Конспект открытого урока по башкирской литературе для 3 класса
план-конспект урока (3 класс) на тему
Урок был проведен на конкурсе "Учитель года башкирского языка и литературы"
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
Урок башкирской литературы в 3 классе | 20.72 КБ |
Предварительный просмотр:
Фəүзиə Рəхимғолова
«Тəүге ҡар».
3 –сө класс
(«Башҡорт теле һəм əҙəбиəте йыл уҡытыусыһы – 2015» конкурсында үткəрелгəн дəрес өлгөһө)
Төҙөнө: Балаҡатай районы
Билəн урта мəктəбе
башланғыс кластар
( I категория) уҡытыусыһы
Яковлева Флүзə Хабибулла ҡыҙы
Тема: Фəүзиə Рəхимғолова «Тəүге ҡар».
Маҡсат:
- Ф. Рəхимғолованың тормош һəм ижад юлы менəн таныштырыу.
- Шиғырҙың йөкмəткеһен үҙлəштереү, тасуири уҡыу, телмəр үҫтереү өҫтөндə эш.
- Тəүге ҡарҙы тасуирлау, балаларҙың ҡышҡы уйындары тураһында һөйлəшеү ҡороу.
- Уҡыусыларҙың һүҙ байлығын,телмәрен,фекерләү кимәлен үҫтереү.
- Тəбиғəткə һөйөү, һаҡсыл ҡараш тəрбиəлəү.
Йыһазландырыу: Ф. Рəхимғолованың портреты, китаптар күргəҙмəһе, сюжетлы һүрəттəр, проектор, слайдтар.
Дəрес барышы.
- Ойоштороу моменты.
- Психологик комфорт тыуҙырыу. ( 2слайд)
-Һаумыһығыҙ, уҡыусылар.
Ҡыңғырау шылтыраны
Беҙ йыйылдыҡ дəрескə,
Матур итеп ултырҙыҡ
Дүрт- биштəрҙе алырға!
- Бер- беребеҙгә йылмайышып, эстəн генə дəрестең уңышлы булыуын телəйек. Ҙур телəк , яҡшы кәйеф менән дәресебеҙҙе башлайыҡ.
III.Уңыш ситуацияһын ойоштороу.
1 Артикуляцион һəм фонетик күнегеүҙəр.
а) Хор менəн уҡыу. (3 слайд)
Тышта ҡар яуа, ҡар яуа,
Ниндəй саф һауа, саф һауа,
Әйҙə сығайыҡ, сығайыҡ,
Сана шыуайыҡ, шыуайыҡ.
б) Ҡышҡы урман нисек геүлəй? ( геү-ү-ү)
Ҡулдар өшөһə нисек йылытабыҙ? (Һо-һо-һо)
в) Тиҙəйткес уҡыу. (4 слайд)
Яңы яуған аҡ ҡарға
Йығылып төштө ҡарға.
IV.Дəрестең темаһын һəм маҡсатын билдəлəү.
- Бүлеккə инеш. Сюжетлы һүрəт буйынса əңгəмə.
- Балалар, бөгөн беҙ яңы бүлек башлайбыҙ. Дəреслектəрегеҙҙе 95 –се биттə асып бүлектең исемен уҡығыҙ. Нисек уйлайһығыҙ, был бүлектə нимə тураһында уҡырһығыҙ? (ҡыш, ҡышҡы тəбиғəт, ҡар, ҡышҡы уыйндар).
- Һүрəткə иғтибар итегеҙ. Бында ниндəй йыл миҙгеле төшөрөлгəн? Балалр ни эшлəйҙəр? Уларҙың кəйефе нисек?
- Йылдың һəр миҙгеленең үҙ матурлығы бар. Ҡыш та үҙенсə матур. Аҡ юрған ябынған яландар, аҡ шəл бөркəнгəн ағастар, боҙ аҫтында йəшеренгəн йылғалар, ҡояшта емелдəп ятҡан ҡар бөртөктəре - бөтəһе лə матур. Тик ул матурлыҡты күрə, аңлай ярата һəм һаҡлай белергə кəрəк. Яҙыусылар һəм шағирҙар һүҙ ярҙамында һүрəтлəһə, рəссамдар буяу ярҙамында һүрəтлəй.
- Йомаҡтар ҡойоу.
Йондоҙ булып ҡойола,
Мамыҡ булып йыйыла.
Ел булһа, оса,
Яҙ булһа, ҡаса. ( Ҡар.)
Ҡыш буйы ятты - ятты ла, яҙын тороп сапты. ( Ҡар.)
Ап-аҡ ҡына шәкәр түгел,
Йылыға иреп бара.
Ҡышын ерҙе ҡаплап ала,
Йомшаҡ ҡына тотоп ҡара. (ҡар)
- Балалар, бөгөнгө дəрестə нимə тураһында уҡыясаҡбыҙ? ( уҡыусыларҙың яуаптары)
- Эйе, беҙ дəрестə Ф. Рəхимғолованың “Тəүге ҡар” шиғыры менəн танышасаҡбыҙ. Дəфтəрҙəрегеҙҙе асығыҙ, датаны һəм дəрестең темаһын яҙып ҡуйығыҙ.
V. Уҡыу маҡсатын хəл итеү.
1) Яҙыусы тураһында белешмә биреү (5 слайд)
- Фəүзиə Абдулла ҡыҙы Рəхимғолова 1921 йылда Башҡортостандың Ишембай районының Янрус ауылында тыуған. Бəлəкəйҙəн етем ҡалып, интернатта тəрбиəлəнə. Өфөлə педагогия институтын тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Өфөлəге заводта эшлəй. Һуғыштан һуң Ишембай районы Ишəй районында балалар уҡыта. Балалар өсөн шиғырҙар бик күп яҙа. Уның балалар өсөн баҫтырылып сыҡҡан “Яҡын дуҫ”, “Илгизəр”, “Хуш килəһең”, “ Март ҡояшы” исемле китаптарын ололар ҙа, уҡыусылар ҙа яратып уҡыйҙар.
2) Шиғыр өҫтөндə эш.
а) Уҡытыусының өлгөлө уҡыуы.
б) Уҡылғанды үҙлəштереү.
в) Һүҙлек эше (6 слайд)
ҡыуаныс – радость
һағыш – грусть
хыял – мечта
йыуаныс – утешение
муйыл – черемуха
г) Уҡыусылар шиғырҙы үҙ аллы уҡый.
д) Хор менəн уҡыу.
Ял минуты. (7 слайд)
Ыж-ыж-ыж итə,
Беҙҙе тыз-быз йөрөтə, (бер урында атлау)
Ҡайһыбыҙҙы йүгертə, (бер урында йүгереү)
Ҡайһыбыҙҙы һикертə, (һикереү)
Асыулынһа, танауҙы ла (танауҙы тотоу0
Ҡып –ҡыҙыл борос итə.
Ҡолаҡтарҙы семетə, (ҡолаҡтарҙы тотоу)
Балаларҙы гармунһыҙ ҙа
Тыпыр-тыпыр бейетə. (бер урында тыпырсыныу)
3) Уҡылғанды үҙлəштереү. Анализ яһау.
- Шиғыр һеҙгə оҡшанымы?
- Уны уҡығанда нимə күҙ алдығыҙға килде?
- Күңелегеҙҙə ниндəй хистəр тыуҙы?
- Ул ниндəй шиғыр: күңеллеме əллə моңһоумы?
- Шиғырҙа ниндəй һүҙбəйлəнештəр оҡшаны?
- Автор аҡ ҡарға ниндəй телəктəрен белдерə? Ошо юлдарҙы табып уҡығыҙ.
- Тəүге ҡарға Ф. Рəхимғолова нисек өндəшə? (балалар текстан табып уҡыйҙар)
4) Тасуири уҡыуға əҙерлəнеү.
- Ниндəй тауыш менəн уҡырға кəрəк?
VI.Йомғаҡлау. Рефлексия.
- Дәрестә үҙегеҙгә ниндәй кәрәкле мәғлүмәттәр алдығыҙ, нимәләр белмәй инегеҙ?
- Ә тағы нимәләр тураһында белергә теләр инегеҙ?
- Дəрес ниндəй кəйеф ҡалдырҙы?
VII.Баһалау.
VIII.Өй эше.
Шиғырҙы тасуири уҡып килергә, теләге булғандарға шиғыр буйынса һүрәт төшөрөргә.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Конспект открытого урока по математике в 1 классе. Тема: «Величина. Длина. Сантиметр.» (урок - исследование по системе Л.В. Занкова.)
Цели: - познакомить с понятиями: величина, измерение величин, единица измерения (мерка), с различными единицами измерения длины (шаг, локоть, сантиметр); - совместно установить общий принцип...
Конспект открытого урока-путешествия по литературе для проведения в 1 классе "Путешествие в страну Чукоккола"
Конспект открытого урока по литературе....
Конспект открытого урока русского языка в 6 классе по теме: "Этот удивительный мир.... фразеологизмов" план-конспект урока по русскому языку (6 класс)
Өсөнсө класс. Миҙгелдәр. Сифат темаһын ҡабатлау....
Конспект открытого урока по окружающему миру, 4 класс, по теме "Новое время: великие открытия".
Цели урока. ...
Тема:«[Йа] өнө ниндәй хәреф менән тамғалана».Открытый урок по башкирскому языку, 2 класс, КМО учителей начальных классов, 20.03.2019 год
Тема: [Йа] өнө ниндәй хәреф менән тамғалана. Нығытыу дәресе. Маҡсат: 1) Я хәрефенең ҡалын ижекле һүҙҙәрҙә яҙылыуын миҫалдарҙа күрһәтеү был хәреф ингән һүҙҙәрҙе күреп яҙырға өйрәтеү;2)...
Конспект открытого урока по башкирскому языку на тему «Йыл миҙгелдәре» ("Времена года")
1)Йыл миҙгелдәре менән танышыу.2)Балаларҙың һүҙлек запасын байытыу,фекерләү һәләтен арттырыу,һөйләү телмәрен үҫтереү. 3)Тыуған яҡҡа,уның тәбиғәтенә һөйөү уятыу, кешелек сифатын тәрбиәләү....
Открытый урок по башкирскому языку, 3 класс
Дәрес башҡорт теле, 3 класс. Тема: Ч,Щ,Ц,Ё хәрефле һүҙҙәрМаҡсат: 1. Ч,Щ,Ц,Ё хәрефтәренә һүҙҙәр тупларға,уларҙы дөрөҫ яҙырға;3. Һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланырға өйрәтеү;4. Каллиграфия өҫт...