Рабочая программа по башкирскому языку
рабочая программа на тему

Ситдикова Раиса Салимьяновна

Рабочая программа по внеурочной деятельности

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon rabochaya_programma_1_kl.doc107 КБ

Предварительный просмотр:

Дәрестән тыш эшмәкәрлектең эш программаһы

                               Башҡорт телен өйрәнәбеҙ.1 класс

Уҡыу йылы аҙағына “Башҡорт теле” предметының  шәхси, предмет, метапредмет һөҙөмтәләре, универсаль уҡыу эшмәкәрлеге (УУЭ)

«Башҡорт теле » предметын өйрәнеүҙең шәхси һөҙөмтәләре булып уҡыусыларҙа формалаштырылған түбәндәге сифаттар тора:

- Тыуған илгә, уның теленә, мәҙәниәтенә, тарихына  һөйөү һәм хөрмәт;

- төрлө ситуацияларҙа йәштәштәре һәм ололар менән  хеҙмәттәшлек күнекмәһе, конфликтлы һәм бәхәсле ситуацияларҙан сығыу юлын белеү, толерантлыҡ;

- әҫәрҙәге геройҙарҙың ҡылыҡтарына дөрөҫ баһа биреү;

- хислелек, үҙеңдең хис-тойғоларыңды  аңлай һәм билдәләй (әйтә) белеү;

- башҡа кешеләрҙең хис-тойғоларын аңлай һәм билдәләй белеү, уртаҡлаша алыу;

- матурлыҡ тойғоһо – тәбиғәт матурлығын күрә белеү, йәнле тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш;

- нәфис һүҙҙең матурлығын тоя белеү,үҙеңдең телмәреңде камиллаштырыуға ынтылыу;

- ғаилә ҡиммәттәрен аңлау, үҙеңдең яҡындарыңа ҡарата ихтирам, рәхмәт, яуаплылыҡ тойғолары;

- текст авторы менән диалог ҡороуға  ҡыҙыҡһыныу,уҡыуға ихтыяж;

- үҙеңдең һәм әйләнә-тирәңдәге кешеләрҙең ҡылыҡтарына дөрөҫ баһа биреү;

- мораль тәртип ҡағиҙәләрен көйләүсе этик тойғолар – намыҫлана, ояла белеү, ғәйебеңде танып ғәфү үтенеү.

«Башҡорт теле» предметының дөйөм (метапредмет) һөҙөмтәләре булып универсаль уҡыу эшмәкәрлеген (УУЭ) формалаштырыу тора.

Регулятив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:

- дәрестең темаһын һәм маҡсатын үҙ аллы табып әйтә  белеү;

- уҡытыусы менән берлектә уҡыу проблемаһын сисеүҙең планын төҙөү;

- ҡуйылған маҡсатҡа ирешеү өсөн планды тормошҡа ашырыу, кәрәк осраҡта үҙеңдең эшмәкәрлегеңә төҙәтмәләр индереү;

- уҡытыусы менән берлектә баһалау критерийҙарын билдәләү һәм шуға ярашлы үҙеңдең һәм иптәштәреңдең эшенә баһа бирә белеү.

- Универсаль уҡыу эшмәкәрлеген  формалаштырыу сараһы булып һөҙөмтәле уҡыу технологияһы һәм уҡыусыларҙың уҡыуҙағы уңыштарын баһалау технологияһы тора.

Танып- белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:

- текстағы мәғлүмәттең бөтөн төрҙәрен дә иҫәпкә алыу;

- уҡыу төрҙәрен маҡсатҡа ярашлы файҙаланыу: текст менән танышыу өсөн уҡыу, күҙ йүгертеп уҡып сығыу, мәғлүмәт алыу өсөн ентекләп уҡыу;

- телмәр ситуацияһына ярашлы үҙеңдең фекереңде телдән әйтеү төрлө формала бирелгән мәғлүмәтте таба белеү (тотош текст, иллюстрация, схема, таблица);

- мәғлүмәтте бер форманан икенсе формаға үҙгәртә белеү (план, схема, таблица төҙөү);

- һүҙлектәр, белешмә материал менән менән файҙалана белеү;

- сәбәп-һөҙөмтә бәйләнештәрен урынлаштыра белеү;

- фекерләй белеү.

Коммуникатив  универсаль уҡыу эшмәкәрлеге

- Телдән һәм яҙма формала яуап бирә белеү;

- телмәр сараларын төрлө коммуникатив мәсьәләләрҙе сисеүҙә дөрөҫ ҡулланыу, телмәрҙең диалогик һәм монологик формаларын яҡшы белеү;

- үҙеңдең фекереңде нигеҙләй белеү һәм дөрөҫ итеп башҡаларға еткерә алыу.

                                   Уҡытыу предметының йөкмәткеһе

Башҡортостан- минең тыуған республикам.                         

Башҡортостандың ҡалалары, ауылдары, йылғалары, күлдәре тураһында мәғлүмәт биреү. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен ҡабатлау, темаға ҡараған башҡорт һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеү күнекмәләрен камиллаштырыу.

 Танышыу

         Иҫәнләшеү. Танышыу диалогы.  Һин ҡайҙан? Һиңә нисә йәш? Һинең туғандарың бармы?

Һорау бирергә,һорауҙарға яуап бирергә,диалог төҙөргә өйрәтеү.

 Ғаилә

Үҙенең ғаиләһе, ғаилә ағзалары, уларҙың эштәре, туғанлыҡ мөнәсәбәте тураһында һөйләшеү. Башҡорт телендә эйәлек ялғауҙарын практик үҙләштереү.

Мәктәп

Балаларҙың үҙҙәре уҡыған мәктәп, уның үҙенсәлекле билдәләрен, урынлашыуын, кабинеттарын белеүе. Һүҙҙәрҙең предметты, билдәне, эште белдереүе.

Төҫтәр

       Темаға ҡараған һүҙҙәрҙе өйрәнеү. Һүҙҙәрҙә ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар.

 Һандар.

Аҙыҡ-түлек, кейем-һалым хаҡы, уларҙың үлсәме, уларҙы һатып алыу, тәртипле тотоноу. Телмәрҙә һандарҙы практик ҡулланыу.

 Уйын, уйынсыҡтар

Уйынсыҡ исемдәре, билдәләре, уйындар. Башҡорт  телендә ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар.

Тән өлөштәре

Кешенең организмы, тән өлөштәре атамаларын үҙләштереү, тәнде таҙа тотоу, һаулыҡты һаҡлау.

 Кейем-һалым

Кейем-һалым исемдәре, уларҙың үлсәме, кейем һатып алыу, уларҙы бөхтә тотоу. Башҡорт телендә килеш һәм зат ялғауҙарын ҡулланыу.

Йорт хайуандары һәм ҡоштар

Ошо темаға ҡараған һүҙҙәр, уларҙы дөрөҫ әйтеү.  

Ҡырағай  хайуандар һәм ҡоштар

Темаға ҡараған һүҙҙәрҙе өйрәнеү. Һүҙҙәрҙә ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар.

Йомғаҡлау

Беренсе класта өйрәнгәндәрҙе иҫкә төшөрөү. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре һәм хәрефтәре, һөйләмдә һүҙҙәрҙең урыны.

           1-се класта  уҡыусыларҙың төп эшмәкәрлек төрҙәрен тематик планлаштырыу.           

                                Дәрес

Сәғәт

                          Танышыу- 3 с

1

Уйын Танышыу.Һин кем? Был кем?

1

2

Мин Башҡортостандан.  Ҡайҙан?

1

3.

Уйын. Әйҙә танышайыҡ.Исемең нисек?

1

                       Ғаилә- 3 с

4

Минең ғаилм. Кемдең?

1

5

Апайым,һеңлем.Ағайым,ҡустым.Нимә эшләй?

1

6

Минең ғаиләм.

Кем менән? Кемдең?

1

                 

                          Мәктәп- 4с

7

Мәктәптә.Беҙҙең класс. Ни эшләйҙәр

1

8

Уйын.Мин уҡыусы.Һин кем?

1

9-10

Уҡыу әсбаптары. Нимәләр? Ҡайҙа?

2

                             

                    Төҫтәр-4с

11-12

Төҫтәр.Ниндәй?

2

13

Уйын.Төҫлө ҡәләмдәр.Ниндәй?

1

14

Тиҙҙән Яңы йыл.Ниндәй байрам?

1

                 

                     Һандар-4с

15-16

Уйын.Һандарҙы тап.Нисә?

17

Һандар.Нисәнсе?

1

18

Һиңә нисә йәш?

1

             

                 Уйын.Уйынсыҡтар-2 с

19

Уйынсыҡтар.Нимә менән?

Ни эшләй?

1

20

Уйын.Кем нимә менән уйнарға ярата?

1

                 

                      Тән өлөштәре-3 с

21-22

Тән өлөштәре.Был нимә?

Бармаҡтар уйыны.

2

23

Уйын.Минең танауым.

1

       

                      Кейем-һалым- 3с

24-

25

Өҫ кейемдәре. Баш кейемдәре.

2

26

Аяҡ кейемдәре. Кем ни эшләй?

1

 

     Йорт хайуандары һәм ҡоштары- 2с

27.

Йорт хайуандары. Был нимә?

1

28.

Йорт ҡоштары.Былар нимәләр?

1

   Ҡырағай хайуандар һәм ҡоштар- 5

29-30

Ҡырағай хайуандар.

2

31-32

Ҡоштар беҙҙең дҫтар.

2

33

Йомғаҡлау.

1


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

рабочая программа по башкирскому языку в 3 классе

Рабочая программа по башкирскому  языку  в  3  классе   башкирских школ...

рабочая программа по башкирскому языку в 3 классе

Рабочая программа по башкирскому  языку  в  3  классе   башкирских школ...

Рабочая программа по башкирскому языку 1 класс

Муниципальное  общеобразовательное казённое  учреждение основная общеобразовательная школа с. Старые Суллифилиала СОШ с.Усман ТашлыАдминистрации муниципального района Ермекеевский район...

Рабочая программа по башкирскому языку 2 класс

Рабочая программа по башкирскому языку 2 класс...

Рабочая программа по башкирскому языку 4 класс

Рабочая программа по башкирскому языку 4 класс...

Рабочая программа по башкирскому языку

Программа для 4 класса башкирской школы....