Ғ ғ өн-хәрефе. Ҡарағат. Әлифбанан дәрес өлгөһө.
план-конспект урока (1 класс) по теме

1 класта әлифбанан дәрес өлгөһө. Тема : Ғғ өн-хәрефе. Ҡарағат.

Маҡсат: Ғғ ән-хәрефен үҙләштереү, телмәр үҫтереү, тирә-яҡ тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Дәрес барышында Ғғ ән-хәрефе менән танышабыҙ, тиҙәйткестәр, тел  төҙәткестәр менән эшләйбеҙ. Йомаҡтар ҡоябыҙ. Балаларҙың телмәрен башҡорт һүҙҙәре менән байытабыҙ. Тыуған илгә, тәбиғәткә, башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләнә.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл konspekt_uroka.docx19.24 КБ

Предварительный просмотр:

Тема: Ғ ғ өн-хәрефе. Ҡарағат.

Маҡсат: Ғғ өн-хәрефен үҙләштереү, телмәр үҫтереү, тирә-яҡ тәбиғәткә иғтибарлы ҡараш тәрбиәләү.

Ҡулланма материал: дәреслек, Яҙыу өлгөләре, «Йәнле хәрефтәр», предметлы картиналар.

Дәрес барышы:

  1. Ойоштороу моменты.
  • Ҡыңғырау шылтырағас,

Кабинетҡа керәбеҙ.

Матур итеп ултырабыҙ:

Тәртипле уҡыусыларбыҙ.

  1. Балалар телмәрен үҫтереү эшмәкәрлеге аша дәрес темаһын һәм маҡсатын асыҡлау.
  1. Темаға ярашлы сюжетлы һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөү.
  • Һүрәттә нимәләр күрәһегеҙ?
  • Улар тураһында тағы нимәләр әйтә алаһығыҙ?
  • Ниндәй һүҙҙәрҙә [ғ] өнө ишетәһегеҙ?
  • Бөгөн ниндәй өн-хәреф менән танышабыҙ икән? (Ғғ өн-хәрефе)
  1. Хикәйә тыңлау, уның йөкмәткеһен асыҡлау, Ғғ өн-хәрефе булған һүҙҙәрҙе табыу, өндөң һүҙҙәге урынын билдәләү.

ҠАРАҒАТ

Ҡарағат баҡсала үҫә. Уның емеше С витаминына бай. Ҡарағаттан ҡайнатма, ҡышҡылыҡҡа компот яһайҙар, ҡаҡ ҡоялар. Ҡарағаттан бәлеш тәмле була.

  • Әҫәрҙән ниндәй мәғлүмәт алдығыҙ?
  • Тағы ниндәй баҡса емештәре беләһегеҙ?
  • Ниндәй һүҙҙәрҙә [ғ] өнөн ишеттегеҙ? Һүҙҙә урынын билдәләгеҙ.
  1. Өн-хәрефте үҙләштереү.
  1. Һүҙҙә өндө табыу, өндө анализлау.
  • Малай ҡуҙғалаҡ йыя һөйләмендә нисә һүҙ?
  • Икенсе һүҙҙә нисә ижек?
  • Икенсе ижек ниндәй өндән башлана?
  • [ғ] ниндәй өн? (яңғырау тартынҡы)
  1. Өндөң баҫма хәрефе менән танышыу: Ғғ.
  2. “Йәнле хәрефтәр”ҙә, кассала Ғғ хәрефен табыу.
  3. “Йәнле хәрефтәр”ҙән бөтә хәрефтәрҙе ҡабатлау.
  4. Ғғ өн-хәрефе менән һүҙҙәр уйлау.

Ғайса, Ғата, Ғалим, Ғәли, Ғилман, Ғәлимә, Ғәлиә, Ғәҙел, Нәғимә, Рәғиҙә, Ағиҙел, Сәғиҙә, турғай, ағай.

  1. Дәреслектә бирелгән текста Ғғ хәрефен табып, ҡәләм менән аҫтарына һыҙыу.
  2. Өн-хәреф менән шиғырҙар уҡыу, ятлау.

А. Ғәлим саған ағасына                        Б. Ғәли – оҫта ҡурайсы,

     Элеп йөрөй тағараҡ.                            Ғәлим – оҫта йыраусы.

    -Уңған бала, - тип һоҡлана

    Атайым уға ҡарап.                                 Г. Ғәрләнеп ғәмһеҙлеккә,

                                                                         Ғәлим баҡсаны утай.

В. Ғариф, Ғөмәр, Ғәлиә                                  Ғәлләм ғашиҡ гөлдәргә,                    

    Ғәлимәгә килгәндәр.                                   Ғәжәп, сәскәһе уттай.

  1. Тиҙәйткес, тел төҙәткес.

А.Ҡарға ҡороған ҡарағасҡа ҡунғайны,

Ҡороған ҡарағас ботағынан ҡарға ҡоланы.

Б. Ға-ға-ға – ҡарға килгән ҡарғаға,

    Ға-ға-ға – ҡарғаларын ҡарарға.

   Ға-ға-ға – киткән былар баҙарға,

   Ға-ға-ғ – майлы ҡалъя алырға.

  1. Йомаҡтар сисеү.
  1. Тауҙан бейек, үләндән тәпәшәк. (турғай)

 Б. Көҙ сисенә, яҙ кейенә. Йә, әйтеп ҡара, нимә? (ағас)

 В. Эсе ҡыҙыл, тышы ҡара, ышанмаһаң, ашап ҡара. (ҡарағат)

10. Физкультминутка.

  1. Хәрефте иҫтә ҡалдырыу өсөн күнегеүҙәр.
  1. Киҫмә хәрефтәр ярҙамында Ғғ өн-хәрефе менән ижектәр, һүҙҙәр төҙөү һәм уҡыу.

Ҡорғаҙаҡ, ҡурҙаҡ, бағана, ғәйрәт, борғо, ырғыу, һуғыш, ярғанат, ҡылған, ғәҙәт, һуған, саған, ағыу, һағыҙаҡ, яғымлы, ғәскәр, ҡоҙғон.

  1. Һүҙҙең хәрефен үҙгәртеп яңы һүҙ яһау.

Аға – уға – яға – ыға

Тыға – таға – баға – саға – һаға – даға – дуға – һуға – һыға – быға

  1. Ҡул суҡтары хәрәкәтсәнлеген үҫтереү.
  1. Ғғ  хәрефтәрен яҙыу.
  2. Ғғ хәрефле һүҙҙәр яҙыу.
  3. Һүҙлек диктанты.
  1. Дәреслекте уҡыу.
  2. Рефлексив анализ.
  3. Йомғаҡлау.

По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Уку дәресе "Н хәрефе булган сүзләрне уку.Әниләр темасына бәйләнешле сөйләм үстерү"

Урок в 1 классе помогает  правильно произносить и запомнить произношение трудных букв....

Тартык [ң] авазы һәм ң хәрефе.

Язарга өйрәнү дәресенә презентация....

Әлифба 1 класс к хәрефе

Интерактив такта өчен презентация к хәрефе белән таныштыра...

Әлифба.1кл.Щ хәрефе.

Әлифбадан 1  класс өчен дәрес планы....

"С" хәрефе

"Перспектив башлангыч мәктәп" программасы буенча 1 нче сыйныфта уздырылган татар теле дәресе....

1 класта әлифбанан дәрес өлгөһө

Ю хәрефе. Башҡорт аты...

Әлифбанан һуңғы осорҙа ҡулланыу өсөн дидактик уйындар

Әлифбанан һуңғы осорҙа  ҡулланыу өсөн дидактик уйындарАлфавиттың бөтә хәрефтәре лә ингән һүҙҙәр менән төрлө уйындар үткәрергә мөмкин. Текстар һәм һүҙҙәр төрлө ауырлыҡта улырға мөмкин.Экскурсиялар...