Рабочая программа по башкирскому языку 2 класс
рабочая программа (2 класс) на тему

Абдуллина Эльвира Маратовна

Рабочая программа по башкирскому языку 2 класс

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon bash.yaz_2_klass.doc113 КБ

Предварительный просмотр:

Согласовано                                                                                           Утверждаю

зам.директора по УВР                                                                          Директор МБОУ СОШ

МБОУ СОШ с.ЦУП им.М.Горького                                                    с.ЦУП им.М.Горького

_________________М.В.Хасенова                                                       ________М.З.Голубкова

«__»____________2012 г.                                                                     Приказ №_  от «__»______2012 г                                                                                                    

Рабочая программа с календарно-тематическим планированием

по башкирскому языку

2 класса

        

Составитель:Хусаинова А.А.,

учитель башкирского языка

Рассмотрено на заседании ШМО

______________Л.Г.Михайлова

Протокол №__от «__»___2012 г.


  Темалар

Сәғәттәр һаны

Дата

1.

2.

3.

4.

5.

6.

7.

8.

9.

10.

11.

12.

13

14.

1.

2.

3.

4.

5.

6.

7.

1.

2.

3.

4.

5.

6.7.

8.

1.

2.

3.

4.

5.

6.

1-се сирек

Тыуған Башҡортостан.

Ҡабатлау.

Әә, Ҡҡ хәрефтәре һәм өндәре.

Һиңә нимә кәрәк?

Һин нимә эшләйһең?

Был кемдең әйбере?

Ҡайҙа? Һорауы

Һһ хәрәфе һәм өнө.

Һаумы мәктәп.

Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре.

Был кемдең ...?

Мәктәп баҡсаһы. 

Был ниндәй еләк?

Һәм, ә теркәүестәрен ҡулланыу.

Ҡасан?

Йомғаҡлау.

Кластан тыш уҡыу дәресе.

2- се сирек

Беҙҙең синыф. Башҡорт теленең үҙенсәлекле хәрефтәре һәм өндәре.

Ғаилә. Темаға ҡараған һүҙҙәр.

Аҙыҡ-түлек. Темаға ҡараған һүҙҙәр.

Ҡайҙа? Ҡайҙан? һорауҙары.

Һауыт-һаба.

Контроль эш. Күсереп яҙыу. “Икмәк”.

Хаталар өҫтөндә эш.

Йомғаҡлау.

3- сө сирек

Нимә менән? һорауы.

Һанай беләһеңме?

Кейем-һалым.

Уйындар, уйынсыҡтар.

Һорауҙарға яуаптар.

Һөнәрҙәр.

Контроль эш. Күсереп яҙыу.

Хаталар өҫтөндә эш.

Йомғаҡлау.

4- се сирек

Тән өлөштәре.

Еләк-емеш, йәшелсә.

Таҙалыҡ.

Көн тәртибе.

Контроль эш. Диктант.

Хаталар өҫтөндә эш.

Йомғаҡлау.

18

2

1

1

1

1

1

1

2

2

1

1

2

1

1

16

3

4

3

3

1

1

1

20

2

4

4

3

1

4

1

1

16

5

4

2

3

1

1

Программа

2 синыф

(68 сәғәт)

Башҡортостан Республикаһында башҡорт телен уҡытыу Концепцияһына ярашлы,урыҫ мәктәптәрендә башҡа милләт балаларын башҡорт телендә һөйләшергә өйрәтеү төп бурыс булып тора.Шунлыҡтан,был йүнәлештә эшләгәндә башланғыс синыфтарҙа темаларҙың ҡабатланыуы мөмкин.Быға һис тә ғәжәпләнергә ярамай,сөнки ошо ҡабатлауҙар аша,таныш ситуациалар буйынса башҡортса иркенерәк һөйләшеү мөмкинлеге тыуа.Тик уҡытыусы был ситуацияларға ярашлы һүҙҙәрҙе сама менән өҫтәй барыуға,балаларҙың телмәр күнекмәләрен һөйләмдәр,бәйләнешле телмәр аша нығытыуға иғтибар итергә тейеш була.

2 синыф уҡыусыларын башҡорт теленә өйрәтеүҙә түбәндәге бурыстар ҡуйыла:

  1. 1 синыфта өйрәнелгән материалдарҙы телмәрҙә ҡулланыу.
  2. Тәҡдим ителгән темалар буйынса,балаларҙың һүҙлек запасын арттырыу,телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу.
  3. Балаларҙың оптималь уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.
  4. Ситуациялар,темалар буйынса һорауҙар биреү,шул һорауҙарға һүрәт,картина,текст нигеҙендә һәм ижади яуап бирә белеү.
  5. темалар тап килгән шиғырҙар ятлау,йырҙар өйрәнеү һәм башҡарыу,экскурсияларҙа,уйындарҙа ҡатнашыу,концерттар әҙерләү һәм сығыш яһау.Һәр осраҡта ла телмәр төҙөү иғтибарға алына.
  6. Әйтелеше ҡатмарлы булмаған һүҙҙәрҙе,ябай һөйләмдәрҙе тәүҙә күсереп,шунан яттан (ишеткәнде) яҙыу.
  7. Һәр тема буйынса эш барышында тыуған Республика менән танышыуҙы дауам итеү. Башҡорт халҡына, тарихына, Башҡортостан тәбиғәтенә, сәнғәтенә, әҙәбиәтенә ихтирам тәрбиәләү.

Һөйләшеү, уҡыу, яҙыу, телмәр үҫтереү темалары, уларҙың йөкмәткеһе түбәндәгесә алына:

Тыуған Башҡортостан

(2 сәғәт)

Был тема башҡортса белмәгән балаларға үҙҙәре йәшәгән Башҡортостандың ҡалалары һәм ауылдары,йылғалары һәм күлдәре,ғөмүмән, Башҡортостан,уның халҡы,тарихы тураһында элементар мәғлүмәт биреүгә бағышлана. Башҡортостан Республикаһының символикаһы ла иҫкә алына.Дәрестә күргәҙмә материалдар,ышаныслы дәлил булырҙай китаптар,карталар һ.б. әсбаптар ҡулланыла.Ошо йәштәге кешеләр менән осрашыуҙар ҙа отошло.

Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен,темаға ҡараған башҡорт һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеү күнекмәләрен камиллаштырыу.Башҡорт телендә интонацион яҡтан һәйләм төрҙәре.Һорау һәм хәбәр һөйләм.

Уҡыу материалы:

Уҡытыусы һайлауы буйынса, Башҡортостан,уның тәбиғәте,халҡы тураһында әҫәрҙәр уҡыу.

Балалар гәзит-журналдарынан материалдар уҡыу.

Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:

Башҡорт, милләт, халыҡ, район, ҡала, ауыл, ҡурай, урман, тау, күл, йылға, елән, камзул, нимәләр, кемдәр.

Урынлашҡан,үҫә,унай,йәшәй (-ҙәр),йәшәгән (-дәр),эшләй (-ҙәр).

Ҡайҙа,ниндәй,ни эшләй,төрлө.

Йылға буйында, йылға буйында урынлашҡан, төрлө милләт, бергә йәшәйҙәр,  ҡурай тарта (уйнай), гөлләмә йыя, ҡоштар оса, зәңгәр күк, биҙәкле йәйғор, бейек тауҙар, ҡалын урман, Башҡортостан флагы, ҡурай сәскәһе.

Диалог темалары:

Башҡортостан-минең республикам.

Мин ҡалала йәшәйем.

Беҙ районда йәшәйбеҙ.

Һеҙҙең ҡалала (ауылда,районда) кемдәр йәшәй.

Башҡортостан ҡалалары.

Башҡортостандағы райондар.

Һеҙ йәшәгән урындың тәбиғәте (тауҙары,йылғалары,урмандары,башҡа билдәле урындары).

Төбәктәге күренекле кешеләр.

Ҡабатлау

(6 сәғәт)

Тема, исеменән үк күренеүенсә, тәүге синыфта өйрәнгәндәрҙе иҫкә төшөрөүгә,ҡабатлауға,белемдәрҙе тәрәнәйтеүгә бағышлана.Шунлыҡтан бында төрлө темалар урын алыр.

Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре һәм хәрефтәре.Һөйләмдә һүҙҙәрҙең урыны.

Уҡыу материалы:

Диалогтар,этикет өлгөләре,шиғырҙар.

Балалар гәзитендәге,журналындағы әҫәрҙәр (уҡытыусы һәм уҡыусылыр һайлауы буйынса).

А.Йәғәфәрова.Уйынсыҡтар магазины.

Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:

Әйбер,урын,көсөк,сер,күнегеү,ултырғыс,һүрәт,өйрәк,фил,юл,урам.

Кемдең,минең,минеке,һәйбәт,һылыу.

Кәрәк,алтын,риза,насар,яҡшы,күпме.

Мөмкинме,магазин асыҡ,инергә яраймы,ярамай,сығырға мөмкинме,рәхим ит (-егеҙ),таратып бир,килмә,һөйләмә,күрешкәнгә тиклем.

Диалог темалары:

Танышыу.

Синыфҡа яңы уҡыусы килгән.Нисек танышырһың?

Миңә матур китап кәрәк.

Был минең салбарым (шарфым,күлдәгем,итегем).

Журнал минеке (һинеке,Ғәлимдеке).

Магазинда уйыны.

Дәрестән һуң беҙ ниҙәр эшләйбеҙ?

Һаумы, мәктәп!

(2 сәғәт)

Балаларҙың үҙҙәре уҡыған мәктәп, уның үҙенсәлекле билдәләрен, урынлашыуын,кабинеттарын,дәрестәрҙе белеүе.Улар тураһында һөйләү.

Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре.Һүҙҙәрҙең предметты,билдәне,эште белдереүе.Эштең элек,хәҙер булыуын белдереүсе һүҙҙәр.

Уҡыу материалы:

Диалогтар,этикет өлгөләре.

М.Дилмөхәмәтов.Дәрес бара.

А.Йәғәфәрова.Уңғандар.

Гәзит-журнал материалдары.

Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:

Аҡбур, ҡағиҙә, миҫал, һорау, һорау биләһе, нөктә, һөйләм, күнегеү, әңгәмә, байрам,һауа,синыф,бүлмә,иҙән,таҡта,өҫтәл,буяу.

Бармы,ҙурмы,таҙамы,күпме,һинекеме.

Һөйлә (-геҙ),уҡы (-ғыҙ),әйт (-егеҙ),әҙерлә,һөртә,һала,рәсем төшөрә.

Өс ҡатлы,беренсе ҡатта,дәрес бара,дәрескә әҙерме,синыфта нисә уҡыусы,уңған ҡыҙҙар.

Диалог темалары:

Беҙҙең мәктәп.

Беҙҙең синыфта күңелле.

Бүлмәлә дәрес бара.

Башҡорт теле кабинеты.

Беҙ башҡортса уҡый беләбеҙ.

Дәрестән һуң.

Китапханала.

Уҡыу әсбаптары.

Мәктәп баҡсаһы

(8 сәғәт)

Мәктәп баҡсаһы,еләк-емештәр,уларҙың ҡыуаҡтҡры,балаларҙың баҡсалағы эштәре.

Башҡорт телендәге ошо темаға ҡараған һүҙҙәр.Уларҙы дөрөҫ әйтеү.Килеш ялғауҙарын файҙаланыу.Һәм,ә,ләкин теркәүестәрен ҡулланыу.

Уҡыу материалы:

Диалогтар,йомаҡтар,текстарҙы уҡыу.

Ҡушымтанан, “Беҙ башҡортса уҡыйбыҙ” китабынан баҡса темаһына ҡараған материалдар.

 Гәзит-журналдарҙағы әҫәрҙәр.

Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:

Алма, сейә,баҡса,түтәл,ҡарағат,еләк,ағас,ҡыуаҡ,ҡурай еләге,ер,төймә.

Эре,ваҡ,тәмле,әсе,бейек,тәпәш.

Үҫә (-ләр),бешә,беште,тапта (-м),ҡапты (-м,-ң),сәскә ата,емеш бирә,түтәл яһай (-ҙар),һыу һибә (-ләр),баҡсала эшләй (-ҙәр).Был груша ағасы,ә был ҡарағат ҡыуағы.Баҡсала алма һәм сейә үҫә.Груша ҡыуаҡта үҫмәй,ә ағаста үҫә.Алма эре,ә ҡарағат ваҡ.

Диалог темалары:

Беҙҙең мәктәп баҡсаһы.

Баҡсалағы көҙгө эштәр.

Беҙ емеш ҡыуаҡтарын ҡарайбыҙ.

Түтәлдә йәшелсәләр үҫә.

Йәшелсәләргә һыу кәрәкме?

Ниндәй йәшелсәләр тәмле?

Ниндәй йәшелсәләр әсе?

Алма эреме,әллә сейәме?

Беҙҙең синыф

(3 сәғәт)

Мәктәп,синыф бүлмәләре,дәрестәр,синыфтағы уҡыусылар,уларҙың эштәре.

Темаға ҡараған башҡорт һүҙҙәрен,һөйләмдәрен дөрөҫ уҡыу.Һүҙҙәрҙә ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар.Килеш ялғауҙарын практик ҡулланыу.

Уҡыу материалы:

Диалогтар,тиҙәйткестәр,йомаҡтар,күнегеү текстары.

Ф.Рәхимғолова.Шиғыр ятлауҙар.

С.Юлаев.Уралым.

“Беҙ башҡортса уҡыйбыҙ” китабынан шиғырҙар,хикәйәләр,сәхнә әҫәрҙәре.

Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:

Белем,китап,дәрес,тәнәфес,синыф бүлмәһе,тәҙрә,пәрҙә,гөл һауыты,рәсем дәресе,йыр дәресе,башҡорт теле дәресе,математика.

Була, дәрес була, дәрес булмай,уҡый (-быҙ,-ҙар),өйрәнә (-беҙ,-ләр),уйнай,йырлай,һөйләй,ятлай,уҡыта,өйрәтә,яҙа,мәсьәлә сисә,рәсем төшөрә.

Иркен,яҡты,таҙа,саф,ҙур,кисә,бөгөн,иртәгә,хәҙер,оҫта.

Диалог темалары:

Беҙҙең синыф бүлмәһе.

Синыфтағы уҡыусылар.

Беҙ дежур.

Башҡорт теле кабинеты.

Кабинеттағы йыһаздар.

Шкафта китап һәм журналдар.

Беҙ яратҡан гәзит.

Ғаилә

(4 сәғәт)

Үҙенең ғаиләһе, ғаилә ағзалары,уларҙың эштәре,һөнәре,уларға туғанлыҡ мөнәсәбәте, ғаилә шәжәрәһе,файҙалы эштәр тураһында һөйләшеү,уҡыу,яҙыу.

Башҡорт телендә эйәлек (зат) ялғауҙарын практик үҙләштереү.Тик киҫәкле һөйләмдәр менән практик эштәр.Хат яҙыу.

Уҡыу материалы:

Диалогтар,күнегеү текстары,һанашмаҡтар,хат.

Кәрим Булат.Әпәкәй..

Ф.Рәхимғолова.Бәхетле.

Ф.Туғыҙбаева.Айбулат.

Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:

Ағай,апай,ҡусты,һеңле,ейән,ейәнсәр,ҡартатай,ҡәрсәй;бармаҡ,маймыл,һөт, сынаяҡ,бысаҡ,бутҡа,ҡоймаҡ,таба,ҡалаҡ,сүмес.

Булышам,майлап бирәм,сәпәкәй итә,заводта эшләй,ҡоймаҡ менән сәй эсә,бутҡа ашай,театрға барабыҙмы,аҡсаң бармы,әсәйем бешерә,ҡоймаҡ тәмле.

Кәрәк,кәрәкмәй,яңылыш,тырыш.

Диалог темалары:

Өләсәйҙе яратабыҙ.

Ҡартатай ауылда тора.

Әсәйем-тырыш кеше.

Атайымдың ҡулы алтын.

Ғаилә тәртибе.

Өҫтәл артында.

Һауыт-һабаны мин йыуам.

Беҙ яратҡан ашамлыҡ.

Ҡустымды (һеңлемде) ҡарайым.

Аҙыҡ-түлек

(3 сәғәт)

Аҙыҡ-түлек, уларҙы, табыу, әҙерләү, өҫтәлде биҙәү, аҙыҡ-түлеккә мөнәсәбәт,уға һаҡсыл ҡараш булдырыу,башҡорт аштары.

Башҡорт телендә килеш ялғауҙары.Һөйләмдең тиң киҫәктәре.Һөйләмдә һүҙҙәрҙең урыны.

Уҡыу материалы:

Диалогтар,йомаҡтар,күнегеү текстары,мәҡәлдәр.

С.Әлибаев.Икмәк.

Ф.Туғыҙбаева.Сәй эсеү.

“Беҙ башҡортса уҡыйбыҙ” китабынан темаға тап килгән әҫәрҙәр.

Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:

Ит,картуф,икмәк,кишер,май,туңдырма,бәлеш,һурпа,бутҡа,йомортҡа,кәбеҫтә ашы,ҡоймаҡ,байлыҡ,валсыҡ,тарма,иртәнге аш,төшкө аш,киске аш,ҡорот.

Ҡаты,йәнһеҙ,йәмһеҙ,таныш,таныш түгел,тәмле.

Ирей, ярата (-м,-быҙ),яратмайым,бешерә,турай,киҫә,ҡырҡа, һөт эсә,һөт яратмай,икмәк аша атлама,ергә ҡойма,икмәк телә,өҫтәлгә ҡуя,тәмле аш,әсе ҡорот,итле бәлеш тәмле.Икмәк ил байлығы.Икмәкте һаҡлап тотон.

Диалог темалары:

Баҙарҙан ит алдыҡ.

Ит күпме тора?

Аҙыҡ-түлек магазинында.

Байрам өҫтәле әҙерләйбеҙ.

Тоҙ файҙалы.

Тоҙһоҙҙо күҙһеҙ ҙә белә.

Бәлеште нисек бешерәләр?

Икмәк ағаста үҫәме?

Икмәк-ҙур байлыҡ.

Ҡоротло һурпа бик тәмле.

Ҡаты сәй зарарлы.

Һауыт-һаба таҙамы?

Ҡайҙа?Ҡайҙан?

(6 сәғәт)

Аҙыҡ-түлек, һауыт-һабаның атамалары.Уларҙы йыйыштырыу,таҙа тотоу.Башҡорт аштары.

Башҡорт телендә килеш ялғауҙары.Хат яҙыу.Һөйләмдә һүҙҙәрҙең урыны.

Уҡыу материалы:

Диалогтар,күнегеү текстары,көләмәстәр,кроссворд сисеү.

Хат тексы.

Г.Ғәлиуллина.Бесәйем.

“Беҙ башҡортса уҡыйбыҙ” китабынан текстар.

Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:

Тәрилкә, сынаяҡ, сәйнүк, кәштә, салат, кишер салаты, кәбеҫтә салаты,ҡаймаҡ,ҡатыҡ,ҡымыҙ,иҫәнлек,бүләк.

Ҡайнар,эҫе,һыуыҡ,һалҡын.

Ҡуя (-м,-быҙ),теләй (-ем,-беҙ),өндәшмә,өндәшмәҫкә,ҡушты (-лар),өҫтәлгә ҡуя,кәштәгә ҡуя,йәшенде,йәшенеп өлгөрҙө,ҡымыҙ бешә (-ләр),ҡатыҡлы аш,ҡаймаҡлы салат.

Диалог темалары:

Һалҡын сәй файҙалымы?

Индийский сәй сәйнүктә,

Өҫтәлдә башҡотр балы.

Һеҙҙә һауыт-һабаны кем йыуа?

Һауыттар кәштәлә.

Һин ниндәй салат яратаһың?

Өҫтәлгә ҡалаҡты нисек һалалар?

Ҡымыҙ-файҙалы.

Аҙыҡ магазинында.

Нимә менән?

(2 сәғәт)

 Аш-һыу,аҙыҡ түлек темаһына бәйле,уларҙың үҙенсәлектәрен белдереү.Аш-һыу әҙерләгәндәге ҡоралдар.

Менән һүҙен практик ҡулланыу.Һөйләмдә тиң киҫәктәр.Хәбәрҙең һөйләмдәге         урыны.Килеш ялғауҙары.

Уҡыу материалы:

Диалогтар,күнегеү текстары,теләктәр,мәҡәлдәр.

“Беҙ башҡортса уҡыйбыҙ” китабынан текстар.

Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:

Нимә,нәмә,сәй,май,бысаҡ,аш,ҡалаҡ,сәнске,шәкәр,торт,һут,кишер һуты.

Аҡ юл,хәйерле юл,юлың уң булһын,изге сәғәттә-изге юл.

Телә (-м,-беҙ),киҫә,ҡырҡа (-м,-быҙ),ярҙам ит (-егеҙ),эшем күп,ашты кемгә бирә,итте нимә менән ашай.

Диалог темалары:

Әсәйем тәмле бешерә.

Әсәйҙең ҡулы алтын.

Икмәктән оло булма.

Өҫтәл йәме- икмәк.

Ашағанда тәртип ниндәй була?

Мин кухняла ярҙам итәм.

Тәмле билмән.

Кеүәҫте ниҙән эшләйҙәр?

Һанай беләһеңме?

(4 сәғәт)

Аҙыҡ-түлек, кейем-һалым хаҡы, уларҙың үлсәме, уларҙы һатып алыу, тәртипле тотоноу.

Телмәрҙә һандарҙы практик ҡулланыу.Зат ялғауҙарын ҡушыу.Кем булып эшләй? һорауын үҙләштереү,уға яуап биреү.

Уҡыу материалы:

Диалогтар,күнегеү текстары,һүрәттәр менән эш.Хат яҙыу.

“Беҙ башҡортса уҡыйбыҙ” китабынан текстар.

Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:

Утыҙ, ҡырҡ, илле, алтмыш, етмеш, һикһән, туҡһан, йөҙ, мең, егерме дүрт,ҡырҡ өс,йөҙ һум,илле тин,һ.б.

Табип, уҡытыусы, һатыусы, фермер, рәссам, артист, төҙөүсе булып эшләй, тегенсе, яҙыусы,ашнаҡсы,ике ҡап сәй,нисә һум,Айраттың сумкаһында,хаҡы күпме тора.

Ҡыйбат,ҡиммәт,арзан,осһоҙ,йылы,иҫке,яңы,матур күлдәк.

Диалог темалары:

Мин аҙыҡ һатып алам.

Кейем магазинында.

Миңә бүрек кәрәк.

Тун ҡыйбатмы?

Шәл ябыныу кәрәкме?

Яулыҡ күпме тора?

Шәл бәйләйем.

Салбарҙы үтекләп кей?

Кейем-һалым

(4 сәғәт)

Кейем-һалым исемдәре, уларҙың үлсәме, кейем һатып алыу, уларҙы бөхтә тотоу.

Башҡорт телендә килеш һәм зат ялғауҙарын ҡулланыу.

Уҡыу материалы:

Диалогтар,күнегеү текстары,теләетәр.

“Беҙ башҡортса уҡыйбыҙ” китабынан текстар.

Гәзит-журналдар материалдары.

Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:

Бүрек (-тәр), кейем (-дәр), тун (-дар), шәл, ойоҡ (-тар), үлсәм, кеҫә (-ләр), бейәләй (-ҙең), хаҡ (-ы).

Теге,арзан,ҡыйбат,тағы,йылы.

Һатыла,һатып ала (-быҙ,-лар),ал (-ығыҙ),күрһәт (-егеҙ),ҡара (-ғыҙ),түлә(-геҙ), алыу, ҡушыу, оҡшай,оҡшамай.

Күлдәгең ҡотло булһын,йылы тәнеңдә туҙһын,ашханаға барам,магазиндан киләм,тигеҙ була,был күлдәк түгел,ә халат.

Диалог темалары:

Кейем магазины.

Миңә йылы куртка кәрәк.

Тегеү фабрикаһына экскурсия.

Һатыусы кәңәш бирә.

Яңы кейем-яңы шатлыҡ.

Кейемде бөхтә һаҡла.

Бөхтәлек нисек була?

Бүләккә яңы күлдәк.

Уйын,уйынсыҡтар

(2 сәғәт)

Уйынсыҡ исемдәре, уйынсыҡтарҙың билдәләре,уйындар.

Башҡорт телендә ҡалын һәм нәҙек ялғайҙар.Килеш һәм зат ялғауҙарын практик ҡулланыу.

Уҡыу материалы:

Диалогтар,күнегеү текстары.

“Беҙ башҡортса уҡыйбыҙ” китабынан текстар.

Гәзит-журналдарҙан уҡыусылар һайлаған текстар.

Ф.Рәхимғолова.Шауламағыҙ!

Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:

Уйын, уйынсыҡ,ҡурсаҡ,туп,шар,таҫма,ҡуян,айыу,сана,саңғы,тау,кәмә.

Ҙур,бәләкәй,матур,йомшаҡ,бергә.

Уйнай (-ым,-һың,-быҙ,-ҙар), шыуа (-м,-һың,-быҙ,-лар), йөҙә, йырлай, һикерә, магазинға барам,ҡурсағым матур,туп һикерә,йомшаҡ айыу,кәмә йөҙә,әсәйемә оҡшаған,ныҡ баҫмағыҙ.

Диалог темалары:

Матур ҡурсағым бар.

Уйынсыҡ машина.

Беҙҙең уйындар.

Тауҙан саңғы шыуабыҙ.

Кем ҡайҙа йәшенгән?

Эштән һуң уйнарға ярай.

Һөнәрҙәр

(7 сәғәт)

Кешеләрҙең һөнәрҙәре,эштәре,шөғөлдәре тураһында мәғлүмәт.

Башҡорт телендә нәҙек һәм ҡалын ялғауҙар. Һөйләмдә тиң киҫәктәр. Һөйләмдә хәбәрҙең урыны (практик үҙләштереү).

Уҡыу материалы:

Диалогтар,күнегеү текстары,мәҡәлдәр,йомаҡтар.

Ш.Бикҡол.Себештәр.

Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:

Төҙөүсе, уҡыусы, уҡытыусы, ташсы, игенсе, тракторсы, йырсы, бейеүсе, ашнаҡсы, осоусы, шофер,милиционер,тегенсе,машинист.

Яҡты,таҙа,оҫта,алдынғы,тырыш.

Эшләй,тегә,йорт һала,тәртип һаҡлай,концерт ҡуя,аш бешерә,булып эшләй,оҫта йөрөтә,самолетты йөрөтә,уҡыта.

Диалог темалары:

Һөнәрҙәр бик күп.

Эштең бөтәһе лә яҡшы.

Эшләгән-ашаған.

Уҡыу-беҙҙең эшебеҙ.

Эш ялҡауҙы яратмай.

Минең өйҙәге эштәрем.

Тән өлөштәре

(3 сәғәт)

Кешенең организмы, тән өлөштәре (ағзалары) атамаларын үҙләштереү. Тәнде таҙа тотоу,һаулыҡты һаҡлау.

Зат ялғауҙарын,эйәлек алмаштарын һәм ялғауҙарын практик ҡулланыу.Өндәрҙең сиратлашыуы (практик үҙләштереү).

Уҡыу материалы:

Диалогтар,күнегеү текстары,йомаҡтар.

Ә.Вахитова.Дарыу бирә.

Ш.Ғәлиев.Тешем.

К.Ушинский.Дарыу.

Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:

Кәүҙә, муйын, баш, аяҡ, ҡул, ҡолаҡ, теш, бармаҡ, тубыҡ, бит, күҙ, танау, арҡа,яурын,тел,тамаҡ,дарыу,һыуыҡ.

Таҙа,бысраҡ,яҡын,һалҡын,епшек,әсе.

Ауырта, һыҙлай, ауырый, дарыулай, дарыу бирә, ҡаҙай, укол ҡаҙай, әсе дарыу бирә, һыуыҡ тейгән, баҫылмай, аяҡ-аяғы, бармаҡ-бармағы, тамаҡ-тамағы, ҡолағы өшөгән, епшек көндә өшөтә.        

Диалог темалары:

Һаулыҡ һатылмай.

Сынығыу күнегеүҙәре эшләйһеңме?

Теште көнөнә нисә рәт таҙарталар?

Һабын беҙҙең дуҫыбыҙ.

Саф һауа-тәнгә дауа.

Табипта булдым.

Физкультура – урра!

Емеш-еләк.Йәшелсә.

(4 сәғәт)

Элек өйрәнгән темаға нигеҙләнеп,баҡса,еләк-емеш,йәшелсәләрҙең атамаларын үҙләштереү,йәшелсәләрҙең,еләктәрҙең билдәләрен белеү.

Башҡорт телендә күплек,килеш ялғауҙарын ҡулланыу.

Уҡыу материалы:

Диалогтар,күнегеү текстары,йомаҡтар,тиҙәйткестәр.

“Беҙ башҡортса уҡыйбыҙ”китабынан әҫәрҙәр.

Уҡыусылар үҙҙәре һайлаған текстар.

А.Игебаев.Иртә-кис.

Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:

Груша,  сейә, әфлисун, ҡабаҡ, ҡауын, ҡарбуҙ, ҡыяр, борос, сөгөлдөр, ҡарағат,кәбеҫтә,түтәл,һуған,һарымһаҡ,кишер,алма,йөҙөм,лимон.

Бешә,өлгөрә,сәскә ата,түтәл ҡаҙа,түтәл яһай,һыу һибә,сүптән таҙарта,ҡыҙыл борос,әсе һуған,тәмле ҡарбуҙ,йәшелсә файҙалы,йәшелсә витаминға бай,баҡсабыҙҙа эшләйбеҙ.

Диалог темалары:

Баҡсала ял итәләрме?

Баҡсалағы эштәр.

Ҡабаҡ ҙууур булып үҫте.

Алма беште-ергә төштө.

Ҡыяр һыу ярата.

Ҡарағат ниндәй була?

Еләктән,ҡарағаттан,сейәнән нимә эшләйҙәр?

Ҡаҡ нимә була?

Таҙалыҡ

(2 сәғәт)

Шәхси гигиена,таҙалыҡты һаҡлау,сынығыу тураһында мәғлүмәт.

Башҡорт телендә юҡлыҡ ялғауҙары.Килеш ялғауҙары.Һүҙҙәрҙең һөйләмдәге урыны.

Уҡыу материалы:

Диалогтар,күнегеү текстары.

С.муллабаев.Бесәй.

Уҡыусыларҙың үҙҙәре һайлаған текстары.

Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:

һабын,таҫтамал,тараҡ,кәштә,элгес,тартма.

Таҙа,бысраҡ,бөхтә,әрпеш.

Йыуа,йыуына,таҙарта,тешен таҙарта,иҙәнде йыуа,битен йыуа,иртәнсәк йыуына,кейемде таҙа тот,таҫтамал элгестә тора,һабын кәштәлә ята.

Диалог темалары:

Һабын менән дуҫ бул.

Ҡулды көнөнә нисә йыуырға кәрәк?

Һин тараҡ тотаһыңмы?

Ҡулъяулыҡты мин үҙем йыуам.

Көн тәртибе

(6 сәғәт)

Уҡыусының көн тәртибе,ул тәртипте һаҡлау,бөхтәлек,йыйнаҡлыҡ тураһында мәғлүмәттәр.Һәйбәт сифаттар тәрбиәләү.

Башҡорт теленең өндәре, хәрефтәре. Һүҙҙәргә ялғау ҡушыу. Һөйләмдә һүҙҙәр  тәртибе.

Уҡыу материалы:

Диалогтар,күнегеү текстары,мәҡәлдәр,көләмәстәр.

Ж.Дарзаман Йыуынам.

Д.Лукич.Дүрт ҡыҙыҡай.

В.Маяковский.Нимә ул яҡшы,нимә ул насар.

М.Сиражи.Мин ҙур инде.

Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:

Иҙән,саң,сүп,ҡором,туҙан,таҙалыҡ.

Тәртипле,бөхтә,ҡоромло.

Таҙарта, йыуа, һөртә, өндәшә, өндәшмәй, йыуына, йыуынмай, ҡулы таҙа, ҡулы  бысраҡ, таҙалыҡ ярата, таҙалыҡ яратмай, бите ҡоромло, ҡоштарҙы яратмай, ҡоштарға ата,утын яра,быяла ватыҡтары йыя.

Диалог темалары:

Тәртип һәр саҡ кәрәк.

Кейемгә ҡарап ҡаршы алалар.

Синыфта санитар бармы?

Аяҡ кейеменең үҙ урыны бар.

Һин иртәнсәк сәғәт нисәлә тораһың?

Өйҙә көн тәртибен яҙып ҡуйғанһыңмы?

Сәғәтең бармы?

Ваҡытты дөрөҫ бүләм.

Уҡыу йылы аҙағында 2 синыф балалары түбәндәге белем һәм күнекмәләргә эйә булырға тейеш:

  1. Һөйләгәнде йәки уҡығанды аңлай алыу (аудырование):
  • уҡытыусының,иптәшенең һөйләгәнен,уҡығанын аңлай алыу;
  • иҫәнләшеү, һаубуллашыу, рәхмәт әйтеү, ғәфү үтенеү, үтенесте белдереү,рөхсәт һорау (телмәр этикеты);
  • текстың йөкмәткеһе,ситуация буйынса һорау биреү.
  1. Уҡыған текс  буйынса, күҙәтеүҙәр нигеҙендә һөйләй белеү, ситуацияға ярашлы һөйләшеү (говорение):
  • ишеткәндәр,башҡарған эштәр,күҙәтеүҙәр буйынса һөйләү;
  • бәләкәй күләмле текстың йөкмәткеһен һөйләү;
  • һүҙлек һүҙҙәрен белеү,уларҙы дөрөҫ ҡулланып һөйләү;
  • диолог төҙөү,төркөмдәрҙә һөйләшеү;
  • үҙең,ғаилә ағзалары, уларҙың исемдәрен белеү, һөнәр-шөғөлдәре, туғанлыҡ мөнәсәбәте һ.б.тураһында һөйләү;
  • ваҡиғаға,персонажға үҙ мөнәсәбәтеңде әйтеп биреү;
  • башҡорт теленән урыҫсаға һәм кмреһенсә тәржемә итеү.
  1. Уҡыу (чтение):
  • тексты дөрөҫ,шыма,талғын уҡыу (орфоэпик нормалар нигеҙендә);
  • поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡыу;
  • уҡыған текстың йөкмәткеһен билдәләй алыу,персонаждарын әйтеү;
  • текстан һорауҙарға яуаптар табыу,уҡып күрһәтеү.
  1. Яҙыу (письмо):
  • хәрефтәрҙе матур,дөрөҫ,тейешле кимәлдә тоташтырып яҙыу;
  • ҙур булмаған тексты күсереп яҙыу;
  • шундай уҡ текст буйынса йә картина нигеҙендә 2-3 һорауға яуап яҙыу;
  • ныҡлы әҙерлектән һуң өйрәтеү характерындағы диктант, изложение,инша яҙыу (программала күрһәтелгән нормалар күләмендә).


Дәрескә әҙерләнеү өсөн кәрәкле әҙәбиәт

Алтон С.Доннелли.Завоевание Башкирии Россией 1552-1740. -  Уфа, 1995.

Акманов И.Г.Башкирские восстания. – Уфа,1993.

Аслаев Т.Х.,Исламғолов Ы.Ә.Уйнат,уйлат баланы.- Өфө,1987.

Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкирской АССР. Книга 1-6. - Уфа, 1990-1995.

Байымов Б.С. Ал гармуның,әйт таҡмағың. - Өфө,1993.

Балалар әҙәбиәте антологияһы. - Өфө,1987.

Башҡорт халыҡ ижады.Йырҙар һәм көйҙәр / Төҙөүсеһе Р.Сөләймәнов.- Өфө,1985.

Башҡорт халыҡ ижады.Йомаҡтар./ Төҙөүсеһе Ф.Надршина.- Өфө,1979.

Башҡорт халыҡ ижады. Риүәйәттәр, легендалар. /Төҙөүсеһе Ф.Надршина .- Өфө, 1980

Башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары.Реклама буклеты/ Төҙөүсеһе Ю.Ғәйнетдинов һ.б. - Өфө,1989.

Башҡортостан.Краткая энциклопедия. – Уфа,1996.

Бикҡужина Т.Ә.Башҡорт теленән синыфтан тыш эштәр. - Өфө, 1991.

Бураҡаев И.Д., Бураҡаева М.С., Юлмөхәмәтов М.Б. Тормош һабаҡтары. - Өфө, 1994.

Буранғолов.М. Сәсән аманаты. - Өфө, 1995.

Галин С.Ә. Тел асҡысы халыҡта. – Өфө, 1993.

Ғүмәров В. Тыуған яҡтың шифалы үҫемлектәре. - Өфө, 1996.

Ғәләүетдинов И.Ғ. Балалар фольклоры. -  Өфө, 1994.

Ғәләүетдинов И.Ғ.,Ураҡсин Р.Б. Балалар фольклоры. - Өфө, 1996.

Исмәт Бинер.Русско-башкирско-турецкий разговорник.- М., 1994.

Ишбирҙин Э.Ф. Башҡортостан ҡоштары. - Өфө, 1986.

Йәнтурин С.Үҫемлектәр донъяһына сәйәхәт. - Өфө, 1990.

Кузеев Р.Г.,Бикбулатов Н.В.,Шитова С.Н. Декоративное ткачество башкирского народа. – Уфа,1979.

Кузеев Р.Г. Происхождение  башкирского народа. – М.,1974.

Культура и быт башкир. – Уфа,1978.

Мажитов Н.,Султанова А. История Башҡортостана с древнейших времен до 16 века. – Уфа, 1994.

Мурат Аджи. Полынь половецкого поля. – М., 1994.

Мусин М. Ял сәғәттәрендә.

Нагаева Л. Башкирская народная хореография. – Уфа, 1995.

Өфө тарихы.Ҡыҫҡаса очерк. - Өфө, 1983.

Псәнчин В.Ш.Сәләм һиңә, Башҡортостан.Шиғырҙар йыйынтығы. - Өфө,1984.

Рассказы по истории Башҡортостан. – Уфа, 1992.

Русско-башкирские речевые параллели // Сост. Л.Саяхова, М.Ахметов и др. – Уфа, 1995.

Садиҡов Ғ. Әйтелмәгән әйтемдәр. - Өфө,  1992.

Сидоров В. По следам Салавата. – Уфа,1988.

Сөләймәнов Ғ. Башҡорт ҡумыҙы // Башҡортостан ҡыҙы, 1973,һ 5.

Сөләймәнов Ғ. Ҡурай.- Өфө, 1985.

Толомбаев Х.А. һ.б. Тылсымлы бүләк. - Өфө, 1995.  

Толомбаев Х.А. Уҡыусының телмәр культураһын үҫтереү.Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусылырҙың танып белеү эшмәкәрлеген активлаштырыу.(йыйынтыҡ). - Өфө, 1983.

Ураҡсин З.Ғ. Тел күрке. - Өфө, 1980

Ураҡсина Р. Тәмле-тәмле-тәмлекәс. - Өфө, 1996.

Усманова М.Г. Имя отчей зелми. – Уфа, 1994.

Усманова М.Ғ., Абдуллина Ф.Ф. Башҡорт теле. Мәктәп уҡыусылары һәм юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеүселәр өсөн ҡулланма. - Өфө: Китап, 2000. 191 бит.

Хакимова В.Ш.,Усманова М.Г. Башкирский язык.Учебное пособие для русскоязычной аудитории. – Уфа: БГУ,2000,2002.

        Хисаметдинова Ф.Г., Эрсен-Раш М., Ураҡсин З.Г. Учим башкирский язык. – Уфа, 1997.

        Хисаметдинова Ф.Г.Башкирский язык для начинающих. – Уфа,1991.

        Хәйҙәров Х.Туй йолалары. - Өфө, 1991.

        Шитова С.Н. Башкирская народная одежда. – Уфа, 1995.

        Шәкүр Р. Сыңрау торналар иле. - Өфө, 1996.

        Шәкүр Р. Арҙаҡлы башҡорттар. - Өфө,1998.

        Шәкүр Р. Исемдәрҙә - ил тарихы. - Өфө, 1993.

        Әкрәм Бейеш. Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ көрәше. - Өфө, 1993.

        Әхмәтзәки Вәлиди Туған. Башҡорттарҙың тарихы.Төрк һәм татар тарихы. - Өфө, 1994.

 

 

                              Дәрес өсөн һүҙлектә

Аҙнағолов Р.Ғ. Башҡортса - русса мәкиәп һүҙлеге.  -  Өфө: Китап, 1998.  – 231 бит .

Башҡорт теленең диалекттары һүҙлеге. - Өфө, 2002. -  430 бит.

Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томда.1 том.А-М.- 862 бит. 2 том.Н-Я.- 815 бит. – М.: “Русский язык”.1993.

Башҡортса-русса һүҙлек.- М.: “Диагора”, “Русский язык”. 1996. -  865 бит.

Башҡортса-русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге //Төҙөүсеһе И.Ғарипов. - Өфө, 1994.

Зәйнуллина Г.Д. Русса-башҡортса лингвистик терминдар һүҙлеге. - Өфө, 1991. – 185 бит.

Кильдибекова Т.А.,Гафурова Г.В.,Кинзябаева Н.Н.,Усманова М.Г. Русско-башкирский функционально-когнетивный учебный словарь (сфера думать и говорить). – Уфа, 2002.-114 с.

Кильдибекова Т.А.,Гафурова Г.В.,Кинзябаева Н.Н.,Усманова М.Г. Русско-башкирский функционально-когнетивный учебный словарь (сфера жить). – Уфа, 2003. – 73 с.

Саяхова Л.Г.,Усманова М.Г. Башкирско-русский и русско-башкирский учебный словарь с грамматическим приложением.- Санкт-Петербург,1999. – 220 с. Переиздан в 2002 г.

Саяхова Л.Г., Сахипова З.Г., Ураҡсин З.Г., Асадуллина Ф.Ф. Русско-башкирский учебный словарь. – Уфа,1986. -  312 бит.

Словарь топонимов Башкирской АССР.Башҡорт АССР-ының топонимдар һүҙлеге. – Уфа,1980. – 200 с.

Ураҡсин З.Ғ. Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге. - Өфө: Китап,1996. -   289 бит.

Ураҡсин З.Г. Краткий русско-башкирский словарь. – Уфа: Китап, 1994. -  312 бит.

Ураҡсин З.Ғ. Башҡорт теленең синонимдар һүҙлеге. - Өфө,1985.

Усманова М.Ғ. Башҡорт теленең синоним ҡылымдары һүҙлеге. - Өфө, 2000.-  175 бит.

Усманова М.Ғ. Башҡорт ҡылымдарының башҡортса-урыҫса аңлатмалы идеографик һүҙлеге (телмәр ҡылымдары нигеҙендә).  1 – се киҫәк. - Өфө,2002. -  130 бит.

Әхтәмов М.Х. Башҡорт теленең омонимдар һүҙлеге. - Өфө, 1966.- 141 бит.

Әхтәмов М.Х. Башҡорт теленең антонимдар һүҙлеге. - Өфө,1973.-  148 бит.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

рабочая программа по башкирскому языку в 3 классе

Рабочая программа по башкирскому  языку  в  3  классе   башкирских школ...

рабочая программа по башкирскому языку в 3 классе

Рабочая программа по башкирскому  языку  в  3  классе   башкирских школ...

Рабочая программа по башкирскому языку 1 класс

Муниципальное  общеобразовательное казённое  учреждение основная общеобразовательная школа с. Старые Суллифилиала СОШ с.Усман ТашлыАдминистрации муниципального района Ермекеевский район...

Рабочая программа по башкирскому языку 4 класс

Рабочая программа по башкирскому языку 4 класс...

Рабочая программа по башкирскому языку

Рабочая программа по внеурочной деятельности...

Рабочая программа по башкирскому языку

Программа для 4 класса башкирской школы....