"Халҡым яҙмышы-ҡурай" темаһына 4-се класта дәрес
план-конспект урока (4 класс) на тему

Сафетдинова Тансулпан Рамилевна

Дәрестә балалар ҡурай тарихы, унда уйнаусы мәшһүр ҡурайсылар, легендалар менән танышалар.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл kuray_urok.docx19.9 КБ

Предварительный просмотр:

Тема:  Халҡым яҙмышы – ҡурай.

Маҡсаты:

  • уҡыусыларға башҡорт халҡының милли уйын ҡоралы ҡурай тураһында белем биреү;
  • эҙләнергә өйрәтеү;
  • башҡорт мәҙәниәтенә ҡарата ҡыҙыҡһыныу һәм һөйөү тәрбиәләү, рух тәрбиәләү;

Йыһазландырыу: презентация, “Сыңрау торна” көйө, видеояҙмалар: ҡурай эшләү процесы, Роберт Юлдашев һәм милли симфоник оркестр башҡарыуында “Ҡурай өсөн фантазия” клибы, үлән һәм шпон ҡурай.

Дәрес барышы.

1. Дәрескә ойоштороу.

Шиғыр һөйләү.

Хәйерле көн, уҡытыусым!

Хәйерле көн, ҡунаҡтар!

Хәйерле көн, дуҫтарым!

Хәйерле көн барығыҙға,

Матур үтһен көнөгөҙ!

Көләс булһын йөҙөгөҙ!

Имен булһын илегеҙ!

Тыныс булһын күгегеҙ!

2. Маҡсат ҡуйыу.

- Беҙ бөгөн төркөм менән эшләйәсәкбеҙ. Дәрестең темаһын ошо көйҙө тыңлағас, үҙегеҙ билдәләй алырһығыҙ.

Ҡурайҙа “Сыңрау торна” көйө яңғырай.

Балалар теманы билдәләй. Көйҙө таныу.

-“Сыңрау торна” көйө 10-сы быуатта уҡ билдәле булған. Был хаҡта беҙҙең ил буйлап үтеүсе ғәрәп сәйәхәтсеһе Әхмәт ибн Фаҙлан яҙып ҡалдырған. 11 быуат буйы йәшәй алған көй – бөйөк.

Теманы асыу. Ҡурай – халҡым яҙмышы.

- Дәрес барышында һәр төркөм:”Ҡурай башҡорт халҡы өсөн милли музыка ҡоралы ғына түгел, ә…” тигән һөйләмде тулылыандырыға тейеш. Һәр эш төрө беҙгә был һорауға яуап бирергә ярҙам итер.

3. Яңы тема.

Төркөмдәргә эш бирелә.

1. Үлән ҡурай бирелә. Ҡурайҙың нимәнән эшләнгәнен аңлатырға.

2. Сор ҡурай тураһында төшөнсә яҙылған карточка бирелә. Башҡаларға уны аңлатырға.

3.  Сүл ҡурай тураһында төшөнсә яҙылған карточка бирелә. Иптәштәргә аңлатырға.

4. Һуғышҡа ир-егеттәр нимәнән яһалған ҡурай йөрөттөләр икән? Ни өсөн?

5.Ҡурай символын ҡайҙа күрергә мөмкин? Ул нимәне аңлата?

Ярҙам.

1.Ҡурай – ул үлән. Эсе ҡыуыш көпшә булып ҡураған үләдән яһалған музыка ҡоралы булғанға ул ҡурай тип аталаған.

2. Сор ҡурай – ҡыҫҡа ғына, ҡатын-ҡыҙҙар уйнай торған ҡурай.

3. Сүл ҡурай – яланда үҫкән ҡурай.

4. Ир – егеттәр яуға еҙ ҡурай йөрөткәндәр, сөнки үлән ҡурай ватылыусан, ә еҙ ҡурай ныҡлы.

5. Ҡурай символын Башҡортостан Республикаһының гербында һәм флагында күреп була. Ул ете ырыуҙың, хәҙер инде Башҡортостанда йәшәгән төрлө милләт вәкилдәренең дуҫлығын аңлата.

4. Ҡурайҙы эшләү процесы менән танышыу.

  • Ҡурай!
  • Әү.
  • Ҡайҙа үҫтең?
  • Урманда.
  • Кем ҡырҡты?
  • Оҫта ҡырҡты
  • Ни эшләргә?
  • Уйнарға.

-Хәҙер видеояҙманан ҡурайҙы нисек эшләүҙәрен ҡарайбыҙ. Ниндәй яңылыҡ белдегеҙ? Был һорауға яуап әҙерләйбеҙ.

5. Ҡурай һәйкәле рәсеме күрһәтелә.

-Был - ҡурай һәйкәле. Ул Баймаҡ районының Төркмән ауылы янында урынлашҡан Туғажман тауына ҡуйылған. Һәр тажы күренекле ҡурайсыны аңлата. Был ауылда күренекле ҡурайсы Ғата Сөләймәнов тыуып үҫкән. Ул ҡурайға икенсе һулыш өргән: Өфө ҡалаһында сәнғәт училищеһында ҡурай класы астырып, егеттәрҙе ҡурайҙа уйнарға өйрәткән.

Шулай уҡ ҡурайға икенсе һулыш өрөүсе тип кемде атарға була?

- Шпондан ҡурай яһау ысулын уйлап тапҡан Вәкил Шөғәйеповты.

- Тағы ла ниндәй күренекле ҡурайсыларҙы беләбеҙ?

Уҡыусыларҙың яуаптары.

6. Ҡурайсылар менән танышыу.

- Ә инде мәшһүр ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаевтың исемен ишетмәгән башҡорт кешеһе юҡтыр ул.  1925 йылда Европаның 22 ҡалаһында булып, 54 концертта ҡатнашып, тамашасыларҙы таң ҡалдырып йөрөй беҙең ҡурайсыбыҙ. “Ваҡыты менән ҡыллы инструменттар тауышына һағышлы һәм наҙлы ҡурай моңо ҡушыла. Шулай ғәжәйеп оҫта итеп башҡорт музыканты Йомабай Иҫәнбаев әсир иткес ҡоралда – ҡурайҙа уйнай. ..”-тип яҙа 1925 йылдың 11 июлендә “Парижский еженедельник“ гәзите. Парижда үткән концерттың береһендә йәш ханым сәхнәгә йүгереп менә һәм ҡурайсының рөхсәте менән ҡурайҙың эсенә күҙ һала, уның ябай көпшә икәнлеген үреп, шаҡ ҡата. Зал тағы ҡайнар алҡыштарға күмелә, ә теге ҡатын, ҡулындағы алтын балдағын сисеп, ҡурайсыға кейҙерә.

Сорбонна профессоры Перно, ҡурайсыны фонография кабинетына саҡырып, “Урал”, “Ҡара юрға”, “Байыҡ”, “Буранбай” көйҙәрен яҙҙырып ала.

“Шаршау әкрен генә асылғас, башҡорт милли кейемендә сәхнәгә ҡурайһыҙ ғына сыҡтым,. Унан йыуан ағас төбө эргәһендә “үҫеп” ултырған ҡурай үләнен (Й.И. сығышына Урал тәбиғәтен һүрәтләгән декорация эшләнә) бик һаҡлыҡ менән ҡырҡып алдым да, үлсәп, уйымдар яһап, “Байыҡ”ты уйнап ебәрҙем. Уйнап бөтөүем булды, залдағылар геү килеп ҡул сапты.

Ҡасандыр башҡорт ир-арыҫландары, Наполеонды еңеп, Париж урамдарында оло тантана уҙғарғанда, Ҡаһым түрә лә бит ҡурай уйнаған… Мин дә, шул ҡаһармандар эҙенән килеп, Байыҡ сәсәндең көйөн башҡарҙым, тип ғорурланып сәхнәнән сығып киттем…”-тип һөйләй Й. Иҫәнбаев аҙаҡ.

Бөгөн Республикабыҙҙа күркәм байрам – Йомабай Иҫәнбаев исемендәге призға ҡурайсылар бәйгеһе үткәрелә.

7. Роберт Юлдашев

- Ошо ҡурайсылар бәйгеһенең бер еңеүсеһе – Роберт Юлдашев. Ул Иҫәнбаевтың эшен дауам итә. Ҡурай менән ҡитғаларҙы урай. Рәсәй йондоҙҙары Николай Носков һәм Гарик Сукачевтың альбомдарындағы йырҙарҙа ҡурай моңо яңғырай,  билдәле опера йырсыһы Илдар Абдразаҡов менән донъяла иң мәртәбәлеләрҙән һаналған, классик музыканың билдәле сәнғәт әһелдәре генә сығыш яай торған сәхнәлә - Миландың “Ла Скала” театрында үҙенең концертын бирҙе. Хәҙер уның милли симфоник оркестрға ҡушылып башҡарған Морат Әхмәтовтың “Ҡурай өсөн фантазия”һын тыңлайбыҙ. Был көй һеҙҙә ниндәй хистәр уятыр?

Көй тыңлау.

Ниндәй хистәр тыуғанын аңлатыу.

-Был фантазияның башында ла “Сыңрау торна” көйө ҡулланылған. Борон-борондан ҡурайсылар уйнар алдынан көйҙәң тарихын һөйләр булғандар. “Сыңрау торна” көйөнөң тарихы былай. 

“Борон заманда, ниндәйҙер яу ваҡытында булған был хәл. Бер башҡорт ырыуы, оло яуҙан һуң мандып та өлгөрмәй, тағы яу баҫа быларҙы. Башҡорттарҙың сафы һирәк. Күп батырҙар яу ҡырында башын һалған… Батыр ғәскәрен барлай. Дошманды еңергә ғәйрәтләнгән егеттәр, ирҙәр, үҫмерҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың күҙәрендә нәфрәт осҡоно яна, әммә икеләнеү ҙә юҡ түгел. Күҙәтеүсе тынысландырманы бит, дошман, кәм тигәндә, ун тапҡырға артыҡ, тине.

Үҫәргән батыры ырыуҙаштарын тынысландыра тынысландырыуын, ә үҙе, ике ҡулын күтәреп тубыҡлана ла:

  • Тәңрем! Ни ғәйебе бар минең ырыуымдың? Йәшәгән төбәге бай, эскән һыуы саф, йәйәләр йәйләүҙәре иркен булғанға ырыуҙаштарым ғәйепле түгел бит. Минең ырыуҙаштарым бер ваҡытта ла, бер кемгә лә афәт килтермәне, бер кемде лә ҡанға батырманы. Ҡотҡар, Тәңрем, күҙ йәштәрендәй саф күңелле халҡымды!

Батырҙың тубыҡланғанын күреп, сәсән йүгереп килеп етә:

  • Тор, батыр егет. Башҡорт бер ваҡытта ла тубыҡланмаған. Ул ике осраҡта ғына ергә тубыҡтарын тейҙергән: еңеп ҡайтҡас, тыуған төйәгенең тупрағын усына алып үпкәндә һәм шишмәнән һыу эскәнә. Тор! Тәңребеҙ ярҙам ҡулы һуҙыр һиңә, халҡыңа. Һеҙ үҙ иркегеҙ менән ҡоралға тотонмайһығыҙ Изге күңелле халыҡҡа тәбиғәт үҙе ярҙамға килә ул. Халҡыңды ҡотҡарып ҡалырлыҡ тағы бер ҡоралың беар, егет.Ул – рух бөйөклөгө, рух юғарылығы, рух ҡаҡшамаҫлығы. Ә рухыңды ҡурай моңо күтәрә, ҡурай туплар, ҡурай ҡотҡарыр халҡыңды.

Егет тороп баҫа. Сәсән егеткә ҡурай тоттора.

  • Йә, батыр, торна булып сыңра.

Илгә афәт килгәндә генә ҡурай сыңратҡандар. Был үҙәк өҙгөс тауыш йәшен-ҡартын, сабыйын, үҫмерен – береһен дә тыныс ҡалдырмай, тетрәндерә.

Батыр ҡурайҙа сыңрап ебәрә. Яугирҙар ҙа, уларҙы яуға оҙатырға йыйынған ырыу халҡы ла ҡапыл һиҫкәнеп китә һәм иңрәү тауышы сығарып ҡуя.

  • Тыңла һүҙемде, батыр. Тыңлағыҙ, яугирҙар. Һеҙ бер ваҡытта ла еңлеү белмәнегеҙ, йәнтөйәгегеҙҙе күҙ ҡараһылай һаҡлап киләһегеҙ. Ҡулығыҙҙа нисә ҡурайығыҙ бар?
  • Бөтә яугирҙарҙа ла, ҡатын-ҡыҙарҙа ла.
  • Һәйбәт. Бер-берегеҙҙән ҡурай сыңраған тауыш ишетелерлек араға баҫығыҙ. Һәр ҡурайсы алдында бер уҡсы торһон. Батырҙың ҡурайы сыңрап ебәреүе булыр – бөтә башҡа ҡурайҙар ҡушылып китер. Шул саҡ бер ыңғайҙан уҡтар оса башлар.
  • Аңланым, Сәсән! Аңланыҡ, Сәсән! Рәхмәт,-тип ҡыуанып яуап ҡайтара Батыр.

Иртәгәһен, таң һыҙылыу менән, дошман ғәскәре теҙелгән ҡалҡыулыҡҡа ҡаршы һөҙәктә торна сыңрай. Уға башҡалары ҡушыла. Был тауыш көсәйгәндән-көсәйә бара, ҡапыл шул тиклем көслө сыңрай башлай: дошмандың ҡото оса. Сыңрау тауышы ерҙә лә, күктә лә, уңда ла, һулда ла яңғырай. Донъя сыңрау, иңрәү тауышына күмелә. Һәр тауыштан уҡтар оса. Әллә уҡтар сыңрау тауышы сығарып осамы? Әллә сыңрау тауышы тауҙарға барып ҡаҡлығып шаңдау булып кире ҡайтамы? Бындай күренешкә бер тапҡыр ҙа тап булмаған һәм ундай хәлде ишетмәгән дошман ҡаса башлай.

Ҡурай тауышына ҡушылып сыңрай-сыңрай баш осонда өйөрөлгән торналарҙы күргәс кенә, башҡорт яугирҙары дошманды ҡасырға мәжбүр иткән ғәйрәтле тауыштың ҡайҙан икәнлеген аңлап ала.

Ошо еңеүҙән һуң үҫәргәндәр торнаны изге ҡош тип уйлаған һәм үҙ ырыуҙарын афәттән һаҡлаусы тип һанаған. Ә аҡһаҡалдар торнаны атыуҙан тыйып ҡына ҡалмаған, хатта ҡурайҙа сыңрау тауышы сығармаҫҡа, кәрәк-кәрәкмәгәндә торналарҙы маҙаһыҙламаҫҡа ҡушҡан. Ул тауыштың яңы афәт килтереүе бар тип уйлағандар (“Тормош һабаҡтары” китабынан, 66-68 –се бб., 5-се класс өсөн)

8. Йомғаҡлау.

Һөйләмде дауам итергә. Төркөмдәрҙең фекерҙәре тыңлана.

Ҡурай – ул башҡорт халҡының боронғо милли музыка ҡоралы ғына түгел, дуҫы, юлдашы, шатлығын, ҡайғыһын уртаҡлашыусыһы, рухын күтәреүсеһе, һаҡсыһы, тарихы, яҙмышы.

9. Баһалау.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Кластың жетістіктері

Балалардың жазба жұмыстары...

Башлангыс класта инша языу

Презентация "Сочинение в начальных классах" на башкирском языке...

1 класта әлифбанан дәрес өлгөһө

Ю хәрефе. Башҡорт аты...