Конкурсное задание "Я - педагог" (ЭССЕ)
материал на тему
Конкурсное задание "Я - педагог" (ЭССЕ)
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
Эссе на русском языке | 16.99 КБ |
Эссе на башкирском языке | 18.74 КБ |
Предварительный просмотр:
О любимой работе
Эссе
Уҡытыусымын тип, ғорур әйтәм,
Ғүмеркәйем уҙа мәктәптә.
Уҡыусылар инде ҙур үҫһә лә,
Бала булып ҡала йөрәктә.
Ҡайҙа улар, нисек йәшәй,
Тормош юлҡайҙары ауырмы?
Барыһын уйлап ҡаңғырам -
Дөрөҫ юлдан бара алдымы?
Хәреф таный белеү бер булһа
Икенсеһе - тормош асылы.
Донъя серҙәренә өйрәнмәһә,
Уҡытыусы була алдыммы?
Матур йәшәй, тип, ишетһәм,
Ҡыуаныстан илап ебәрәм.
Уҡыусымды ҡурҡмай ғына
Фән тауына тағы этәрәм.
Өйрәтәм рухи байлыҡҡа,
Асам ата-баба серҙәрен.
Насар холоҡ-фиғелдәрен
Уҡыусым һис ҡасан күрмәһен.
Уҡыу йортона керһәләр
Миҙал алып зирәктәр,
Тағы уйлайым мин:
Яратҡан эшем мәктәптә
Килеп - ҡайтып үтмәгән.
(Стихотворение автора)
Я – учитель. Произношу эти слова с гордостью, так как моя детская мечта осуществилась. Помню, когда были маленькими, играли в школу – сажала младших сестер и братьев на улице и учила. Кто-то из детей играл в магазин, кто-то – в почтальона. Мне казалось, что их «работа» легкая, потому что не надо выносить на улицу множество ручек, книг и бумагу. А если кто-то из учеников получил плохую оценку за диктант, проведенный мной, бывало, и плакал. Эти игры до сих пор вспоминаю с теплотой в душе.
И первая моя учительница, Таслима Хайбулловна, была очень требовательной. Она призывала стать таким же, как моя сестра Зухра Алсынбаевна. Сестра и мама свято верили, что я прославлю свою фамилию и стану Учителем с большой буквы. Сегодня могу сказать, что наша общая мечта сбылась.
Раньше я наивно думала, что дело учителя заключается в том, чтобы обучить детей буквам, цифрам, читать и писать. Но я ошибалась. Детей нужно готовить тому, что их впереди ждет самостоятельная взрослая жизнь – увидеть в них личность и учить быть человеком. Ведь мне тоже дал направление в жизни, научил общаться с людьми и быть Матерью мой первый Учитель.
Сейчас вместе со своими учениками обучаюсь новому, тому, чего не было раньше – современным технологиям. Но никакие компьютеры не смогут заменить то, что дает настоящий учитель – теплоту в отношениях, дружескую атмосферу в классе, уроки жизни. Именно это я стараюсь давать своим детям – ученикам начального класса. Также веду воспитательную работу в школе. Дети мне доверяют, помогают, набираются опыта. Какие только праздники не отмечаем и конкурсы не проводим мы с ними! Участвуя в них, дети делают какие-то выводы, учатся отличать зло от добра. За каждое доброе дело стараюсь хвалить, вручить грамоты. Тут важно войти в контакт с ребенком, понимать его.
Я – учитель. И не забываю об этом нигде – ни в гостях, ни на улице, ни дома. Потому что я должна во всем быть примером для моих воспитанников. Да, от ошибок не застрахован никто. А учитель, который когда-то волей судьбы ошибся, как никто понимает и поддерживает своего ученика. Не только советами, а даже финансово, продуктами и теплой одеждой. И эту помощь никогда не забудут – она к тебе вернется бумерангом.
Я – Мать. Своих детей у меня трое. Когда-то им тоже давала знания я. Сейчас у всех высшее образование, любимая работа, семья, дети. Их каждая маленькая победа в жизни – оценка моей работе.
Уверена, что учитель и внешне должен быть привлекательным, одетым со вкусом. Его дом должен сверкать и внутри, и снаружи, быть уютным. Занимаясь рукоделием, каждую свободную минутку от работы стараюсь посвящать моему хобби. А в последнее время начали рождаться стихи. Эти увлечения помогают мне и в профессиональной деятельности – не испробовав сам, не пройдя творческие муки, не сможешь учить этому ребенка.
Должность учителя для меня не только ежедневная работа. Это – мое призвание. Иногда думаю: что бы делали без меня мои ученики? Я должна показывать им правильный жизненный путь, как когда-то показали мой путь мне. Сегодня я говорю спасибо своему первому учителю, сестре, любимому коллективу, ученикам, детям и руководству школы, которые во всем поддерживают меня.
Предварительный просмотр:
Яратҡан эшем – мәктәптә
Эссе
Уҡытыусымын тип, ғорур әйтәм,
Ғүмеркәйем уҙа мәктәптә.
Уҡыусылар инде ҙур үҫһә лә,
Бала булып ҡала йөрәктә.
Ҡайҙа улар, нисек йәшәй,
Тормош юлҡайҙары ауырмы?
Барыһын уйлап ҡаңғырам -
Дөрөҫ юлдан бара алдымы?
Хәреф таный белеү бер булһа
Икенсеһе - тормош асылы.
Донъя серҙәренә өйрәнмәһә,
Уҡытыусы була алдыммы?
Матур йәшәй, тип, ишетһәм,
Ҡыуаныстан илап ебәрәм.
Уҡыусымды ҡурҡмай ғына
Фән тауына тағы этәрәм.
Өйрәтәм рухи байлыҡҡа,
Асам ата-баба серҙәрен.
Насар холоҡ-фиғелдәрен
Уҡыусым һис ҡасан күрмәһен.
Уҡыу йортона керһәләр
Миҙал алып зирәктәр,
Тағы уйлайым мин:
Яратҡан эшем мәктәптә
Килеп - ҡайтып үтмәгән.
( Автор шиғыры)
Бәләкәй саҡта, туғандарымды теҙеп ултыртып, уҡытыусы булып уйнар инем. Ҡайһы бер балалар аҡса таратып, ҡайһылары магазин эше ойоштороп, гәзит таратып ҡына ултырыр ине. Уларҙың “эше” миңә еңел күренде, сөнки урамға ҡағыҙ, ручка алып сыҡмаҫтар ине. Етмәһә, диктант яҙҙырып, насар билдә ҡуйһам, бәләкәстәр илап таралышып ҡайтып китерҙәр ине. Ошо уйын-эшем миңә бала саҡта ныҡ оҡшаны. Тәүге уҡытыусым, Тәслимә Хайбулла ҡыҙы ла, башымдан бер ҙә һыйпаманы. Белмәһәм, илатып ҡуйыр ине. Ныҡ талапсан уҡытыусы булды. Тырышып уҡырға ныҡ өндәне, ялҡауланырға ирек бирмәне. Апайың һымаҡ уҡытыусы бул, ти торғайны. Апайым, Зөһрә Алсынбай ҡыҙы, миңә үҙенең юлын ҡыуырына гел ышанып ҡараны. Әсәйем дә ике һүҙенең береһендә, Байрамғәлиндарҙан да уҡытыусы сығырға тейеш тип, йөрәгемә дәрт һалды.
Һәм минең хыялым тормошҡа ашты! Мин – балаларҙың киләсәген хәл итеүсе шәхес.
Мин, хыялый, бер нәмә лә белмәгән балаларға хәреф танырға, уҡырға өйрәтәһең дә – шуның менән эш бөтә, тип, уйлай торғайным. Юҡ, улай түгел икән шул. Хәреф танып, уҡырға, яҙырға өйрәткән арала, уларҙы үҙаллы тормош юлына баҫырға ла өйрәтер кәрәк. Ул бит – бала, ул бит – мин. Бына мин мәктәптән сыҡҡас нимә эшләр инем? Бөгөнгө көнгә нисек килеп етер инем? Эйе, минең эргәмдә ҡанат ҡуйып алға талпынырға, артабан белем алып берәй һөнәргә эйә булырға, кешеләр менән аралашып йәшәргә, Тыуған илгә хеҙмәт итергә, Әсәй булырға, ҡыҫҡаһы, кәрәкле Кеше булырға - Уҡытыусы өйрәтте.
Аңлап, белеп бөтмәгән нәмәләрҙе хәҙер мин уҡыусыларым менән бергә өйрәнәм. Һаман эҙләнәм, һаман үҙемде үҫтерәм. Хәҙер улар менән бергә заманса үҫешәм.
Ошо утыҙ йылға яҡын эшләү дәүерендә мин күп нәмәне баштан үткәрҙем. Уҡытыуҙа ниндәй генә яңы технологиялар, төрлө алым, формалар ҡулланһам да, бала иң беренсе хәреф танырға, аңлап уҡырға, матур яҙырға, дөрөҫ һөйләшә белергә, иптәштәре менән аралашып, дуҫ йәшәргә һәм көн дә мәктәпкә яратҡан уҡытыусыһы эргәһенә барырға талпынып торорға тейеш. Шуны мин күҙ уңында тотоп ихлас эшләйем дә инде. Башланғыс кластар уҡытыусыһы эшендә үҙемде һыуҙағы балыҡ кеүек тоям. Балаларҙы артабан да үҙаллы тормош юлына баҫырға ярҙам итеү маҡсатында мәктәптә тәрбиә эшен алып барам. Был эш тә миңә бик ныҡ оҡшай. Балалар яратҡан уҡытыусыһына, ныҡ ышанып ҡарай, тәжрибә ала, кәрәк саҡта үҙҙәре лә миңә ярҙам итә. Ниндәй генә файҙалы һәм тормошсан саралар, күркәм йолалар үтмәй беҙҙең мәктәптә. Бөтә ауырлыҡтарҙы ла балалар менән еңеп сығам. Балалар шул сараларҙа ҡатнашып, үҙҙәренә фәһем ала, насарҙы яҡшынан айырырыға, изгелек ҡылып ҡына йәшәргә өйрәнә. Һәр бер яҡшы эшенә маҡтау ҡағыҙҙары ала. Бының өсөн үҙ эшеңде яратып башҡарырға, һәр баланың яйынан торор кәрәк.
Мин - уҡытыусы. Уны бер ҡасан да, ҡайҙа ғына булһам да: мәктәптәме, өйҙәме, урамдамы, ҡунаҡтамы - иҫемдән сығармайым. Сөнки балаларҙың киләсәге беҙҙән башланғанын яҡшы аңлайым. Улар өсөн беҙ – ҡабатланмаҫлыҡ өлгө, абруйлы кеше.
Эйе, мин кеше. Ә кеше булғас, уҡытыусы ла яңылышып китә түгелме? Шул арала һиҙҙермәй генә хатаңды төҙәтеп, артабан матур йәшәргә көс таба белеү – үҙе бер оҫталыҡ. Оҫталыҡ, күркәмлек, түҙемлек – уҡытыусы кешене биҙәр әйберҙәр. Иң мөһиме, ниндәй генә хата ебәрһәң дә – аяғыңда ныҡ баҫып тороу, тормош ауырлығына бирешмәй, һаман аҡыллы фекерҙәреңде өйрәтеп, алға атлау. Үҙе хата ебәргән уҡытыусы, яңылышҡан уҡыусыһын да аңлай белә ул. Ауыр саҡта ярҙам итә, кәрәк икән ашарға бирә, аҡсаһын да, кейемен дә йәлләмәй. Ундай хәлгә мин дә күп тарыным. Ярҙам иттем, уның менән генә ярлыланып ҡалманым. Сөнки, әсәләрсә уҡыусының хәленә кереү – үҙе бер шәфҡәтлелек.
Мин - Әсә. Минең дә өс балам бар. Улар ҙа башҡалар менән бер рәттән минең ҡулда белем алдылар. Уларға ҡарап хәҙер һоҡланам. Юғары уҡыу йорттарын уҡып бөтөп, икәүһе ғаиләле лә булдылар. Үҙҙәренең яратҡан эштәре, һағынып ҡайтҡан балалары бар. Уларҙың уңыштары минең эшемә ҙур баһа булып тора. Әгәр инде тормошҡа зарланғандарын ишетһәм, тимәк, мин уҡыусыларыма нимәнелер ваҡытында еткермәгәнмен.
Уҡытыусы бар яҡтан да килешле, оҫта, йор һүҙле булырға тейеш, тип ҡарайым. Матур, уҡытыусыларса кейенеп эшкә барыу – үҙе күп ваҡытты, бөхтәлекте талап итә. Йәшәгән йортоң эстән дә, тыштан да нур һибеп ултырырға тейеш. Ул да булһа эшкә дәрт өҫтәй. Балаларға өйрәткән ҡул эштәрен тәүҙә үҙең өйрәнеп, шунан ғына балаларға, хатта конкурстарҙа ла ҡатнашып урын алырлыҡ булһа – оҫта булыуың шунда күренә. Шағирҙарҙың шиғырҙарын уҡып, үҙемә фәһем ала килдем. Тик донъя тәмен татымайса, ауырлыҡтарын күрмәйсә, шиғыр яҙа алманым. Бына хәҙер тормош тәжрибәләренә таянып, күңелемдә көн дә яңы шиғырҙар тыуа, ваҡыт табып яҙып ҡына өлгөр. Был оҫталығым эшемдә лә ныҡ ярҙам итә.
Заманса йәшәргә тырышам. Бер ҙә башҡаларҙан артта тороп ҡалғы килмәй. Уҡыусылар көндәрен компьютерһыҙ үткәрә алмаған һымаҡ, мин дә шул заман техникаһына өйрәнеп киттем. Эйе, мин үҙ эшемдең оҫтаһы, ә компьютер миңә ярҙам итә, бер ҙә ҡамасауламай. Уҡыусыларым менән бергә эҙләнеп, кәрәкле нәмәләр табабыҙ, башҡаларҙың эшен ҡарап өйрәнәбеҙ.
Уҡытыусы булыу – минең өсөн һөнәр генә түгел, ә йәшәү маҡсатым. Әгәр нәҡ ошо профессияны һайламаһам, кем булыр инем икән? Уҡыусылар минһеҙ нимә эшләрҙәр ине? Ошо һорауҙы үҙемә биреп, ныҡ борсолоп ҡуям. Дөрөҫ йәшәүемә һоҡланып та ҡуям. Заманында миңә дөрөҫ юл күрһәтеүселәр булған бит. Ҙур рәхмәттәр уҡыйым ата-әсәйемә, тәүге уҡытыусыма, апайыма, бөгөнгө көндә минең менән эшләгән уҡытыусылыр коллективына, мине аңлаған балаларыма, тыңлаған уҡыусыларыма, беҙҙең эшебеҙҙе күрә белгән етәкселәргә. Мин үҙ эшемә тоғро ҡалырмын, һәр бер уҡыусыны шәхес булараҡ яратырмын, әле һаман яҡты тормош киләсәгенә ҡыҙыҡһындырып мул белем бирермен.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Конкурсно – игровая программа для детей младшего школьного возраста «Дорога к доброму здоровью»
В данной статье приводится сценарий игровой программы «Дорога к доброму здоровью», цель которой - пропаганда ЗОЖ. Ребятам в увлекательной форме предлагается закрепить имеющиеся знания по д...
Конкурсная программа "Моя мама и я".
Данное мероприятие нацелено на создание условий для организации досуга, развитие взаимопонимания между родителями и детьми, привитие эстетического вкуса. Развитие творческого потенциала се...
"Осенины" праздничная конкурсная программа ко дню пожилого человека
Внеклассное мероприятие, которое можно провести в месячник пожилого человека в любом классе в начальной школе....
Конкурсная игровая программа к 23 февраля "Команда для капитана Врунгеля"
Данная разработка может использоваться для проведения внеклассного мероприятия в 1 классе....
Конкурсные программы для девочек к 8 марта.
В данной разработке содержатся материалы для проведения конкурсной программы для девочек к 8 марта....
Конспект конкурсного урока окружающего мира
Урок окружающего мира с использованием ИКТ был представлен на городской конкурс методических разработок и занял 2 место...
"Я-Педагог" эссе
Давным – давно, в первобытные времена, когда люди общались с помощью жестов, гортанных звуков и владели лишь элементарными навыками выживания в суровых условиях окружающей среды, всегда находился чело...