Урок на тему "Алфавит", 1 класс
методическая разработка (1 класс) по теме

Шайхразиева Зальбира Галихановна

Урок проводится в 1 классе после изучения всех букв башкирского алфавита

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon model_uroka.doc834.5 КБ

Предварительный просмотр:

Модель урока

Автор урока: Шайхразиева  Зальбира  Галихановна ,учитель начальных классов, МБОУ «Школа-интернат среднего(полного)общего образования имени Героя Советского Союза Ш.Сулейманова с. Новый Каинлык» Краснокамского района.

Краткая аннотация урока: Урок на тему: «Алфавит» в 1 классе с использованием компьютерных технологий проводится в конце букварного периода  с  целью    формирования    осознанной   необходимости  знания последовательности   букв.   Урок разработан в соответствии с программой по курсу «Букварь» и «Родной язык» для 1-4 классов башкирской общеобразовательной школы. Данный урок проходит в форме путешествия и его можно использовать во время праздника  «Прощания с Букварем». Все задания урока разработаны от простого к сложному, предыдущее задание помогает выполнить последующее и в целом помогают учителю осуществить контроль усвоения темы «Алфавит» в игровой форме. К уроку имеются приложения.

Тема: «Алфавит».

Маҡсат:1.Уҡыусыларҙы башҡорт алфавиты, уның тормоштағы әһәмиәте менән         таныштырыу.

               2.Шофер һөнәренә ҡыҙыҡһыныу уятыу,тормошта үҙ һөнәреңде уйлап һайларға кәрәклеген аңлатыу.

              3.Балаларҙың телмәр һәләтлелеген ,өндәрҙе дөрөҫ әйтә белеү күнекмәләрен, хәтерен үҫтереү.

Дәрес тибы: ҡатнаш дәрес.

Йыһазландырыу:башҡорт алфавиты,хәрефтәр кассаһы,өндәр моделе,предметлы һүрәттәр,компьютер,мультимедиа  таҡтаһы, презентация Microsoft Office Power Point.

                                                     Дәрес барышы.

1.Ойоштороу моменты.Балаларҙы дәрескә психологик әҙерләү.

-Һаумыһығыҙ,балалар.

-Кәйефтәрегеҙ нисек һуң?(Слайд-1)

(Ҡояшлы иртә кеүек,

Әсәм телен-туған телде

Өйрәнергә тип килдек)

-Тағын бер матур көн тыуҙы.Шушы йәмле иртәгә,гүзәл донъяға ҡарап ,үҙебеҙгә көс,дәрт,илһам алайыҡ.Күңел торошобоҙҙо яҡшыға көйләйек.Бөгөнгө көнгә һеҙ ни тип өндәшерһегеҙ?(Слайд-2)

Хор менән:

Хәйерле иртә, ағастар!

Хәйерле иртә,ҡоштар!

Хәйерле иртә,тәбиғәт!

Хәйерле иртә,дуҫтар!

2.Дәрес маҡсатын ҡуйыу.

-Балалар,беҙ бөгөн өндәр,хәрефтәр иленә сәйәхәтебеҙҙе дауам итеп, матур ҡалаға юлланырбыҙ.Ҡарағыҙ әле,бына ошо ҡала ул.

                                              (Слайд-3).

-Ҡаланың исемен белер өсөн ,һүҙҙәрҙең беренсе хәрефтәренән яңы һүҙ төҙөргә кәрәк.(Слайд-4-12)

(Слайдтар аша ат,лимузин,фил,автобус,велосипед,ишәк,трамвай һүрәттәре күрһәтелә.Һәр һүҙҙең беренсе өнө тикшерелә. (Ҡушымта -1).Унан алфавит һүҙе төҙөлә).

-Тимәк, беҙ бараһы ҡаланың исеме-Алфавит.(Слайд-13)

3.Әңгәмә  “Шофер һөнәре”.

-Юлыбыҙҙы дауам иткәнсе, һүрәттәргә иғтибар менән ҡарағыҙ әле.Уларҙың ниндәй оҡшашлығы бар? (Яуаптар).(Слайд-14)

-Нисек ике төркөмгә бүлеп була?

(Хайуандар:ат,ишәк,фил. Транспорт төрҙәре:лимузин,автобус,трамвай,велосипед).(Слайд-15)

-Икенсе төркөмгә ҡараған  транспорт  төрҙәрен йөрөтөү өсөн ниндәй һөнәр эйәһе булырға кәрәк?(Слайд-16)

-Был һөнәр тураһында нимәләр беләһегеҙ? (Яуаптар).

-Был бик тә кәрәкле һөнәр.Шофер булып эшләгән кешеләр иғтибарлы,яуаплы, тырыш булырға тейештәр.

4.Дәрес темаһы буйынса эш.

Сәйәхәтебеҙҙе башлайбыҙ.Шиғыр һөйләп барайыҡ.(Слайд-17)

Хор менән:

Сәйәхәткә сығайыҡ,сығайыҡ

Алфавит тигән ҡалаға барайыҡ.

Алфавитта хәрефтәр күп ошолай-ошолай

Уларҙы белергә кәрәк ошолай.

-Ҡала күренешенә ҡарағыҙ әле.Был матур өйҙәрҙә кемдәр йәшәй икән?(Яуаптар).

-Беренсе урамдың исемен белегеҙ әле.Бының өсөн йомаҡтың яуабын белергә кәрәк.

           Шундый булғас ул һуҙыла

          Йырлай ул.

           Тауышы көр ,күпме генә

           Йырлаһа ла

           Туймай ул.(Һуҙынҡы өндәр).

-Тимәк, һуҙынҡылар урамына инәбеҙ.(Слайд-18).

-Һуҙынҡы өндәр нисек әйтеләләр?(Яуаптар).

5.Уйын “Үҙ өйөнә индер”.

(Ҡалын-а,о,у,ы, нәҙек-ә,ө,ү,и,э хәрефтәрен айырыу).(Ҡушымта-2).

-Был һуҙынҡыларҙан башҡа һуҙынҡы хәрефтәр бармы?

-Уларҙың үҙенсәлеге ниҙә?Ҡабатлап үтәйек.Һүҙҙәрҙең өн моделен төҙөргә кәрәк.

(Балалар берәмләп таҡтала юл,еләк,елка,ҡуян һүҙҙәренең моделе төҙөйҙәр, унан хәрефтәр менән яҙалар).

-Тимәк һуҙынҡылар урамында был өйҙә нәҙек,был өйҙә ҡалын, быныһында ике өндө белдергән һуҙынҡы хәрефтәр йәшәй.(Слайд-19).

-Беҙ улар тураһында шиғырҙар өйрәнгән инек,һөйләп үтәйек.(балалар һуҙынҡы хәрефтәр тураһында шиғырҙар һөйләй).

6.Тартынҡы хәрефтәр.

-Юлыбыҙҙы дауам итәбеҙ.Шиғыр һөйләп барайыҡ.

Мин барам,барам,барам

Мәктәптә белем алам.

Мәктәбем мине һөйә,

Юлдарыма нур һибә.

-Икенсе урамға инәйек.Һеҙҙеңсә бында кемдәр йәшәй?(Яуаптар).

Тартынҡылар-тартыналар,

Тартыналар йырларға.

Ҡая инде, йомоҡ ауыҙҙан

Бар үҙең сығып ҡара.

-Тартынҡы өндәр нисек әйтеләләр?Улар тураһында нимәләр белдек?(Яуаптар). ? (Слайд-20)

-Беренсе өйҙөң ишеген шаҡыйыҡ.(Балалар шаҡый).

-Был өйҙә ниндәй хәрефтәр йәшәй (Парлы яңғырау-һаңғырау тартынҡылар).

-Уларҙы парлап уҡыйыҡ.Кемдең исеме  [ а ] өнөнә башлана яңғырау,ҡалғандар һаңғырау тартынҡыларҙы уҡый.

-Икенсе өйгә инеп сығайыҡ.(Слайд-21).

-Был өйҙә ниндәй хәрефтәр йәшәй?(Парһыҙ яңғырау тартынҡылар).

-Кем уҡып күрһәтә?(Берәмләп уҡыу).

- [й ]өнөн белдергән Й хәрефен кейендерегеҙ әле.

-Өсөнсө өйгә инеп сығайыҡ.(Слайд-22).

-Был өйҙә ниндәй хәрефтәр йәшәй?(Парһыҙ һаңғырау тартынҡылар).

Беҙ улар тураһында шиғырҙар өйрәнгән инек, һөйләп күрһәтегеҙ.(Балалар шиғыр һөйләйҙәр).

-Беҙ бөтә хәрефтәрҙе лә әйтеп сыҡтыҡмы?(Юҡ).

-Ниндәй хәрефтәр ҡалды,улар тураһында нимә беләһегеҙ?(ъ,ь).(Слайд-23)

7.Дәрес темаһы буйынса эш.

-Балалар ,ҡарағыҙ әле ,ошо хәрефтәр алфавит буламы?(Яуаптар).

Алфавит-хәрефтәрҙе бер тәртиптә урынлаштырыу. Алфавит һүҙе грек телендәге альфа (а) һәм вита (в) һүҙҙәренән төҙөлгән.(Слайд-24)

Башҡорт алфавитында 42 хәреф. Унда 27 тартынҡы хәреф бар,һуҙынҡылар 13 һәм өндө белдермәгән 2 хәреф.Алфавитты уҡып сығайыҡ.(Хор менән  диктор артынан ҡабатлап уҡыу).(Слайд-25)

8.Алфавиттың әһәмиәте.

-Алфавит ни өсөн кәрәк, нисек уйлайһығыҙ?(Яуаптар).

а) Класс журналында уҡыусылар исемлеген яҙғанда.

б) Һүҙлектәр төҙөгәндә.

в) Китапханала китаптар теҙгәндә.

9.Ял минуты. (бейеп мәктәпкә ҡайтыу)(Слайд-26)

10.Нығытыу.

а)Китап буйынса эш. Алфавитты үҙалдына уҡыу. (136-сы бит)

б).Карточкалар буйынса эш.(Ҡушымта-3).

1-се төркөм.1-се класс уҡыусыларын исемдәренә ҡарап алфавит тәртибендә теҙергә.(Слайд-27)

2-се төркөм. Йәнлектәрҙе алфавит тәртибендә теҙергә.(Слайд-28)

3-сө төркөм.Аҙна исемдәрен алфавит тәртибендә теҙергә .(Слайд-29)

12.Өй эше. Ауыл китапханаһына атай-әсәйҙәр менән барып, ундағы китаптар һаны, уларҙы теҙеү тәртибе менән танышырға, үҙеңә берәй китап табып ҡарарға.

11.Йомғаҡлау.Баһалау.

-Беҙ дәрестә ниндәй ҡалала булдыҡ?

-Нимә менән таныштыҡ?

-Алфавит ни өсөн кәрәк?

-Үҙегеҙҙең эшегеҙҙе нисек баһалайһығыҙ?

 -Дәрестә яҡшы эшләгәнегеҙ өсөн рәхмәт, һау булығыҙ! (Слайд-30)

Ҡушымта 1

    Уҡыусыларҙың  парталарында  өн  моделе -  « шаян  кеше» уйынсығы. Өндәргә характеристика биргәндә балалар уны “кейендерә”.

Уйынсыҡ өн моделе

Ҡалын һуҙыынҡы                                     Нәҙек һуҙынҡы

                                 

                 

Ҡалын тартынҡы                                                Нәҙек тартынҡы

Яңғырау тартынҡы

             

Нәҙек яңғырау тартынҡы өн                      Ҡалын тартынҡы өн

            Нәҙек һуҙынҡы өн

Ҡушымта 2

Уйын “Үҙ өйөнә индер”

Һуҙынҡы а, ә, о, ө,ә, у,и, ы,у, ү ,э хәрефтәрен  үҙ өйөнә  индерергә.

Ҡалын һуҙынҡы                                                   Нәҙек һуҙынҡы

Ҡушымта 3    

    1-се төркөм.1-се класс уҡыусыларын исемдәренә ҡарап алфавит тәртибендә теҙергә

     

. 

2-се төркөм. Йәнлектәрҙе алфавит тәртибендә теҙергә.

3-сө төркөм.Аҙна исемдәрен алфавит тәртибендә теҙергә.

Йома, шәмбе, дүшәмбе, кесаҙна


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Урок математики 1 класс. Тема "Литр". Тип урока - урок- проблема

данный урок составлен с помощью  технологии деятельностного метода с элементами проблемного обучения. Урок 84. Математика. 1 класс.Тема: Литр.Тип урока:  урок – проблема.Структура:1....

Презентация к разработке урока по математике 1 класс Конспект урока по математике1 класс по программе "Школа 2100", авторы: Демидова Т.Е., Козлова С.А., Тонких А.П. Тема: Уравнения с неизвестным вычитаемым.

Презентация к уроку по математике 1 класс по программе "Школа 2100" , авторы: Демидова Т.Е., Козлова С.А., Тонких А.П. Тема: Уравнения с неизвестным вычитаемым....

План-конспект открытого урока по музыке по системе развивающего обучения Л.В. Занкова (Г.С. Ригина, 2012г. Учебник: Музыка. 2 класс) 25.10.2013г Урок № 7 2 класс Тема: «Сказочные образы в музыке Эдварда Грига».Учитель музыки Зайцева Т.Г.Межгорье Башкирия

План-конспектоткрытого урока по музыке по системе развивающего обучения Л.В. Занкова (Г.С. Ригина, 2012г. Учебник: Музыка. 2 класс) 25.10.2013гУрок № 72 классТема: «Сказочные образы в музыке Эдварда Г...

Урок математики 2 класс, урок русского языка 2 класс.

Урок математики по теме :"Четные и нечетные числа", " Выражения со скобками"Русския язык " Правописание буквосочетаний ЧК, ЧН.".....

Реализация исследовательского подхода на уроках окружающего мира в начальных классах 9(на примере урока "Насекомые" 1 класс. УМК "Школа России)

На примере урока "Насекомые" 1 класс. УМК "Школа России показан прием реализации исследовательского подхода....

Интегрированный урок с презентацией по русскому языку и литературному чтению во 2 классе.Тема: Пословицы и поговорки"Закрепление изученного в 1 классе.Составила урок учитель начальных классов МОУ сош №9 г.Надыма Кульбашева Ольга Николаевна.

Интегрированный урок по русскому языку и литературному чтению рекомендуется проводить во 2 классе в начале учебного года.Цель урока: формирование ключевых компетенций у учащихся.На уроке закрепляются ...