2 класта әҙәби уҡыу дәресе өлгөһө
план-конспект урока (2 класс)

Латыпова Мунира Фаритовна

Дарыу үләндәре

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл daryu_ulendere.docx21.01 КБ

Предварительный просмотр:

Тема: Дарыу үләндәре.

Маҡсат: 1) шиғырҙы тасуири уҡырға өйрәнеү, хикәйәнең йөкмәткеһен үҙләштереү.

2) дарыу үләндәрен табырға, һаҡларға өйрәнеү.

3) тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш, дарыу үләндәренә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: видеояҙма “Шифалы үләндәр”, гербарий, һүрәттәр, ребустар, китаптар.

  1. Ойоштороу мәле.
  • Һаумыһығыҙ, ололар! Һаумыһығыҙ, балалар!

Матур үтһен көнөгөҙ,

Тик мул булһын эшегеҙ!

Яман эштән ҡараймаһын

Балҡып торһон йөҙөгөҙ!

Ошондай изге теләктәр менән, мин, Мөнирә Фәрит ҡыҙы, туған тел дәресен башлайым.

  1. Маҡсатҡа сығыу, теманы билдәләү.
  • Бөгөн беҙ “ Белем” тауына менербеҙ, ә юлдағы ҡаршылыҡтарҙы еңер өсөн, беҙгә дәрестең темаһын асыҡларға кәрәк. Ребуста нимә тип яҙылған?

Һ=Д(һарыҡ һүрәте)Ҡ=У                                Е=Ү(еләндәр һүрәте)Е

Дарыу үләндәре.

  • Тимәк, беҙ дарыу үләндәрен танырға һәм һаҡларға өйрәнәбеҙ, дәреслектән шиғырҙарҙы тасуири уҡыу өҫтөндә эшләрбеҙ, хикәйәнең йөкмәткеһен үҙләштерербеҙ.
  1. Телмәр зарядкаһы.
  1. Таҙа әйткесте ҡабатлау.

Дә3  - йәшел болон өҫтөндә

Бә3 – үҫә һары бәпембә,

Ға3 – ҡарағыҙ әле уға.

Ҡа3 – үрелә ул ҡояшҡа.

  1. Дөрөҫ тын алыуға күнегеүҙәр.

Бәпембә түп-түңәрәк

Өҙәйексе күмәкләп.

(бәпембәгә өрөү, һулышты өҙөп-өҙөп сығарыу)

  1. Шиғриәт минуты. (урман аша сығыу)

Дәреслектең 116-сы битендәге дарыу үләндәренә арналған шиғырҙарҙы уҡыу. Тасуири уҡыукүнекмәләре биреү. Анализ.

        (Һәр шиғырҙың һүрәтен таҡтаға элә барам)

  1.  Т. Ғәниеваның “Томбойоҡтар” хикәйәһе өҫтөндә эш.

(Күл аша сығыу)

1) Инеш әңгәмә.

2) Һүҙлек эше.

3) Уҡытыусы уҡыусы.

4) Балаларҙың үҙаллы уҡыуы.

5) Ҡысҡырып уҡыу.

6) Йөкмәткеһе өҫтөндә эш.

  1. Ял минуттары.

                                        Аҡкүлебеҙ бик тәрән

                                        Сума-сума һыу индек.

                                        Уң ҡолаҡҡа һыу керҙе

                                       Һул ҡолаҡҡа һыу керҙе.

                                       Ҡомда ятып ҡыҙындыҡ

                                       Һәм юлды дауам иттек.

  1. Йомаҡтар, ребустар сисеү. (юлды таштарҙан таҙартыу)
  1. 1000 Ъ                 меңъяпраҡ
  2. Ҡ=ҒЫ            юляпрағы
  3. Минең сәйем бик шифалы,

Тарала өйгә еҫе. (Мәтрүшкә)

  1.  Ниндәй үлән муҡсалы?
  2.  Уртаһы һары, сите аҡ.

Үҫә яландар буйлап. (Ромашка)

  1. “Шифалы үләндәр” презентация
  2.   Һығымта яһау.
  3.  Йомғаҡлау.Рефлексив анализ.
  1. “Дарыу үләндәре” буйынса уйын (Рәхмәт һүҙе килеп сыға)
  2.  Белем ағасы ултыртыу.
  3.  Баһалау.
  4.  Өй эше.

Тема: Һабантуйҙар ҡалды өҙөлөп.

Маҡсат: 1) хикәйәнең йөкмәткеһен үҙләштереү, тасуири уҡырға өйрәнеү.

2)телмәр үҫтереү, уны яңы һүҙҙәр менән байытыу.

3)тыуған илгә һөйөү, уның менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: аудиояҙма, презентация, китапсыҡтар.

  1. Ойоштороу мәле.

Һаумыһығыҙ, балалар!

Һумыһығыҙ, ололар!

Гел уң булһын эшегеҙ.

Яман уйҙан ҡараймаһын,

Балҡып торһон йөҙөгөҙ!

Ошондай изге теләктәр менән яратҡан дәресебеҙ- әҙәби уҡыуҙы   башлап ебәрәм.

  1. Маҡсатҡа сығыу.

1941-1945 (слайдта)

  • Был һандар нимәне аңлата тип уйлайһығыҙ?
  • … июнь.
  • Был һүҙ нимәне аңлата?
  • Июндә ниндәй байрам үткәрелә?
  • Үҙебеҙҙе һабантуйҙа тип хис итәйек. Йырлап, бейеп алайыҡ.

(аудиояҙма )

Мәскәү һөйләй. Бөгөн 1941 йылдың 22 июнендә иртәнге сәғәт 4-тә фашист илбаҫарҙары беҙҙең илебеҙгә һөжүм итте.(аудиояҙма тыңлау)

  • Ошондай ҡот осҡос хәбәр ишетә халҡыбыҙ 22-се июнь көндө. Һәм бөгөн беҙ был турала Т. Сәғитовтың “Һабантуйҙар ҡалды өҙөлөп” тигән хикәйәһен уҡырбыҙ.(хикәйәнең йөкмәткеһен прогнозлау)
  1. Телмәр зарядкаһы.
  1. Мәҡәлдең яртыһын әйтеп бөтөргә.

Үҙ илем- (алтын бишек).

Иле барҙың- (көнө бар).

Ат тауҙа, (егет яуҙа) һынала.

  1.  Таҙа әйткесте ҡабатлау.

Эм3 – киң, матур тыуған илем.

Ры3 – бейек-бейек тауҙары.

Да3 – йәмле,йәшел болонда.

Ры3 – гөрләй һабантуйҙары.

  1. Һүҙлек эше.
  2. Хикәйәне уҡытыусы уҡыуы.
  3. Презентация ҡарау.
  4. Үҙаллы уҡыу.
  5. Хикәйәгә картиналы план төҙөү.
  6. Тест үткәреү – һүрәттәр.(яуаптарҙы билдә менән күрһәтәләр)
  7. Һорауҙарға  яуаптар.(китапсыҡтарҙан)
  8. Йомғаҡлау. (Бөйөк Еңеүгә арналған шиғырҙар  уҡыу)
  9. Рефлексив анализ.13.Өй эше биреү


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Кластың жетістіктері

Балалардың жазба жұмыстары...

Башлангыс класта инша языу

Презентация "Сочинение в начальных классах" на башкирском языке...

"Халҡым яҙмышы-ҡурай" темаһына 4-се класта дәрес

Дәрестә балалар ҡурай тарихы, унда уйнаусы мәшһүр ҡурайсылар, легендалар менән танышалар....

Татар теле дәресе. 3сыйныф. Исем темасын ныгыту дәресе.

Тема: Исем темасын ныгыту дәресе.Скачать : https://cloud.mail.ru/public/7Uwf/SurqwzRYj...

2 класта Әҙәби уҡыу дәресе

Сәнскеле күлдәк. А. Йәғәфәрова...