Урок по башкирскому языку в 1 классе по теме:"Звук и буква н".
план-конспект урока (1 класс) на тему

Шайхразиева Зальбира Галихановна

Урок по башкирскому языку в 1 классе по изучению звука н и буквы Нн.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл Конспект урока.18.12 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡорт теле дәресе

Тема. Нн өн-хәрефтәре.

Маҡсаттар: Нн өн-хәрефтәрен үҙләштереү, уҡыусыларҙың телмәрҙәрен, фонематик ишетеү һәләттәрен үҫтереү, икмәккә һаҡсыл ҡараш, игенсе һөнәренә ҡыҙыҡһыныу тойғоһо тәрбиәләүэ

Йыһазландырыу; дәреслек, алфавит, хәрефтәр кассаһы,предметлы һүрәттәр, баҫыу, игенсе һүрәттәре,презентация, ноутбук.

Уҡытыусы эшмәкәрлеге

Уҡыусы эшмәкәрлеге.

1.Психологик комфорт булдырыу.

- Ҡыңғырау шылтыраны,

-Беҙ ултырҙыҡ дәрескә.

-Китап, дәфтәрҙәр әҙер,

-Тотонайыҡ беҙ эшкә.Слайд -1,2

-Кәйефтәрегеҙ нисек, балалар?

-Әйҙәгеҙ, урамға күҙ һалайыҡ әле.

Ысынлап та, ниндәй ҡояшлы көн. Ҡояш нурҙары беҙҙең класска ла ингән.Улар бөгөнгө дәресте үткәрергә ярҙам итер.    

Һәр көнөбеҙ ҡояшлы, матур булһын, имен үтһен.

Хор менән ҡабатлайҙар.

-Ҡояшлы иртә кеүек.

-Рәхмәт.

2. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.

1.Йомаҡ ҡойоу.

Ҡышын йылыта,

Йәйен һыуыта,

Яҙын йәм бирә,

Көҙөн тәм бирә.

-Балалар, беҙ урманға экскурсияға барырбыҙ.

-Урман һүҙенең аҙағында ниндәй өн ишетелә?

-Был өндөң хәреф тамғаһы һеҙгә танышмы?

-Дәрестә ниндәй мәсьәләне хәл итербеҙ?

2.-Балалар, урманға шиғыр һөйләп барайыҡ.

Мин барам, барам, барам

Мәктәптә белем алам.

Мәктәбем мине һөйә

Ҡояштай йылы бирә. Слайд - 3

Фекерләү һәләтен үҫтереү.

-Урман.

-Н өнө.

-Юҡ.

- н өнөнөң хәреф тамғаһы менән танышырбыҙ.

3. Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү.

1. Нарат, Слайд - 4

 тейен Слайд - 5

һүҙҙәренең өн моделен төҙөү.

2.[н]өнөнә характеристика биреү.

3. [н] өнө булған һүҙҙәр әйтеү. Слайд – 6-9

4.Кассанан Нн хәрефен табыу.

-Был хәреф нимәгә оҡшаған?

 Слайд – 10,11

5. Тел төҙәткес әйтеү.

 Нә-нә-нә - ана килә Гөлсинә.

Нө-нө-нө - йылмая көнө-төнө.

Нә-нә-нә - ул шулай көләс кенә,

Ни-ни-ни – ҡыҙҙар шулай булмай ни!

Ял минуты. Слайд - 12

Һүҙҙәренең өн моделен төҙөү.

-Тартынҡы, яңғырау тартынҡы өн, нәҙек, ҡалын була ала.

Һүҙҙәрҙе ҡабатлайҙар, н өнөнөң урынын  билдәләйҙәр.Ҡуян, туҡран, сысҡан, селән.

Хор менән ҡабатлау.

Музыкаға бейеү күнегеүҙәре эшләү.

4. Ғәмәли эштәр.

Слайд – 13,14

1.Игенсе, икмәктең нисек өҫтәлгә килеүе тураһында әңгәмәләшеү.

-Баҫыуҙа нимәләр үҫә?

-Иген нимәгә кәрәк?

-Иген үҫтергән кеше нисек атала?

-Игенсе нимәләр эшләй?

-Игенде ҡайсан сәсәләр?

-Ҡасан иген әҙер була?

-Көҙ көнө нимә эшләйҙәр? 

Слайд – 15,16,17

-Ондан нимә бешерәләр?

2. Уйын “Самаур”

-Самауыр, самауыр, нимә менән сәй эсәһең

(прәннек, крәндил, торт, кәнфит, печенье, алма, бәлеш,икмәк,бал, лимон)

3. Китап буйынса эш.

4.Дәфтәрҙә эш.

Уҡытыусы ҡуйған һорауҙарҙы иғтибар менән тыңлайҙар, ярашлы яуап бирәләр.

Һүрәттән ҡарау.

Н өнө булһан һүҙҙәрҙә әйләнеп алалар, булмаһа баҫып торалар.

Ижектәр, һүҙҙәр уҡыу.( -се бит)

Хәреф элементтарын һауала танау менән яҙыу. Дәфтәрҙә өлгөгә ярашлы яҙыу, хәреф элементтарын дөрөҫ тоташтырыу.

5.Рефлексиф анализ.Баһалау.

-Дәрес һеҙгә оҡшанымы?

- Бөгөнгө дәрестә һеҙгә нимәләр оҡшаны?

-Дәрестә нимәләр белдегеҙ?

Ҡыҙыл, йәшел, зәңгәр төҫтәге түңәрәктәр менән үҙҙәрен баһалайҙар.

А.Ҡош түгел – оса, ябалаҡтан ҡурҡа,

Һыҙғырһа – урман яңғырата. (Тейен).

Б. Ер аҫтында ерән ат, уның тиреһе ете ҡат.

Һуйырһың, тунарһың, тунағанда иларһың. (Һуған).

В. Аҡ кейемен кейгән, йәшел суғын элгән. (Ҡайын).

Г. Өйөм артында үҙе, бөҙрә сәсле, күк күҙле. (Сирень).

Ғ. Бер яғы урман, бер яғы ҡорған. (Тун).

Д. Торҡо-тарҡы тора ла күккә менеп юғала. (Торна).

Ҙ. Тау төшкәндә ат була, менгәндә ағас була. (Сана).

Е. Бәләкәй генә бөкөрө алыҫ ергә төкөрә. (Наган)

Ё. Оҙон инем – ҡырҡылдым,

Йыуан инеем – ярылдым,

Аҙаҡ утҡа яғылдым. (Утын).

И. Ҡара һыйыр килде, бөтә донъяны еңде.(Төн).


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Урок обучения грамоте в 1 классе по теме: Звук Ш, буквы Ш,ш.

Данный урок предназначен тем, кто интересуется структурами сингапурского обучения, составлен по УМК "Планета знаний"...

Урок обучения грамоте в 1 классе по теме "Звук и буква Ч"

Урок обучения грамоте с использованием игровой и личностно- ориентированной технологий....

Фрагмент урока обучения грамоте в 1 классе на тему: "Звук "ч", буква Ч"

На уроке проводилась работа в группах на этапе актуализации знаний....

Самоанализ урока обучения грамоте в 1 классе по теме "Звук (й), буквы Й, й".

Материал  "Самоанилиз урока обучение грамоте в 1 классе по теме "Звук (й), буквы Й, й" поможет молодому учителю начальных классов правильно, всесторонне сделать анализ урока в свете требований ФГ...

План-конспект урока по чтению в 1 классе по теме "Звук и буква Цц"

Данный урок можно проводить с учащимися с нарушениями интеллекта в 1 классе....

Методическая разработка урока обучения грамоте в 1 классе по теме "Звук [э], буквы Э,э"

Урок составлен в соответствии с современными требованиями с использованием краеведческого материала....