Бармаҡтарға гимнастика-пальчиковая гимнастика
методическая разработка
Бармаҡтарға гимнастика-пальчиковая гимнастика
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
palchikovaya_gimnastika.doc | 272 КБ |
Предварительный просмотр:
Бармаҡ уйындары
Солтанова Рузилә Хәмзә ҡыҙы
Баш бармаҡ.
Мин – баш бармаҡ,
Баш бармаҡ.
Һәр эште мин башлайым.
Өй эсен дә тиҙ генә
Йыйыштырып ташлайым.
Һуҡ бармаҡ .
Мин – һуҡ бармаҡ,
Һуҡ башмаҡ.
Һуҡ, тигәндә һуҡмайым.
Кескәйҙәрҙе илатҡанды
Һис кенә яратмайым.
Урта бармаҡ.
Урта бармаҡ мин үҙем,
Һәр эштә лә мин түҙем:
Сүп утайым, һыу һибәм,
Керҙәрем, ана, кибә.
Сығанаҡ бармаҡ.
Сағанаҡ тип аталам,
Сығып китәм туғайға.
Сығып тугел, осоп китәм
Атланып буҙтурғайға.
Сәтәкәй бармаҡ.
Минең исемем- сәтәкәй,
Үҙем бигерәк бәләкәй.
Ҡаймаҡ ялап, һөт эсәм,
Ҡасан инде ҙур үҫәм?
Бармаҡтар менән уйындар
Уң ҡулымда – биш бармаҡ,
Һул ҡулымда- биш бармаҡ.
Ике ҡулда- ун бармаҡ.
Бына минең ҙур тубым,
Бына бәләкәй тубым.
Туптарымды һанайым:
Бер, ике, өс, дүрт ...
***********
Бармактарым бик эшсән,
Бейергә, һикерергә
Ялҡауланмайҙар һис тә.
**********
Бик тыңлаусан ҡулдарым:
Юғарыға күтәрәм,
Түбәнгә лә төшөрәм,
Кәрәк икән- тиҙ генә
Ике яҡҡа айырам.
Ике ҡулдың бармаҡтарын
Бер-береһенә терәйем.
Араларынан үткәреп
Киҫештереп ҡарайым.
Бармаҡтарым арыһа-
Ҡулды һалам өҫтәлгә.
Йоҡлаһындар,
Шаулама!
Бесәй.
Урта, сығанаҡ бармаҡты
Баш бармаҡҡа терәнем.
Килеп сыҡты моронсоҡ-
Осло ғына йоморсоҡ.
Сәтәкәйҙе, һуҡ бармаҡты
Өҫкә табан күтәрҙем-
Килеп сыҡты ҡолаҡтар.
Үәт! Тылсымлы бармаҡтар!
Бармаҡтарҙа - хәрәкәт, хәрәкәттә - бәрәкәт.
Эт.
Ҡулымды һырты менән
Туп-тура итеп ҡуйҙым.
Бармаҡтарын бер-береһенә
Ныҡлы итеп терәнем.
Баш бармаҡты күтәрҙем.
Сәтәкәйҙе- бәләкәйҙе
Аҫҡа, өҫкә йөрөттөм.
Килеп сыҡты бит Аҡбай,
Йорт- ҡураны ул һаҡлай.
Ҡуян
Ҡулдарымды күтәреп
Бармаҡтарын турайтам.
Сәтәкәйҙе эскә бөгөп,
Сығанаҡты эскә бөгөп
Баш бармаҡ менән ҡыҫам.
Килеп сыҡты ҡуянҡай,
Исеме лә Шаянҡай.
Бер- ике һелкетәм-
Ҡуянҡайҙы бейетәм.
Төлкө
Ике ҡулым дуҫлашҡан-
Бер-береһенә терәлгән.
Сәтәкәйҙәр, һуҡ бармаҡтар
Эскә табан бөгөлгән.
Баш бармаҡтар- ҡолаҡтар
Һәр тауышты тыңлайҙар.
Бер- ике һелкетәм-
Бармаҡтарҙы уйнатам.
Сыйырсыҡ ояһы
Бармаҡтарҙы ауыш итеп
Бер- береһенә терәнем.
Баш бармаҡтарҙы бөгөп
Ҡош ояһы яһаным.
Ағастар
Һул ҡулымдың һыртына
Һалдым уңымдың усын.
Килеп сыҡты ағастар:
Имән, йүкә, ҡайындар.
Бармаҡтарым- ботактар,
Ботактарҙа- япраҡтар.
Наҙлы елдәр иҫһендәр,
Күкрәп үҫһен урмандар.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Пальчиковая гимнастика
Гимнастика для пальчиков. Стихотворные упражнения для подготовки к школе и 1 класса....
Авторская программа "Математика- гимнастика для ума"
В данной программе создана система знаний, направленных на развитие творческого и логического мышления у младшего школьника, включающую в себя умение наблюдать, сравнивать, обобщать...
Гимнастика для глаз (физкультминутка)
Данную презентацию можно использовать в качестве физкультминутки для глаз на уроках в начальных классах....
Описание опыта .Использование гимнастики для глаз
В своей работе использую гимнастику для глаз, разработанную группой профессора, доктора медицинских наук Владимира Филипповича Базарного. Возникает вопрос: почему именно гимнастикой для глаз?...
Гимнастика для пальчиков
С целью снятия усталости и развития моторики на уроках письма(русского языка) можно использовать физминутки занимательного характера в стихах и движениях пальцев,кисти рук....
Пальчиковая гимнастика
У детей при ряде речевых нарушений отмечается выраженная в разной степени общая моторная недостаточность, а также отклонения в развитии движений пальцев рук, так как движения пальцев рук тесно связаны...
"Бармақтай бала" (ертегі) Ш. Перро - 2 сынып, "Нағыз адам" В. Сухомлинский - 3 сынып
Сабақтың тақырыбы: Бармақтай бала (ертегі) Шарль Перро – 2 «к»...