күҙҙәре кескәй генә

Уны атар өсөн, өс кенә хәреф кәрәк.

- Дөрөҫ, балалар, фил.  Хор менән был һүҙҙе әйтәйек әле. Нисә ижек ? Фил һүҙен әйткәндә беренсе ниндәй өн ишетелә?  

-Ә һеҙ филде күргәнегеҙ бармы? (Таҡтаға һүрәт эленә )

- Фил тураһында нимә беләһегеҙ? -Ул йылы яҡта йәшәй. Ул кешеләрҙең дуҫы, ярҙамсыһы. Кешеләр уңа ултырып йөрөй, йөк ташыу өсөн файҙалана.  Циркта уйнай.

- Фил һеҙгә эш килтергән. Ф хәрефе нимәгә оҡшаған , тип һорай?

«Фы» хәрәфе баҫып тора

 Таянған ул бөйөргә

 Әйтерһең ҙә әҙерләнгән

 Матур көйгә бейергә.

-Бирелгән ижектәрҙе  сынйыр буйынса ҡысҡырып уҡып ишеттерәйек әле.

Фа, фо, фу, фы, фә, фи, фө, фү.

Аф, оф, уф, ыф, иф,әф, өф, үф

-Афариндар, филдең эштәрен үтәнек. Артабан юлыбыҙҙы дауам итәйек.

-Тағы ла бер йәнлек күренде.  Ул йәнлек иң оҙон муйынлы тип һанала. Нимә һуң ул?  Жираф тураһында нимә беләһегеҙ?

-Жираф һүҙен әйтәйек әле.Нисә ижек? Ф хәрефе был һүҙҙен ҡайһы ерендә?

-Жирафтың да эшен үтәйекме?  Һәр берегеҙ карточкалағы һүҙҙәрҙе уҡырға әҙерләнә.

файҙа

сәфәр

фото

фатир

Фәниә

Гөлфиә

Фәүзиә

Зифа

Фәрит

Фәнис

Сафа

жираф

Фатима

Нәфисә

фил

шифа

-Ни өсөн ҡайһы бер һүҙҙәр ҙур хәрефтән яҙылған?

-Жирафтың да эшен үтәнек, һүҙҙәрҙе дөрөҫ уҡып күрһәттек. Артабан  атлайыҡ.

-Африканы диңгеҙҙәр, океандар  уратып алған. Ошо һүрәттә Урта диңгеҙҙә  йәшәгән хайуан күрһәтелгән. Нимә ул? (дельфин). Һүҙҙе хор менән әйтәйек. Нисә ижек?  Ф хәрефе ҡайҙа тора?

Дельфин һеҙгә ял итеп алырға (Физминутка) тәҡдим итә .“Кем иғтибарлыраҡ?” уйыны.

- Мин һеҙгә һүҙҙәр әйтәм. Әгәр ҙә уларҙа ф өнө ишетелһә, һеҙ

сәпәкәйләйһегеҙ, әгәр ҙә юҡ икән сүкәйәһегеҙ. Баҫтыҡ (шарф,балыҡ, фара, йылан, фамилия, фуражка, парта, футбол, пенал, дәфтәр).

-Дельфин менән хушлаып, Африканың Нил исемле йылғаһы буйына киләйек.

-Балалар, ҡарағыҙ әле, ниндәй матур ҡош йөрөй. Кем белә, нисек атала был ҡош? Фламинго. Һүҙҙе ижеккә бүлеү, ф өнөнөң урынын билдәләү.

Фламинго ла эш килтергән. Ул һеҙҙең был хәрефте матур яҙа беләһегеҙме икән, шуны тикшергеһе килә. Әлифба дәфтәрендә эш.

-Дәфтәрҙәрҙе астыҡ, ручканы әҙерләнек.Бармаҡтарҙы ла матур яҙыуға әҙерләйек. Бармаҡ уйыны.

Нисә элементтан тора?  ( Ҙур һәм бәләкәй ф хәрефтәрен яҙҙырыу).

  • Балалар, ә һеҙ беләһегеҙме , был йәнлектәр бик әҙ ҡалған. Ни өсөн икән? Шулай булғас, уларҙы һаҡлар кәрәк.

  • Фламингоның да эштәрен үтәнегеҙ. Афариндар. Сәйәхәтебеҙ шуның менән бөгөнгә тамам. Ҡайтырға сығайыҡ. Паровозға ултырҙыҡ.

  • Сит ерҙәрҙә ҡыҙыҡ, һәйбәт булһа ла, үҙебеҙҙең яҡтарҙа тағы ла яҡшыраҡ. Африкалағы крокодилдар, ҙур-ҙур йыландар, арыҫландар юҡ. Беҙ тыныс  Башҡортостанда йәшәйбеҙ. Беҙҙең республикала иң ҙур ҡала ниндәй?

        -Өфө тураһында мәғлүмәт биреү.

Рефлексив анализ. Дәресте тамамлау.

- Шулай итеп, бөгөн   нисек эшләнегеҙ?

- Ниндәй  яңылыҡ белдегеҙ?

- Дәрес оҡшанымы ?

ваҡыт

файҙа

Сәфәр

Вәсим

фото

фатир

Вәсилә

Фәниә

Гөлфиә

Вәкил

Фәүзиә

Зифа

Ватан

Фәрит

Фәнис

ваза

Ферма

жираф

виноград

Фатима

Нәфисә

Валсыҡ

фил

шифа

фә

фа

фи

фо

фө

фу

фү

фы

аф

иф

оф

әф

уф

үф

ыф

өф

C:\Users\МОКУ СОШ д.Махмутово\AppData\Local\Microsoft\Windows\Temporary Internet Files\Content.MSO\6DEF4164.tmp

C:\Users\МОКУ СОШ д.Махмутово\AppData\Local\Microsoft\Windows\Temporary Internet Files\Content.MSO\58E19199.tmp

C:\Users\МОКУ СОШ д.Махмутово\AppData\Local\Microsoft\Windows\Temporary Internet Files\Content.MSO\6DEF4164.tmp

C:\Users\МОКУ СОШ д.Махмутово\AppData\Local\Microsoft\Windows\Temporary Internet Files\Content.MSO\58E19199.tmp

C:\Users\МОКУ СОШ д.Махмутово\AppData\Local\Microsoft\Windows\Temporary Internet Files\Content.MSO\6DA4B9EB.tmp

C:\Users\МОКУ СОШ д.Махмутово\AppData\Local\Microsoft\Windows\Temporary Internet Files\Content.MSO\58E19199.tmp

C:\Users\МОКУ СОШ д.Махмутово\AppData\Local\Microsoft\Windows\Temporary Internet Files\Content.MSO\58E19199.tmp

C:\Users\МОКУ СОШ д.Махмутово\AppData\Local\Microsoft\Windows\Temporary Internet Files\Content.MSO\78267E.tmp

C:\Users\МОКУ СОШ д.Махмутово\AppData\Local\Microsoft\Windows\Temporary Internet Files\Content.MSO\F2CB1A48.tmp

C:\Users\МОКУ СОШ д.Махмутово\AppData\Local\Microsoft\Windows\Temporary Internet Files\Content.MSO\58E19199.tmp

C:\Users\МОКУ СОШ д.Махмутово\AppData\Local\Microsoft\Windows\Temporary Internet Files\Content.MSO\2AAF160D.tmp

C:\Users\МОКУ СОШ д.Махмутово\AppData\Local\Microsoft\Windows\Temporary Internet Files\Content.MSO\58E19199.tmp

C:\Users\МОКУ СОШ д.Махмутово\AppData\Local\Microsoft\Windows\Temporary Internet Files\Content.MSO\D7FB8105.tmp

C:\Users\МОКУ СОШ д.Махмутово\AppData\Local\Microsoft\Windows\Temporary Internet Files\Content.MSO\58E19199.tmp

C:\Users\МОКУ СОШ д.Махмутово\AppData\Local\Microsoft\Windows\Temporary Internet Files\Content.MSO\D52B0CA0.tmp

C:\Users\МОКУ СОШ д.Махмутово\AppData\Local\Microsoft\Windows\Temporary Internet Files\Content.MSO\58E19199.tmp

C:\Users\МОКУ СОШ д.Махмутово\AppData\Local\Microsoft\Windows\Temporary Internet Files\Content.MSO\1EC29CDA.tmp

C:\Users\МОКУ СОШ д.Махмутово\AppData\Local\Microsoft\Windows\Temporary Internet Files\Content.MSO\58E19199.tmp


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Әлифба 1 класс к хәрефе

Интерактив такта өчен презентация к хәрефе белән таныштыра...

Әлифба. Х х өн - хәрефе. (ПРЕЗЕНТАЦИЯ)

Х х хәрефен өйрәтеү. Сынбулатова Ф.Ш....

Әлифба. Ц ц өн-хәрефе (ПРЕЗЕНТАЦИЯ)

Литературное чтение на родном языке, 1 класс...

Әлифба. Ч ч өн - хәрефе. (ПРЕЗЕНТАЦИЯ)

Литературное чтение на родном языке...

Әлифба. Ц ц өн-хәрефе (ПРЕЗЕНТАЦИЯ)

Сынбулатова Ф.Ш., Исламғолова Ы.Ә., Ҡазыева З.И....