зат алмаштары ( личные местоимения) 2 четверть, 4 класс
план-конспект урока (4 класс) по теме
1. Алмаш тураһында төшөнсә алыу, уның телмәрҙәге функцияһы тураһында һығымта яһау.
2. Алмаштарҙы табырға,уларға һорау ҡуя белергә өйрәнеү.
3. Телмәрҙең таҙалығы, теүәллеге өҫтөндә эшләү.
4. Аң, күҙәтеүсәнлек,фекерләү ҡеүәһен үҫтереү.
5. Коллективта дуҫ, берҙәм һәм эште дөрөҫ бүлешеп эшләргә өйрәтеү.
6. Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү. Туған телгә һөйөү, ихтирам тойғоһо тәрбиәләү
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
nim_ul_almash.docx | 32.96 КБ |
Предварительный просмотр:
Башҡорт теле, 4 класс
Тема : Нимә ул алмаш.
Маҡсат:
- Алмаш тураһында төшөнсә алыу, уның телмәрҙәге функцияһы тураһында һығымта яһау.
- Алмаштарҙы табырға,уларға һорау ҡуя белергә өйрәнеү.
- Телмәрҙең таҙалығы, теүәллеге өҫтөндә эшләү.
- Аң, күҙәтеүсәнлек,фекерләү ҡеүәһен үҫтереү.
- Коллективта дуҫ, берҙәм һәм эште дөрөҫ бүлешеп эшләргә өйрәтеү.
- Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү. Туған телгә һөйөү, ихтирам тойғоһо тәрбиәләү
Дәрес барышы:
Уҡытыусы эшмәкәрлеге | Уҡыусы эшмәкәрлеге |
1 | 2 |
| - Һаумыһығыҙ, уҡытыусым, ҡунаҡтар! Һаумы, дуҫым! Ҡояш, ғаләм, Тыуған ер! Йән тыныслығы бир! Мин сәләмәт, мин матур! Салауат кеүек батыр! Яйлап ултырам хәҙер Дәрес тыңларға әҙер! Әңгәмә ҡороу
|
II. Слайд Туған телем- башҡорт теле, яратам һине телем. Рәхмәт һиңә, һинең аша Мин алам яҡшы белем.
Маҡсатҡа сығыу.
| |
Дәфтәрҙе ауыш һалам, Ручканы дөрөҫ тотам. Арҡам минең төп-төҙ, Ашыҡмай матур яҙам. -Дәфтәрҙе астыҡ, бөгөнгө числоны, класта эш тип яҙайыҡ.
Ун өс*нсө но*бр*. Кла*та эш. Слайд Матур яҙыу минуты. Э ээ Э э э эш эт
Белемде актуалләштереү.
|
число, класта эш яҙыу Матур яҙыу минуты
Исем һүҙ төркөмөн ҡабатлау
|
Слайд Бирелгән һүҙҙәрҙе ике төркөмгә бүл! Малай, Янһары ауылы, ҡыңғырау сәскәһе, Мәктәп урамы, баҡса, Һарыбай, кейек, Манапов. | Телдән уртаҡлыҡ, яңғыҙлыҡ исемдәргә бүләләр |
Слайд Ялғау ҡушып яҙ! грамм, дәфтәр | Дәфтәрҙә яҙыу. Һығымта |
Слайд Килештә үҙгәрт! | телдән |
Слайд Морфологик анализ яһа Тәбиғәттең матурлығын һаҡлайыҡ!
|
2013- Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына бәйләп әңгәмә ҡороу Морфологик анализ телдән |
Слайд 2013- Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына | |
Проблема тыуҙырыу. Слайд Айгөл- тырыш ҡыҙ. Айгөл 4-се класта уҡый. Айгөлдөң бейеү түңәрәгенә йөрөгәнен беләбеҙ. Айгөлдө уңғанлыҡта маҡтайҙар.Айгөл бөтә эшкә өлгөрә.
| |
Слайд Айгөл- тырыш ҡыҙ. Ул 4-се класта уҡый. Уның бейеү түңәрәгенә йөрөгәнен беләбеҙ. Уны уңғанлыҡта маҡтайҙар. Айгөл бөтә эшкә өлгөрә. | Алмаштар ҡуйып дәфтәргә яҙыу |
Слайд Зат алмаштары
| Слайд таблица буйынса эш |
Слайд Ял минуты | призентация Күҙҙәрҙе һаҡлайыҡ! |
Ғәмәли эштәр . Белемебеҙҙе нығытыр өсөн күнегеү эшләп алайыҡ. Слайд Йомаҡ Урманда йыш тап булыр, | Яуабын әйтәләр |
Слайд Мышы һүрәте -Ниңә мин мышы тур. йомаҡ ҡойҙом икән? -Мышы тур нимә беләгеҙ? -2013- Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына бәйләп нимә әтерһегеҙ? Әңгәмә. Балалар, тәбиғәт ғәйәт ҙур, алыштырғыһыҙ байлыҡ, ул бөтә халыҡ байлығы. Т әбиғәттә кәрәкмәгән артыҡ бер генә хайуан да юҡ, уларҙың барыһы ла үҙенсә файҙа килтерә. Һ еҙ бөтәгеҙ ҙә йылғалар һәм күлдәр, ҡоштар һәм йәнлектәр, ағастар һәм сәскәләр тураһында һәр ерҙә хәстерлек күрһәтһәгеҙ, беҙҙең Тыуған илебеҙ тағы ла матурыраҡ һәм байырыаҡ булыр! Тәбиғәтте һаҡлағыҙ! | Серҙәр асырға өйрәнәбез. |
Дәреслек менән эш.
Һығымта: алмаш исемде алмаштырҙы, исемдеке кеүек һорауға яуап бирә | Комментарий менән һөйләм киҫәктәре буйынса тикшереү. |
«Мышылар» тексы буйынса һорауҙарға яуап яҙ.
3. Мышылар ҡасан быҙаулай ? | Комментарий менән һорауға яуап яҙалар |
Слайд Төркөмдә эш . Тема буйынса эшебеҙҙе дауам итәйек. | Әҙерләнгән карточкаларҙа төркөмләп эшләү |
| Таҡтала эшләнгән эше эргәһенә + тамғаһын уҡыусы үҙе ҡуя |
Слайд Рефлексив анализ
| Мин ___________ мен ән таныштым. Мин яҡшы эшләнем, алға киттем. Мин эшләнем, ләкин бөтәһе лә килеп сыҡманы. Мин тырышманым, шуға аңламаным. |
Слайд Өйгә эш Зат алмаштары менән 2-3 һөйләм яҙырға. | Дәфтәргә яҙыу |
№ 1 Һөйләмдә алмаштарҙы тап
Йәй көнө мин ауылда булдым. Беҙ олатайым менән балыҡ тоторға йөрөнөк. Бер ваҡыт суртан тоттом. Ул ҡойроғо менән ныҡ һуҡты.
_____________________________________________
№ 2 Мәғәнәһенә ярашлы итеп алмаштар ҡуй.
Ҡыш көнө ____Мәскәү ҡалаһына барасағы тураһында әйтте. Иртәгә ______ музейға барабыҙ. Беҙҙең класҡа яңы уҡыусы килде, ______ элек икенсе мәктәптә уҡыған.
______________________________________________
№ 3 3 -сө заттағы алмашты билдәлә.
- Дуҫтар, һеҙ ҡасан экскурсияға барағыҙ.
- Бөгөн дәрестә Данил булманы, ул ауырый.
- Быйыл мин бейеү түңәрәгенә йөрөйөм.
----------------------------------------------------------------------------------------
Хатаны төҙәт!
Минеке дәфтәр юғалды._______________________________
Һинеке күлдәк матур.________________________________
Уныҡы ҡәләм һынды._________________________________
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Презентация по русскому языку "Личные местоимения" 3 класс
Презентация по русскому языку "Личные местоимения" 3 класс...
Разработка открытого урока по теме: "Личные местоимения", 2 класс
Работа представляет собой знакомство с понятием "Личные местоимения", их использование в английском языке. На данном уроке происходит отработка и закрепление лексического и грамматического материала. ...
"Личные местоимения" 3 класс
Урок разработан по учебнику «Русский язык» (авторы: С.В.Иванов, А.О.Евдокимова и др.)...
Конспект урока-исследования «Понятие о местоимении. Личные местоимения». , 3 класс
Тип урока. Урок открытия новых знанийВид урока. Доминирует исследовательская деятельность учащихся. Структура урока соответствует уроку ОНЗ на основе системно-деятельностного подхода.На уро...
Технологическая карта урока русского языка «Личные местоимения 1, 2, 3-го лица. Лицо и число личных местоимений», 3 класс, УМК «Школа России»
ТЕХНОЛОГИЧЕСКАЯ КАРТА УРОКА РУССКОГО ЯЗЫКА Тема урока «Личные местоимения 1, 2, 3-го лица. Лицо и число личных местоимений» Тип урока: «открытие» нового знания Ц...
Презентация у уроку русского языка " Личные местоимения 1, 2, 3-го лица. Лицо и число личных местоимений" 3 класс
Личные местоимения 1, 2, 3-го лица. Лицо и число личных местоимений....
Технологическая карта урока русского языка "Местоимение как часть речи. Личные местоимения" 3 класс, УМК: Школа России
Тип урока: "Открытие" нового знанияЦель урока: формирование понятий о новой части речи «Местоимение», его значении и употреблении в речи.Задачи урока Дидактические:1. Формир...